Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 23

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Артта ҡалды, тәүге һөйөү Һинһеҙ йылдар үтәләр Әйтер һүҙҙә, минең күҙҙәр Һине һаман көтәләр Яҙҙар һайын, сәскә өҙҙөм Мине ғәфү итегеҙ Яҙҙар һайын, ҡайтһам ҡоштай Минән сәләм әйтегеҙ Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Шул яҙҙарҙа, ниңә өҙҙөң Тауҙа үҫкән гөлдәрҙе Ниңә инде, ниңә түҙҙем Һиңә әйтмәй һүҙҙәрҙе Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем
  • Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә, Йугереп уйнай тулҡындар Дим өҫтөндә. Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр. Аҡсарлаҡҡа оҡшап яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр. Көр тауышым яңғрата матур йырҙар, Танға ҡалып тыңлай, ай, тын туғайҙар. Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар Сайҡалғанда кәмәләр. Башҡа килде ҡайнар, дәртле уйҙар Сайҡалғанда кәмәләр. Елдәр иҫте, hыу өҫтөн hырландырып, Иркәм сәсен тулҡындай тирбәлдереп. Һоҡландылар, ахры, беҙҙе ҡуреп, Сайҡалдылар кәмәләр. Һоҡландылар, ахры, беҙҙе ҡуреп, Сайҡалдылар кәмәләр. Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә, Йугереп уйнай тулҡындар Дим өҫтөндә. Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр. Аҡсарлаҡҡа оҡшап яр ситендә Сайҡалалар кәмәләр.
  • 1.Борма-борма юлдар буйлап Киленкәй һыуға бара. Шишмәләргә һыу башлауҙан Борондан ҡалған йола. Припев Киленкәйем һыуға бара Көйәнтәһе алмалы Алма кеүек киленкәйҙең Билкәйҙәре талмаһын. 2.Киленкәйҙең көйәнтәһе Һығылмалы алмалы Күлдә йөҙгән аҡҡошмы ни Һоҡланмаған ҡалманы Припев Килҽнкәйем һыуға бара Көйәнтәһе алмалы Алма кеүек килҽнкәйҙең Билкәйҙәре талмаһын. 3.Йәм өҫтөнә йәмдәр өҫтәп Килен төшә алыҫтан Яңғыҙ, парһыҙ йөрәктәрҙе Һалып һары һағышҡа Припев Киленкәйем һыуға бара, Көйәнтәһе алмалы. Алма кеүек киленкәйҙең Билкәйҙәре талмаһын.
  • Ерҙә тормош шулай ҡоролған: Хоҙай бабай беҙгә парҙар ебәргән. Осрашһындар, табышһындар, Яратышып ҡауышһындар, Бәхеттәре үҙ ҡулында тигән. Припев: Туй! Туй! Туй! Тәҙрәңде асып ҡуй. Туй ҡото керһен һәр бер өйгә. Туй! Туй! Туй! Теләктәрен әйтеп ҡуй. Йөрәктәр типһен мәңге бергә. (х2) Ерҙә һеҙҙе фәрештәләр осраштырған, Ә йондоҙҙар һауаларҙа ҡауыштырған. Мөхәббәте ныҡ һаҡлағыҙ, Бәхеттәрҙе юғалтмағыҙ, Ғүмер юлын бергә тигеҙ атлағыҙ. Припев: Туй! Туй! Туй! Тәҙрәңде асып ҡуй. Туй ҡото