Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Эй, кешеләр»
исполнителя ДЕРВИШ ХАН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡара төндө таң ҡаршылап ала,
Һандуғасы менән йырлап.
Булған былыҡ, нурҙар был донъяға
таралалар,
Моңло көй булып.

Күлгә төшкән аҡҡош кеүек,
Ергә ята аҡ томан.
Наҙлап, барлап барлыҡ донъяны
Һандуғас йырын йырлай.

Эээээй, кешеләр, ҡарағаҙысы!
Ээээй, ниндәй матур, ниндәй тереклек!

Эй, кешеләр,ҡарағаҙысы!
Ниндәй матур, ниндәй тереклек!
Дауылдан һуң үткән ямғыр,
Донъя таҙара бала йөрәгендәй.

Эээээй, кешеләр, ҡарағаҙысы!
Ээээй, ниндәй матур, ниндәй тереклек!

Другие песни исполнителя:

  • Һин минең өсөн ҡайғырма, йәнем, Мин һине генә бик ныҡ яратам. Һин йоҡла, йәнем, изге төш теләйем, Сәскәле туғай - гел лилиә. Лилиәм, һин минең өсөн атҡан! Лилиәм, һин минең яратҡан сәскәм! Лилиәм, һин минең өсөн атҡан! Лилиәм, һин минең яратҡан сәскәм! Һин тыуғанға атайсалым ҡыуанған, Ә апайым шатланып илаған. Апайыма иркәләу бөттө, Ә минең һиңә күҙем төштө. Лилиәм, һин минең өсөн атҡан, Лилиәм, һин минең яратҡан сәскәм. Лилиәм, һин минең өсөн атҡан, Лилиәм, һин минең яратҡан сәскәм.
  • Бер көнө ҡара болот Эленер ер өҫтөндә, Шул саҡта, халҡым минең, Үлер беҙҙең ошо донъя. Таң менән урмандарҙа Ысыҡ төшөр үләндәргә, Көн сығыштан сыҡҡан ҡояш Нур һибер был ысыҡҡа. Ҡоштар һайрай моң һибеп, Беҙгә яҡты йөҙ биреп, Ҡара болот килеп сыҡһа, Үлер беҙҙең ошо донъя. Туҡрағыҙ, халҡым, Ял тәбиғәткә бирәйек. Туҡрағыҙ, уйланығыҙ, Тәбиғәт илағанда. Халҡым, һеҙҙе саҡырам: Оятығыҙ һеҙҙә ҡалһа, Бергәләшеп йыйылығыҙ, Тәбиғәтте һаҡлағыҙ һеҙ.
  • Тыуған яғыма ҡайтһам, Ус тулғансы йыйырмын сәскәләр тыуған яғымдан. Йәшлек үткән йылдарымды Һағынып иҫкә төшөрөрмен әле. Ә хәҙер мин әсәй йортона ашығам әсәйемә... Һаумы, әсәй! Һиңә ошо сәскәләр! Һаумы, әсәй! Йәшермә минән сал сәстәреңде. (х2) Әсәй, Ирәндеккә киттем, Ҡурай алып ҡайтып һиңә көйҙәр уйнайым. Атайым уйнаған көйҙәрҙе һиңә уйнармын мин, әсәй. Һинең дә йәш сағыңды иҫкә төшөрөрмен. Йәле, әсәй, йырла! Йәш сағыңды иҫлә. Йәле, әсәй! Күңелеңде күтәр, йәштәреңде түкмә! (х2)