Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 52

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Йылғалар төнөн һөйләшә, Болот тауҙарға ҡунғас; Йөрәктәр төнөн серләшә, Аяҡ тауышы тынғас. Ниңә шулай? Бит йылғалар Көндөҙ ҙә аҡмай тормай, Төнөн серләшкән йөрәктәр Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай. Таң һыҙыла. Ә йылғалар Һаман шылтыр - шылтыр... Күрәһең инде, йыһандың Ғишыҡ сәғәте шулдыр.
  • Заһир: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Осрашҡандар көндәр төн менән. Был донъяны белгәнемдән алып, Һинең барлығыңды мин беләм. Һин ҡайда, мин шунда, Ғәлийәм, Шатланам, илайым һәм көләм. Мәхәббәт алдында баш эйәм, Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлийәм. Ғәлийә: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Йөрәгемә ҡунды ялҡыны. Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ Һөйөү булғандыр ул, ахыры. Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым, ЙЫрактан эҙләгән яҡыным. Йөрәктә ҡабынған ялҡыным, Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым. Заһир: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Ғүмерҙәре янып юғала. Ғәлийә Ә мәхәббәт ғүмерләрҙән оҙон, Мәңге яна, мәңге йырлана. Заһир, Ғәлийә бергә: һин ҡайда, мин шунда, Ғәлийәм, /Заһирым/, Шатланам, илайым һәм көләм. Мәхәббәт алдында баш эйәм, Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлийәм, /Заһирым/.
  • Тыңларһыңмы йәшлек хистәремде, Йырҙарыма ҡушып йырлаһам? Ҡаршы төшмәҫһеңме, йөрәгеңде Мөхәббәтем менән сорнаһам? Минең менән тормош һуҡмағынан Риза булырһыңмы үтергә? Айырылғанда вәғәҙә бирерһеңме Ҡабат ҡайтыуымды көтөргә? Ашҡыныулы йөрәк көн дә көтә Уртаҡ таңдың һыҙылып атҡанын. Йәшлегемде йырға һалған саҡта Ҡушылып йырларһыңмы, аппағым? Ҡайтҡан саҡта Сәрмән буйҙарына Яндарыңда мәңге ҡалырға. Ҡырыҡ эшең ташлап ҡырыҡ яҡҡа, Сығырһыңмы ҡаршы алырға?
  • Белем нурына койонган Якты юл мәктәп йылы Кыңгыраулы бала сактың Исталектәре тулы Йылдар аша тауыш бирә Моңло,шаян кыңгырау Хагышлы бер шатлык менән Тыңлап торам тың гына Мәктәп юлы бик оло юл Киләсәк шунан утә Ак тасмалы хыялдарзы Ысын барлыкка илтә Йылдар аша тауыш бирә Моңло,шаян кыңгырау Хагышлы бер шатлык менән Тыңлап торам тың гына Мәктәп юлында табыла Дустарзың ысындары Йәш йөрәккә кунып куя Саф hөйөу оскондары Йылдар аша тауыш бирә Моңло,шаян кыңгырау Хагышлы бер шатлык менән Тыңлап торам тың гына Мәктәп юлы бигрәк кыска Куз асып йомган ара Шул юлдарзан бер утергә Тапсы кынгырау сара Йылдар аша тауыш бирә Моңло,шаян кыңгырау Хагышлы бер шатлык менән Тыңлап торам тың гына
  • [Предприпев] Мөхәббәтем Тәүге мөхәббәтем (Е) Ҡайҙа юғалдың һин? Ҡайҙа юғалдың һин?! [Припев] Һәр көндә көрәһен, төшөмә юҡ Йылмайым үтәһең ергәмдән ( Еи) Сәсеңдәге елдәрең, елдәрең, елдәрең Көлөп үтәһең, һин минең ергәмдән [Куплет 1] Әкрен генә күҙҙе йомоп һине иҫкә төшөрәм Күҙ алдында һине күреп мин йылмайып көләм Күҙҙәремдә һине һөйөп, миңә табан ҡарата Шул күҙҙәрҙә миндә бәхет - йөрәк һине ярата У-у-у-у-у-у-у-у-у у-у-у-у-у-у-у-у Йөрәк һине ярата, йөрәк һине