Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Популярные башкирские песни.
Страница 69

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Pop

Pop (современная популярная музыка) — область массовой культуры, охватывающая различные формы, жанры и стили развлекательной и прикладной музыки
  • Һау бул, мәктәбем, күңелле саҡтар, Ғүмерлек белем бирҙеләр уҡытыусылар. "Ҡайҙа уҡырға керергә?" тигән бер һорау, Мәңге онотмаҫлыҡ - һуңғы ҡыңғырау. Имтихандар үтте лә китте, Ә беҙ ҙурайҙыҡ, үҙгәрҙек. Хушлашырға ваҡыт етте. Һау бул, мәктәп. Донъяла бөгөнгө көндә Йәйҙең байрамдары үтә. Уҡытыусыларға беҙҙән Ҙур-ҙур рәхмәт. ҡушымта: Һау бул, мәктәбем, күңелле саҡтар, Ғүмерлек белем бирҙеләр уҡытыусылар. "Ҡайҙа уҡырға керергә?" тигән бер һорау, Мәңге онотмаҫлыҡ - һуңғы ҡыңғырау. Ә күпме йылдар инде беҙ Ошо мәктәптә уҡыйбыҙ. Һуңғы тапҡыр китаптарҙы Тапшырабыҙ. Бөгөнгө йондоҙло төндә Йәштәр таңды ҡаршылайҙар. Тәүге саҡ мөхәббәтемә Әйтер һүҙем бар. ҡушымта: (3x) Һау бул, мәктәбем, күңелле саҡтар, Ғүмерлек белем бирҙеләр уҡытыусылар. "Ҡайҙа уҡырға керергә?" тигән бер һорау, Мәңге онотмаҫлыҡ - һуңғы ҡыңғырау.
  • Тышҡа йылы яҙ килгән, күңелдәремә төшкән. Һине генә мин уйлайым. Һинең саф йылмайыуың гел күҙемдең алдында, Нимә булған аңламайым. Припев: Тауҙың башына менеп,тәбиғәттәң моң алып, Йырҙарымды йырлайым күңелемә тултырып. Бер ҡасан да онотма, йәрем, йәрем, бәхетем, Һиңә әйтер һүҙем бар - һин минең мөхәббәтем. Тышҡа йылы яҙ килгән, күңелдәремә төшкән. Онотабыҙ, юғалабыҙ... Һин дә мин мөхәббәткә һәм әйткән һүҙебеҙгә Гел тоғро булып ҡалабыҙ. Припев: Тауҙың башына менеп, тәбиғәттәң моң алып, Йырҙарымды йырлайым күңелемә тултырып. Бер ҡасан да онотма, йәрем, йәрем, бәхетем, Һиңә әйтер һүҙем бар - һин минең мөхәббәтем.
  • Уйнап алайыҡ әле /лә/, Йырлап алайыҡ әле, Уйнайыҡ та, йырлайыҡ та, Бейеп алайыҡ әле. Косилка, молотилка, Сортировка, веялка. Уйнайбыҙ бергә-бергә /лә/, Бейейбеҙ бергә-бергә. Уйнап-көлөп, шау-гөр килеп, Эшләйбеҙ бергә-бергә. Косилка, молотилка, Сортировка, веялка. Улай итербеҙ әле, Былай итербеҙ әле. Улай итербеҙ әле /лә/, Былай итербеҙ әле. Косилка, молотилка, Сортировка, веялка. Уйнайбыҙ бергә-бергә /лә/, Бейейбеҙ бергә-бергә. Уйнап-көлөп, шау-гөр килеп, Йәшәйбеҙ бергә-бергә. Косилка, молотилка, Сортировка, веялка.
