Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Атай йорто»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Көндәр үтә , үтә төндәр , йыраҡтарға мин дә китәм ,
Йондоҙ кеүек атылып күктәргә .
Китәм йыраҡ араларға мин булмаған сит яҡтарға
Сит ерҙәргә кермәгән төштәргә .

Ҡушымта :
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим юлға сығам
Бәлки тыуған яҡтарыма ҡайта алмам .
Урман - ҡырҙар үтһәм дә мин уйҙа булыр
Күңелемдә атай йорто мәңге ҡалыр .

Күңелемдә тыуған яғым көс - дәрт биргән Урал тауым ,
Күккә тигән түбәһе Ирәндек .
Оса йылы яҡҡа ҡоштар улар ҙа бит кире ҡайта
Ҡайтырмын мин шул аҡҡоштар кеүек .

Другие песни исполнителя:

  • Йылы ғына икән тыуған тупһам, Көйрәп кенә яна усағы, Йәндәремә урын тапмай инем, Күңелдәрем һиндә бушаны. Ҡушымта: Эй ҡәҙерле минең тыуған тупһам, Ут йотҡанда һиҙҙең хәлемде. Донъяға һин астың күҙҙәремде, Һин үҙ иттең бөтә мәлемде. Ҡөҙрәтле лә минең тыуған тупһам, Ер-Һыу тартып һиңә ҡайтайым. Һинән башҡа минең ҡөҙрәтем юҡ, Ниндәй һүҙҙәр табып маҡтайым?! Ҡушымта Тыуған тупһаларҙың йылылығы, Йөрәк түрҙәремдә, үҙемдә. Ҡурай моңо кеүек һыҙылырмын, Ҡайтыр юлҡайҙарым өҙөлһә.
  • Иҫеңдәме иркәм күл буйында Вәғәҙәләштең бергә булырға Шул ваҡыттан алып хәҙергәсә Тоғро ҡалдыҡ биргән анттарға Рәхмәт йәнем рәхмәт һиңә генә Бар ғүмереңде бағышланың Мин бәхетле һин янымда булып Тормошомдо минең урланың Иҫеңдәме иркәм бәхетебеҙ Икеләтә артҡан саҡтары Тормошобоҙ мәғәнәһе булып Йортҡа сабыйҙарҙың ҡайтҡаны Бирһә ине Хоҙай һәр кемгә лә Ошо бәхеттәрҙе татырға Ғүмерҙәрҙең ахырына ҡәҙәр Яратып һәм яратылырға
  • Был донъялар парлылар өсөнмө, Ниҡ бәхетһеҙ була яңғыҙҙар? Ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәгеҙ, Уларҙа ла хисле йөрәк бар. Ҡушымта: Яңлышмағыҙ, зинһар, яңлышмағыҙ, Йәрҙәрегеҙ ятҡа ҡалмаһын! Ғәфү итсе мине – “Ғәфү ит!” - тип, Үкенерлек генә булмаһын! Иҫкә төшә бергә булған саҡтар, Күҙҙәреңдән йәштәр тамалар. Ергә ятып үкһеп илаһам да, Йыраҡ инде хәҙер аралар. Ҡушымта Йылдар үтеү менән яралар ҙа Уңала ул тигән булалар. Төндәр буйы йоҡлай алмам ятам, Һинең хаҡта һаман уйланам. Ҡушымта
  • Аҡ сәскәгә һине тиңләйем, Болондарҙы буйлап эҙләйем. Һөйөү серҙәремде һөйләйем, Һинһеҙ йәшәү йәмен күрмәйем. Ҡушымта: Яратам мин һине өҙөлөп, Аҡ сәскәләрҙе бирәм өҙөп. Күҙ йәштәрең берүк таммаһын. Мин яратам һине, аппағым. Йәнем минең, йәнем-йәнкәйем, Яҙмышымды һиңә бәйләйем. Эй, Хоҙайым, мең-мең рәхмәтем Биргән өсөн оло бәхетен. Кушымта Ҡабат тыуһамда был донъяға, Һиңә бәйләр инем яҙмышты. Күпме эҙләһәм дә – табалмам Һинең кеүек тоғро аҡҡошто.