Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Популярные башкирские песни.
Страница 68

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Pop

Pop (современная популярная музыка) — область массовой культуры, охватывающая различные формы, жанры и стили развлекательной и прикладной музыки
  • Кайтам әле тыуған яҡтарыма Һыҙылып алһыу таңдар атҡанда. Ауылымды сырнап аҡ мамыҡа, Аҡ томандар йәелеп ятҡанда. Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә. Сәскәләрҙең көләс йөҙәрендә Ысык тамсылары һипкәндә. Кайтам әле тыуған яҡтарыма Төн ярып ҡояш батҡанда. Алйыр шәл булып тау иңенә Энәр күләгәһе ятҡанда. Припев: Кайтам әле тыуған яҡтарыма Күз ҡыҫышҡан саҡта йондоҙҙар. Еләк елдә рәһәтләнеп кенә Серем иткән саҡта киң кырҙар.
  • ғүмер йәме- һәйгән йәрең менән тормош юлын бергә үтеүҙә. икебеҙгә яҙған оло бәхет: парланышып донъя көтөргә. йортом йәмле, ашым тәмле була һин булғанға йәнем, йәндәшем. шундай яҡын минең күңелемә һинең йылмайыуың, һөйләшең. иңде иңгә терәп үткәнгә лә һиҙелмәгән ауыр һынауҙар. яныбыҙҙа ике гөл генәбеҙ: шат бәхетле үҫә балалар. припев рахмәт хоҙай, беҙҙе табыштырҙың матур йырҙай ғүмер ағышы. аҡҡоштарҙай матур пар булһын тип осраштырған беҙҙе яҙмышым.
  • Юлдарым буйлап киләмен, Елдәрем иҫә генә; Йылдарым балҡып һүнәләр – Ғүмерем иҫәбенә. Ғүмер балҡый, ғүмер балҡый Балҡыған күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Йыр йырлап һөйгәнемә; Ҡанатландыра күңелде Һөйҙөрә белгән генә. Ғүмер балҡый, һөйөү балҡый Ҡанатлы күңелдәрҙә. Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек, Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Килмәйем, еләм генә. Йәшәүҙәр, йәшәү шикелле Дуҫтарым менән генә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.
  • Дуҫлыҡ йыры тынмай яңғыраһын, Еребеҙҙе ай-хаҡ мең ураһын Иң матур йыр беҙҙә — дуҫлыҡ йырҙары, йырҙары. Күңелдәрҙән күскән күңелдәргә Йәйғор булып төшкән киң ерҙәргә Иң матур йыр беҙҙә — дуҫлыҡ йырҙары, йырҙары. Һабуллашып йыраҡ китһәктә, Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә, Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә. Ҡайғы түгел, шатлыҡ-нур өләшеп, Ауырлыҡтар еңдек бергәләшеп, Торған ерҙәр, беҙҙең башҡа уйҙар бер, уйҙар бер. Бер хыяллып, бер теләкле итеп, Мәңгелеккә хуш йөрәкле итеп, Тоташтырған безҙҙе оло тыуған ер, тыуған ер. Һабуллашып йыраҡ китһәктә, Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә, Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә. Бергә инде ярһып ут-суларга, Бер сәмеңне алып йондоҙҙарға, Йылдар ағышында дуҫлыҡ сыныҡты, дуҫлыҡ сыныҡты. Һағындырып ҡына осраштырып, Осраштырғас тағы хушлаштырып, Һынай икән ваҡыт беҙҙең дуҫлыҡты, дуҫлыҡты. Һабуллашып йыраҡ китһәктә, Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә, Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә.
