Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Рустам Гиззатуллин.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн.
Страница 2

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Рустам Гиззатуллин

Самое смешное, что в школе я как-то прочитал «Первый снег» в классе, выдал за есенинское. Никто, в том числе и учительница, подвоха не заметили!
  • Хуш тип китте ул, hинең hөйөүеңде аңламай. Кире ҡайтырмын тине, үтте инде нисә ай. Иң бәхетле көндәрҙе иҫкә алаhың илап. Күпме көндәр үткәрҙең берҙән-береңде уйлап. Припев: Илама йәшлегем үтә тип, Яңғыҙын, былай ҙа ауыр бит. Килер әле ул, үбер әле ул, Ысын мөхәббәтең, сабыр ит. (2 раза) Һиңә ҡыйын, ә ул юҡ, сәстәреңдән hыйпамай. Һауа торошо шул уҡ: елдәр иҫә туҡтамай. Һуңғы хатынды алып, бәлки, ул үкhеп илар, Бәлки иртәгә килеп hиңә ошо йырҙы йырҙар. Припев: Илама йәшлегем үтә тип, Яңғыҙын, былай ҙа ауыр бит. Килер әле ул, үбер әле ул, Ысын мөхәббәтең, сабыр ит. (2 раза)
  • Ҡайғыңды уртаҡлашырға Килдем әле, ҡәҙерлем. Донъя булғас, төрлө хәл бар, Яңғыҙың ҡалдың бөгөн. Мәңгелеккә ташлап китте, Һөйгәнең берҙән-берең, Ҡысҡырып уянма төнөн. Припев: Ул бит үҙе теләп китмәне, Һинән башҡаны ла hөймәне. Тәҙрәңә яуған ҡарлы ямғыр Аңламай шул hинең көткәнде. (2 раза). Хәҙер бөтә ауырлыҡты Үзеңә күтәрергә. Артабан йәшәргә кәрәк, Ярамай hүрелергә. Ышанаhың, саҡыраhың Ул ҡайтып керер hымаҡ, Көтмә инде - ара йыраҡ. Припев: Ул бит үҙе теләп китмәне, Һинән башҡаны ла hөймәне. Тәҙерәңә яуған ҡарлы ямғыр, Аңламай шул hинең көткәнде. (2 раза)
  • Кисә генә ҡурсаҡ уйнап йөрөй инең, Бөгөн дуҫың оҙата килгән. Ай менән йондоҙҙар ғына hаҡлай hине, Сөнки уттар күптән hүнгән. Йәш йөрәктәр өсөн төндәр бигерәк ҡыҫҡа, Ике сәғәт үткән дә киткән. Тәҡдим итә һиңә кейәүгә сығырға ҡышта. Иртәрәк түгелме икән? Припев: Йәш, йәш hин әле йәш, Башта атай-әсәйҙәрең менән hөйләш. Улар рөхсәт иткән генә хәлдә, Булырhың hин берәйhенә бик шәп кәләш.(2 раза) Ҡабаланып күп кешеләр хата яhай, Яңғыҙлыҡты hайлап алмайҙар. Ғүмер юлын ике тапҡыр үтеп булмай, Күптәр быны аңлайҙар. Припев: Йәш, йәш hин әле йәш, Башта атай-әсәйҙәрең менән hөйләш. Улар рөхсәт иткән генә хәлдә, Булырhың hин берәйhенә бик шәп кәләш.(2 раза)
  • Күпме кеше үҙ бәхетен Һөйгән йәрен тапмай Сөнки улар мөхәббәте Уйынсыҡ тип уйлай Яратыуҙың, һин дә шулай Ҡәҙерен белмәнең Күңел асыу һөйөү булмай Аңлап өлгөрмәнең Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Һатып алынған мөхәббәт Оҙаҡҡа бармай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Ә ҡайһы берәүҙәр Һаман миңә ышанмай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Һатып алынған мөхәббәт Оҙаҡҡа бармай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Ысын мөхә-мөхәббәте Һатып алып булмай Нисә төндәр төштәрендә Тик уны эҙләнең? Әйтелмәгән һүҙҙәреңде Эйтергә теләнең Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Һатып алынған мөхәббәт Оҙаҡҡа бармай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Ә ҡайһы берәүҙәр Һаман миңә ышанмай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Һатып алынған мөхәббәт Оҙаҡҡа бармай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Ысын мөхә-мөхәббәте Һатып алып булмай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Һатып алынған мөхәббәт Оҙаҡҡа бармай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Ә ҡайһы берәүҙәр Һаман миңә ышанмай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Һатып алынған мөхәббәт Оҙаҡҡа бармай Мөхәббәт һатылмай Мөхәббәт һатылмай Ысын мөхә-мөхәббәте Һатып алып булмай
  • Күпме ҡарҙар яуған, Күпме һыуҙар аҡҡан. Ләкин һинең һүҙҙәр бәғрем, Хәтеремдә ҡалған. Юғалтма һин мине, юғалтма, Бик оҙон юлға сығам, оҙатма. Тормоштар нисек кенә ҡыйын булһала йәнем, Яңғыҙымды ҡалдырма, мине онотма. Ҡушымта: Алыҫтарҙа йәшлегемдә, Аҙашып ҡалды үҙ бәхетем. Онота алмам ғүмергә, Һөйгән йәрем, мөхәббәтем. (2 тапҡыр). Һине эҙләп таба алмай, Күпме юлдар үтәрмен икән. Йөрәк һаман тыңғы тампай, Ул бит аңлай алмай, Һинһеҙ йәшәп булмай, Йәш ғүмерҙәр үтеп киткән. Ҡушымта: Алыҫтарҙа йәшлегемдә, Аҙашып ҡалды үҙ бәхетем. Онота алмам ғүмергә, Һөйгән йәрем, мөхәббәтем. (2 тапҡыр). Ҡушымта: Алыҫтарҙа йәшлегемдә, Аҙашып ҡалды үҙ бәхетем. Онота алмам ғүмергә, Һөйгән йәрем, мохәббәтем. Онота алмам ғүмергә, Һөйгән йәрем, мөхәббәтем. Онота алмам ғүмергә, Һөйгән йәрем, мөхәббәтем.
