Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Популярные башкирские песни.
Страница 53

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Pop

Pop (современная популярная музыка) — область массовой культуры, охватывающая различные формы, жанры и стили развлекательной и прикладной музыки
  • Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡаңғылдашып оса көҙ еткәс. Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Ҡангылдашып оса көҙ еткәс. Ҡушымта: Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк ныҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек нин киткәс. Йөрәк әрнеп ҡала, йөрәк ныҡрап яна, Ҡыр ҡаҙҙары кеүек нин киткәс. Әллә йәштәр тама, әллә ямғыр яуа Ҡыр ҡаҙҙары илап, ҡыр ҡаҙҙары йырлап, Әллә йәштәр тама, әллә ямғыр яуа Юлдарынан киткән ҡаҙҙарҙың. Ҡушымта: Йөрәк һине көтә, йылдар мине һүтә Һин онотма ерҙә мин барын. Йөрәк һине көтә, йылдар мине һүтә Һин онотма ерҙә мин барын.
  • Ауыл кисе. Таҫмаларҙан Әй ағыла ят моңдар. Ниндәй моңһоу, әллә инде Телһеҙ ҡалған гармундар. Ҡушымта: Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң, Моң кайҙа һуң, әйт урам? Аулаҡ өйлө һәм гармунлы Йәшлегемде һағынам. 2.Ауыл кисе. Ник һуң моңһоу? Күңелем буш ник шулай?! Өй түрендә тальян гармун Моң һағынып зар илай 3.Йөрәктәргә осҡон һалып, Гармунымда уйнайым. Ауылымда моңдар биреп, Урамҙарҙы буйлайым. 4.Ауыл кисе. Йәш йөрәктәр, Гармун моңға һыуһаған. Һөйөү булып моңдар ҡайтһын Ауылыма яңынан.
  • Ни вакыттан инде кояшкай куренмэй, Кояш куптэн инде тау артында йоклай. Йондоззар юк, ай куренмэй. Кунелемдэ яткан сэскэм нинэлер атмай. Сэскэм, сэскэм нинэ Хин атмайхын тондэ? Кыйын хинхез минэ, Ярхыу йорэгемэ. 2. Тандар эткэс ерзэ томан басып алыр. Томан сэскэ япрагына тамсылар халыр. Тамсы тамыр куз йэшемдэн, Сэскэм тагы тажын асмай, йорэкте ярып. Сэскэм, сэскэм нинэ Хин атмайхын тондэ? Кыйын хинхез минэ, Ярхыу йорэгемэ. 3. Куптэ тормай инде кояш балкып сыгыр, Кондэр утер, тондэр еткэс йондоззар уяныр. Хыял сэскэм, йылмай инде, Куктэ зохрэ йондаз балкый, йонмас кузенде. Сэскэм, сэскэм нинэ Хин атмайхын тондэ? Кыйын хинхез минэ, Ярхыу йорэгемэ.
  • Аҡты ярһып, аҡты ташып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары. Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр… Ҡушымта: Һин – ғүмер ағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым; Һин - ғүмер ағыштарым. Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға, Айҙар, йылдар аҡҡан һыуҙар кеүек аға, Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да, Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. Ҡушымта: Һин – ғүмер ағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым; Һин - ғүмер ағыштарым. Бына инде ҡырҙар гөрләп сәскә ата, Йәйге нурҙар уйнай гөлдәр араһында, Аға һыуҙар, айҙар аға, йылдар аға, Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында. Ҡушымта: Һин – ғүмер ағыштарым, Һин – минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу, табыштарым; Һин - ғүмер ағыштарым.
  • Һин минең яғыма ҡарамайһың да Һин минең турала уйламайһың да Ҡарама уйлама өндәшмә, Әҡлимә Һин генә минең уйымда Йөрәгем йылынып китә, йылмайып ҡараһаң үҙемә Ҡарама уйлама өндәшмә, Әҡлимә Һин генә минең уйымда Куплет 2 Барыбер ҡар ирер һыу булып китер Ялҡыны йөрәктең ҡылдарын сиртер Мин көтәм һағынып кил минең яныма Гүзәлем минең Әҡлимә. Йөрәгем йылынып китә, йылмайып ҡараһаң үҙемә Ҡарама уйлама өндәшмә, Әҡлимә Һин генә минең уйымда
  • Етегән шишмэләрҙә ете улаҡ, ете улаҡ, Сылтыр-сылтыр аға көмөш hыу. Комош hыузар ага, коштар hайрай, Шул сактарза бигерэк, шул сактарза бигерэк яманhыу. Етегэн шишмэлэргэ йозок hалдым, йозок hалдым, Етегэн йондоз куреп калhын, тип. Йэнкэй-йэнэш алhын да кыуанhын, Вэг(э)зэлэрем булып, вэг(э)зэлэрем булып калhын, тип. Етегэн шишмэлэрзен талы боголэ, талы боголэ Акрын искэн йэйге елдэргэ. hез калаhыгыз инде, без китэбез, Без китэбез йырак, без китэбез йырак илдэргэ.
  • ҒҮМЕР БЕР ГЕНӘ. Флүра Талипова көйө, Рәзилә Сәлимйәнова һүҙҙәре. ТЕКСТ. 1. Тормоштан беҙ күпте,бик күпте көтәбеҙ. Ваҡыттыр күптәнән,ултырып уйларға. Был ғүмер тиҙ үтә,йомғаҡ ул тәгәрәй Эшлә һин,йәшә һин күңелең ҡушҡанса! ҠУШЫМТА: Ғүмерҙәр бит беҙгә ике бирелмәгән. Ниңә һуң әле беҙ,ҡәҙерен белмәйбеҙ? Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар! Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар! 2. Һындыра алмаҫтар дауылдар, һағыштар, Бәхетле булырға һәр кемдең хаҡы бар! Ышаныс йәшәһен һәр ваҡыт күңелдә! Рәхмәтле була күр,һәр бер тыуған көнгә. ҠУШЫМТА: Ғүмерҙәр бит беҙгә ике бирелмәгән. Ниңә һуң әле беҙ,ҡәҙерен белмәйбеҙ? Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар! Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар! 3. Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар! Ярат һин тормошто йәнең-тәнең менән Бар йыһанды ҡосаҡлап йәшәргә һин өйрән Бөгөнгө көн инде ҡабатланмаҫ башҡа. Ғүмерҙәр тиҙ уҙа, тик уҙмаһын бушҡа! ҠУШЫМТА: Ғүмерҙәр бит беҙгә ике бирелмәгән. Ниңә һуң әле беҙ,ҡәҙерен белмәйбеҙ? Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар! Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар! Үкенерлек итеп, уҙмаһын яҙмыштар! Сәскәгә күмелһен киләсәк тормоштар.
  • Күбәйҙе һөйләйһе һүҙҙәрем һүҙҙәрем Моң менән туп-тулы күҙҙәрем Алдымда гел һинең наҙлы йөҙҙәрең Кил әле, кил әле, кил әле. Ҡушымта: Em Am Әле бит һуң түгел, һуң түгел, һуң түгел Күҙҙәрҙә ғүмерлек моң тугел Ғүмерҙәр бер генә мең түгел, мең түгел Кил әле, кил әле, кил әле. Бүлешәм хистәрҙең татлыһын, татлыһын Осрашҡан таңдарҙың яҡтыһын Беҙ асҡан йондоҙҙоң яҡтыһын яҡтыһын Кил әле, кил әле, кил әле. Күңелдәр тәҡдиргә күнмәгән, күнмәгән Йөрәктә өмөттәр һүнмәгән Асаһы йондоҙҙар меңләгән меңләгән Кил әле, кил әле, кил әле.
  • Ҡайтамын тип, хаттар яҙыуыма, Көндәр түгел айҙар уттеләр. Әммә юлдар, һиңә илтмәйсә, Йыраҡтарға алып киттеләр. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт. Һине көттөрөп тә ҡайталмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит. Көтәһеңдер хат ташыусы килһә, Ҡош телендәй hәбәр барҙыр тип. Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер: Иртәгә, бәлки, булыр тип. Ҡушымта. Көтәһеңдер мине, ҡайтыр тиеп, Теҙелешеп ҡоштар ҡайтҡанда. Улым тип, һин ишек асаһыңдыр, Көҙгө елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда. Ҡушымта. Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға, Утыңды һүндермәйсә, мине көт, Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфу ит.
  • 1. Үтте язлар, китте казлар, Көз сагышны яңартты. Күлдә бер кош ялгыз калды, Моңын зарын аңлатты. КУШЫМТА: Нигә ялгыз соң син,әйт аккошым Ник китмәдең җылы якларга. Ул ташлады мине, юк канатым Аннан башка яшәү юк миңа (2 тапкыр) 2. Гөлем минем, назым минем Пак суларда коенды. Синең гомер һәм язмышың Шушы күлдә өзелде. КУШЫМТА: Нигә ялгыз соң син,әйт аккошым Ник китмәдең җылы якларга Ул ташлады мине, юк канатым Аннан башка яшәү юк миңа. ( 2 тапкыр)
  • Тыуған ауылым минең, Ҡуйыныңда һинең Гөрләп үтте үҫмер йылдарым. Ҡырҙарың хуш еҫле, Һәр саҡ яҙҙар төҫлө, Шунда тыуҙы тәүге йырҙарым. Ҡырҙарың хуш еҫле, Һәр саҡ яҙҙар төҫлө, Шунда тыуҙы тәүге йырҙарым. Инеш буйың йәмле, Һыуҙарың да тәмле, Елдәрең дә наҙлы, яғымлы. Айлы кистәрең дә Һаман иҫтәремдә, - Яратам мин тыуған ауылымды. Яландарың иркен, Ауылымдың күрке - Һыҙылып атҡан алһыу таңдарың. Һаман һиндә күңел, Оноторлоҡ түгел Һайрар ҡоштарыңдың моңдарын. Һаман һиндә күңел, Оноторлоҡ түгел Һайрар ҡоштарыңдың моңдарын. | 3x
  • Артта ҡалды, тәүге һөйөү Һинһеҙ йылдар үтәләр Әйтер һүҙҙә, минең күҙҙәр Һине һаман көтәләр Яҙҙар һайын, сәскә өҙҙөм Мине ғәфү итегеҙ Яҙҙар һайын, ҡайтһам ҡоштай Минән сәләм әйтегеҙ Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Шул яҙҙарҙа, ниңә өҙҙөң Тауҙа үҫкән гөлдәрҙе Ниңә инде, ниңә түҙҙем Һиңә әйтмәй һүҙҙәрҙе Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем