Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 24

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Беҙ йөрөгән һуҡмаҡтарға күптән инде ҡарҙар яуған. Янып бөткән усаҡтар ҙа, тик йәшлегем иҫтә ҡалған. Хәтеремдә йәшлектәге танышыуҙар, осрашыуҙар. Таң алдынан йырлашыуҙар, өйгә тиклем оҙатыуҙар. Припев Йәшлегемә ҡайтам әле, Бер йырлап уҙам әле. Йөрәгемдең әрнеүҙәре, Бәлки, баҫылыр хәҙер. (2 раза) Һөйәм тиеп, көтәм тиеп, Әйткән һүҙҙәр ҡабатланмай. Үтте бит ул тиһәләр ҙә, Юк, йәшлегем онотолмай. Припев Йәшлегемә ҡайтам әле, Бер йырлап уҙам әле. Йөрәгемдең әрнеүҙәре, Бәлки, баҫылыр хәҙер. (2 раза)
  • А за окном холода одинокие Я ловлю голоса телефонные И по радио слушаю музыку И снова думаю о тебе Рука об руку шли годы долгие Дороги, дороги далекие Все эти разговоры короткие Про меня и о тебе Ведь он тебя не любит И точно не поймёт Легко так позабудет И с другой уйдёт Ведь он тебя не любит Он просто идиот Ведь он тебя не любит Такую не найдёт Ведь он тебя не любит И точно не поймёт Легко так позабудет И с другой уйдёт Ведь он тебя не любит Он просто идиот Ведь он тебя не любит Такую не найдёт Скажут раз, скажут два Успокойтесь уже люди Это всё не про нас Ну куда уж хуже будет Вы завидовали молча Где-то стоя в стороне Так же продолжайте тихо Думать что-то обо мне Но она одна такая Лучше всех её я знаю И то, о чем там скажут люди Да пусть их всех Бог осудит Ведь он тебя не любит И точно не поймёт Легко так позабудет И с другой уйдёт Ведь он тебя не любит Он просто идиот Ведь он тебя не любит Такую не найдёт Ведь он тебя не любит И точно не поймёт Легко так позабудет И с другой уйдёт Ведь он тебя не любит Он просто идиот Ведь он тебя не любит Такую не найдёт
  • Йәшлегем, йәшлек йылдарым, Ҡайҙа һуң һеҙ, ҡайҙа һеҙ? Эҙләһәм дә, табалмайым, Өндәшһәм дә файҙаһыҙ. Эҙләй-эҙләй йәшлегемде, Артығыҙҙан йүгерҙем. Ҡайҙа һуң һеҙ, унһигеҙем, Унтуғыҙым, егермем? Онотмайым йәшлегемде Сәстәргә сал керһә лә. Ҡайтарығыҙ йәшлегемде Аҙға ғына булһа ла. Эҙләй-эҙләй йәшлегемде, Артығыҙҙан йүгерҙем. Ҡайҙа һуң һеҙ, унһигеҙем, Унтуғыҙым, егермем? Йәшлегем, һис юғында һин Йышраҡ иҫкә төшһәнә. Йәшәреп киткәндәй булам Йәшлек иҫкә төшкәндә. Эҙләй-эҙләй йәшлегемде, Артығыҙҙан йүгерҙем. Ҡайҙа һуң һеҙ, унһигеҙем, Унтуғыҙым, егермем?
  • Ал мине лә үҙең менән бергә, Китә күрмә яңғыҙ ҡалдырып. Айырылып ҡалған аҡҡош һымаҡ, Мин йөрөрмөн яңғыҙ ҡаңғырып. Өҙә күрмә бергә һыуҙар һипкән, Иркәләгән наҙлы гөлөңдө. Ул һулыһа, башҡа мең гөлдәрҙә Биҙәй алмаҫ минең түремде. Китә күрмә көн-төн дөрләп янған Усағыңды тапап, һүндереп. Өшөгәндә кемгә һыйынырмын, Хәлдәремде белер, кем килер?
  • Күҙҙәреңә баҡһам, мин тан ҡалам, Айҙай көләс, яҡты йөҙҙэрең, Ә мин һине гиҙеп асмандарҙы, Нисә йылдар, нисә йылдар, Нисә йылдар, нисә йылдар Зарығып эҙләнем. Припев: Айһылыуым - айым, затым, наҙым Үҙе моңһоу, үҙе тәкәббер Эй, тулған Ай, фатихаһыҙ итмә, итмә Ғүмерлеккә етер һөйөү бит. (2 раза)
  • Һинең ҡулда - минең күңел айым, Һин, күрәһең, ғашиҡ янымдыр (2 раза) Тау шишмәһе йөрәк моңоң тыңлай Ярһып аҡҡан ҡайнар ҡаныңды (2 раза) Ишетмәгән шишмә бындай моңдо Янып ҡалған тәрән һулышта (2 раза), Йә, Хоҙайым, нисә быуат ағып, Тәү тапҡыр мин тыңдыл һағышта (2 раза) Һинең йөрәк - минең күңел ҡылы, Ҡайһын сиртһәң, шуйдай моң сыға (2 раза) Моңдо тыңлап, йондоҙҙарым-айым Әйләндергән икән тамсыға (2 раза), Моңдо тыңлап, Моңдо тыңлап, йондоҙҙарым-айым Әйләндергән икән тамсыға.
