Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яратам мин һине өҙөлөп»
исполнителя Идель Нургалин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Аҡ сәскәгә һине тиңләйем,
Болондарҙы буйлап эҙләйем.
Һөйөү серҙәремде һөйләйем,
Һинһеҙ йәшәү йәмен күрмәйем.

Ҡушымта:

Яратам мин һине өҙөлөп,
Аҡ сәскәләрҙе бирәм өҙөп.
Күҙ йәштәрең берүк таммаһын.
Мин яратам һине, аппағым.

Йәнем минең, йәнем-йәнкәйем,
Яҙмышымды һиңә бәйләйем.
Эй, Хоҙайым, мең-мең рәхмәтем
Биргән өсөн оло бәхетен.

Кушымта

Ҡабат тыуһамда был донъяға,
Һиңә бәйләр инем яҙмышты.
Күпме эҙләһәм дә – табалмам
Һинең кеүек тоғро аҡҡошто.

Другие песни исполнителя:

  • Иҫеңдәме иркәм күл буйында Вәғәҙәләштең бергә булырға Шул ваҡыттан алып хәҙергәсә Тоғро ҡалдыҡ биргән анттарға Рәхмәт йәнем рәхмәт һиңә генә Бар ғүмереңде бағышланың Мин бәхетле һин янымда булып Тормошомдо минең урланың Иҫеңдәме иркәм бәхетебеҙ Икеләтә артҡан саҡтары Тормошобоҙ мәғәнәһе булып Йортҡа сабыйҙарҙың ҡайтҡаны Бирһә ине Хоҙай һәр кемгә лә Ошо бәхеттәрҙе татырға Ғүмерҙәрҙең ахырына ҡәҙәр Яратып һәм яратылырға
  • Ҡолағымда сыңлай әле булһа, Күңелемдә ҡалды һаҡланып: - Мин барыбер һиңә бәхет бирә Алмаҫ инем, - тинең, аҡланып. Ҡушымта: Бәхет ҡошо беҙҙе урап үтте, Ниңә уны тота алманыҡ? Беҙ бәхетле йәрҙәр булыр инек, Ниңә шуны һуңлап аңланыҡ? Бәхет бирә алмаҫ инең микән? Әллә яҡшыраҡты эҙләнең? Ялыныр тип әллә уйланыңмы, Алдарыңа һинең теҙләнеп? - Ҡушымта Мин бит ғорур инем, - тигән булдың... Мин дә ғорур! Кемде алданыҡ? Бер бәхетле бөтөн булыр инек – Һуңлап, үтә һуңлап аңланыҡ. Ҡушымта