Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 36

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Ниңә шулай иркә һинең кулың, ҡарашыңдан ирей йөрәгем. Мөхәббәтем нурҙарына тулып ҡосағыңда килә үләһе. Припев: Ирендәрең һинең балдай тәмле, һулыштары гөлдәр иленән Ҡаршы алған таңдар ниндәй йәмле, ниндәй йәмле! Сигелгәндәй ҡоштар теленән. Ирмәҫ бала кеүек иркәләнеп, ҡосағыңа кереп һыйынам. Һөйөү моңдарында тирбәләнеп... тирбәләнеп Ҡарашыңа ғына бойһонам. Припев: Ирендәрең һинең балдай тәмле, балдай тәмле. һулыштары гөлдәр иленән. Ҡаршы алған таңдар ниндәй йәмле, ниндәй йәмле! Сигелгәндәй ҡоштар теленән. (2 раза)
  • 1)Беҙ тыуғанбыҙ был донъяға Тормош аҫылын аңларға Төп мәғәнәһен эҙләп табырға. Тормош серҙәре тәрәндә Уның серҙәрен сисергә Йәшәй-йәшәй бит кеше өйрәнә. пр: Йәшәйбеҙ -йәшәйбеҙ донъя көтәбеҙ, Тормоштың ҡатмарлы юлын үтәбеҙ, Ҡаршылыҡтарға ҡарамай, Һынауҙарында һынатмай Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. 2)Яҡшылыҡтар күп эшләһәк, Төшөшкөлөккә төшмәһәк, Дуҫ-иштәрҙең йыш хәлен белешһәк, Үпкәләмәһәк юҡ-барға, Тормош боролор уңайға Зарланыуҙардан юҡ бит бер файҙа. 3)Эҙләйбеҙ ерҙә бәхетте, Өҙмәйбеҙ бер ҙә өмөттө, Белмәйбеҙ беҙ бит үтә бәхетле. Йәшәргә тыуған илем бар, Яратҡан яҡын кешем бар, Эшләргә эшем, ашар ашым бар.
  • Үткәндәрҙән үкҽнҽстәр ҡалған Үҙәктәргә үтҽп көйөүҙән Һөйөүҽмдән һинҽ мәхрүм итҽп Үҙҽм мәхрүм булдым һөйөүҙән Шәфәҡтәрғә шәмдәл булып ҡунған хистәрҙҽң янып көйөүҙҽ ҡәбҽрҽнә сәскә һалыр инҽң Үҙҽң һәләк иткән һөйөүҙҽң икәү яҡҡан усаҡ һүнгән индҽ Көл гҽнәһҽн ҽлдәр тарата Һөйөү бит ул ошо усаҡ төҫлө Ялҡын өҫтәгәндҽ ярата Кайтар хоҙай минҽ үткәндәргә Шул хистәрҙҽ килә кисҽргҽм Был донъяла шарап эсҽп түгҽл Мөхәббәтән килә иҫҽргҽм Үткәндәрҙән үкҽнҽстәр ҡалған Үҙәктәрҙән үтҽп көйөүҙән Һөйөүҽмдән һинҽ мәхрүм итҽп Үҙҽм мәхрүм булдым һөйөүҙән икәү яҡҡан усаҡ һүнгән индҽ Көл гҽнәһҽн ҽлдәр тарата Һөйөү бит ул ошо усаҡ төҫлө Ялҡын өҫтәгәндҽ ярата
  • Килде көткән яҙҙар, Күңел тулы наҙҙар, Киң яландар гөлгә күмелә. Үткәндәрҙе уйлап, Бер аҙ яман һулап, Килдем әле аҡҡош күленә. Аҡҡош күле тоноҡ, Тирә-яғы тымыҡ, Сер һөйләшә зифа ҡамыштар. Һис кенә лә тыңмай, Ҡолағымда сыңлай Таныш моңдар, таныш тауыштар. Бәлки килерһең тип, Килһәң, күрерһең тип, Яр башында усаҡ ҡабыҙҙым. Пар аҡҡоштар һыуҙа Ғорур йөҙөп уҙа, Ә мин ярҙа япа-яңғыҙым. (Роза Сәхәүетдинова көйө, Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре)
  • Һин ураған юлды мин урайым, Эҙҙәреңә түгәм күҙ нурын. Һин һулаған яҙҙы мин һулайым, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым? Һин һөйәлгән талға мин һөйәләм, Бөрөләргә ҡоям күҙ нурын. Һин һөйөлгән елгә мин һөйөләм, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым? Кемдәр генә аңлар хистәремде, Тоноҡланһа яҡты күҙ нурым? Елдәр генә һөйә сәстәремде, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
  • 1.Әкрен генә һиҙҙермәйсә, Йәшлек ғүмерем үтә, Куңелем һис тә ҡартаймай hаман да ниҙер көтә. ҡушымта Картаямы ни һүң йөрәк, Маңлайҙар һырланһа ла, Yтте йәшлек йүләрлек тип Йырҙарҙа йырланһа ла. 2.Әллә ғашик булдым инде Йәшләй һөйгән йәр кеүек, Әйтерһендә берәү килеп Иркәләр, һөйәр кеуек. 3.Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр, Була ул hәркемдә лә. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай Олоғайған көндәрҙә лә.
