Татарский переводчик Казахский переводчик Русские песни

Песня «Һинең ҡараш»
исполнителя Айдар Галимов.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

1. Күҙемә ҡарайһың, ниләрҙер уйлайһың.
Был ҡараш бик серле, бик серле, һөйкөмлө.
Уйланма шул тиклем,ҡайғырма, һөйөклөм,
Ғүмергә беҙ бергә булырбыҙ бәхетле.

Припев:
Ҡарама шул тиклем,
Уйланма, һөйөклөм.
Миңә һин бергенәм
Һин генә ҡәҙерле.

2.Һөйләрҙәр күҙҙәрең мөхәббәт һүҙҙәрен,
Юғалтма тигәндәй һин мине, мин hине.
Яғымлы был күҙҙәр, ялҡынлы был һүҙҙәр
Күрәһең, мәңгегә биләгән күңелде.

Припев:
Ҡарама шул тиклем,
Уйланма, һөйөклөм.
Миңә һин бергенәм
Һин генә ҡәҙерле.

(Ф. Килдегулов муз., Г. Рәшитова һүҙ.)

Другие песни исполнителя:

  • Һине эҙләп күпме юлдар үттем. Һине эҙләп сыҡтым ҡырҙарға. Әрнеүҙәрем, йөрәк серҙәремде, Исемеңде һалдым йырҙарға. (х2) Ул йырҙарҙы тауҙар ҡабатланы, Улар ишетелде елдәргә. Шуға иҫә елдәр һине эҙләп, Ер сигенә, алыҫ илдәргә. (х2) Урман-тауҙар аша күк күкрәтеп, Диңгеҙ өҫләп-уҙа был елдәр. Табалмағас һине, асыуланып, Дауыл булып туҙа был елдә. (х2) Йәшнәр йәшен, шашып ағар йылға, Ярҙарынан ташып, урғылып. Тик һин минең ярһыу йөрәгемдә Һаҡланырһың китмәҫ йыр булып. (х2) (Юлай Үҙәнбаев муз., Фәүзия Рәхимова һүҙ.)
  • 1.Ауыл кисе. Таҫмаларҙан Әй ағыла ят моңдар. Ниндәй моңһоу, әллә инде Телһеҙ ҡалған гармундар. Ҡушымта: Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң, Моң кайҙа һуң, әйт урам? Аулаҡ өйлө һәм гармунлы Йәшлегемде һағынам. 2.Ауыл кисе. Ник һуң моңһоу? Күңелем буш ник шулай?! Өй түрендә тальян гармун Моң һағынып зар илай 3.Йөрәктәргә осҡон һалып, Гармунымда уйнайым. Ауылымда моңдар биреп, Урамҙарҙы буйлайым. 4.Ауыл кисе. Йәш йөрәктәр, Гармун моңға һыуһаған. Һөйөү булып моңдар ҡайтһын Ауылыма яңынан.
  • 1. Өҙәмен ромашка таждарын Һөйәме, һөймәйме тип йәрем. Әйт, сәскә, дөрөҫөн әйт инде, Йыуанһын йөрәгем һәм йәнем. Припев: Яратамы? Яратмаймы? Әйтегеҙсе, ромашкалар. Ашыҡма һин, яратыр, тип Яуап бирә миңә улар. 2. Әйт инде әүлиә ромашка, Йәшлегем һиҙҙермәй үтә бит. Мөхәббәт барына ышанам. Йөрөйөм, ҡасан ул килер тип. Припев: Яратамы? Яратмаймы? Әйтегеҙсе, ромашкалар. Ашыҡма һин, яратыр, тип Яуап бирә миңә улар. 3. Әйтмәй ул хыялый ромашка, Ышанып йөрөүҙән ни сара? Өмөтөм тик һиндә, әүлиәм, Йөрәктә ҡалдырма гел яра. Припев: Яратамы? Яратмаймы? Әйтегеҙсе, ромашкалар. Ашыҡма һин, яратыр, тип Яуап бирә миңә улар.
  • 1. Йырлап ҡайтып киләм борма юлдан, Мең тауышлы көйөн көйләй урман. Йәшел аландағы хәтфә юрған, Сабый сағым әллә шунда ҡалған? Припев: Эй, урман, урман, йәйге урман! Йүгереп үтер инем юлыңдан. Ҡаршы сыҡҡан сабый сағым Ошо урман буйынан. 2. Йырлап ҡайтып киләм борма юлдан, Тирә-яғым гөлдәр менән тулған. Ағас һайын һайрар ҡошсоҡ ҡунған, Әллә кемде һағына кеүек урман. Припев: Эй, урман, урман, йәйге урман! Кемдәр яуға киткән был юлдан? Яуҙан ҡайтмай ҡалғандарҙы Һағына ахыры ул урман. (Ғ. Сәйфуллин муз., Г. Зәйнәшева һүҙ.)
  • Мин һине шундай һағындым, Һиҙәһең микән шуны? Аҡ бурандар урап алһа, Табырһың микән юлды? Һин дә шулай һағына ҡалһаң, Карама ҽлдәренә... Йыр булып килеп керерһең Наҙ тулы йөрәгемә. Мин һине шундай һағындым, Күҙҙәрем шуға моңло. Айҙы болңттар ҡаплаһа, Табырһың микән юлды? Һин дә шулай һағына ҡалһаң, Карама ҽлдәренә... Йыр булып килеп керерһең Наҙ тулы йөрәгемә.