Ерән атым, ай ялҡайын
Һалҡын тараҡ менән дә
тарайым шул ай-һай гөлкәем
Һеҙ туғандар киләм дә тигәс
Ҡайҙан ҡалҡыу шунан да
ҡарайым шул ай-һай гөлкәем
Алмағастың алмаларын
Был был ҡоштар ҡунып та
ашаһын шул ай һай гөлкәем
Уйнап ебәр көйләп тә ебәр
Был был һайрауына ла
оҡшаһын шул ай һай гөлкәем