Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яңы йыл менән»
исполнителя Рифмир Хуснутдинов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Аҡ ҡарҙарға эҙҙәр һалдыҡ, өр-яңы эҙҙәр!
Ҡарҙар менән яңырһын тип өмөт, хыялдар.
Аҡлыҡ, сафлыҡта тирбәлһен ысын мөхәббәт хисе,
Бергә-бергә ҡаршылайыҡ Яңы йыл кисен!

Ҡушымта
Эх, тылсымлы Яңы йылым, ал минән теләк,
Йөрәктәргә мөхәббәт һал, шәп булыр бүләк!
Ҡар-ынйы-бәхет тамсылар йылы ҡулдарға!
Һөйөп йәшәү - илһам нурын һип күңелдәргә!

Ҡыштың ҡатылыҡтарынан тынһын уттар ҙа,
Көрттәргә ҡаҙалып ҡалһын ғәрсел уҡтар ҙа,
Донъялар ҡуласаһына тейәп ап-аҡ бәхеттәр,
Йәшәйек ҡарҙар наҙында тик мөхәббәттә!

Аҡ ҡыштарым, тултыр ҡарҙар, өйрөлт бурандар,
Ҡалдырма йәш йөрәктәргә саң һәм туҙандар.
Терелһендәр тылсымдарҙан йәрһеҙ, йәнһеҙ һындар ҙа,
Мөхәббәтлеләр атлаһын ап-аҡ юлдарҙан!

Другие песни исполнителя:

  • 1)Көнөн , төнөн йорәк һорай D E Һине эҙләп таба алмай Касан ғына инде күрәм Һине мохәббәтем минең Йорәк түҙмәй, эҙләй, уйлай Алыҫтарҙан һине һорай Кил яныма мохәббәтем Йөрәккәйем, йондоҙом, ҡояшым Ҡушымта Кайза һин юғалдың Йондоҙом, һылыуым Бәғрем, ярты йәнем Эҙләйем һине Уйландыра һине Хағындыра инде Касан ғына табам Мөхәббәтемде 2)Сығып киттем алыҫтарға Мөхәббәтем һине эҙләп Таба алманым мин бит һине Ҡайҙа һуң юғалдың инде
  • Тауҙар-таштар яры боролоп-боролоп Йүрүҙәнкәй, бик шәп ағаһың Көслө ғәйрәт менән тулҡыныңды Бейек ярҙарыңа ҡағаһың Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙәнкәй беҙҙең данлы йылға Күпте күргән, күпте кисергән Унда батыр йырсы Салауат та Аҡбуҙатын төшөрөп эсергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Һоҡланған ул ҡарап Йүрүҙәнгә Ҡарап-ҡарап уға туймаған Туғайынан ҡурай өҙөп алып Өҙөлөп-өҙөлөп уны уйнаған Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән
  • Йөрәгемдә әсә мөхәббәте Балаларым тэеп йәшәйһең Эй ҡәҙерлем ынйы бөртөгөм һин Бәхет йондоҙом һин әсәейем Тиңләр инем һине тулған айға Саф йөрәгең айҙан нурлыраҡ Тиңләрен инем һине мин ҡояшҡа Йорак йылың әсәй йылыраҡ Ҡуш: Бала сағым матур бала сағым Әсә һөйөүенә күмелгән Һис кәрәкмәй алтын һүҙҙәр әсәй Шуның менән барыһы әйтелгән
  • Сикһеҙ океандың бер тамсыһы Бер йондоҙҙоң ғына сатҡыһы Үркәс үркәс тауҙың бөртөк ҡомо Мэң милләтең сая башҡорто Ҡуш: Милион изгеләрҙәй изгелебеҙ Милион теллеләрҙәй теллебеҙ Намыҫлыбыҙ моңло йөрәклебеҙ Тыуған илдең ҡыйыу затыбыҙ Ер шарында нисә милләт йәшәй Һәр милләтең бар хазинаһы Башҡортоң да инде нисә быуат Бөйөк хазинаһы Салауат! Ҡуш: Салауаттай батыр булығыҙ Салауаттай ғорур булығыҙ Баш эймәгеҙ ил баҫарҙар килһә Салауаттай руғлы булығыҙ