керһен һәр бер өйгә. Туй! Туй! Туй! Теләктәрен әйтеп ҡуй. Йөрәктәр типһен мәңге бергә. (х2) Ерҙә тормош шулай ҡоролған: Хоҙай бабай беҙгә парҙар ебәргән. Һин – минеке, йәрем, тиеп, Мин – һинеке, йәнем, тиеп Йәшәгеҙ һөйөп-һөйөлөп тигән. Припев: Туй! Туй! Туй! Тәҙрәңде асып ҡуй. Туй ҡото керһен һәр бер өйгә. Туй! Туй! Туй! Теләктәрен әйтеп ҡуй. Йөрәктәр типһен мәңге бергә. (х2)
  • Бер мәл генә бит ул был ғүмеркәй, Йәшәгеҙ һеҙ күреп мәңгелектәй. Парлы булһын юлдар, йырлы булһын йылдар, Һәр көнөгөҙ үтһен туй көнөләй. Ҡушымта : Пар сейәкәй матур тәлгәш менән, Туйҙар матур кейәү-кәләш менән, Ҡарап күҙҙәр туймай, һөйөнөп күңел тынмай, Пар сейәләй һеҙ ҙә йәнәш килгән. Һайрап ҡына торор һандуғас һеҙ, Наҙлап ҡына йөҙөр пар аҡҡош һеҙ. Күҙҙәрегеҙ нурлы, мөхәббәткә тулы, Был тормошто биҙәр бер балҡыш һеҙ. Ҡушымта: Пар сейәкәй матур тәлгәш менән, Туйҙар матур кейәү-кәләш менән, Ҡарап күҙҙәр туймай, һөйөнөп күңел тынмай, Пар сейәләй һеҙ ҙә йәнәш килгән. Һайрап ҡына торор һандуғас һеҙ Наҙлап ҡына йөрөр пар аҡҡош һеҙ Күҙҙәрегеҙ нурлы мөхәббәткә тулы Был тормошто ьизэр6бер балҡыш һеҙ! Ҡушымта: Пар сейәкәй матур тәлгәш менән, Туйҙар матур кейәү-кәләш менән, Ҡарап күҙҙәр туймай, һөйөнөп күңел тынмай, Пар сейәләй һеҙ ҙә йәнәш килгән Бергә еңеп килер ауырлыҡты, Һоҡландырып бөтә тирә-яҡты, Йәшәгеҙ һеҙ көлөп, тормош тәмен белеп, Мөхәббәткә күмеп уртаҡ йортто. Ҡушымта : Пар сейәкәй матур тәлгәш менән, Туйҙар матур кейәү-кәләш менән, Ҡарап күҙҙәр туймай, һөйөнөп күңел тынмай, Пар сейәләй һеҙ ҙә йәнәш килгән.
  • 1. Яҙ турында көй сығарып Тағы тамды тамсылар Әллә шатлыҡ йәше булып Күҙҙәремдән тамдылар Ҡушымта: Султылдашып тамсы тама Сиртеп көмөш ҡылдарын Яҙҙы ғына һағындырып Әйләнәләр йылдарым 2. Йырлай йырлай тамсы тамһа Ерҙә гөлдәр уяныр Һөймәҫтәңдә һөйөр яҙҙар Уйланмаҫтан уйланып Ҡушымта: 3. Күңелемә тамсы менән Яуым ямғыр яуҙырһын Ғашиҡ итеп яҙҙар тағы Аҡылдарҙан яҙҙырһын
  • 1 Һин һөйөклөм, һин бҽрҙән-бҽрҽм Минҽң йәнҽм, йөрәгҽм Ғүмҽр бирҽп үҫтҽргән кҽшҽм иң ҡәҙҽрлҽм, Әсәйҽм. ҡушымта Зинһар Әсәй миңә үпкәләмә Һинһҽҙ үткәрҽлгән көндәрҽмә Ауыр хәлдә әйткән һүҙҙәрҽмә Ғәфү ит Әсәй ,үпкәләмә. 2 Һин йымайһаң шатлана йәнҽм Тик күҙ йәштәрҽңдҽ лә күрҙҽм Әйткән һүҙҙәрҽңдҽн дөрөҫлөгҽн Үҙҽм Әсәй булғас ҡына бҽлдҽм. 3 Иң ҡәҙҽрлҽм, һин бҽрҙән-бҽрҽм Минҽң йәнҽм, Әсәйҽм Булһын йырым һиңә бүләгҽм Рәхмәт һиңә, һөйөклөм.
  • Был донъяла һин булмаһаң, Бер минут тормаҫ инем. Һинһеҙ йәшәү мәғәнәһе лә Һис кенә булмаҫ ине. припев: Һинең һөйөп йөрөүеңде һиҙәм, Уттар йотоп йөрөүеңде — Һиҙәм, күрәм, беләм. (2 раза) Хоҙай миңә һине яратҡан, Һин минең өсөн тыуған. Кемдең кемгә булырын да Маңлайҙарға яҙылған. припев: Һинең һөйөп йөрөүеңде һиҙәм, Уттар йотоп йөрөүеңде — Һиҙәм, күрәм, беләм. (2 раза) Мөғжизәле һөйөү илендә Өсөнсөгә урын юҡ. Һәр беребеҙҙең бер миҙгеле - Мең ғүмергә торорлоҡ. припев: Һинең һөйөп йөрөүеңде һиҙәм, Уттар йотоп йөрөүеңде — Һиҙәм, күрәм, беләм. (2 раза) (Ф.Килдеғолов муз., Р. Сурағол һүҙ.)
  • 1.Һөйгән йәрем, ни өсөн һин Бер һүҙ өндәшмәйһең? Ни өсөн һин ҡапыл улай Миңә үсеккәңһең? Һин ышандың әхирәткә, Ялған һүҙҙәремә. Беҙҙе теләй айырырға. Ҡушымта: Мөхәббәтем минең, Ҡояшҡайым, йәнем, Һин генә минем уйҙарымда. Һине мин яратам, Юғалтырға ҡурҡам. Зинхар, бәғерем, шуны аңла. 2.Мөхәббәтем, юҡ, ышанма Һин әхирәтеңә. Был донъяла тик һин генә Иң ҡәҙерлем миңә. Әгәр, йәнем, һин теләһәң Ошо йондоҙҙарҙы, Бүләк итеп алып бирәм мин.
  • Күктән ай ҡарай, мине һағалай Ете йондоҙҙо ла минән ул аралай Төштәремә инә, йөрәкте хис итә Хыялый ҙа итә Һауала ете ҡыҙ, күҙҙәре утлы ҡыҙ Йыһан араларҙа, көтәмен янымда Күккә мин ҡарайым, айҙы ла аңлайым Меңдәр ғашиҡтар был етегән ҡыҙға Тик мин өмөт итәм хыялымды өҙмәй Ошо ерҙә көтәм
  • Куплет: Ҡыҙыҡ түгел был донъя ла саф хис булмаһа, Йәнгә рәхәт әғәр кемдер һине генә уйлаһа предприпев: Бар юҡтан шатландырһа Ҡанатландырһа припев: Мин бәхетле яратам тип әйтер кешем бар Мөхәббәтһеҙ киң донъялар була бит ул тар Ишетһендәр бөтәһе лә донъя яңғыратам Онотолоп, хыялланып һине яратам Куплет: Осам һинең яндарыңа иркәм мине ҡаршы ал Бары һинең ҡосағыңда йөрәгемә ял предприпев: Ҡулыңды ҡулыма һал Мәңғелеккә ҡал припев: Мин бәхетле яратам тип әйтер кешем бар Мөхәббәтһеҙ киң донъялар була бит ул тар Ишетһендәр бөтәһе лә донъя яңғыратам Онотолоп, хыялланып һине яратам
  • Сабып сығып Сал быуаттар аша Сап сындырып суйын саптары Оран һалып илгә Салауат Мәнгелеккә Әй ҙәй саптары Ай һайын Салауат тыуған ерҙен ҡото Ай һай Салауат тыуған ерҙен уты Ай һайын Салауат башҡортымдың ҡаны Ай һай Салауат уҙ һалҡынды даны Аҡмағандай кире ағиҙелкәй супмәгәндәй ергә Урал тау Салауатың йыры илдә тыумаҫ Енә алмаҫ рухын ҡорал тау Си ил дошмандар үҙе һалҡынды Юлдарына күпме таш өйрәнеү Батшаларға башын эймәгәнде Сит яҡтарға башҡорт баш эймәҫ
  • Алтын сәскә,нурлы сәскә Мөхәббәт гөлө көнбағыштар араһында тәү курҙем һине припев ҡояшым көнбағышым Һылыуым,күз нурым Һинең менән үтер инем Ғүмеремдең юлын Көнбағыштар араһынан Миңә үрелдең, Мөхәббәтем гөлө булып, Миңә күрендең припев: Көнбағыштар йылмаялар Ҡояш нурында Ярай әле hин осраның Минең юлымда припев