  • Был ауыр тормош беҙҙән һорап тормайса айырҙы, Йырҙарҙа йырланған пар ҡанаттарҙы ла ҡайырҙы. Селпәрәмә килде 5-се ҡаттан төшөп мөхәббәт, Имеш килеп бөгөндән барыһы ла була ти һәйбәт. Ғүмерҙәр ике килмәгән өсөн мине ғәфү ит, Оҙаҡҡа юғалыр булһаң үҙең менән үк алып кит. Сәләмеңде кисә миңә төнгө өстә еткерҙеләр, Хатыңды уҡып булманы, утты һүндерҙеләр. Ҡушымта: Һағындым һине берҙән берем, Ҡайт инде кире ҡәҙерлем. Йөрәк бит тимер түгел, Һинһеҙ ул күпме түҙер, белмәйем. Мәңгелек мөхәбәтте кемдәр уйлап тапты икән, Нисәмә мең һөйгәндәрҙең йөрәктәр бергә типкән. Күҙҙәремдә һинең һағынған ике күҙең сағыла, Төштәремдә эҫҫе ҡулдарың, ҡулдарыма ҡағыла. Аңлап булмай кешеләрҙең бер-береһен кәмһетеүе, Ауыр һүҙҙәр әйтеп күңелемде ҡабат әрнетеүе. Алыҫ йондоҙ яҡтылығы беҙгә өҫтәмәй йылылыҡ, Ул һиңә лә өндәшә, яңғыҙлыҡ, яңғыҙлыҡ. Ҡушымта: Һағындым һине берҙән берем, Ҡайт инде кире ҡәҙерлем. Йөрәк бит тимер түгел, Һинһеҙ ул күпме түҙер, белмәйем. (2 тапҡыр). Һағындым, һағындым, Ҡайт инде кире ҡәҙерлем. Ҡушымта: Һағындым һине берҙән берем, Ҡайт инде кире ҡәҙерлем. Йөрәк бит тимер түгел, Һинһеҙ ул күпме түҙер, белмәйем. Был ауыр тормош беҙҙән һорап тормайса айырҙы, Йырҙарҙа йырланған пар ҡанаттарҙы ла ҡайырҙы. Селпәрәмә килде 5-се ҡаттан төшөп мөхәббәт, Имеш килеп бөгөндән барыһы ла була ти һәйбәт.
  • Ҡоштар ҡайта, ә беҙҙең егеттәр Таңға тиклем гармундарҙа уйнай. Һәр береhе ҡыҙын ҡосаклаған, Күңелдәре илай-илай йырлай. ( 2 раза) Тағын ҡоштар ҡайта, тағын ҡоштар китә, Кемдер был ваҡытта йыраҡта хеҙмәт итә. Тыуған яҡҡа хаттар яҙып, эҫе көндәр үтә-үтә, Ҡош телендәй сәләмде улынан әсәhе көтә. Бында иртәгә ни булырын хатта шайтан белмәй, Ә hеҙҙең хәбәрҙәрегеҙ күптән унда барып етмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙән үлем рөхсәт hорап тормай, Егеттәрҙең күңелдәре кисен hағынып-hағынып йырлай. Припев: Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән. Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән? Ҡайта алмаhам берук ғәфу ит, Минең бында ғәйебем юк бит. (2 раза) Уйламағыҙ был йәштәрҙе бер нимә аңламай тиеп, Намыҫтарын hаҡлай улар бысраҡ йәшел кейем кейеп. Төндәр еткәс, курғаш ямғыры яуа арымай-туҡтамай, Тыныс таңдар атыуына хәҙер инде бер кем ышанмай. Көтә hине әсәйең, көтә hине яратҡан ҡыҙың, Урамдарҙан ҡайтырмын тиеп гармундар тартып уҙҙың. Нисек кенә, дуҫҡай, ҡыйын булhа ла, түҙергә кәрәк, Ә бына шундай йырҙарҙы беҙгә йырларға иртәрәк. Припев: Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән. Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән?
