Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Популярные башкирские песни.
Страница 10

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Pop

Pop (современная популярная музыка) — область массовой культуры, охватывающая различные формы, жанры и стили развлекательной и прикладной музыки
  • Шәжәрә - ул йәшәү тантанаһы, Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер, Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан, Бороңғо ла, йәш тә, хәҙерге. Шәжәрә - ул моңло “Буранбай”ҙай, Иләүеңде һаҡлар ҡоралдай, Буш тормаған бала бишегендәй, Арҡа терәр мәғрүр Уралдай. Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм! Һин үҫкәндә донъя йәшәрә. Кукрәк киреп олон тарбайтҡанда, Күктә терәп ерҙә һин торғанда Йәшәргә лә әле йәшәргә!
  • Оло юл буйлап бик сибәр, һомғол кәүҙәле, торғаны бер фәрештәләй ҡыҙ килә. Көтмәгәндә ул үҙенең артынан бер егеттең күҙәтеп килеүен күрә. Һәм ул артына борола ла: – Әйтегеҙсе, ни өсөн һеҙ минең артымдан киләһегеҙ? – ти. Егет былай тип яуап бирә: – О, минең йөрәгемде әсир итеүсе, күҙҙәреңдән, матурлығыңдан, буй-һыныңдан һис тә күҙҙәрҙе алып булмай, бына шулар миңә һинең артыңдан барырға бойора. Минең хаҡта, думбырала яҡшы уйнай, шиғриәттең нескә серҙәрен белә, ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгенә ут һалыусы, тиҙәр. Ә минең һиңә мөхәббәттә аңлашҡым килә, сөнки йөрәгемде ысын мәғәнәһендә тотҡонлоҡҡа алдың. ҡыҙ бер аҙ шым ғына тора ла: – Һин нисек миңә ғашиҡ була алдың? Кесе һеңлем миңә ҡарағанда бик күпкә сибәрерәк һәм мөләйемерәк. Ул артымдан килә, уға ҡара әле, – ти. Егет ҡапыл туҡтай һәм артына боролоп ҡарай, тик насар кейемдәге ҡарсыҡтан башҡа берәүҙе лә күрмәй. Шунан ул, аҙымдарын шәбәйтеп, ҡыҙҙы ҡыуып етә лә, күҙҙәрен аҫҡа төбәп, буйһондорғос тауыш менән: – Әйтсе миңә, нисек һинең телеңдән шундай ҙа алдатҡыс һүҙҙәр сыҡты? – ти. Ә ҡыҙ йылмая ла: – Һин дә миңә мөхәббәттә ант иткәндә дөрөҫөн әйтмәнең бит. Шуны аңлат әле: нисек миңә шундай һүҙҙәр әйтеп, йөрәгемде һинең матурлығың әсир итте, тигәндән һуң, икенсе ҡатын-ҡыҙға ҡарар өсөн артыңа боролдоң? – ти.
  • Бына тағы киттем йыраҡтарға тыуған яғым һинән айырылып тыуған яғым һинән айырылып һөйгәнемде һиндә ҡалдырып зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. бик һағындым һине тыуған яғым тал тирәкле иҙел буйларын йәйләр еткәс шаулап уйнай торған йәмле матур һабантуйларын зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. бер ҡайтаһы ине тыуган яҡҡа ялан аяҡ йөрөгән яҡтарға бер ҡайтаһы ине йәшлегемә тәуге мөхәббәтем янына. зәңгәр томандар артында бик йыраҡтарға ҡалһамда мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда. мин йырлармын өҙөлөп өҙөлөп тыуған яғым һине һағынып йөрәккәйем әрнеп янғанда.
  • Бер-береһен өҙөлөп һөйгәндәрҙе Ғәйбәтт утарына һалмағыҙ. Ҡағылмағыҙ, зинһар, бысратмағыҙ, Һөйөү бит ул - сафлыҡ, аңлағыҙ. Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ, Көнләшмәгеҙ, сабыр булығыҙ. Бөгөн мин бәхетле, иртәгә һин, Балҡып торһон барыр юлығыҙ. Кеше һүҙе кеше үлт(е)рә тиҙәр, Был һүҙ бик һаҡ, дөрөҫ әйтелгән. Үлгәндәр бит кире ҡайталмайҙар, Әйткән һүҙгә һуңлап үкенмә. Кеше бәхетенә үрелмәгеҙ, Көнләшмәгеҙ, сабыр булығыҙ. Бөгөн мин бәхетле, иртәгә һин, Балҡып торһон барыр юлығыҙ.