ярата [Предприпев] Мөхәббәтем Тәүге мөхәббәтем(Е) Ҡайҙа юғалдың һин? (Ҡайҙа, ҡайҙа?) Ҡайҙа юғалдың һин?! [Куплет 2] Минең һөйөүҙә һинең ғәйепең юҡ Беренсе мөхәббәт – беренсе һөйөүем Бәхет йылға түгел ағырға Ямғыр түгел күктән яуырға [Бридж] Күҙҙәремдә һине һөйөп, миңә табан ҡарата Шул күҙҙәрҙә миндә бәхет - йөрәк һине ярата Шулай мөмкин бәхет табырға (Эй) Шулай мөмкин бәхет табырға [Аутро] Бәхет табырға, бәхет табырға (Эй) Бәхет табырға, бәхет табырға (Эй) Бәхет табырға, бәхет табырға (Эй) Шулай мөмкин бәхет табырға
  • Килгәндәр ти егеттәр оҙон алыҫ юлдарҙан Йыйылған ти егеттәр тирә-яҡ ауылдарҙан Ҙур ҡаланың бер йортона һылыу ҡулын һорарға Шунда йәшәгән бер байҙың ҡыҙының ҡулын һорарға Атына менеп бер егет ҡысҡыра ти урамдан Әгәр миңә сығам тиһәң, бейеп төш ти артымдан Яуап биргән ҡыҙ егеткә мин һинеке була алмам Лексус менән йөрөгәс тә атҡа менеп ултырмам Тағы сыҡҡан бер батыр, бәке тотҡан ҡулына Һине яҡлап йөрөрмөн ти, тик минеке бул ғына Яңғыраған көлөү тауышы ҡыҙ йәшәгән яҡтарҙан Телохранительдарым бар дошмандарҙан һаҡларға Бер саҡ ҡыҙҙың күҙҙәренән йәштәр ағып киткән ти Ҡасан кейәүгә сығам тип илар хәлгә еткән ти Шул саҡ һылыуҙың алдына бер егет килеп еткән Алты ҡыллы ҡоралында оҫта уйнап ебәргән Егет сирткән ҡылдарын, йәлләмәй ҙә ҡулдарын Көйгә һалған уйҙарын, ҡыҙға әйтер һүҙҙәрен Һылыуҡайҙың күңелдәре һандуғастай һайраған Шулай егет бер һүҙ әйтмәй ҡыҙ йөрәген яулаған
  • Торамы ни милләттән кешенең һолҡо әҙәплеләр булһа мотлаҡ бар боҙоҡло Ни тора кешенең кауҙәһе төҫөнән тиреһе аҡ булып ҡарайһа эсенән Припев: Беҙ бергә булайыҡ ҡулга ҡул һуҙайыҡ ни булһа ла Беҙ бергә булайыҡ Бер беребеҙгә терәк булайыҡ Куплет 2: Теләгән бер илдең кешеләр теләге йәшәр йорто тормош иптәше терһәге теләгән бер илда моһим тик изгелек айырмалар бар икән кәрәк берҙәмлек
  • 1 куплет: Һәәәә, йылғаны көтмәй юлыңды, диңгеҙ Беҙ юлда бара алмай мәңге, тигеҙ Беҙ ҡороған йылғалай бер ҡайҙа барған юлдай Беҙ хистәрһеҙ ҡайтҡандай бушлыҡты һис түҙеп булмай Припев: Ҡалдырма мине, хәтеремдә һаман ҡулың наҙы Ҡалдырма мине тойғоларҙың сәскә атҡан сағы 2 куплет: Таң үткән ҡылыстай тәнеңде, яра Ҡан аҡмаһа ла әрней тәрән, яра Көн йәнен юғалтҡандай һоролопҡа күмелгәндәй Төн таңға уянғандай тамле тереләй үткәндәй Припев: Ҡалдырма мине, хәтеремдә һаман ҡулың наҙы Ҡалдырма мине тойғоларҙың сәскә атҡан сағы
  • Ай, әле бик йыраҡта инек, Етмеш саҡрым ерҙән килдек беҙ; Ак ҡалфағым төшөҙрөм ҡулдан, Туғандарҙың hағынған сағы, Аҡ ҡалфаkтың тағылған сағы, Туғандарҙың hағынған сағы. Етмеш саҡрымд яҡын ер түгел, Бер осрашыр өсөн килдек беҙ; Аҡ ҡалфағым төшөҙрөм ҡулдан, Беҙҙең дуҫ-иш менән ил тулған. Аҡ ҡалфағым төшөҙрөм ҡулдан, Беҙҙең дуҫ-иш менән ил тулған. Ырымбурҙан дебет шәл алдым, Алтын тәңкә бирҙем йәлләмәй; Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер. Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер. Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер. Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер. Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер.