Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ирендәрең (Ирада Фазлаева менән)»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йөрәгем һине юҡһына,
Көткән хистәр тик юлғына,
Үткәндәрҙә һин ҡалырһың,
Күҙ йәше булып тамырһың.

Ирендәргә ирендәрең,
Теләмәйем тейгәндәрен.
Ҡулың ҡулға ҡағылһа ла,
Йәнем һинән арынһа ла.

Хистәремде яңыртырмын,
Һиңә тиеп ашҡынырмын,
Үткән хистәр әйләнерҙәр,
Сәстәр сәскә бәйләнерҙәр.

Ирендәргә ирендәрең,
Мин теләйем тейгәндәрен.
Ҡулың ҡулға ҡағылһа ла,
Йәнем һиңә табынһа ла.

Йөрәгем һине юҡһына,
Көткән хистәр тик юлғына,
Үткәндәрҙә һин ҡалырһың,
Күҙ йәше булып тамырһың.

Ирендәргә ирендәрең,
Мин теләйем тейгәндәрен.
Ҡулың ҡулға ҡағылһа ла,
Йәнем һиңә табынһа ла.

Другие песни исполнителя:

  • Ҡарҙар яуа... Ҡарҙар яуа... Ябалаҡлап ҡарҙар яуа, Ошо мәлде мин бик яратам, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара, йәнем, Һине күрер өсөн йән атам. Припев: Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара. Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Мин яратам, мин яратам! Ҡайҙарҙа йөрөйһөң һин аҙашып? Куңелемдә, йәнем, һинең ҡарашың. Уйландыра, иркәм, һинең хаҡта, Ябалаҡлап ҡарҙар яуған саҡта. Припев: Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара. Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Мин яратам, мин яратам! Ябалаҡлап ҡарҙар яуа, Ошо мәлде мин бик яратам, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара, йәнем, Һине күрер өсөн йән атам. Припев: Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара. Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Мин яратам, мин яратам!
  • 1.Тәбиғәт матур ерҙә, Йәшәүе рәхәт беҙгә. Уйнайбыҙ ҙа көләбеҙ, Яратабыҙ, һөйәбеҙ. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә, бейергә 2.Һин һәм мин икеү генә Яралдыҡ беҙ мәңгегә. Йыһандарҙа еләбеҙ, Йәшәү ҡәҙрен беләбеҙ Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Гөрләшеп йәшәйек ерҙә, Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ бергә Бергә бейергә, бейергә
  • Ҡайтамын тип хаттар яҙыуыма Көндәр түгел, айҙар үттеләр Әммә юлдар һиңә етмәйенсә Йыраҡтарға алып киттеләр. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт, Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит. Көтәһеңдер хат ташыусы килһә, Ҡош телендәй hәбәр барҙыр тип. Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер: Иртәгә, бәлки, булыр тип. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт, Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит. Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға, Утыңды һүндермәйсә, мине көт, Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфу ит. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт, Һине көттөрөп тә ҡайта алмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.