  • Күктә йондоҙ матур, hин ерҙә, Һин йылмайhаң, гүйә, нур яуа. Һинең хаҡта, минең фәрештәм, Күңелемдә hәр көн йыр тыуа. Припев Һин серле яҙым, бәхетем, наҙым, Серле йондоҙом, минең күҙ нурым. Һине hағынам, hиңә табынам, Кил яндарыма, килсе, фәрештәм. Төштәремдә бөгөн мин күрҙем: Йондоҙ ямғырында ҡойондом Хыялдарыңа хыял үрҙем. Эй, hөйөклөм, изге фөрештәм. Припев Һин серле яҙым, бәхетем, наҙым, Серле йондоҙом, минең күҙ нурым. Һине hағынам, hиңә табынам, Кил яндарыма, килсе, фәрештәм.
  • Ышанма көҙгө ямғырға, Хистәр йылыһын hүндерер. Беҙҙең hөйөү - яҙғы сәскә. Һулытhаҡ, нисек терелер? Томанда аҙашып аймылышты әллә юлдарыбыҙ. Моңhоу был тынлыҡта, йәнем, hин ҡайҙа? Сорналып hағышҡа күңелеңде астыңмы ямғырға? Тамсы күҙ йәштәрең битемә тама. Ышанма көҙгө ямғырға, Хистәр йылыhын hүндерер. Беҙҙең hөйөү - яҙғы сәскә. Һулытhаҡ нисек терелер? Таныш hуҡмаҡтарҙан эҙҙәреңде эҙләп таба алмайым. Ниҙәр булды беҙгә аңлай алмайым Япраҡтар шыбырлап өндәшәләр кеүек йөрәгемә: Бирмә hөйгәнеңде беҙҙең миҙгелгә. Ышанма көҙгә ямғырға, Хистәр йылыhын hүндерер. Беҙҙең hөйөү - яҙғы сәскә, Һулытhаҡ нисек терелер?
  • Урамда килеп барабыҙ, Һәм тундырмалар ялайбыҙ, Өс амбал килеп сыҡты ла Ҡапыл миңә бәйләнде лә. Нимә эшләргә уйлайым, Мин бит һуғыша белмәйем, Хасан трус - һин уйлаһын, Торама үҙем ҡалтырайың Кия-кия! һин ҡысҡырып ебәрҙең, Кия-кия! һин һуғыша башланың, Кия-кия! танауына күҙенә - Улар яталар ерҙә Аптырап карап торам, Бэгерем, круто һуғышаһың, Улар илайҙар, ҡасалар, Ә һин һаман туктамайһын, Тик оҙаҡ миңә һөйләһен Һин ете йыл йөрөгәнен Каратэ түңәрәгенэ, Хэзер ҡурҡам һиңә генә! Кия-кия! һин ҡысҡырып ебәрзең, Кия-кия! һин һуғыша башланың, Кия-кия! танауына, күҙенә - Улар яталар ерҙә Туй утәһә беҙ бергәбеҙ, Бер ғаилә булып йэшэйбеҙ, Һин телевизор карайһын, Ә мин керҙәрҙе саямын, Иҙән, посуда йыуамын, Һәм ашарға бешерәмен, Ул эштәрҙе эшлэмәһә Алдыма килеп басаһың Кия-кия! һин ҡысҡырып ебәрәң Кия-кия! крутой прием күрһәтәң Кия-кия! танауыма, күҙемә - Һәм мин ятам иҙәндә!
  • Тышаулы түгел аяғың, һин бит азат, Тик йәнә эйәрә алмай. Ҡалдың ҡарап, остолар ҡоштарың. Таратты ел тауыштарын. припев: Хыял саҡыра тағы ла! Йөрәгең талпынһа, Осорға тартынма Ҡоштарҙың артынан! Ҡанатын ҡырҡма ниәттен, уят дәртен, Үҙеңдәң башҡа яҙмышты. Кем үҙгәртһен: иркенлек күктәрҙә - Кәртәләр юҡ, юҡ сиктәр ҙә! припев: Хыял саҡыра тағы ла! Йөрәгең талпынһа, Осорға тартынма Ҡоштарҙың артынан! (Р. Ниғмәтов муз., Г. Хәлфетдинова һүҙ. 2019)
  • 1. Ябай һалдат альбомында Бер рәсем әсир итте Дуҫым серле йылмайып, Минең һеңлем, яҡташ, тине. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым Эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, Яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. 2. Хат бәйләне арабыҙҙы, Ғашиҡ йөрәк шатланды. Күңелемде һин биләнең, Мөхәббәт ҡанатланды. Алыҫ ерҙә, сит тарафта, Саф һөйөү килде миңә. Мин ҡайтырмын, яндарыңа, Йәнкиҫәгем, көт кенә. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым Эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, Яуап яҙҙың һин миңә.
  • 1)Ҡойоп ямғыр яуғайны ул төндө. Һин ҡушылып иланың, иланың. Йәш-йәш тама күҙҙәремдән, йәлләмә. Үҙең һайлаған йәрҙе, һөй әйҙә. Ҡушымта: Һин аңларһың, аңларһың, һуңлап ҡына. Тик бер күрешеү өсөн, өҙөлөр йөрәгең, тик булмаҫ кәрәгең. Һин-һин күңелдән үҙең, ҡабыҙып һүндергән, йондоҙҙо эҙләйһең. Мөхәббәтте ваҡыт йәшерҙе, йәнем. 2)Күңел әрнеп һыҙлауын күрһәтмәм. Һарғайһам да һағынып, һағынып. Юҡ-юҡ юлһыҙ юғалайыҡ ямғырҙа. Тамсы йөрәккә ҡамсы, ҡас һин. Ҡушымта: Һин аңларһың, аңларһың, һуңлап ҡына. Тик бер күрешеү өсөн, өҙөлөр йөрәгең, тик булмаҫ кәрәгең. Һин-һин күңелдән үҙең, ҡабыҙып һүндергән, йондоҙҙо эҙләйһең. Мөхәббәтте ваҡыт йәшерҙе, йәнем.