Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һөйөү илендә (Әлфиә Заһиҙуллина менән)»
исполнителя Рифмир Хуснутдинов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Яҙмышыма рәхмәт әйтәм
Һине тапҡанға,
Атай-әсәй,һеҙгә рәхмәт
Һөйөп баҡҡанға.

Күңелемә тула һөйөү
Һине күргәндә,
Иң бәхетле беҙ булайыҡ
Һөйөү илендә.

Һинән башҡа йәшәү юҡ бит
Был донъяларҙа.
Пар аҡҡоштай беҙ йөҙәйек
Тормош-даръяла.

Хоҙай үҙе ҡауыштырҙы
Изге айҙарҙа,
Донъям нурлы, күңел моңло
Бергә булғанда.

Күпме быуат көттөм Һине -
Ғүмерем яҙын.
Яҙмышымдың һин бүләге -
Күңелем наҙы.

Һөйөү емештәре булып
Тыуһын балалар,
Һандуғастар беҙгә ҡарап
Хайран ҡалһындар.

(муз Р.Хуснутдинов, һүҙ З.Сафина)

Другие песни исполнителя:

  • Аҡ ҡарҙарға эҙҙәр һалдыҡ, өр-яңы эҙҙәр! Ҡарҙар менән яңырһын тип өмөт, хыялдар. Аҡлыҡ, сафлыҡта тирбәлһен ысын мөхәббәт хисе, Бергә-бергә ҡаршылайыҡ Яңы йыл кисен! Ҡушымта Эх, тылсымлы Яңы йылым, ал минән теләк, Йөрәктәргә мөхәббәт һал, шәп булыр бүләк! Ҡар-ынйы-бәхет тамсылар йылы ҡулдарға! Һөйөп йәшәү - илһам нурын һип күңелдәргә! Ҡыштың ҡатылыҡтарынан тынһын уттар ҙа, Көрттәргә ҡаҙалып ҡалһын ғәрсел уҡтар ҙа, Донъялар ҡуласаһына тейәп ап-аҡ бәхеттәр, Йәшәйек ҡарҙар наҙында тик мөхәббәттә! Аҡ ҡыштарым, тултыр ҡарҙар, өйрөлт бурандар, Ҡалдырма йәш йөрәктәргә саң һәм туҙандар. Терелһендәр тылсымдарҙан йәрһеҙ, йәнһеҙ һындар ҙа, Мөхәббәтлеләр атлаһын ап-аҡ юлдарҙан!
  • 1)Көнөн , төнөн йорәк һорай D E Һине эҙләп таба алмай Касан ғына инде күрәм Һине мохәббәтем минең Йорәк түҙмәй, эҙләй, уйлай Алыҫтарҙан һине һорай Кил яныма мохәббәтем Йөрәккәйем, йондоҙом, ҡояшым Ҡушымта Кайза һин юғалдың Йондоҙом, һылыуым Бәғрем, ярты йәнем Эҙләйем һине Уйландыра һине Хағындыра инде Касан ғына табам Мөхәббәтемде 2)Сығып киттем алыҫтарға Мөхәббәтем һине эҙләп Таба алманым мин бит һине Ҡайҙа һуң юғалдың инде
  • Яҡты нур өҫтәнең һин минең донъяға. Наҙлы саф күңлеңә Ай ҡояш һоҡлана) ЯҙмышҠауыштырҙы Белем донъяһында Сабыр көттөң мине Әрме-яу юлымдан. куш.Йондоҙҙан сағыу һин серлерәк Йыһандан. Бар ғаләм ишетһен Мин һине яратам!Эльвирам!) Рәхмһтлемен,Йәрем Сабыр һөйөүеңә. Үтәйек тормошто Етәкләшеп кенә (или Йырлап бейеп кенә) Беҙҙе кауыштырған Мең рәхмәт Хоҙайға Әсәйгә,атайға Дуҫ-туғандарыма. куш.Йондоҙҙан сағыу һин серлерәк Йыһандан. Бар ғаләм ишетһен Мин һине яратам!Эльвирам!) Ҡабатланмаҫ мәжлес Ҡалһын мәңге иҫтә. Татыу йәшәйексе Бәхеттәр илендә.)