Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Популярные башкирские песни.
Страница 77

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Pop

Pop (современная популярная музыка) — область массовой культуры, охватывающая различные формы, жанры и стили развлекательной и прикладной музыки
  • Айырыушыуҙар әсәй миңә ауыр, Йөрәгемде сәнсеп калалар Янып торған минең яҡты күгем Ҡара болоттар каплап алалар Тик һин генә мине әсәй ташлама Сабый күгем минең ҡайғы ҡаплама Ҡара болот бер саҡ таралыр Ҡайгыларым шунда юғалыр Өҙлөгәнмә йөрәк урһәләнмә Бергә булған саҡты хәтерлә Ҡара болоттарға үҫ итеп Улың ҡайтыр һаумы әсәй тип Тик һин генә мине әсәй ташлама Сабый күгем минең ҡайғы ҡаплама Ҡара болот бер саҡ таралыр Ҡайгыларым шунда юғалыр Тик һин генә мине әсәй ташлама Сабый күгем минең ҡайғы ҡаплама Ҡара болот бер саҡ таралыр Ҡайгыларым шунда юғалыр
  • Ҡайтҡан һайын алыҫтан тыуған яҡтарға, Күңелемдә йырҙар ярала. Йылмайып ҡаршы алһа әсәйем мине, Барлыҡ һағыштарым тарала. Тауҙары алыҫтан сәләмләй, Аҡ ҡайындар юл күрһәтә. Минең өсөн яҡынһың һин, ауылым минең, Оҙон-оҙон юлдар үтһәм дә. Исламғолома, ауылҡайыма. припев: Ауылыма ҡайтам, ҡайтам һағынғанға, Һалам сағыуҙарға һағыштарымды. Ауылыма ҡайтам, ауылыма, ауылыма. (2 раза) Өйәҙе күперен аша сыҡҡан һайын Хәтер елә бала саҡтарға. Сәскәле болындарын бер урар инем Хыялыма етәр саҡтарҙа. Тауҙары алыҫтан сәләмләй, Аҡ ҡайындар юлдар күрһәтә. Минең өсөн яҡынһың һин, ауылым минең, Оҙон-оҙон юлдар үтһәм дә. Исламғолома, ауылҡайыма. припев: Ауылыма ҡайтам, ҡайтам һағынғанға, Һалам сағыуҙарға һағыштарымды. Ауылыма ҡайтам, ауылыма, ауылыма. (2 раза) Исламғолома, ауылҡайыма. (Ф. Килдеғолов муз., В. Камалов һүҙ.)
  • 1.Йәнем һөйгәнем, бик күп ҡалалар, бик күп саҡрымдар хәҙер инде, Беҙҙең, йәнем, арала.Беләм нисек һиңә ҡыйын, һөйгәнем, тик әҙрәк үтер ваҡыт һәм Мин ҡайтырмын, мин ҡосаҡлармын һине, Үбермен һине һәм шыбырлармын һиңә: "Мин һағындым, ныҡ һине, ҡояшым, Үлеп һағындым һине, мөхәббәтем"! Припев: Мин һине яратам, донъяла тик һине үлеп һөйәм, Тик янымда түгелһең һин, һине һағынам мин. 2.һәр бер төшөмдә күрәм һыныңды Үбәм һәм ҡосаҡлайым һине, Тотам һинең наҙлы, йылы ҡулдарыңды, Аңлайым, йәнем, нисек хәҙер ҡыйын һиңә, Аңла һин дә, һин минең уйҙарымда һәм йөрәгемдә Хуға тик һинең исемең, мин һағындым, ныҡ һине,ҡояшым, Үлеп һағындым һине, мөхөббәтем!
