Татарский переводчик Казахский переводчик Блог про IT-технологии Башкирские клипы Карта достопримечательностей Башкирии Интернет-магазин

Динар Борода.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Динар Борода

  • 30 йәш. 1)Нурҙар балҡытып, ал таң атты Офоҡ артынан шат ҡояш ҡалҡты Тәҙрәмде таңғы саф ел ҡаҡты Йоҡ(о)нан мине уятты. Ғүмер юлымда өҫтәлде бер йәш Күңелем тулды, күҙгә килде йәш. Олоғайҙым мин, әммә әле йәш: Миңә бөгөн утыҙ йәш! Был көндә донъя ал нурға сумды: Был көндә атайым уллы булды. Был көн шатлыҡтан күңелем тулды: Миңә бит утыҙ тулды! Йәшлегем сәләм ебәрҙе бөгөн: Үҙ аллы тарт тип тормоштоң йөгөн Бәхеттән хатта иҫерҙем бөгөн: Утыҙ йәш миңә бөгөн! 2)Ҡыҙыу ҡояш күктә һибә нурҙар Тирә- яҡта яңғырай шат йырҙар Дәртле көй биргәндәй булды кәңәш: “Ҡайғырма, күңел ас, һин бит йәш!” Сәмләнеп тибә йөрәк, уйнай ҡан. Кеҫәмдә хәмерлек аҡсам ҡалған Күҙ ҡыҫа ҡояш: “Түҙ һин, братан!” Дуҫтар һоналар стакан! 3)Офоҡ артына ҡояш йәшенде, Билдәләргә утыҙ йәшемде Йыйылдылар өҫтәл артына Дуҫ- иш, йәше- ҡарты ла. Теләйҙәр миңә изге теләктәр, Дуҫ- туғандар тапшыра бүләктәр, Тыйыуҙарға һис тормайым ҡарап Туйғансы эсәм шарап. слова Гульшат Шагиева
  • Башҡорт атлылары маршы. («Прощание Славянки» көйөнә) (Василий Агапкин музыкаһы, Гөлшат Шаһиева һүҙҙәре) Изге яу фарманы илемдә яңғ(ы)раны. Халҡым алды ҡулға ҡоралын. Ҡалдырып баш йортон, яу сапты башҡортом, Фатихаһын алып Уралдың. Ал байраҡ талпына, күңелдәр ашҡына, Йөрәктә - үс- нәфрәт ялҡыны. Мендек беҙ аттарға, теҙелдек сафтарға, Һүҙ бирҙек Ватанды һаҡларға. Тыуған ил өсөн йәлләмәм көсөм. Яуға мин китәм, Ҡурҡыу белмәм- мин ант итәм! Үтер айҙар, йылдар, Ҡайта алмаҫ бик күп улдар. Аямай йәнде, түгербеҙ ҡанды, Еңеп ҡайтырбыҙ дошманды. Яугир ат һәм һалдат уртаҡ кисте яуҙы, Түҙҙе ҡыштың ҡарлы буранын, Еңде мең үлемде, һаҡланы илемде, Ғорур үтте Берлин урамын. Килде май - шанлы ай, Еңеү таңы атты, Йөҙҙәрҙә балҡыны нур- шатлыҡ. Һалдат менән бергә саптар башҡорт аты Алып килде илгә азатлыҡ. Ҡаршы ал, Ватан! Ғорурлан, атам! Тоғро ҡалдым антҡа. Дан яугир ат һәм һалдатҡа! Үтте айҙар, йылдар, ятып ҡалды бик күп улдар. Аямай йәнде, түктек беҙ ҡанды. Еңеп ҡайттыҡ беҙ дошманды!
  • Еңеү көнө Давид Тухманов көйө. Башҡортса вариант - Гөлшат Шаһиева һүҙҙәре. Еңеү көнө булды беҙҙән бик йыраҡ, Һүнеп барған усаҡтағы ҡуҙ һымаҡ. Үттек юлдар, йотоп саң һәм төтөндө, Йән аямай яҡынайттыҡ был көндө. Был Еңеү көнө бит - Байрам хистәре, Сал һалдаттың Шатлыҡлы күҙ йәштәре. Аңҡый унан һаман дары еҫтәре, Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө! Тыуған илем йоҡо күрмәне һис тә: Көн-төн янды мартен уты мейестә. Ауыр яуҙа ялғаныҡ көнгә төндө, Йән аямай яҡынайттыҡ был көндө. Был Еңеү көнө бит - Байрам хистәре, Сал һалдаттың Шатлыҡлы күҙ йәштәре. Аңҡый унан һаман дары еҫтәре, Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө! Һаумы, әсәй! Ятып ҡалды күп улдар. Урау булды тыуған яҡтарға юлдар. Бар Европа, ер шарының яртыһын Урап ҡайттыҡ, Еңеү таңын аттырып. Был Еңеү көнө бит - Байрам хистәре, Сал һалдаттың Шатлыҡлы күҙ йәштәре. Аңҡый унан һаман дары еҫтәре, Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө!
  • Атай гармун уйнағанда Йырлап торҙом янында Шул ваҡыттан сәхнә ине Тик минең хыялымда ҠУШЫМТА: Йырҙарымды йырлайым Хыялымды оноттом Хәҙер инде хыял түгел Сәхнә бит минең йортом Илһам килһә шиғыр тыуа Аҙағынан көй һалам Йырҙарым тик халҡым өсөн Һеҙгә мин тоғро ҡалам Сәхнә бит ул үҙе бәхет Төшәһе килмәй бер ҙә Әйҙә йырла ла күңел ас Шат йылмай һин ғүмергә
  • Аптырама ни булған тип Бер илаһам бер көлһәм Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуат Күңелһеҙ мин йөрөһәм Асыуланма киреләнеп Ағымға ҡаршы йөҙһәм Ҡулдарымды ал ҡулыңа Борсолғанымды һиҙһәң Көйһөҙләнһәм иркәләнеп Эй йәнем шуны белһәң Яраттым бит ғүмерлеккә Ебәрмә китәм тиһәң Яңғыҙымды ҡалдырма һин Күҙ ҡарашымдай күрһәң Үтеп китәр көйһөҙлөгөм Ҡосаҡҡа алып һөйһәм