Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һандуғас»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. Беҙҙең менгән аттар – Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.
  • Ҡараңғылыҡ баҫты тиһәм кинәт күгемде. Моң булып килеп кергән ул һин түгелме? Рәхмәт моңдарыңа, рәхмәт наҙҙарыңа. Рәхмәт тип ҡабатлайым мин, тағын да,тағын да! Ҡулдарымды һиңә һуҙҙым кинәт талпынып, Таралдылар күңелемдән рәнйеү һалҡыны. Һиңә яҙҙарым,һиңә наҙҙарым Һиңә тип ҡабатлайым мин, күҙ нурым, күҙ нурым. Ҡурҡып ҡуям бәхетемдән, төш кенә кеүек. Юғала күрмә, бәхетем,бул һин мәңгелек. Рәхмәт тим һүҙҙәреңә,рәхмәт күҙҙәреңә Рәхмәт тип ҡағылам мин сәстәреңә. Рәхмәт тим һүҙҙәреңә, рәхмәт күҙҙәреңә. Рәхмәт тип ҡағылам мин сәстәреңә. Рәхмәт!
  • Аҡты ярhып, аҡты ташып, ҡар hыузары, Шул дыр инде яҙҙын шашып ярhыузары, Аҡты беҙҙен ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәy бергә hалған эҙҙәр. hин ғумер ағыштарым; hин минең hағыштарым; hин минең шатлыҡ илем; Юғалтыу табыштарым ; hин ғумер ағыштарым…. Яҙҙар килә, яҙҙар китә, hыуҙар аға… Айҙар,йылдар аҡҡан hыуҙар кеуек аға. hыузарзың да, айзарзың да, йылдарзың да.. Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала.. hин ғумер ағыштарым; hин минең hағыштарым; hин минең шатлык илем; Юғалтыу табыштарым ; hин ғумер ағыштарым…. Бында инде ҡырҙар горләп сәскә ата, Йәйге нурҙар уйнай гөлдәр араhында. Аға hыуҙар, айҙар аға, йылдар аға. hине курәм айҙар,йылдар ҡарашында. hин ғумер ағыштарым; hин минең hағыштарым; hин минең шатлык илем; Юғалтыу табыштарым ; hин ғумер ағыштарым….
  • Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятып Тыңлар инем үлән үҫкәнен. Тыңлар инем салғы тауыштарын, Киске йылы елдәр иҫкәнен. Үҙ яғыма ҡайтһам - ергә ятып Эсәр инем шишмә һыуҙарын. Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын, Егеттәрҙең ҡурай моңдарын. Үҙ яғыма ҡайтһам - ялан аяҡ Эҙләр инем тәүге юлымды, Инеш буйындағы сәскәләрҙе, Ғашиҡ булған тәүге ҡыҙымды.
  • Ашығыуҙар ялғышыуға була, Ашығырға никтер яраттым. Ашығыуҙар — урман, Ялғыштарым — буран, Йүгерә-йүгерә кереп аҙаштым. Ашҡыныуҙар үкенескә була, Юктыр минең сабыр ҡанатым. Үкенестәр — урман, Ялғыштарым-буран Көлә-көлә кереп аҙаштым. Ашығыуҙар шашыныуға илтә, Ә мин һине шашып яраттым?! Караштарың — урман, Мөхәббәтең — буран, илай- илай кереп аҙаштым. Караштарың — урман, Мөхәббәтем — буран, илай-илай кереп аҙаштым.