  • Күренәһең миңә, һылыуым, Аҡҡош булып күлдәгең. Күҙ алдарымдан китмәйһең, Татлы төштәй керәһең. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2) Һин йөрөйһөң мине алып Күк томан араһында. Мин йөҙәм татлы ғазапта, Мөхәббәт даръяһында. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2) Күренәһең миңә, һылыуым, Аҡҡош булып күлдәгең. Күҙ алдарымдан китмәйһең, Татлы төштәй икәнһең. Припев Томандар аша ҡарашың Йөрәгемә урала. Уйҙарым да, йырҙарым да Бары һинең турала. (х2)
  • ҡулды кеҫегә тыҡтым бар аҡсаны һынаным оҙаҡ уйлап торманым дискотекаға зыйҙым унда һине осраттым һәм һиңә ғашиҡ булдым дискотека буйына һиңә генә тексәйҙем һине яратам,мин яратам төндәрен һине уйлап сығам ләкин һин ҡала ҡыҙыҡайы мин простой ауыл малайы ләкин һин ҡала ҡыҙыҡайы мин простой ауыл малайы бына икенсе малай ҡапыл һине ҡосаҡлай мин эстән генә көйәм,ә ул егеттең икән ул да ҡала малайы һәм ул әлбиттә крутой нимә эшләргә миңә? мин ауылский, мин простой һине яратам,мин яратам төндәрен һине уйлап сығам ләкин һин ҡала ҡыҙыҡайы мин простой ауыл малайы ләкин һин ҡала ҡыҙыҡайы мин простой ауыл малайы сәскәләр һатып алдым һәм һиңә бүләк иттем бөтән тойғоларымды барыһында һиңә әйттем ләкин һинең егеттең алдыма килеп торҙо хочешь смерти крестьянин?! тип танауға тондорҙо һине яратам,мин яратам төндәрен һине уйлап сығам ләкин һин ҡала ҡыҙыҡайы мин простой ауыл малайы ләкин һин ҡала ҡыҙыҡайы мин простой ауыл малайы
  • Бала саҡта һандуғастай килә ине һайраһы, Мөхәббәттең иң сибәрен килә ине һайлаһы. Әле лә иҫтә, әле лә иҫтә баласак хыялдары, Салауат күпере кеүек күңелем хыялдары. Ҡушымта: Һандуғасым, өйрәт мине, Өйрәт мине һайрарға! Һайрармын да, йырлармын да Иң ҡәҙерле дуҫтарға. (х2) Сәскәле бала сағымды йырлатам әле ҡайрап, Һөйөүемде аңлатырға һандуғас булып һайрап. Һандуғасым һайра, һайра һайра һин арығансы, Һайра диләр, халҡың өсөн, йөрәгең ярылғансы. Ҡушымта: Һандуғасым, өйрәт мине, Өйрәт мине һайрарға! Һайрармын да, йырлармын да Иң ҡәҙерле дуҫтарға. (х2)
  • Урамда килеп барабыҙ, Һәм тундырмалар ялайбыҙ, Өс амбал килеп сыҡты ла Ҡапыл миңә бәйләнде лә. Нимә эшләргә уйлайым, Мин бит һуғыша белмәйем, Хасан трус - һин уйлаһын, Торама үҙем ҡалтырайың Кия-кия! һин ҡысҡырып ебәрҙең, Кия-кия! һин һуғыша башланың, Кия-кия! танауына күҙенә - Улар яталар ерҙә Аптырап карап торам, Бэгерем, круто һуғышаһың, Улар илайҙар, ҡасалар, Ә һин һаман туктамайһын, Тик оҙаҡ миңә һөйләһен Һин ете йыл йөрөгәнен Каратэ түңәрәгенэ, Хэзер ҡурҡам һиңә генә! Кия-кия! һин ҡысҡырып ебәрзең, Кия-кия! һин һуғыша башланың, Кия-кия! танауына, күҙенә - Улар яталар ерҙә Туй утәһә беҙ бергәбеҙ, Бер ғаилә булып йэшэйбеҙ, Һин телевизор карайһын, Ә мин керҙәрҙе саямын, Иҙән, посуда йыуамын, Һәм ашарға бешерәмен, Ул эштәрҙе эшлэмәһә Алдыма килеп басаһың Кия-кия! һин ҡысҡырып ебәрәң Кия-кия! крутой прием күрһәтәң Кия-кия! танауыма, күҙемә - Һәм мин ятам иҙәндә!
  • Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. (2 раза) Беҙҙең менгән аттар – Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. (2 раза) Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. припев: Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле, Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. (2 раза) (Р. Хәсәнов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • Көндәр үтә , үтә төндәр , йыраҡтарға мин дә китәм , Йондоҙ кеүек атылып күктәргә . Китәм йыраҡ араларға мин булмаған сит яҡтарға Сит ерҙәргә кермәгән төштәргә . Ҡушымта : Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим юлға сығам Бәлки тыуған яҡтарыма ҡайта алмам . Урман - ҡырҙар үтһәм дә мин уйҙа булыр Күңелемдә атай йорто мәңге ҡалыр . Күңелемдә тыуған яғым көс - дәрт биргән Урал тауым , Күккә тигән түбәһе Ирәндек . Оса йылы яҡҡа ҡоштар улар ҙа бит кире ҡайта Ҡайтырмын мин шул аҡҡоштар кеүек .
  • Ҡулда гармун, иңдә йәшлек, Тирә яҡҡа моң сәсәм. Хистәремде моңға төрөп Йырҙарымды өләшәм. Ҡушымта: Тамашасым ҡулын саба, Йырҙарымды ярата. Йөрәктәр менән йөрәктәр - Араһында йыр ята. Алҡыштарҙан баш әйләнә, Моңдар йырға бәйләнә. Йырлы-моңло тормош көтһәң Бөтә донъя йәмләнә. Ҡушымта Тамашасыма бүләккә Гармунымда моң үрәм. Бик күңелле икән йәшәү Юлдаш булһам йыр менән. Ҡушымта
  • Сәләм бирәм һеҙгә, Сәләм алам һеҙҙән, Дуҫтар сәләмләшәйек! Сәләм биреп, сәләм алып, Иҫәнләшеп йәшәйек! Ялҡынлы сәләмдәремде Ҡабул итегеҙ дуҫтар. Һеҙҙең менән йәшәүҙәре Эх, рәхәт шул, туғандар! Ҡушымта: Сәләм бирәм һеҙгә, Сәләм алам һеҙҙән, Дуҫтар сәләмләшәйек! Сәләм биреп, сәләм алып, Иҫәнләшеп йәшәйек! (Рәхәтләнеп йәшәйек! Сәләмләшеп йәшәйек!) Төрлө хәлдәр була тормошта, Кәйеф төшә ҡай саҡта. Ниҙәр генә булһа ла Шат-йылмай был донъяға. Ҡушымта Яныбыҙҙа тоғро дуҫтар - Иң ҙур терәк булһындар. Гөр килешеп йәшәргә Иҫән булһын туғандар! Ҡушымта
  • Бөгөн мәсет тупһаһынан Мин ожмахҡа инәм. Әйтерһең дә, яҙмышымда Шулай ҡушҡан (яҙған) Ҡөрьән. Ҡушымта: Эй, мосолман донъяһы, Көмөш тауышлы аҙан. Эй, мосолман донъяһы, Хуш, хәйерле Рамаҙан! Тыуған ерем тупрағынан Бер ус алып хажға. Сыҡһам ине - мә именлек, Сәфәр бирһен Хоҙай! Ҡушымта Бирһен Хоҙай халыҡтарға Һаулыҡ һәм мәрхәмәт. Фәҡир хәлен уртаҡлашҡан Пәйғәмбәр Мөхәммәт.
