Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Бер туған»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Беҙ бит бер ҡарында яралғанбыҙ,
Ата-әсә наҙын күргәнбҽҙ
Бер икмәкте бүлеп ашағанбыҙ,
Бергә илап, бергә көлгәнбеҙ.

Бер туғандар бит беҙ! Бер оянан
Бер-бер артлы осоп сыҡҡанбыҙ,
Ҡайғыларҙы бергә уртаҡлашып,
Шатлыҡтарҙы бергә тойғанбыҙ.

Бер туғаның өсөн йән атыуҙы
Кәмһенеү тип уйлай ҡайһылар.
Юғалтмайыҡ, зинһар, туғандарҙы,
Бынан да ҙур ниндәй ҡайғы бар?!

Хоҙай беҙҙе бергә булһын өсөн
Бер туғандар итеп яратҡан.
Мин яратам һеҙҙе, туғандарым!
Ниндәй булһағыҙ ҙа яратам!!

Другие песни исполнителя:

  • Абағалай серле һинең мөхәббәтең, Ҡасан сәскә атыр – белмәҫһең. Өҙгөләнеп һине, һине саҡырһам да Ишетмәҫһең инде, килмәҫһең. Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин, Ниндәй генә матур сәскә атһа ла. Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла. Карурманға кердем бары һине эҙләп, Күрһәтер тип юлды абаға. Сәскәһенең сихри яҡтылығы һине Ярҙам итер тиеп табырға. Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин, Ниндәй генә матур сәскә атһа ла. Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла. Шундай матур итеп, сәскә ата, тиҙәр, Тирә-яҡты күмеп яҡтыға. Абағаның шулай сәскә атмауын да Юрайһылыр, бәлки, яҡшыға. Абағанан юҡҡа бәхет һорама һин, Ниндәй генә матур сәскә атһа ла. Һин ашыҡма мине, мине юғалтырға Юлдарыңда өйөлөп алтын ятһа ла.
  • Хоҙайҙан яҙған һәр беребеҙгә Күпме ғүмер юлын үтергә. Кемдер алдараҡ, кемдер һуңыраҡ Барыбыҙҙың юлы - бер ергә Ҡушымта: Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып Ваҡытлыса түгел, мәңгегә. Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы, Эх, күрешеп бер һөйләшергә Алдан киткәндәр белмәйҙәр микән Юғалтыуҙың әсе ҡазабын Ҡалғандар белә, ташлап киткәндәр Яндарына кире ҡайтмауын Ҡушымта: Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып Ваҡытлыса түгел, мәңгегә. Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы, Эх, күрешеп бер һөйләшергә Кемдер яҙмыштан, кемдер яңылыштан Китеп бара ҡала донъяла Күрешеп булмай, һөйләшеп булмай Ҡабул булһын ҡылған доғалар Ҡушымта: Яҡындар китә беҙҙе ҡалдырып Ваҡытлыса түгел, мәңгегә. Ҡайтарып булмай бергә саҡтарҙы, Эх, күрешеп бер һөйләшергә