  • 1. Мин бәхетле һинең янда Бәхет бит ул тик бергә Шатлыҡ ҡыуаныстар менән, Йәшәһәксе ғүмергә(2) припев Күҙҙҙәребеҙ- күҙҙәрҙә Ҡулдарыбыҙ- ҡулдарҙа Мөхәббәт яҡты йондоҙ ул, Тормош тигән юлдарҙа. 2. Һинең яҡты ҡарашың да Күңелемде күтәрә Бергә еңел, бергә рәхәт Һынауҙарҙы үтәргә(2) Припев (2). 3. Миңә бит ул -һин кәрәк Һиңә бит ул- мин кәрәк Йәшәһәксе гөрләп кенә Һәр ваҡыт булып терәк
  • 1. Таң әтәстәре ҡысҡыра, Әллә таң ата микән? Тәҙерәнән ҡарап ҡалды, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Әллә ярата микән? 2. Тәҙерәнән ҡарайһың да, Ҡарап кемде таныйһың? Ҡарап күҙең талдырғансы, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Ник саҡырып алмайһың? 3. Тәҙерә төбөм ҡаты бал, Ашайһың килһә ватып ал. Һөйөүҙәрең ысындан булһа, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Тәҙерәнән тартып ал.
  • Ҡараштарың өтә күңелде, Яндыра, көйҙөрә. Юғалтамын кеүек үҙемде Бәхетһеҙ һөйөүҙә... Мең яралы яңғыҙ йөрәк Бер ҡасан да онот(а) алмаҫ Наҙлы хистәреҢде, йәнем Припев: Яратҡайным һине, йәнем Нурлы күҙҙәреңде, Яҡты күңелеңде, Сағыу йондоҙ бул һин,һүнмә Ә мин яратырмын Яратырмын 2.Иҫтән сыҡмай,сыҡмай үткәндәр, Йөрәкте телгеләй, Һин шатлығым инең, ә хәҙер Яндыраң тереләй... Мең яралы яңғыҙ йөрәк Бер ҡасан да онота алмаҫ Наҙлы хистәреңде, йәнем
  • Һин яраттың, тик мин генә Һине ярата алманым. Бәлки үҙең ғәйеплелер - Мине ҡарата алманың. Йөрәгеңдең ялҡындарын Юҡ, һин тарата алманың. Мине үлеп яратһаң да, Һине ярата алманым. Үҙгәртә алмайым бит үҙемде, Хаталанма, үтенәм. Һин яраттың, тик мин генә Яратмайым, тип үкенмәм. Үпкәләмә, ярата алмайым, Үҙ йондоҙоң табырһың. Мөхәббәттең усағында Бер саҡ дөрләп янырһың. Бәхетеңде табырһың һин, Һине ярата алманым, Һандуғаслы күңелеңдә Таң булып ата алманым, Һине ярата алманым,
  • 1 куплет Күҙҙәреңде хәтерләтә Күктәге серле йондоҙҙар. Хыялдарым һиңә илтә Булһа ла урау ҡатмарлы юлдар. Уйҙарымда ишегеңде асам, Яҡты йөҙөң балҡый ҡаршымда. Һин һағынғаң, мин дә һағынғам, Иретермен ҡайнар ҡосағымда. . Ҡушымта Йөрәк ашҡына, күң(е)лем талпына Һинең яныңа ҡоштай осоп барырға. Йыраҡ аралар артта ҡалдылар, Иркәм, ҡаршы ал: мин килдем! . 2 куплет Таң яҡтыһы һыҙылғанда Күҙәтәм татлы йоҡоңдо. Икебеҙ төрлө булһаҡ та Уртаҡ шул уйҙар, уртаҡ шул тойғо. Һиңә булған мөхәбәт сафлығы Йылдар ағымына бирешмәҫ. Һин һаҡларһың, мин дә һаҡлармын Беҙгә яҙмыш биргән матур хисте. . Ҡушымта Йөрәк ашҡына, күң(е)лем талпына Һинең яныңа ҡоштай осоп барырға. Йыраҡ аралар артта ҡалдылар, Иркәм, ҡаршы ал: мин килдем!
  • Төшөмдә, өнөмдә булһаң йәнем, ҡайҙа булһаң да Ҡанатлы ҡош булып, осар инем һинең яныңа Кил һин йыуатырға күңелемде Бел һин минең өсөн кәрәгеңде Бул һин аңлай торған йөрәгемде Һин, һин асам һиңә тик серҙәремде Иртәһен, кисен дә булыйыҡ бергә бергә ғүмергә Мөхәббәт ут-ялҡын, ризамын шул утта янып көйөргә Кил һин йыуатырға күңелемде Бел һин минең өсөн кәрәгеңде Бул һин аңлай торған йөрәгемде Һин, һин асам һиңә тик серҙәремде Моңом да, йырым да бар(ы)һы һиңә, кәрәк һин миңә Аңлайым тиһәң мине ,тып-тын ҡалып йәнемде тыңла Кил һин йыуатырға күңелемде Бел һин минең өсөн кәрәгеңде Бул һин аңлай торған йөрәгемде Һин, һин асам һиңә тик серҙәремде
  • Ҡушымта: Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һинең өсөн ғүмеремде бирер инем матурым! Мәңгелеккә ғашиҡ булдым ,бәләкәсем ,күҙ нурым Бер ҡарашың ниҙәр тора,осор инем күктәргә, Тауышыңды таратырға ине наҙлап елдәргә. Һине уйлап ҡояш бата,һине уйлап ата таң. Һин дә мине яратаһың ,мин дә һине яратам. Беҙҙең йөрәктәр гел бергә булғанда, Һөйөү усағы һүнмәҫ беҙҙең арала бер ҡасанда. Мәңге йәшә күңелмдә бәғерем,йәнем минең. Һинең менән генә тоям был донъяның йәмен. Рәхмәт һиңә,һөйөү гөлөм ,янымда булған өсөн, Йөрәгемдә булған һөйөүем тик һиңә,һинең өсөн. Һин минең алтыным ,бәләкәсем,күҙ нурым Шатлығым ,ҡыуанысым ,таянысым –йыуанысым. Һин минеке,мин һинеке тик мәңгегә йәнем, Ошо һөйөү утыбыҙҙы һүндермәйексе йәрем. Ҡушымта: Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Күҙҙәрең,ҡаштарың, матур яғымлы ҡарашың, Балдай татлы һинең ирендәр юҡ һиңә тиңдәр Яндарымда минең булһаң миңә шул да етә Йылмайып ҡарауың һинең мине бәхетле итә. Яратам мин һине тик һине генә уйлайым Һинһеҙ был донъяла йәнем мин йәшәй ҙә алмайым Әйткем килә рәхмәт һиңә ни бары бер һүҙ генә, Тормош юлыңдың өлөшөн миңә бүләк иткәнгә. Ҡушымта: Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Ҡушымта: Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә.
  • 1)Кемдәргә һөйләйем хәсрәтем, Йылғағамы әллә һөйләйем. Үҙеңә алғас ул һағышты, Туҡтатыр матур йыр көйләүем. Ҡушымта: Юҡ, ҡалһын барыһыла үҙемдә , Күҙ йәше аралаш, көйләйем. Ныҡ итеп усыма ҡыҫайым, Барыһын йөрәккә күмәйем, түҙәйем. 2)Сисәйемме әллә серемде, Башымды һыйпаған елдәргә. Елбәгә ел бахыр йүгереп, Һөйләмәҫ һуң уны кемдәргә. Ҡушымта: шул уҡ 3)Һөйләйемме әллә һағышты, Күргән кисергән еремә. Һағыштан сәскәләр һарғайыр, Ер өҫтө күмелер әремгә.