  • Ауыр уйҙар, ауыр йөктәр Һинең яуырыныңа таш булып ятҡанда, Килер улар көттөрмәйсә, Хатта бысыраҡ ҡайғыға батҡанда. Инер улар, һорамайса, Тертрәндергес серҙәреңдең араһына. Һинең өсөн, кәрәк булһа, Сығыр дошманыңдың ҡаршыһына. Ҡушымта: Терәк булып торғанда бер-беребеҙгә Ҡурҡыныс түгел бер ниндәй ҙә дауылдар. Бергәләшеп тормош юлдарын үтергә Был донъяла дуҫтарым минең бар. Тәүге хистәр, тәүге һөйөү Кисерештәрен белде тик улар ғына. Яҙмышыңдың ҡәләмдәрен Һалам тик уларҙың ҡулдарына.
  • 1. Һәр яңы таңдар атҡанда Ҡанатлы уйҙар уята. Мең хыял мең бер теләк Түҙерме минең, түҙерме минең йөрәк? Беҙ әле юлдың башында Күп әле, бик күп уҙырға. Ләкин был беҙҙең һайлаған юл. Туғаным, бер ҡасан онотма. Яңы таң атҡанда Беҙ барабыҙ Үҙебеҙҙең юлдан 2. Беләһеңме, килә донъяла Шундай мөхәббәт табырға. Булһын йәнемә терәк Түҙерме минең, түҙерме минең йөрәк? Иң ауыр иң ҡыйын саҡтарҙа Ул бирмәҫ миңә йығылырға Еңербеҙ бергә барыһын да Тик күҙҙәре йылмайһын миңә Яңы таң атҡанда Беҙ барабыҙ Үҙебеҙҙең юлдан
  • Үҙеңдең яҙмышыңдан ҡасып ҡотола алмаҫһың, Ана күпме тырыштылар, ҡара, hынмаhын ҡанатың. Шуның өсөн ғүмереңдең гел ҡәҙерен белеп йәшә, Күктәге дуҫтарың hинең өсөн урын белешә. Нисә йылдар аҡыл hатып алға ынтылма тинеләр, Тыңла оло кеше hүҙен, булма hин hәр ваҡыт йүләр. Хәтәр эштәр әйләндереп кемде бөгөн шаҡ ҡатырҙың, Кисә төнөн ташлап китте hине буласаҡ ҡатының. Ә бөгөнгө көндә hиңә бөтә донъя ҡара-ҡаршы, Үлер алдынан бар ғонаhтарыңды йыуырға ашыҡ. Аңламаған бәндәләргә аңлатырға ла тырышма, Әйҙә шулай йәшәhендәр, тар уйҙарыңа hыйышмай. Әгәр дөрөҫ итеп йәшәп, көн күрергә ҡулыңдан килеп, Теләгән әйбереңде теләгән кешеңә биреп, Ғүмер буйы рәхмәт hүҙен ишетеп йәшәгең килhә, Ашыҡма, ашыҡма! Припев: Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма! Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма! Кемгә икәнен дә белмәй уҡынаhың-суҡынаhың, Төпhөҙ күктең көмбәҙенән нимә көтөп ултыраhың. Кәрәк булhа, ҡара ҡоштар төшөп хәбәр еткерерҙәр, Ә беҙ шуға ышанабыҙ, ха-ха, иҫәрҙәр. Мөхәббәтhеҙ ҡалдырҙылар, ә мин кире эҙләп таптым, Һорамайса алға баҫһам, уйымдан хурлыҡҡа баттым. Сабыр итhәм берәй заман шундай көндәр килеп етер, Минең йәнем урамында өс-дүрт кеше байрам итер. Припев: Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма! Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
  • Ниңә инде килмәнең, Мине алып китмәнең? Йөрәгемдә яңған утты Ниңә инде һиҙмәнең? Мин бит һине күптән көттөм, Һөйөүеңде эҙләнем. Һинең ҡайнар йәштәреңде Күрергә теләмәнем. Припев: Һин бит миңә үҙең килмәнең, Ваҡытым юҡ тейеп. Шулаймы ни ? Һин бит мине үҙең һөймәнең, Башҡаны һөйәм тейеп. (2 раза) Ғәфү ит һин мине, иркәм, Онота алмам инде. Һиңә булған мөхәббәтем Йырҙарым булһын ине. Һинең тәүге ҡарашыңды, Хәҙер ҙә иҫкә алам. Иртәңге сәғәт биштәрҙә, Мин һиңә ҡуна барам. Припев: Һин бит миңә үҙең килмәнең, Ваҡытым юҡ тейеп. Шулаймы ни ? Һин бит мине үҙең һөймәнең, Башҡаны һөйәм тейеп. (2 раза) Мин бит һиңә үҙем килмәнем, Ваҡытым юҡ тейеп. Мин бит һине үҙем һөймәнем, Башҡаны һөйәм тейеп.
