Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Йылдар, уйҙар»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Юлдар...
Уйҙар...
Ағын һыуҙар...
Беҙ йәшәйһе йылдар...
Туҡтамай ағылығыҙ...
Бөткөһөҙ һеҙ, төрлөсә лә. Бөтмәҫ кеүек. Туҡтамаҫ та һымаҡ. Ҡыҫҡа ла, оҙон да. Тура ла, борма - борма ла юлдар, уйҙар, ағын һыуҙар...
Ҡайҙарға ғына илтмәй беҙҙе ошо бөткөһөҙ уйҙар. Ниндәй генә юлдарға килтереп сығармай ул беҙҙе мейене телеп үткән төпһөҙ уйҙар. Ағын һыуҙай шәп тә, ярһыу ҙа, йә булмаһа тап киреһенсә яй, талғын да булып киткән уйҙар. Тиҙ арала һирпелеп - сайпылып юҡҡа сыҡҡан уйҙар. Онотолмаҫ хәтирәләргә алып барамы ул, йә булмаһа хыял тулҡындарында алға, киләсәктә яҡты нур булып әйләүес, ымһындырғыс уйҙар буламы... Ағын һыуҙай саф та, таҙа ла, үтә күренмәле лә була, йә булмаһа болғансыҡ, дауыл туҙғытып, йән өшөткөс тә уйҙар эйәләшеп китә торған. Ундай яман уйҙарҙың юлдарын ҡыҫҡа тотабыҙ. Аҙаштырабыҙ ҙа, иң яҡшы юлды һайлайбыҙ. Күңелле, дәртле, йөрәккә ял бирер уйҙар менән, шишмә сафлығы, ынйылай ысыҡ тамсыларын үҙенә генә йыйған тулы ағын һыуҙар буйлатып иң оҙон, бөткөһөҙ бәхеткә илткән тормош юлынан барайыҡ та барайыҡ...
Бәхеткә алып барыусы юлдар...
Яҡтылыҡҡа илтеүсе уйҙар...
Мәңгелеккә таҙа ағын һыуҙар...
Йәшнәтеп йәшәйһе йылдар...
Ташламаһын. Ҡалдырмаһын. Бер туҡтауһыҙ барһын әле. Йәшәйек әле.
Тормош ҡәҙере, тормоштоң мәғәнәһе юғалмаһын...

Другие песни исполнителя:

  • Кеше ергә белеп тыумай Күпме ғүмер йәшәрен. Ләкин ул белергә тейеш Был ғүмерҙә нишләрен. Ҡушымта: Йәшәргә лә йәшәргә Был донъяға ярашып. Кәрәк дөрөҫ йәшәргә Беҙ кәрәк кешеләргә. Һайлау мөмкинлеге тигән Был һәр кемгә бирелгән Беҙҙҙең ғүмер тормош тигән Ваҡыт менән үрелгән Ҡушымта: Йәшәргә лә йәшәргә Был донъяға ярашып. Кәрәк дөрөҫ йәшәргә Беҙ кәрәк кешеләргә. Һәр саҡта ла үҙең булып, Намыҫ менән йәшәргә. Һәр ваҡыт йөрәк ҡушҡанса Изгелектәр эшләргә. Ҡушымта: Йәшәргә лә йәшәргә Был донъяға ярашып. Кәрәк дөрөҫ йәшәргә Беҙ кәрәк кешеләргә.
  • 1.Тәбиғәт матур ерҙә, Йәшәүе рәхәт беҙгә. Уйнайбыҙ ҙа көләбеҙ, Яратабыҙ, һөйәбеҙ. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә, бейергә 2.Һин һәм мин икеү генә Яралдыҡ беҙ мәңгегә. Йыһандарҙа еләбеҙ, Йәшәү ҡәҙрен беләбеҙ Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә, бейергә