Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Мәк сәскәһе»
исполнителя Сагидулла Байегет.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Мәк сәскәһҽн өҙҙөм яңылыш ҡына
сүп үләнҽ мҽнән бутаным
Мәк сәскәһҽн бҽлмәй киләсәгҽн
Үҙ ҡулдарым мҽнән утаным

Мәк сәскәһҽн өҙҙөм яңылыш ҡына
Күҙ йәштәрҽ түктҽң һин шуға
сәскәләргә бағышлаған ғүмҽрҽң
Туҡталған кҽүҽк булды юлыңда

Мәк сәскәһҽн өҙҙөм яңылыш ҡына
Шингән сәсәк йәшәрмәҫ индҽ
Ваҡыт үтәр күҙ йәшҽңдә кибәр
Бәлки ғәфү итҽрһҽң минҽ

Другие песни исполнителя:

  • Һин ураған юлды мин урайым, Эҙҙәреңә түгәм күҙ нурын. Һин һулаған яҙҙы мин һулайым, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым? Һин һөйәлгән талға мин һөйәләм, Бөрөләргә ҡоям күҙ нурын. Һин һөйөлгән елгә мин һөйөләм, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым? Кемдәр генә аңлар хистәремде, Тоноҡланһа яҡты күҙ нурым? Елдәр генә һөйә сәстәремде, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
  • Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа, Хәтерләтеп йәмле май кисен. Муйыл сәскә атҡан туғайҙа Йөргән инек икәү нур кисеп. Тормош юлдарыбыҙ шул кистә Айырылды төрлө яҡтарға. Ә шулай ҙа иркәм гел иҫтә, Алыштырмам уны яттарға. Араларҙа алыҫ юлдар бар, Барыр инем дә бик арымай. Осрашырға күмпе йылдар бар, Нисек түҙермен һуң һағынмай.
  • 1.Гөрләүектәр шаулайҙар Шау гөр килә балалар. Йылға булып аға тамсылар. Бер кем дә аңламай бит Ни өсөн моңһоу көндә Йырлайым һәм көләм тик мин. Ҡушымта: Гармунымды (гармунымды) Уйнатамын(уйнатамын) Бөтә донья яңғратып Үкенескә (үкенескә) Тыуған көн (тыуған көндәр) Йылына тик бер тапҡыр. 2. Тылсымсы осоп килер Зәңгәр төҫлө осҡоста Һәм кино күрһәтер бушлайға. Тыуған көндө тәбрикләп Ҡотлау һүҙен еткереп Бүләк итер миңә туңдырма.