  • Һауаларҙы ярып осор өсөн Ныҡлы ҡанат кәрәк бөркөткә. Атай кәрәк, кәрәк балаларға Юл күрһәтер өсөн бәхеткә. Ҡушымта: Йәшәү көсө ҡайҙа,ҡайҙа атай, Ҡаяларҙа бөркөт ҡағына. Ҡаяларҙа бөркөт, ерҙә һине Моңға ғашиҡ улың һине һағына. Донья көтөр өсөн ярҙам итә Атайҙарҙың бирер кәңәше. Саңҡ-саңҡ иткән бөркөт балаһылай Ир егеттең тама күҙ йәше.
  • 1. Нисек йәшәргә беҙҙе бер кем дә өйрәтмәй, Ҡайҙа атларға беҙгә бер кем дә күрһәтмәй. Беҙҙең тормошто башҡалар һис тә үҙгәртмәй Тик беҙ белгәнде хәтерҙән башҡалар иҫләтмәй. Теләгән ереңде күрмәүең- һинең ғәйеп. Ышанма тормошҡа үткәнгә биреп хәйер. Үҙеңдән башҡалар бирмәҫтәр һиңә яуап Ни өсөн ятаһың бер үк һауаға ҡарап? Припев: Ҡыуанам! Был донъяға! Нимәнән, миңә ҡурҡырға!? Алдымда, бөтә донъя! Йүгерәм, уны тоторға! 2. Бер кем дә этмәҫ артыңдан һине үргә Тик һинең теләк кәрәк барын күрергә. Тормош калыпхыз- э хин янгыз уйынсы Йүгер бейеккй иң текә ҡаяны алғансы Һинең аҙымды бер кем дә ятып үлсәмәй, Яҙа баҫҡанһың тип бер кем һине әрләмәй Һин генә хөкөмсө үҙеңдең тормошоңда Үҙ ҡәләмең менән яҙ яҙмышыңды
  • Һиңә, тиеп, иркәм, Алма йыям, иртән. Көн дә һине көтәм, Күрешербеҙ микән? Татлы иренеңдә Алмаларҙың тәме. Наҙлы күҙҙәреңә Һыйған донъя йәме. Припев: Һөйөү алмалары, Ирендә- балдары, Татлы хуш еҫтәре, Ҡыҙыл, алдары… Һөйөү алмалары, Хистәрҙең ҡайнары- Яндыра, көйҙөрә Ғашиҡ йәндәрҙе. Һиңә, тиеп, иркәм, Алма йыям, иртән, Татлы йәрем булып Янда ҡалһаң икән. Һинең менән генә Минең донъям йәмле, Һөйөү илдәрендә Бергә ҡалайыҡ әле.
