Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Хушлашыу»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Томоролып, зәңгәр яулыҡ иҙәп ,
поезд саба,
Ялан тәпәй йүгерә ак ҡайындар миңа таба.
Барыр юлым иркен баҫыу, ҡырҙар аша үтә,
Алда мине янар усаҡ булып өмөт көтә.

Ырғый поезд, дулҡынланып юлдар катылып ҡала,
Туған ерем, газиз ерем мине наҙлап бара.
Барыр юлым иркен баҫыу, ҡырҙар аша үтә,
Алда мине янар усак булып өмөт көтә

Юл ситендә яңгыҙ нарат кеүек ҡалдың баҫып,
Ҡайтыр өсөн китеп барам һинән, һаубуллашып.
Юлдар көтә мине, йырҙар көтә, шуға китәм,
Айырылу иркәм бигрәк ауыр, ауыр икән.

Юлдар көтә мине, йырҙар көтә, шуға китәм,
Айырылыу, иркәм, бигрәк ауыр, ауыр икән.
Юлдар көтә мине, дуҫтар көтә, шуға китәм,
Айырылу иркәм бигрәк ауыр, ауыр икән.

Другие песни исполнителя:

  • Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. Беҙҙең менгән аттар – Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.
  • Икһеҙ-сикһеҙ киң баҫыуҙар Аҡһыл йәшел тулҡын ҡаға, Иҫең китәр, ҡарап торһаң, Булғанмы тип бында дала. Бойҙай үҫә туҡ башаҡлы, Арыш үҫә аҡ сал сәсле, Елдә улар тирбәләләр, Әйтерһең дә кинәнәләр. Башаҡтарын шыптырҙатып, Әйткән төҫлө ергә ятып, Бындай оло хөрмәтенә, Тыуған ерем, рәхмәт һиңә! (Н.Даутов муз., К. Кинйәбулатова һүҙ.)
  • Ҡараңғылыҡ баҫты тиһәм кинәт күгемде. Моң булып килеп кергән ул һин түгелме? Рәхмәт моңдарыңа, рәхмәт наҙҙарыңа. Рәхмәт тип ҡабатлайым мин, тағын да,тағын да! Ҡулдарымды һиңә һуҙҙым кинәт талпынып, Таралдылар күңелемдән рәнйеү һалҡыны. Һиңә яҙҙарым,һиңә наҙҙарым Һиңә тип ҡабатлайым мин, күҙ нурым, күҙ нурым. Ҡурҡып ҡуям бәхетемдән, төш кенә кеүек. Юғала күрмә, бәхетем,бул һин мәңгелек. Рәхмәт тим һүҙҙәреңә,рәхмәт күҙҙәреңә Рәхмәт тип ҡағылам мин сәстәреңә. Рәхмәт тим һүҙҙәреңә, рәхмәт күҙҙәреңә. Рәхмәт тип ҡағылам мин сәстәреңә. Рәхмәт!
  • Телефондар шалтырайҙар һине көтәләр Һинең бөтөн уйҙарыңды миңә илтәләр. Әйтсе иркәм, әйтсе миңә һөйәһеңме һин? Һинең зәңгәр күҙҙәреңә ғашиҡ булдым мин. Телефондар шалтырайҙар, ә һин һаман юҡ Көндәр үтә, айҙар үтә, күңелеңдә мин юҡ. Телефондар, телефондар һаман шалтырай, Йөрәк яна, һин һаман юҡ, күңел һис тынмай
  • Ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡыр ҡаҙҙары илап, Ҡаңҡылдашып оса көҙ еткәс. Ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡыр ҡаҙҙары илап, Ҡаңҡылдашып оса көҙ еткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, Йөрәк һыҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек һин киткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, Йөрәк һыҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек һин киткәс. Әллә ямғыр яуа, Әллә йәштәр тама, Юлларынан киткән ҡоштарҙың. Әллә ямғыр яуа, Әллә йәштәр тама, Юлларынан киткән ҡоштарҙың. Йөрәк һине көтә, Йылдар үтә, үтә, Һин онытма ерҙә мин барын. Йөрәк һине көтә, Йылдар үтә, үтә, Һин онытма ерҙә мин барын. Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр, Туғай сәскә атыр, Күл тулҡынлар ҡаҙҙар ҡағыныуҙан. Ҡыр ҡаҙҙары ҡайтыр, Туғай сәскә атыр, Күл тулҡынлар ҡаҙҙар ҡағыныуҙан. Көткән бушҡа китмәҫ, Йөрәк әрнеп типмәҫ, Һин ҡайтырһың — үтәр һағыныуҙар. Көткән бушҡа китмәҫ, Йөрәк әрнеп типмәҫ, Һин ҡайтырһың — үтәр һағыныуҙар.