Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡайындар араһында»
исполнителя Ирек Нугуманов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Аҡ ҡайындар араһына,
Аҡ ҡайындар янына
Кереп киттең һин йүгереп,
Эй ҡағына-ҡағына.
Һылыу - һының, аҡ - күлдәгең,
Һин аҡлыҡҡа күмелдең.
Күҙҙәремә һин үҙең дә
Ҡайын булып күрендең.

Ҡушымта;
Ҡайһы ҡайын да, ҡайһы һин -
Айыра алмай тик торам...
Яңылыш ҡайынды ҡосҡанмын,
Мин уны һин тип торам.

2. Ҡайындар менән шаярып,
Ҡыуышып уйнанығыҙ.
Ахырыһы, мине бөтөнләй
Күрмәй, тип уйланығыҙ.
Һылыу - һының, аҡ - күлдәгең,
Һин аҡлыҡҡа күмелдең.
Күҙҙәремә һин үҙең дә
Ҡайын булып күрендең.

Ҡушымта;
Ҡайһы ҡайын да, ҡайһы һин -
Айыра алмай тик торам...
Яңылыш ҡайынды ҡосҡанмын,
Мин уны һин тип торам.

Другие песни исполнителя:

  • Ни вакыттан инде кояшкай куренмэй, Кояш куптэн инде тау артында йоклай. Йондоззар юк, ай куренмэй. Кунелемдэ яткан сэскэм нинэлер атмай. Сэскэм, сэскэм нинэ Хин атмайхын тондэ? Кыйын хинхез минэ, Ярхыу йорэгемэ. 2. Тандар эткэс ерзэ томан басып алыр. Томан сэскэ япрагына тамсылар халыр. Тамсы тамыр куз йэшемдэн, Сэскэм тагы тажын асмай, йорэкте ярып. Сэскэм, сэскэм нинэ Хин атмайхын тондэ? Кыйын хинхез минэ, Ярхыу йорэгемэ. 3. Куптэ тормай инде кояш балкып сыгыр, Кондэр утер, тондэр еткэс йондоззар уяныр. Хыял сэскэм, йылмай инде, Куктэ зохрэ йондаз балкый, йонмас кузенде. Сэскэм, сэскэм нинэ Хин атмайхын тондэ? Кыйын хинхез минэ, Ярхыу йорэгемэ.
  • Зәңгәр күлмәгеңде кейәһең дә, Зәңгәр күлгә көн дә киләһең. Күңелеңдә ниндәй уттар яна? Уйҙарыңды килә беләһем. (2 раза) Зәңгәр күлмәгеңде кейәһең дә, Йәшел болондарға киләһең. Болон сәскәләрен йыя-йыя, Кемде былай (шулай) өҙөлөп көтәҺең? (2 раза) Зәңгәр күлмәгеңдең ал зәңгәрен Елдәр алыр, елгә элмәгеҙ. Йәшләй һөйгән йәрҙәр ят ҡалыр Йәр һөйһәгеҙ, өҙөлөп һөймәгеҙ (2 раза)
  • Зәңгәр күлмәгеңне киясең дә, Зәңгәр күлгә көн дә киләсең. Йөрәгеңдә нинди утлар яна? — Уйларыңны килә беләсем. Зәңгәр күлмәгеңне киясең дә, Яшел болыннардан үтәсең. Болын чәчәкләрен җыя-җыя, Кемне болай сагынып көтәсең? Зәңгәр күлмәгеңнең зәңгәрлеге Хәтерләтә аяз күкләрне. Нинди иркә сүзләр ачар икән Күңелеңнең серле бикләрен?!
  • Артта ҡалды, тәүге һөйөү Һинһеҙ йылдар үтәләр Әйтер һүҙҙә, минең күҙҙәр Һине һаман көтәләр Яҙҙар һайын, сәскә өҙҙөм Мине ғәфү итегеҙ Яҙҙар һайын, ҡайтһам ҡоштай Минән сәләм әйтегеҙ Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Шул яҙҙарҙа, ниңә өҙҙөң Тауҙа үҫкән гөлдәрҙе Ниңә инде, ниңә түҙҙем Һиңә әйтмәй һүҙҙәрҙе Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем