Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 35

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • "Һин яҙмышым!" — тинем, Килеп башын эйҙем, Белмәгәнмен һағыш көткәнен. Йөрәктә ут-ялҡын, Янымда юҡ яҡын, Килдең дә һин киттең, көткәнем ... Һуңлағанмын икән, Яҙмышымда бүтән, Һин бер тигән инем көткәнем. Һин хыялым минең, Берҙән-берем минең, Килдең дә һин киттең, көткәнем ... Ғүмер буйы көтөп, Күпме юлдар үтеп, Һиҙмәгәнмен йылдар үткәнен. Ярты йәнем нишләр, Табылырмы иштәр? Килдең дә һин киттең, көткәнем ...
  • Ваҡыттарҙы һиҙмәйҽм Тик мин һинҽ эҙләйҽм Һәр тарафтан ҡарап Эҙләйҽм һәм күҙләйҽм. Яҙҙар ҽткәс көтәм Йәйгә өмөт итәм Һинҽ гҽнә көтөп Көҙҙәр,ҡыштар үтә. Ҡайҙа һуң һин йәрҽм Минҽң яҙмыш парым. Ошо йырҙарымда Бар булған моң-зарым. Яҙҙар ҽткәс көтәм Йәйгә өмөт итәм Һинҽ гҽнә көтөп Көҙҙәр,ҡыштар үтә. Мин бҽләм, ышанам Ышанам, инанам Һин көткәндҽ бҽлҽп Уйҙарҙа йыуанам. Яҙҙар ҽткәс көтәм Йәйгә өмөт итәм Һинҽ гҽнә көтөп Көҙҙәр,ҡыштар үтә.
  • Яҡты нур өҫтәнең һин минең донъяға. Наҙлы саф күңлеңә Ай ҡояш һоҡлана) ЯҙмышҠауыштырҙы Белем донъяһында Сабыр көттөң мине Әрме-яу юлымдан. куш.Йондоҙҙан сағыу һин серлерәк Йыһандан. Бар ғаләм ишетһен Мин һине яратам!Эльвирам!) Рәхмһтлемен,Йәрем Сабыр һөйөүеңә. Үтәйек тормошто Етәкләшеп кенә (или Йырлап бейеп кенә) Беҙҙе кауыштырған Мең рәхмәт Хоҙайға Әсәйгә,атайға Дуҫ-туғандарыма. куш.Йондоҙҙан сағыу һин серлерәк Йыһандан. Бар ғаләм ишетһен Мин һине яратам!Эльвирам!) Ҡабатланмаҫ мәжлес Ҡалһын мәңге иҫтә. Татыу йәшәйексе Бәхеттәр илендә.)
  • Һалҡындарҙа ҡалған, Ҡарҙарҙа юғалған, Һиңә табан юлдарҙы табам. Аҙаштыра алған Бурандарға һаман ышана алмам. Яурындарға яуған Һалҡынға уралған Бурандарҙың Һүҙендә ялған. Ҡыштың һәр тынында, Ҡайҙарҙа булһам да Әйтерһең, һин минең янымда. Припев: Ҡайҙарҙа булһаң да яныңа барам, Буран да беҙҙе гел айырып арыған. Ҡайҙарҙа ҡалһам да,мин һине табам, Йөрәк тә һағынған. Тынысланып ҡалған Ябалаҡлап яуған Ҡарҙар аша һыныңды табам. Ҡарашыңды тапҡас Уйҙарымда ҡалған һағыш юғала. Ҡараштарҙы ялғап, Уйҙарҙы томалап, Уяндылар хистәрем - даръя. Аралар һағында, Һалҡында ҡалғанда Уйҙарымда булдың янымда. Припев: Ҡайҙарҙа булһаң да яныңа барам, Буран да беҙҙе гел айырып арыған. Ҡайҙарҙа ҡалһам да,мин һине табам, Йөрәк тә һағынған. (2 раза)
  • Туҡтаны моң... Телдәремдән ысҡыналмай ҡалды һүҙем, Туҡтаны моң... Өлгөрмәнем, киттем ситкә, Мин йәнәһе сабыр, түҙем, мин йәнәһе сабыр, түҙем. Припев Көтмәнемме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын, Ниңә кинәт юғалдым һуң, ниңә кинәт юғалдым һуң? Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын. Туҡтаны моң, Йөрәгемме ҡапыл шулай туктап калды? Туҡтаны моң, Нисә йылдар көтмәнемме Бөгөнгөләй яҡты таңды, бөгөнгөләй яҡты таңды? Припев Көтмәнемме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын, Ниңә кинәт юғалдым һуң, ниңә кинәт юғалдым һуң? Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын. Туҡтаны моң... Инде, йәнем, һүҙҙәремде әйтә алмам, Туҡтаны моң... Тик ғүмергә әрнеп-һыҙлап, Йөрәгемдә һинең ярам, йөрәгемдә һинең ярам. Припев Көтмәнемме ҡулдарыңа ҡулдарымдың ҡағылырын, Ниңә кинәт юғалдым һуң, ниңә кинәт юғалдым һуң? Көттөм моңдоң ағылырын, көттөм моңдоң ағылырын. (С. Низаметдинов муз., Г. Әхмәтҡужина һүҙ.)
  • Йылы яҡҡа мин бер йыйындым, Бер моҡсай кейеп тамаҡ алдым, 100 грамм айран һалдым күңел өсөн. Такси тотоп тимер юлға аттым, Билет алып поездға ултырҙым, Киттем, һау бул туған яҡ! Йылы яҡҡа, күңелле яҡҡа! Ҡара диңгеҙгә ял итергә! (2 раза) Ҡара диңгеҙҙең ярында Ятам күмелеп һары балсыҡта. "Сәләм!" тигән булам үткән ҡыҙға. Уң яғымда транзисторым ята. Рок-н-ролл, Рәсүл ҡурайҙа һыҙғыра О-оу! Рәхәт донъя! Йылы яҡҡа, күңелле яҡҡа! Ҡара диңгеҙгә ял итергә! (2 раза)
  • Тыуған яғыма ҡайтһам, Ус тулғансы йыйырмын сәскәләр тыуған яғымдан. Йәшлек үткән йылдарымды Һағынып иҫкә төшөрөрмен әле. Ә хәҙер мин әсәй йортона ашығам әсәйемә... Һаумы, әсәй! Һиңә ошо сәскәләр! Һаумы, әсәй! Йәшермә минән сал сәстәреңде. (х2) Әсәй, Ирәндеккә киттем, Ҡурай алып ҡайтып һиңә көйҙәр уйнайым. Атайым уйнаған көйҙәрҙе һиңә уйнармын мин, әсәй. Һинең дә йәш сағыңды иҫкә төшөрөрмен. Йәле, әсәй, йырла! Йәш сағыңды иҫлә. Йәле, әсәй! Күңелеңде күтәр, йәштәреңде түкмә! (х2)
  • Кемдең генә тейҙе күҙе, Әллә яман дошман һүҙе, Нурһыҙланды нурлы ҡарашың. Һалҡын боҙҙай осло һүҙҙәр Йөрәгемде йәлләмәйҙәр. Тигеҙ һуҡмағыбыҙ-аҙашты. Припев: Юғалма минең яҙмышымдан. Беҙҙең юлдар бергә ҡушылған. Үкенеп иларлыҡ булмаһын. Ашыҡмасы, йәнем, зинһар уйлан. Ниндәй әсе елдәр иҫте Өшөттөрөп күңелеңде. Зәһәр елдән һаҡлай алманым. Тик бул йәнем, үҙең көслө. Тормош бит ул шулай үсле. Парлы ҡанаттарың һынмаһын. Припев: Юғалма минең яҙмышымдан. Беҙҙең юлдар бергә ҡушылған. Үкенеп иларлыҡ булмаһын. Ашыҡмасы, йәнем, зинһар уйлан. Иләҫ-миләҫ елдәр иҫһә, Ят йөрәктән йылы килһә, Хәтерлә һин әйткән һүҙемде. Устарыңда минең йөрәк, Мәңгелеккә булам терәк, Ташлап китмә мине үҙемде. Припев: Юғалма минең яҙмышымдан. Беҙҙең юлдар бергә ҡушылған. Үкенеп иларлыҡ булмаһын. Ашыҡмасы, йәнем, зинһар уйлан.
  • I. Ғүмерҙәрҙе айҙар, йылдар һанай, Һанай уны сәғәт, минуттар. Ғүмерҙән дә оҙон ниҙәр бар һуң, Ғүмерҙән дә ҡыҫҡа ниҙәр бар? ҡушымта: 2x Ғүмер берәү, икәү түгел, ғүмер, Йәшендәрҙәй кәрәк йәшәргә. Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп, Йәшәргә лә әле, йәшәргә. II. Ай, белмәйбеҙ уның ҡәҙерҙәрен, Йүгереп кенә үтеп китә ул. Йөҙөбөҙгә йыйырсыҡтар һала, Сәсебеҙгә салдар керетә ул. ҡушымта: 2x Ғүмер берәү, икәү түгел, ғүмер, Йәшендәрҙәй кәрәк йәшәргә. Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп, Йәшәргә лә әле, йәшәргә. III. Көйҙәрҙең дә моңо бөтөп бара, Төҫтәрҙең дә төҫө юғала. Ниҙәр булды икән был ғүмергә, Ниҙәр булды икән донъяға? ҡушымта: 2x Ғүмер берәү, икәү түгел, ғүмер, Йәшендәрҙәй кәрәк йәшәргә. Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп, Йәшәргә лә әле, йәшәргә. Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп, Йәшәргә лә әле, йәшәргә.
  • 1)Ҡояштай яҡты таратаң нурҙы, Ҡараштарыңды минән алмайһың. Йөрәккәй уйлай, күңелем йырлай, Һиңә бағышлай был йырҙарымды. Ҡуш-та: Юҡ, юҡ, көтмә лә, өмөт итмә лә, Мине ҡорсотоп йорәкте бөтөрмә лә, Әгәр йыһанға алып ҡасҡанда Мине ташлама һин тик бер ҡасанда. 2)Яғымлы һүҙҙәр "яратам" тигән Уйламайса ашыҡма әйтергә. Бөтәне күрә, был бит - тормошҡай. Алдашырға беҙгә рөхсәт итмәй. Әллә йөрәгемде генә тыңлайым, Әллә күңелемә дәрт бирәйем. Беренсе аҙымды ниҙер баҫмайым, Һине оҡшатҡанды әйтмәйем. Ҡуш-та: Юҡ, юҡ, көтмә лә, өмөт итмә лә, Мине ҡорсотоп йорәкте бөтөрмә лә, Әгәр йыһанға алып ҡасҡанда Мине ташлама һин тик бер ҡасанда.