Һай… Урал арҡаһынан һыҙылып киткән
Нәҙек, таҡыр, һыуһыҙ юл буйлап.
Быҙау менән һыйыр ҡайтып киткән,
Тормағандар улар күп уйлап.
Аяғымды талдырып,
Төн йоҡомдо ҡалдырып,
Һелтәй-һелтәй ҡулдарҙы,
Эҙләп киттем шуларҙы.
Һай… Ҡуңыр буға һәү, һәү,
Ҡуңыр буға һәү, һәү,
Ҡуңыр буға һәү, һәү …
Урал арҡаһынан уя баҫып,
Елә-саба киткән малдарым.
Улар һалған эҙҙән ҡыя баҫып,
Барам ҡыҙырып Урал тауҙарын.
Баҫҡан юлым таш ҡына,
Йөрәккәйем ашҡына.
Ҡасан барып табырмын,
Талды аяҡ, балтырым.
Һай… Ҡуңыр буға һәү, һәү,
Ҡуңыр буға һәү, һәү,
Ҡуңыр буға һәү, һәү