1)Беҙ тыуғанбыҙ был донъяға
Тормош аҫылын аңларға
Төп мәғәнәһен эҙләп табырға.
Тормош серҙәре тәрәндә
Уның серҙәрен сисергә
Йәшәй-йәшәй бит кеше өйрәнә.
пр:
Йәшәйбеҙ -йәшәйбеҙ донъя көтәбеҙ,
Тормоштың ҡатмарлы юлын үтәбеҙ,
Ҡаршылыҡтарға ҡарамай,
Һынауҙарында һынатмай
Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.
2)Яҡшылыҡтар күп эшләһәк,
Төшөшкөлөккә төшмәһәк,
Дуҫ-иштәрҙең йыш хәлен белешһәк,
Үпкәләмәһәк юҡ-барға,
Тормош боролор уңайға
Зарланыуҙардан юҡ бит бер файҙа.
3)Эҙләйбеҙ ерҙә бәхетте,
Өҙмәйбеҙ бер ҙә өмөттө,
Белмәйбеҙ беҙ бит үтә бәхетле.
Йәшәргә тыуған илем бар,
Яратҡан яҡын кешем бар,
Эшләргә эшем, ашар ашым бар.