Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 104

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • 1.Моңһоу ай ҡарай тәҙрәбеҙгә, Алдымда һинең наҙлы һының. Бер аҙым һине ҡосаҡларға Һәм дә йышая һинең тының. Припев: Ярат мине, мөхәббәтем, Бирер һөйөү ялҡынына. Ярат мине, һөйгәнем, Аҙаш хистәр даръяһында, Ҡурҡма, мин яныңда... 2. Ирендәр тейә муйыныңа, Һәм һинең йыуаш тәнең ҡалтрай. Ҡулдарың эҙләй теләгәнде Улар хәҙер һине тыңламай. 3. Батабыҙ һөйөү диңгеҙендә, Яй ғына ябаң күҙҙәреңде. Наҙлы ҡысҡырыу, наҙлы көйҙәр, Ҡулдарың ҡыҫа ҡулдарымды.
  • Был һөйөүҙе һуңлап татыныҡ беҙ: Бал тәмендә – әсе күҙ йәше. Әйтерһең дә, матур төҫтәр менән Албырғатҡан балан тәлгәше. Ҡушымта: Нисек кенә ҡыҙармаһын балан, Әсе көйө ҡала емеше. Һөйөүемдән нурҙар сәсһәм дә мин, Яңаҡтарҙан аға күҙ йәше... Татлы, баллы кеүек һинең хистәр, Бәхетлемен һинең яныңда. Аҡылыма ҡайтһам – күҙ йәштәре, Һәм янамын ғазап утында.
  • 1. Алтын балдаҡ кейеп етәкләшеп, Парлы ғүмер үтмәй заяға. Юйылмаҫҡа яҡты эҙе ҡала Яңы һулыш килер яҙҙарҙа. Припев Парлы, парлы, парлы булһын Парлы алтын балдаҡтар, Парлы үтһен алтын ғүмер Тотоношоп ҡулға ҡулдар. 2. Ҡулдарымды ҡулдарыңа бирәм Алтын балдаҡ бөгөн кейәбеҙ Аҡ ебәкле һөйөү сорнап алған Иң бәхетле кәләш кейәүбеҙ. Парлы, парлы, парлы булһын Парлы алтын балдаҡтар Парлы үтһен алтын ғүмер Тотоношоп ҡулға ҡулдар. 3. Ышанысым, таянысым минең Һин бит йәрем, ғүмер юлдашым Ят ҡулдар беҙҙе айырмаһын Беҙҙең парлы балдаҡ яҙмышын.
  • Моңһоу күлдең һылыу томбойоғон Ҡулдарыңа тотоп, һин көтмә, Йөрәгемә һүнмәҫ ут ҡабыҙып, Йөрәгемә һүнмәҫ ут ҡабыҙып, Томбойоҡ бүләк итмә. Томбойоҡ, томбойоҡ, Ниңә шулай һин бойоҡ? Әллә ниңә, әллә ниңә Күңелемдә тынғы юҡ. Томбойоҡ та сәскәләрен йомоп, Бойоҡмаһа ине тын кистә. Томбойоҡтай бойоғаһым килмәй, Томбойоҡтай бойоғаһым килмәй, Томбойоҡ бүләк итмә. Тирбәлдереп керһеҙ күңелемде, Томбойоҡтар биреп елкетмә. Томбойоҡтай бойоҡ булма, тиһәң, Томбойоҡтай бойоҡ булма, тиһәң, Томбойоҡ бүләк итмә.