  • Был донъяла ни бар узең менән, Фаниллыҡтан алып итерлек. Иман бирһен хоҙай зиһенемә, Мәңгелеккә генә етерлек. ҡушымта: Был донъяла ни бар узең менән, Фаниллыҡтан алып китерлек. Иман бирһен хоҙай зиһенемә Мәңгелеккә генә етерлек. 2) Сабырлыҡты бирһә хоҙай бирә, Йәндең тыныслығын йыуатып. нисек тыуһа кеше шулай китә, Илап тыуа китә илатып. ҡушымта: Сабырлыҡты бирһә хоҙай бирә, Йәндең тыныслығын йыуатып. Нисек тыуһа кеше шулай китә, Илап тыуа китә илатып.
  • Был доньялар ике килмәй беҙгә , Ҡәҙерен белеп ҡалайыҡ . Яғымлы ла атай-әсәйҙәрҙең, Бөйөклөгөн инде аңлайыҡ . Привев: Рәхмәтемде ҡабул итегеҙ , Һеҙгә йырлар йырым барында , Бәхет - шатлыҡ һеҙгә тәләйем , Рәхмәт һеҙгә атай әсәйем. 2) Теләктәрем фатихалар тулы, Саф йөрәклеһең һин әсәйем. Беләк инде атай ғүмерең буйы, Һеҙ балларым тиеп йәшәйһең
  • 1.Ниңә тотонһаҡ та уҙебеҙ Һә тигәнсе эшләп ҡуябыҙ Күркәм итеп өй һалабыҙ Йәйен бесәнен сабабыҙ Һис бирешмәй малын табабыҙ. ҡ-та Беҙ ауылдың шәп егеттәре Типһә тимер өҙөрлөктәре Ҡара ҡашлы ҡара күҙле Ярһып типкән ут йөрәкле Беҙ ауылдың көс-ғәйрәттәре Ярһып типкән йөрәкле Ҡыҙҙарғала кәрәкле Беҙ ауылдың шәп егеттәре. 2.Һабантуйҙарҙа,арғымаҡта Ал бирмәйсә ярһып еләбеҙ Сәхнәләрҙә шашып бейеп Көрәш майҙанына сыҡһаҡ Сит яҡтарға билде бирмәйбеҙ. 3.Беҙ бит замана егеттәре Ауылымдың тау бөркөттәре Үҙебеҙҙекен бирмәйбеҙ Яттарҙыҡына теймәйбеҙ Бына шулай гөрләп йәшәйбеҙ.
  • Юлдарыңдан уҙырмын. Кулдарымды һуҙырмын. Бергә үтербеҙ оҙон юлдарҙы. Күҙҙәремә ҡара һин. Хистәремде аңла һин. Икәү йырларбыҙ иң матур йырҙарҙы. Күҙҙәреңдән үбәрмен. Сәскәләргә күмәрмен. Гөлдәр ҙә һула, һөйөү булмаһа. Ҡояш йөрәгемдә. Аяҙ күңел күгемдә. Йәнекәйем, һинең һаҡта уйлаһам. Припев: Я встретил тебя, Субханаллах. Увидел тебя, Альхамдулиллах. Какая красивая, Машаллах. Ты будешь моей, Ин ша Аллах. Ты встретил меня, Субханаллах. Увидел меня, Альхамдуллилах. Какой хороший, Машаллах. Мы будем с тобой, Ин ша Аллах. Өмөтөңдө аҡлармын. Ят күҙҙәрҙән һаҡлармын. Йәшәрбеҙ икәү һөйөү илендә. Һин мине яратҡанға. Мин һине яратҡанға. Бәхетле йылмаям көнөмдә-төнөмдә. Күҙҙәреңдән үбәрмен. Сәскәләргә күмәрмен. Гөлдәр ҙә һула, һөйөү булмаһа. Ҡояш йөрәгемдә. Аяҙ күңел күгемдә. Йәнекәйем, һинең һаҡта уйлаһам. Припев: Я встретил тебя, Субханаллах. Увидел тебя, Альхамдулиллах. Какая красивая, Машаллах. Ты будешь моей, Ин ша Аллах. Ты встретил меня, Субханаллах. Увидел меня, Альхамдуллилах. Какой хороший, Машаллах. Мы будем с тобой, Ин ша Аллах.