Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Популярные башкирские песни.
Страница 74

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Pop

Pop (современная популярная музыка) — область массовой культуры, охватывающая различные формы, жанры и стили развлекательной и прикладной музыки
  • 1.Яҙ ҡояшылай,күңлем түрендә, балҡыйһын һин. Көләс йөҙөңде,гел һағынам мин. Ҡуш-та: Шундай серле һинен күҙҙәрең Ғашиҡ булдым үлеп түҙмәнем Һин бит буйым етмәҫ хыялым Һөйәм тип әйтергә ҡыймайым 2.Әллә матурлыҡ алиһәһе һин,һылыуҡайым Йөрәгенә юл нисек табайым. Ҡуш-та: шул уҡ
  • Серле куҙҙэрен, алһыу йөҙҙәрен, Вәғ(ә)ҙә итәләр бәхет төндәрен. Наҙлы ҡарашын, ҡара ҡаштарын, Һалған уйҙарға башын күптәрҙен. Рәнйетмә, һин, оло мөхәббәтемде, Юҡ, өҙә күрмә, һин, минен өмөтөмдө! Һөйөү бит ул - Хоҙайҙын ин зур бүләге, Бергә булыу теләгем. Нинә янымдан урап үтәһен, Мин һине өҙлөп һөйәм, Ә һин ятҡа китәһен. Рәнйетмә, һин, оло мөхәббәтемде, Юҡ, өҙә күрмә, һин, минен өмөтөмдө! Һөйөү бит ул - Хоҙайҙын ин зур бүләге, Бергә булыу теләгем. Үпкәләмә, иркәм, бер ҙә юҡҡа, Алыштырма мине ятҡа, Рәнйетмә, һин, ин саф мөхәббәтемде, Һинә булған хистәрзе! Наҙлы һөйгән йәр, һинә юҡ тиндәр, Китмә, китмә! Рәнйетмә, һин, оло мөхәббәтемде, Юҡ, өҙә күрмә, һин, минен өмөтөмдө! Һөйөү бит ул - Хоҙайҙын ин зур бүләге, Бергә булыу теләгем.
  • Шәлкем нур төшһөн тәҙрәңә Буранлап ҡар яуғанда. Йылы хискә төрһөн һине Мине иҫкә алғанда. Шәлкем нур төшһөн тәҙрәңә Сәсеңә ҡар яуғанда. Йылы хискә төрһөн һине Мине иҫкә алғанда. Аҡ бурандар йәшлегеңә Саҡырырҙар алданма. Хыялый булыр инекме Яҙҙар яҙға ялғанһа Ҡыштарҙан һуң яҙ килә тип Алданмасе алданма. Ҡыштарҙан һуң сал ҡыштар бит Һандуғас юҡ таңдарҙа.
  • 1)Бер тапҡыр йәшәйбеҙ был донъяла Бер тапҡыр hөйөү тик була Осраттым ышандым Күңелдә ҡояш уянды Һин миңә аңлаттын бөтөн Ҡуш-та: А бәхет оса аҡошом булып Бәхет ата йэм сәскә булып Бәхет оса аҡошом булып Ҡанаттар йәйеп яңғрата 2) Һәр кеше мөхәббәт шул көтә Һәр кеше бәхеттәр эҙләй Мин hине бит таптым Рәхмәтлемен hиңә бәғерем Аңлаттың күрhәттең бөтөн Ҡуш-та: шул уҡ
  • Иркәләнеп йылы ҡосағымда, Сафлык бөркән йөрәгемә. Яҙҙын наҙлы Сәскәһе кеүек. Припев: И-е и-е Бар доньяға И-е и-е Нурҙар сәсеп, И-е и-е Гел йылмай һин, И-е и-е Бәләкәсем! Айға тиңдәш (айға айға) Һинең гүзәллеген. Һаҡлап ҡына Йөрөтөрмөн мин Аҙашмаҫка юлдар сатында Припев: И-е и-е Бар доньяға И-е и-е Нурҙар сәсеп, И-е и-е Гел йылмай һин, И-е и-е Бәләкәсем!