  • Ниңә инде килмәнең, Мине алып китмәнең? Йөрәгемдә яңған утты Ниңә инде һиҙмәнең? Мин бит һине күптән көттөм, Һөйөүеңде эҙләнем. Һинең ҡайнар йәштәреңде Күрергә теләмәнем. Припев: Һин бит миңә үҙең килмәнең, Ваҡытым юҡ тейеп. Шулаймы ни ? Һин бит мине үҙең һөймәнең, Башҡаны һөйәм тейеп. (2 раза) Ғәфү ит һин мине, иркәм, Онота алмам инде. Һиңә булған мөхәббәтем Йырҙарым булһын ине. Һинең тәүге ҡарашыңды, Хәҙер ҙә иҫкә алам. Иртәңге сәғәт биштәрҙә, Мин һиңә ҡуна барам. Припев: Һин бит миңә үҙең килмәнең, Ваҡытым юҡ тейеп. Шулаймы ни ? Һин бит мине үҙең һөймәнең, Башҡаны һөйәм тейеп. (2 раза) Мин бит һиңә үҙем килмәнем, Ваҡытым юҡ тейеп. Мин бит һине үҙем һөймәнем, Башҡаны һөйәм тейеп.
  • Күпме кеше уз бәхетен, Һөйгән йәрен тапмай. Сөнки улар мөхәббәтте, Уйынсыҡ тип уйлай. Яратыузың һиндә шулай, Ҡәзерен белмәнең. Куңел асыу hөйеү булмай, Aңлап өлгермәнең. Ҡушымта: Мөхәббәт һатылмай, мөхәббәт hатылмай. Һатып алынган мөхәббәт, оҙаҡҡа бармай. Мөхәббәт hатылмай, мөхәббәт hатылмай. ә ҡайhы берәүҙәр hаман миңә ышанмай. Мөхәббәт hатылмай, мөхәббәт hатылмай. Һатып алынған мөхәббәт озаҡҡа бармай. Мөхәббәт hатылмай, мөхәббәт hатылмай. Ысын мөхә-мөхәббәтте hатып алып булмай! (2 тапкыр) Нисә төндәр төштәреңдә, Тик уны эзләнең. Әйтелмэгэн hуҙҙәреңде, Әйтергэ теләнең. Ҡушымта: Мөхәббәт һатылмай, мөхәббәт hатылмай. Һатып алынган мөхәббәт, оҙаҡҡа бармай. Мөхәббәт hатылмай, мөхәббәт hатылмай. ә ҡайhы берәүҙәр hаман миңә ышанмай. Мөхәббәт hатылмай, мөхәббәт hатылмай. Һатып алынған мөхәббәт озаҡҡа бармай. Мөхәббәт hатылмай, мөхәббәт hатылмай. Ысын мөхә-мөхәббәтте hатып алып булмай. (2 тапкыр)
  • Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына, Гүзәлдәрҙән-гүзәл иртәләр. Тәҙрә төбөндә гөлдәр кеүек, Яҡты хыялдарға керетәләр. Припев: Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына, Гүзәлдәрҙән-гүзәл гүзәлем. Тәҙрә төбөндәге гөлдәр кеүек, Ул бит минең тормош биҙәгем. (х2). Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына, Гүзәлдәрҙән-гүзәл көндәрем. Төштәге бәхетте аңлап була, Ысын икән тип ихлас көлгәнем. Припев: Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына, Гүзәлдәрҙән-гүзәл гүзәлем. Тәҙрә төбөндәге гөлдәр кеүек, Ул бит минең тормош биҙәгем. (х2). Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына, Гүзәлдәрҙән-гүзәл кистәрем. Көндәр иртәләрҙә һаҡланалар, Гүзәлекле ғүмер кискәнем. Припев: Ҡаршы ала гел йылмайып ҡына, Гүзәлдәрҙән-гүзәл гүзәлем. Тәҙрә төбөндәге гөлдәр кеүек, Ул бит минең тормош биҙәгем. (х4). Тәҙрә төбөндәге гөлдәр кеүек, Ул бит минең тормош биҙәгем.
  • Ҡушымта: Әрләмә һин мине, әрләмә, Бөгөн дуҫтарым менән мин бергә ял итәм. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә, Телефонда аҡса бөткән, ҡалдырып китәм. Бер дуҫым машина алған, Йыуырға саҡыра. Икенсе дуҫтың бөгөн тыуған көнө, Шатланып ултыра. Шулай булғас! Ҡушымта: Әрләмә һин мине, әрләмә, Бөгөн дуҫтарым менән мин бергә ял итәм. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә, Телефонда аҡса бөткән, ҡалдырып китәм. (2 тапҡыр). Бер дуҫтың малайы тыуған, Йыуырға саҡыра. Икенсе дуҫым ҡатынын айырған, Ҡайғырып ултыра. Шулай булғас! Ҡушымта: Әрләмә һин мине, әрләмә, Бөгөн дуҫтарым менән мин бергә ял итәм. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә, Телефонда аҡса бөткән, ҡалдырып китәм. (2 тапҡыр). Әрләмә һин мине, әрләмә. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә.