Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 79

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Тауҙар-таштар яры боролоп-боролоп Йүрүҙәнкәй, бик шәп ағаһың Көслө ғәйрәт менән тулҡыныңды Бейек ярҙарыңа ҡағаһың Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙәнкәй беҙҙең данлы йылға Күпте күргән, күпте кисергән Унда батыр йырсы Салауат та Аҡбуҙатын төшөрөп эсергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Һоҡланған ул ҡарап Йүрүҙәнгә Ҡарап-ҡарап уға туймаған Туғайынан ҡурай өҙөп алып Өҙөлөп-өҙөлөп уны уйнаған Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән
  • Төн етте, йоҡларға ваҡыт һиңә, Иртәгә яңы көс менән торорға. Һин йоҡла, йәнем, йом күҙҙәреңде, Әллә яҡты ай йоҡларға бирмәй. Йоҡла, минең бәпәйем, Тыныс йоҡо теләйем. Изге төштәр күрерһең Йоҡла, минең йондоҙом. (2) Сәңгелдәгеңә мин һине һалам Һәм сығарып һине бәү итәм. Йондоҙҙар балҡып ҡараһалар ҙа Йоҡларға бирмәй минең ҡыҙыма. Йоҡла, минең бәпәйем, Тыныс йоҡо теләйем. Изге төштәр күрерһең Йоҡла, минең йондоҙом. (2)
  • 1. Төн етте, тағы төштәремдә Һине күреүемде юраным. Аҡ бoлoттар булды йoмшаҡ меңдәр, Йoндoҙҙарҙа һан булды юрғаным. Сәстәремдән үптең наҙлы айын, Төн ҡапланы һәм ҡара ҡoрғанын. Бөгөн тағы һине төштәремдә Күреүемде әле юраным. Припев: Оҙон сәсле ҡыҙыҡай күңелем менән уйнай. Минең төшөмә керә, бөтмәҫ шаяра, көлә. 2. Төштә күрҙем һине, тик үкенес, Таң нурҙары асты юрғаным. Һиңә тағы ҡал тип әйтә алманым, Хәйерлегә төшһөн юраным. Төн етте, тағы төштәремдә Һине күреүемде юраным. Аҡ бoлoттар булды йoмшаҡ меңдәр, Йoндoҙҙарҙа һан булды юрғаным. Припев: Оҙон сәсле ҡыҙыҡай күңелем менән уйнай. Минең төшөмә керә, бөтмәҫ шаяра, көлә.
  • Әсәй тигән һүҙҙе мин яратып әйтәм, Бик шатланам һинең булғаныңа, Һеҙ бит ғүмерлеккә атай менән бергә Беҙҙе ҡурсалатып үҫтерҙегеҙ. Ҡушымта: Рәхмәт һиңә атай, Рәхмәт һинә әсәй, Оҙон ғүмерҙе мин һеҙгә теләйем, Көлөп йылмайышып йәшәң аралашып, Ҡыуаныс тыныслыҡ бирһен хоҙайым. Атай тигән һүҙҙе мин яратым әйтәм, Ҡәҙерләп әсәйебеҙҙе йәшә. Онотмаҫбыҙ берҙә, йыйылышып бергә Ҡайтырбыҙ йышыраҡ янығыҙға.
  • 1)Юлдарыбыҙ осрашты, йәндәребеҙ ҡауышты, Күңелем күптән эҙләне һине, һине, һине тик һине. Шатланам һине осратҡанға, рәхмәтлемен бик Хоҙайға. Ни булһа ла бергә булып, йәшәйек хыялланым. Ҡуш-та: Минен йөрәгем, минең яҙмышым Төндә, көндә лә мин һине уйлайым. Минең бергенәм, тик һинең менән Тормош юлдарын үтергә теләнәм. 2) Беҙ ике ҡоштай парлы, тормош юлдары ҡатмарлы, Тырышырбыҙ бирешмәҫкә яҡын алмай, яҡын йөрәккә. Булһын әйҙә дауылдар, булһын әйә бурандар, Ҡанаттарҙы асырбыҙ, йыраҡтарға осарбыҙ. Ҡуш-та: Минен йөрәгем, минең яҙмышым Төндә, көндә лә мин һине уйлайым. Минең бергенәм, тик һинең менән Тормош юлдарын үтергә теләнәм. Һин - минең йөрәгем, һин - минең яҙмышым. Бергенәм, һинең менән булырға теләйем. Ҡуш-та: Минен йөрәгем, минең яҙмышым Төндә, көндә лә мин һине уйлайым. Минең бергенәм, тик һинең менән Тормош юлдарын үтергә теләнәм.
  • Кояш нурым кояш нурым берзан берем hин hылыуым hине гена hине гена уйлайым конон тонон да рахмат hина рахмат hина берзан берем булганына рахмат hина рахмат hина мине гена hин hойганга рахмат hина рахмат hина икебез берга булганга йораккаемде hин тотоп кына торганына рахмат hина Матурhын да hылыуhын да карашын да тик Ай нуры кунелен да кунелен да кунелен да тик хис тойго рахмат hина рахмат hина барыhын да анлаганга рахмат hина рахмат hина булган йомшак кулдарына рахмат hина рахмат hина минен яндарза торганга туземлеген осон hам hинен ягымлыгына рахмат hина Рахмат hина рахмат hина барыhын да анлаганга рахмат hина рахмат hина булган йомшак кулдарына рахмат hина рахмат hина минен яндарза торганга туземлеген осон hам hинен ягымлыгына рахмат hина
  • Юлдарым буйлап киләмен, Елдәрем иҫә генә; Йылдарым балҡып һүнәләр – Ғүмерем иҫәбенә. Ғүмер балҡый, ғүмер балҡый Балҡыған күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Йыр йырлап һөйгәнемә; Ҡанатландыра күңелде Һөйҙөрә белгән генә. Ғүмер балҡый, һөйөү балҡый Ҡанатлы күңелдәрҙә. Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек, Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Килмәйем, еләм генә. Йәшәүҙәр, йәшәү шикелле Дуҫтарым менән генә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.
  • Яңғыҙлыҡ ул һорап килмәй атын-затын, Ҡырҡ сыраһын тоҡандырыр яңғыҙ ҡатын. Ирендәре онотмаған һөйөү татын, Йөрәгендә, йөрәгендә ут та, ялҡын. Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр яңғыҙ ҡатын, Илар ерҙә көлөп бағыр яңғыҙ ҡатын. Йөрәккәйе өҙөлөп тә төшөп барһын, Бахыр булмаҫ, батыр булыр яңғыҙ ҡатын. Ауыр уйҙар төнөн яра ҡамсы булып, Әрнеүҙәре тама-тама тамсы булып. Нахаҡ һөйләп кәмһетмәгеҙ уның хаҡын, Янығыҙҙа ғорур ханым, яңғыҙ ҡатын.
  • Телефондар шалтырайҙар һине көтәләр Һинең бөтөн уйҙарыңды миңә илтәләр. Әйтсе иркәм, әйтсе миңә һөйәһеңме һин? Һинең зәңгәр күҙҙәреңә ғашиҡ булдым мин. Телефондар шалтырайҙар, ә һин һаман юҡ Көндәр үтә, айҙар үтә, күңелеңдә мин юҡ. Телефондар, телефондар һаман шалтырай, Йөрәк яна, һин һаман юҡ, күңел һис тынмай
  • Көндәр үтә , үтә төндәр , йыраҡтарға мин дә китәм , Йондоҙ кеүек атылып күктәргә . Китәм йыраҡ араларға мин булмаған сит яҡтарға Сит ерҙәргә кермәгән төштәргә . Ҡушымта : Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим юлға сығам Бәлки тыуған яҡтарыма ҡайта алмам . Урман - ҡырҙар үтһәм дә мин уйҙа булыр Күңелемдә атай йорто мәңге ҡалыр . Күңелемдә тыуған яғым көс - дәрт биргән Урал тауым , Күккә тигән түбәһе Ирәндек . Оса йылы яҡҡа ҡоштар улар ҙа бит кире ҡайта Ҡайтырмын мин шул аҡҡоштар кеүек .