Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Беҙ бит бер туған»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Иҙел Нурғәлин көйө
Фирүзә Адбуллина шиғыры

Беҙ бит бер ҡарында яралғанбыҙ,
Ата-әсә наҙын күргәнбеҙ,
Бер икмәкте бүлеп ашағанбыҙ,
Бергә илап, бергә көлгәнбеҙ.

Бер туғандар бит беҙ,
Бер оянан!
Бер-бер артлы осоп сыҡҡанбыҙ,
Ҡайғыларҙы бергә уртаҡлашып,
Шатлыҡтарҙы бергә тойғанбыҙ.

Бер туғаның өсөн йән атыуҙы
Кәмһенеү тип уйлай ҡайһылар.
Юғалтмайыҡ, зинһар, туғандарҙы,
Бынан да ҙур ниндәй ҡайғы бар?!

Бер туғандар бит беҙ,
Бер оянан!
Бер-бер артлы осоп сыҡҡанбыҙ,
Ҡайғыларҙы бергә уртаҡлашып,
Шатлыҡтарҙы бергә тойғанбыҙ.

Бөтәһе лә уртаҡ ине лә бит…
Нимә булды, апай-ағайҙар?
Һәр берегеҙ хәҙер үҙен генә
Башҡаларҙан өҫтөн һанайҙар…

Хоҙай беҙҙе бергә булһын өсөн
Бер туғандар итеп яратҡан.
Мин яратам һеҙҙе, туғандарым!
Ниндәй булһағыҙ ҙа яратам!

Бер туғандар бит беҙ,
Бер оянан!
Бер-бер артлы осоп сыҡҡанбыҙ,
Ҡайғыларҙы бергә уртаҡлашып,
Шатлыҡтарҙы бергә тойғанбыҙ.
Ни булһа ла, бит беҙ, бер туғанбыҙ!

Другие песни исполнителя:

  • Оло юлдың туҙанын шул Үҙем күрҙем туҙғанын. Һиҙмәй ҡалдым, күрмәй (белмәй) ҡалдым Йәш ғүмерҙең уҙғанын. Оло юлдың туҙанында Ҡалды минең эҙҙәрем; Ҡайҙа икән йәшлегем, тип, Шул юлдарҙан эҙләнем. Олы юлдан аттар саба, Беҙгә ҡала туҙаны. Алда ғүмер барҙыр барын, Һағындыра уҙғаны.
  • Беҙ бит бер ҡарында яралғанбыҙ, Ата-әсә наҙын күргәнбҽҙ Бер икмәкте бүлеп ашағанбыҙ, Бергә илап, бергә көлгәнбеҙ. Бер туғандар бит беҙ! Бер оянан Бер-бер артлы осоп сыҡҡанбыҙ, Ҡайғыларҙы бергә уртаҡлашып, Шатлыҡтарҙы бергә тойғанбыҙ. Бер туғаның өсөн йән атыуҙы Кәмһенеү тип уйлай ҡайһылар. Юғалтмайыҡ, зинһар, туғандарҙы, Бынан да ҙур ниндәй ҡайғы бар?! Хоҙай беҙҙе бергә булһын өсөн Бер туғандар итеп яратҡан. Мин яратам һеҙҙе, туғандарым! Ниндәй булһағыҙ ҙа яратам!!