Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡыр ҡаҙҙары»
исполнителя Ирек Нугуманов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап,
Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс.
Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап,
Ҡангылдашып оса көҙ еткәс.

Ҡушымта:
Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк ныҡрап яна,
Ҡыр ҡаҙҙары кеүек нин киткәс.
Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк ныҡрап яна,
Ҡыр ҡаҙҙары кеүек нин киткәс.

Әллә йәштәр тама, әллә ямғыр яуа
Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап,
Әллә йәштәр тама, әллә ямғыр яуа
Юлдарынан киткән ҡаҙҙарҙың.

Ҡушымта:
Йөрәк һине көтә, йылдар мине һүтә
Һин онотма ерҙә мин барын.
Йөрәк һине көтә, йылдар мине һүтә
Һин онотма ерҙә мин барын.

Другие песни исполнителя:

  • Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә. Һағындыра бала сағым иҫкә төшкәндә. Һағындыра ауылымдың соҡор-саҡыр урамдары, Әллә шунда уйнап үҫкәнгә. Һағындыра ауылымдың ҡырҙары һәм болондары, Әллә шунда уйнап үҫкәнгә. Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә. Һағындыра туған яҡтар иҫкә төшкәндә. Һағынам мин өләсәйҙең ямап биргән ыштандарын, Әллә шуны кейеп үҫкәнгә. Һағынам мин әсәйемдең бызырлатып ҡойған балын, Әллә шуны урлап эскәнгә. Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә. Һағынам мин ауылымды иҫкә төшкәндә. Һағынам мин атайымдың шартлап торған ҡайыштарын, Әллә шуны тәтеп үҫкәнгә. Һағынам мин олатайҙың "Яптваймать!" тип әрләгәнен, Әллә шуны ишетеп үҫкәнгә. Шаулай урман, шаулай урман елдәр иҫкәндә. Һағындыра туған яғым иҫкә төшкәндә. Һағындыра ауылымдың сылтрап аҡҡан шишмәләре, Әллә шуны эсеп үҫкәнгә. Һағынам мин ауылымдың соҡор-саҡыр урамдарын, Әллә шунда уйнап үҫкәнгә. Һағындыра ауылымдың һылыу матур ҡыҙҙары ла, Әллә бергә күңел асҡанға. Әллә шунда уйнап үҫкәнгә... Әллә бергә күңел асҡанға...
  • 1. Аҡ ҡайындар араһына, Аҡ ҡайындар янына Кереп киттең һин йүгереп, Эй ҡағына-ҡағына. Һылыу - һының, аҡ - күлдәгең, Һин аҡлыҡҡа күмелдең. Күҙҙәремә һин үҙең дә Ҡайын булып күрендең. Ҡушымта; Ҡайһы ҡайын да, ҡайһы һин - Айыра алмай тик торам... Яңылыш ҡайынды ҡосҡанмын, Мин уны һин тип торам. 2. Ҡайындар менән шаярып, Ҡыуышып уйнанығыҙ. Ахырыһы, мине бөтөнләй Күрмәй, тип уйланығыҙ. Һылыу - һының, аҡ - күлдәгең, Һин аҡлыҡҡа күмелдең. Күҙҙәремә һин үҙең дә Ҡайын булып күрендең. Ҡушымта; Ҡайһы ҡайын да, ҡайһы һин - Айыра алмай тик торам... Яңылыш ҡайынды ҡосҡанмын, Мин уны һин тип торам.