  • 1. Һорама, минән хәлең нисек тип һорама, сабыр итәм генә, Ә куңелем осрашыуҙар көтә һинең менән, йәнем. Аңла һин минең һөйөүемде, аңла һин минең һағышымды, Ҡош булһам осор инем һинең яндарыңа, йәнем. Ҡушымта: Эх, килһәйнең бөгөн минең яндарыма, Ләкин, йәнем минең, һин йыраҡта ғына, Һағынам һине, иркәм мин бик ныҡ һағынам, йәнем. Төнөн айға барып, асам мин йөрәкте, Уртаҡлашам уға ысын күңелемде, Белмәйем нимә, булды миңә мин белмәйем, йәнем. 2. Аңла һин минең һөйөүемде, аңла һин минең һағышымды, Ҡош булһам осор инем һинең яндарыңа, йәнем. Һорама, минән хәлең нисек тип һорама, сабыр итәм генә, Ә куңелем осрашыуҙар көтә һинең менән, йәнем. Ҡушымта: шул уҡ
  • ммм...лэйлэээ лэ лэ лэээ,лэ лэ лээй,лэ лэ лэй бына шулай юк иттек,хэзер араларзы кемдэр гена нисек ,тозэтер яраларзы купме инде алыштырам,урам калаларзы тик hаман агартмай,кунелдэ караларзы яман hуззэр hинэ,кабат янгырамас бэлки берэу йылыла,эйтеузэн арымас э мин алыстан,кире кайтыуым ярамас кайтыуым менэн hинен куззэр элеккесэ карамас хэтер тигэн нэмэне ,нисек кенэ юйырга hагыныузан hине, нисек кенэ тойорга оноторга тырышам, хыялдарзы йыйырга мэнге шулай булырмы? кемдер тейеш тыйырга hуз бир минэ йэнем,йэшенерга топ кэрэк анла инде мине, икебезга лэ кэрэк озалатма ыскындыр,hорай минен йорак анла инде мине,шулай тейеш шулай кэрэк оосааам,мин осааааам яныыннааа,янынаааа оосааам,мин осааааам яныыннааа,янынаааа тон яктарзан hине, кызганып маташам тоно буйы hине эзлап ,тоштэрем дэ hаташам тик нинэлер бер урында, югалып азашам ботаhе лэ якшы тейеп, уз узема алдашам зинhар минем исемемде ,йорагендэн сыйма тошомдэ янгылыш курешсэк утенэм мине тыйма хистэргэ хыянат итма,был азымга кылма уткэндэге упкэлэрзе, кунеленэ йыйма уяндым бына тагын, ин тамле урынында шундай итеп рэхэт, hинен кулья урында берга утэ инек ,енелендэ ауырында э ысынында шикланмаем, hин мине табырында куз йаштэрем минем ,касандыр бары бер кибер э шулай за йорак, мэнге hин тиеп тибер шунлыктан янына ,мин янынан осам бер кемгэ hине бирмэм ,мэнгелеккэ тип косам оосааам,мин осааааам яныыннааа,янынаааа оосааам,мин осааааам яныыннааа,янынаааа бына шулай юк иттек,хэзер араларзы кемдэр гена нисек ,тозэтер яраларзы купме инде алыштырам,урам калаларзы тик hаман агартмай,кунелдэ караларзы яман hуззэр hинэ,кабат янгырамас бэлки берэу йылыла,эйтеузэн арымас э мин алыстан,кире кайтыуым ярамас кайтыуым менэн hинен куззэр элеккесэ карамас ммм, лэйлэээ лэ лэ лэээ,лэ лэ лээй,лэ лэ лэй.....
  • 1. Аҡ ҡайындар араһына, Аҡ ҡайындар янына Кереп киттең һин йүгереп, Эй ҡағына-ҡағына. Һылыу - һының, аҡ - күлдәгең, Һин аҡлыҡҡа күмелдең. Күҙҙәремә һин үҙең дә Ҡайын булып күрендең. Припев: Ҡайһы ҡайын да, ҡайһы һин - Айыра алмай тик торам... Яңғыҙ ҡайынды ҡосҡанмын, Мин уны һин тип торам. 2. Ҡайындар менән шаярып, Оҙаҡлап уйнанығыҙ. Ахырыһы, мине бөтөнләй Күрмәй, тип уйланығыҙ. Һылыу - һының, аҡ - күлдәгең, Һин аҡлыҡҡа күмелдең. Күҙҙәремә һин үҙең дә Ҡайын булып күрендең. Припев: Ҡайһы ҡайын да, ҡайһы һин - Айыра алмай тик торам... Яңғыҙ ҡайынды ҡосҡанмын, Мин уны һин тип торам.