  • Төшөмә керә инең Һин барын белә инең Килерен көтә инем Өмөттәр итә инәм Иң татлы хыял булын Иң назлы хистәр алын Һин сыыккың юлдарыма Һин килдәң яндарыма Мәнгелек мөхәббәтем минең Асыҡ һиңә минең күңел Шатлығым бул минең гел Һинең менәң барҙа еңел Һинһеҙ йәшәү мөмкин түгел Көндән көн һөйоү арта Минең һиңә ҡарата Хистәрем сәскә ата Хуш еҫтәрен тарата Әгәрҙә һин булмаһан Яндарыма сыҡмаһаң Мин белмәҫ инем берҙә Шундай хис барын ерҙә
  • 1)Беҙ тыуғанбыҙ был донъяға Тормош аҫылын аңларға Төп мәғәнәһен эҙләп табырға. Тормош серҙәре тәрәндә Уның серҙәрен сисергә Йәшәй-йәшәй бит кеше өйрәнә. пр: Йәшәйбеҙ -йәшәйбеҙ донъя көтәбеҙ, Тормоштың ҡатмарлы юлын үтәбеҙ, Ҡаршылыҡтарға ҡарамай, Һынауҙарында һынатмай Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. 2)Яҡшылыҡтар күп эшләһәк, Төшөшкөлөккә төшмәһәк, Дуҫ-иштәрҙең йыш хәлен белешһәк, Үпкәләмәһәк юҡ-барға, Тормош боролор уңайға Зарланыуҙардан юҡ бит бер файҙа. 3)Эҙләйбеҙ ерҙә бәхетте, Өҙмәйбеҙ бер ҙә өмөттө, Белмәйбеҙ беҙ бит үтә бәхетле. Йәшәргә тыуған илем бар, Яратҡан яҡын кешем бар, Эшләргә эшем, ашар ашым бар.
  • 1 Һин һөйөклөм, һин бҽрҙән-бҽрҽм Минҽң йәнҽм, йөрәгҽм Ғүмҽр бирҽп үҫтҽргән кҽшҽм иң ҡәҙҽрлҽм, Әсәйҽм. ҡушымта Зинһар Әсәй миңә үпкәләмә Һинһҽҙ үткәрҽлгән көндәрҽмә Ауыр хәлдә әйткән һүҙҙәрҽмә Ғәфү ит Әсәй ,үпкәләмә. 2 Һин йымайһаң шатлана йәнҽм Тик күҙ йәштәрҽңдҽ лә күрҙҽм Әйткән һүҙҙәрҽңдҽн дөрөҫлөгҽн Үҙҽм Әсәй булғас ҡына бҽлдҽм. 3 Иң ҡәҙҽрлҽм, һин бҽрҙән-бҽрҽм Минҽң йәнҽм, Әсәйҽм Булһын йырым һиңә бүләгҽм Рәхмәт һиңә, һөйөклөм.
  • 1 Йүгәнемә көмөш тәңкә теҙген Ҡулдарыма һары ҡайыш теҙген Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып ҡушымта Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып 2 Күрҙем әле яуын йүгәнеңде Аңланыңмы ниңә йөрөгәнеңде Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып 3 Ашыҡмай шул йүгән кейҙерергә Ғорор башын түбән эйҙерегә Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып 4 Үпкәләмә инде ҡыҙыл юрға Саҡыралар беҙҙе оло юлға Ҡыҙыл юрға ялдарын уйнатып Йүгерә саба болондар буйлатып
  • 1.Әкрен генә һиҙҙермәйсә, Йәшлек ғүмерем үтә, Куңелем һис тә ҡартаймай hаман да ниҙер көтә. ҡушымта Картаямы ни һүң йөрәк, Маңлайҙар һырланһа ла, Yтте йәшлек йүләрлек тип Йырҙарҙа йырланһа ла. 2.Әллә ғашик булдым инде Йәшләй һөйгән йәр кеүек, Әйтерһендә берәү килеп Иркәләр, һөйәр кеуек. 3.Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр, Була ул hәркемдә лә. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай Олоғайған көндәрҙә лә.
  • 1) Эт менән бесәй беҙҙең ауылда Талаша ла һуғыша. Ҡыҙ менән егет беҙҙең ауылда Танышырға тырыша. Припев: Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йәшәйек, Талашмай ҙа һуғышмай. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йырлайыҡ, Йырлаһаң, ғәйеп булмай. 2) Эт менән бесәй бергә һөт эсә, Ваҡытлыса дуҫлаша. Ҡыҙ менән егет бергә серләшә, Мәңгелеккә ҡауыша. Припев: Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йәшәйек, Талашмай ҙа һуғышмай. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йырлайыҡ. Йырлаһаң , ғәйеп булмай. (2 раза)