  • Күпме юлдар үттем был донъяла, күпте күрҙем, күпте кисерҙем. Әсәйемдең ҡулдарындай йылы, йомшаҡ ҡулдары бүтән күрмәнен. Припев: Балаҡайым тиеп, сәстәрҙән һыйпап, иркәләһә ине шул ҡулдар. Үбер инем шул ҡулдарҙы наҙлап, иң ҡәҙерле ҡулдар бит улар. Аңламаған саҡта бер кемдәр ҙә, аңлар инең мине hүҙhеҙ ҙә. Ҡулдарыңа алып ҡулдарымды йомшаҡ ҡына һыйпар инең дә. Припев: Балаҡайым тиеп, сәстәрҙән һыйпап, иркәләһә ине шул ҡулдар. Үбер инем шул ҡулдарҙы наҙлап, иң ҡәҙерле ҡулдар бит улар. Йөрәгемдең бар йылыһын ҡушып, йырлар инем һиңә йырымды. Һиңә генә hөйләр инем дә бит шатлығымды, ҡайғы-зарымды. Припев: Балаҡайым тиеп, сәстәрҙән һыйпап, иркәләһә ине шул ҡулдар. Үбер инем шул ҡулдарҙы наҙлап, иң ҡәҙерле ҡулдар бит улар. (Г.Миндигулов муз., Г.Рәшитова һүҙ.)
  • 1. Йөрәкте өҙҙөрөп Яңғыраны Мәктәптең иң һуңғы Ҡыңғырауы. Баласаҡ беҙҙән бөгөн китә, тик Һине юғалтаһым килмәй бит. Иҫеңдәме һиңә өҙгән инем Ишек алдынан роза сәскәһен. Яҙып ҡуйҙыҡ дәфтәрҙең битенә Яратабыҙ тиеп ғүмергә. Ҡушымта: Ә һин онотма Ә һин онотма Ә һин онотма Бергә йөрөгән саҡтарҙы Ә һин онотма Ә һин онотма Ә һин онотма Ҡайнар ҡосаҡтарҙы 2. Урамда һине оҙатҡан өсөн Малайҙар менән һуғышҡан инем Ҡулъяулыҡ менән һөрттөң битемдән Мин уны һаҡлаймын әле лә Яныма сығармағанда Әсәйең Ҡасҡан инек бергә Дәрестәрҙән Ул көндө тәүге тапҡыр һин бирҙең Татырға ирендәрең тәмен Беренсе һөйөү ҡабатланмаҫ бер ҡасанда Ашыҡма әле ваҡыт туҡта, зинһар, туҡта Ҡыңғырау сыңлай ниңә Беҙгә хушлашырға Йә инде, матурым, илама, һин илама. Ҡушымта: Ә һин онотма Ә һин онотма Ә һин онотма Бергә йөрөгән саҡтарҙы Ә һин онотма Ә һин онотма Ә һин онотма Ҡайнар ҡосаҡтарҙы
  • Ике йөрәк ҡауыша, күңелдә хистәр таша, Һоҡланабыҙ йәш парға, бәхет теләп уларға. Матур үтhендәр туй байрамдары, Шатлыҡҡа тулы ғүмер юлдары, Йәмле табында яҡын туғандар Тик изгелектәр генә теләйзәр. Аҡ сәскәләй күлдәктә Шат йылмая ҡыҙ бала Һөйгәненең янында Иң бәхетле донъяла Матур үтhендәр туй байрамдары, Шатлыҡҡа тулы ғүмер юлдары, Йәмле табында яҡын туғандар Тик изгелектәр генә теләйзәр.
  • Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. (2 раза) Беҙҙең менгән аттар – Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. (2 раза) Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр. (2 раза) (Р. Хәсәнов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • припев: Башҡортостан МВДһы, Халҡыбыҙ ғорурлығы. Изгелек, намыҫ өлгөһө һин, Башҡортостан МВДһы. 1.Мең бәләләр урап үтә беҙҙе, Ҡуш йөрәкле батырҙар барында. Ал-ял белмәй, үҙ йәнен аямай, Полиция тыныслыҡ һағында. припев: Башҡортостан МВДһы, Халҡыбыҙ ғорурлығы. Изгелек, намыҫ өлгөһө һин, Башҡортостан МВДһы. 2.Утты, һыуҙы кисһә лә бирешмәй, Көслөләргә илау ҙа килешмәй. Кемгә таяу, кемгә ярҙам кәрәк, Полиция - ышаныслы терәк. припев: Башҡортостан МВДһы, Халҡыбыҙ ғорурлығы. Изгелек, намыҫ өлгөһө һин, Башҡортостан МВДһы. 3.Өйҙә һеҙҙе көткән ғәзиздәргә Шатлыҡ булып, имен-һау ҡайтығыҙ. Ауыр хеҙмәт йөгөн тартһағыҙҙа, Яуызлыҡтан өҫтөн ҡалығыҙ. припев: Башҡортостан МВДһы, Халҡыбыҙ ғорурлығы. Изгелек, намыҫ өлгөһө һин, Башҡортостан МВДһы.
  • Алтын сәскә,нурлы сәскә Мөхәббәт гөлө көнбағыштар араһында тәү курҙем һине припев ҡояшым көнбағышым Һылыуым,күз нурым Һинең менән үтер инем Ғүмеремдең юлын Көнбағыштар араһынан Миңә үрелдең, Мөхәббәтем гөлө булып, Миңә күрендең припев: Көнбағыштар йылмаялар Ҡояш нурында Ярай әле hин осраның Минең юлымда припев
  • Йәмәлекәй тауы иң бейеге Ғәзиз ҡатайҙарҙың төйәге Башҡорттарҙың ҡатай йөҙөк ҡашы Башҡорттарҙың арҡа һөйәге. Анта-мынта тегендә тараҡ, балта билендә Ҡурай моңо янғырай Ямантау итәгендә. Тобол һыуҙарынан Иҙелгәсә Оло ялан балаҡатайҙар. Иҙел башы милләт башы булып Халҡым рухын улар һаҡлайҙар. Анта-мынта тегендә тараҡ, балта билендә Ҡурай моңо янғырай Ямантау итәгендә. Яныбайҙар, Заhир, Арыҫландар Милләтемде даңға сырланы. Быуаттарҙан азатлыҡҡа әйҙәй Башҡорттарҙың ҡатай ораны Анта-мынта тегендә тараҡ, балта билендә Ҡурай моңо янғырай Ямантау итәгендә.
  • Уҡырға индек беҙ икәү бергә, Юғары белем кәрәк тип оҙатып ҡалды атай-әсәйҙәр, Ә мин уҡыу күрмәйем, һине генә уйлайым, Яратам бит, белмәйем, белмәйем. припев: Ҡараштарым менән, бәләкәсем, эҙләйем Наҙлы күҙҙәреңде текләп-текләп күҙләйем, Уйҙарымда тик һин, хыялым шулай уҡ һин, Бары үҙең генә һөйөүемде күрмәйһең. Бына беренсе курс үтеп китте, минең түҙемлек бөттө, Юҡ иттең бөтөнләй минең өмөттө, Ә мин һаман ҡуймайым, күҙ алдындан китмәйең, Яратам бит, белмәйем,белмәйем припев: Ҡараштарым менән, бәләкәсем, эҙләйем Наҙлы күҙҙәреңде текләп-текләп күҙләйем, Уйҙарымда тик һин, хыялым шулай уҡ һин, Бары үҙең генә һөйөүемде күрмәйһең. (2 раза)
  • Ҡояш нурҙары яҡтыртып ерҙе, Һөйгән йәрем менән осраштырҙы беҙҙе Таңдар атҡансы мин Йондоҙҙарға йырлайым, Һине генә уйлап ҡояш ҡаршылайым Бар донъяны урап Осоп сығырҙай булам, Йылы ҡосағыңда Ирер булам припев Йондоҙарға йырлайым (4раза) Кил бөгөн,йәнем, Мин һине көтәм, Тик һиңә генә Йөрәк серем сисәм