Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Популярные башкирские песни.
Страница 48

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Pop

Pop (современная популярная музыка) — область массовой культуры, охватывающая различные формы, жанры и стили развлекательной и прикладной музыки
  • Ҡоштар оҙатырға һуңланым Өй артында беҙҙең шишмәле күл, Аҡсарлаҡтар төшкәс һананым. Күргәнем бар яңғыҙ аҡсарлаҡтың Беҙҙең күлдә тороп ҡалғанын. Был көҙҙәрҙә ҡайталманым, әсәй, Алыҫ-алыҫ урау юлдан мин. Юҡһынмасы әле, тыуған яғым, Ҡоштар оҙатырға һуңланым. Әсәйемдең наҙлы күңелкәйе Һығылып та өҙөлөп янғандыр. Яңғыҙ ғына йәшен йотоп әсәй Аҡсарлаҡтар оҙатып ҡалғандыр. Юҡ, күрәһем килмәй ҡошсоҡтарҙың Ояларын япраҡ күмгәнен. Аҡсарлаҡтар оҙатырға тейеп Хыялымда көн дә ҡайтам мин.
  • Һин күктәге йондоҙ түгел, Һин ерҙәге бер ҡыҙ ғына. Ер егетен саҡырма һин Күктәрҙәге йондоҙона. Ерҙә тыуҙым, ерҙә торам, Күңел шуға күнгән инде. Һинең йондоҙ - тик ҡабына, Минең йондоҙ - һүнгән инде. Һинең тормош - киләсәктә, Минең тормош - үткәндәрҙә. Киләсәккә барып була, Ҡайтып булмай үткәндәргә. Киләсәктәй алыҫ та һин, Үткәндәрҙәй яҡын да һин. Ерҙә үҙең бер йондоҙ бул. Йондоҙҙарға саҡырма һин.
  • Уттар һүнде... Йондоҙҙар ҙа һүнде... Аҡ буранда йөҙә болоттар... Һүнһә һүнһен уттар, йондоҙҙар ҙа!.. Миндә әле һүнмәҫ өмөт бар!.. ... Һиңә тағы мин бер киләм әле... ... Йондоҙҙарҙа минең эшем юҡ!.. ... Һине тағы мин бер күрәм әле!.. ... Һинән башҡа һөйөр кешем юҡ!.. ... Юҡ!..
  • Йылғалар төнөн һөйләшә, Болот тауҙарға ҡунғас; Йөрәктәр төнөн серләшә, Аяҡ тауышы тынғас. Ниңә шулай? Бит йылғалар Көндөҙ ҙә аҡмай тормай, Төнөн серләшкән йөрәктәр Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай. Таң һыҙыла. Ә йылғалар Һаман шылтыр - шылтыр... Күрәһең инде, йыһандың Ғишыҡ сәғәте шулдыр.

  • Һандуғастар һайрар минең дуҫтар улар Иртә таңдан йырлайым йырҙарын Яҙҙарын да яңгыҙ көҙҙәрен дә яңгыҙ Һанап утәм оҙон төндәрен Мәңгелеккә минең миңә генә бул һин Йөрәгеңдә булһын гүзәллек Һине генә көтәм һиңә генә әйтәм Һағыныуға нисек түҙәрмен? Яратыуым иркәм беләм дөрөҫ икән Керһеҙ һөйөүемә ышанам Күҙҙәреңде күрмәй мөхәббәтем тимәй Сәләмемде ҡоштарға әйтәм Мәңгелеккә минең миңэ генә бул һин Йөрәгеңдә булһын гүзәллек Һине генә көтәм һиңә генә әйтәм Һағыныуға нисек түҙәрмен?
  • Һуңлап килдең урау юлдарҙан, Һин аҙашҡан аҡҡош шикелле. Һинһеҙ ҡалғас яҙмыш кителде, Һағыш йотоп йылдар үтелде. Ҡушымта; Күңелемде һаман йылдар буйы Һин биләнең шиңмәҫ гөлдәрҙәй. Һағыштарҙы хәҙер иҫләмәйек, Ҡалһындар ағыр уҙған көндәрҙәй. 2.Беҙ йәшәйбеҙ әле бергә беҙ, Бергә аҡҡан ике йылғалай. Ә шулай ҙа әрнеү юйылмай Осрашманыҡ ниңә һуңламай? Ҡушымта; Һуңлап килдең, һуңлап ник шулай, Һуңлап тыуҙы ниңә тулған ай? Берен-бере һөйгән йөрәктәр Ҡауышһындар ине һуңламай.
  • Арҡаларҙан арпа урайыҡ, Туғайҙарға төшөп ҡунайыҡ, Бер алманы бишкә бүләйек, Бер алманы бишкә бүләйек, Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек. Һөйләгәндәр, әй һөйләһен, Ишетмәгән кеше булайыҡ, Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык, Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык, Был дөнъяның кәҙерен беләек. Түгәрәк тә, һай, ҙур ялан, Ат уйнатам диһәң, тау яман; Йел йелләмәй ҡурай һелкенмәй, Йел йелләмәй ҡурай һелкенмәй, Бер йырламай йөрәк йелкенмәй. Бер алманы бишкә бүләйек, Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек. Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык, Был донъяның кәҙерен беләйек. Был донъяның кәҙерен беләйек.
  • Кис ултырып ҡыҙҙар, сигеү сигә Сиккәндәрен беләм бирмәле. Кис ултырып ҡыҙҙар, сигеү сигә Сиккәндәрен беләм бирмәле. Апайымды былтыр һораттылар Әле йәшерәк тип бирмәнек Апайымды былтыр һораттылар Әле йәшерәк тип бирмәнек Кис ултырып ҡыҙҙар, сигеү сигә Биҙәктәргә ялғап биҙәкте Кис ултырып ҡыҙҙар, сигеү сигә Биҙәктәргә ялғап биҙәкте Биҙәктәре ебәк йырҙа яҙ(ы)ла Тик йырҙары өҙә үҙәкте Биҙәктәре ебәк йырҙа яҙ(ы)ла Тик йырҙары өҙә үҙәкте Кистәр ҡабатланмай моңдар ҡайта Урап ҡайта икән бер талай Кистәр ҡабатланмай моңдар ҡайта Урап ҡайта икән бер талай Купме йылдар үткәс шул йыр тағы Йөрәгемде өҙҙө урталай Купме йылдар үткәс шул йыр тағы Йөрәгемде өҙҙө урталай Купме йылдар үткәс шул йыр тағы Йөрәгемде өҙҙө урталай Йөрәгемде өҙҙө урталай