  • 1 КУПЛЕТ Меңләп фекерҙәр көн һайын мине баҫтыра, Һәр бер кеше үҙенекен аңлатырға тырыша. Күңел асырға бер кемдән дә оялма; Буш урындар күп, әйҙә ултыр, дуҫым, яныма. Һәр бер нәмәгә ҡыуанып беҙ онотолдоҡ, Бәхет ҡошон тырыштыҡ, ләкин тота алманыҡ. "Башҡорт" тип күкрәк һуғыуҙар беҙҙе ялҡытты, Бергәләп яңы юлдар табырға ваҡыт етте. ПРИПЕВ (X2): Барыбер кем нимә әйтә: Юлыңды күңел күрһәтә. Бергәләп дуҫтарым, ғаиләм; Барам мин донъя яуларға. 2 КУПЛЕТ Һәр заманда ла булыр өр яңы талаптар, Уратҡандар һәр ваҡыт нимәлер һинән һорар. Еңеп сығырһың, һин бүлмәһәң ихтибар, Шул саҡта бөтән ерҙән һинең һүҙең яңғырар. Юғары һүҙҙәрҙе һөйләү заманы үтте, Кескәй аҙымдар эшләү ваҡыты инде етте. Һинең сәйәсәтте йәштәр бәлки һайламаҫ, Күптәр һинең һайлаған юлыңды аңламаҫ. ПРИПЕВ (X4): Барыбер кем нимә әйтә: Юлыңды күңел күрһәтә. Бергәләп дуҫтарым, ғаиләм; Барам мин донъя яуларға.
  • 1.Әйтмә әле әйтмә ауыр һүҙҙәр Күңелемә һалма шомло хис Бер береңде маҡтауҙарға күмеп Бергә булыуҙары татлы бит ҡушымта Араларҙа ауыр һүҙҙәр барҙыр Шаярыуҙар бәлки бутаған Минең йәнем бөгөн наҙҙар көтә, Татлы һүҙҙәреңә һыуһаған. 2.Һалма мине һалма һағыштарға Тойғоларым менән шаярма Шаярыуҙар самаһынан сыҡһаң Ҡалыуыбыҙ бар бит сит ярҙа 3.Төшмә әле төшмә упҡындарға Тотон әле минең ҡулыма, Китмә әле китмә яндарымдан , Һинһеҙ йәнем хисһеҙ быуылам
  • Күпме кеше уз бәхетен, Һөйгән йәрен тапмай. Сөнки улар мөхәббәтте, Уйынсыҡ тип уйлай. Яратыузың һиндә шулай, Ҡәзерен белмәнең. Куңел асыу hөйеү булмай, Aңлап өлгермәнең. Ҡушымта: Мөхәббәт һатылмай, мөхәббәт hатылмай. Һатып алынган мөхәббәт, оҙаҡҡа бармай. Мөхәббәт hатылмай, мөхәббәт hатылмай. ә ҡайhы берәүҙәр hаман миңә ышанмай. Мөхәббәт hатылмай, мөхәббәт hатылмай. Һатып алынған мөхәббәт озаҡҡа бармай. Мөхәббәт hатылмай, мөхәббәт hатылмай. Ысын мөхә-мөхәббәтте hатып алып булмай! (2 тапкыр) Нисә төндәр төштәреңдә, Тик уны эзләнең. Әйтелмэгэн hуҙҙәреңде, Әйтергэ теләнең. Ҡушымта: Мөхәббәт һатылмай, мөхәббәт hатылмай. Һатып алынган мөхәббәт, оҙаҡҡа бармай. Мөхәббәт hатылмай, мөхәббәт hатылмай. ә ҡайhы берәүҙәр hаман миңә ышанмай. Мөхәббәт hатылмай, мөхәббәт hатылмай. Һатып алынған мөхәббәт озаҡҡа бармай. Мөхәббәт hатылмай, мөхәббәт hатылмай. Ысын мөхә-мөхәббәтте hатып алып булмай. (2 тапкыр)
  • Ozon, Яндекс, Wildberries; оҙон ялдар – байрам ит Сайтҡа ин, һайла ла һатып ал, бар ул яҡтан бай тарих Discogs, eBay тигән нәмәләр күптән инде сикләнгән (Әһә!) PayPal киткәс беҙҙән; ҡасан ҡайтырын кире белмәйем Былай ҙа ҡәнәғәт, күрәһеңме? Күр, күрмәһәң Донъяма етмәһә лә нимәлер, юҡ үпкәләү Бөтә әйберҙәрем кәрәкле, иң мөһиме, белергә ҡәҙерен Юғалтмаҫҡа, юҡҡа аҡса итмәҫкә әрәм, yeah! Эх, китаптар кәрәк ине инглиз телендә! Хип-хопҡа бәйле китаптар бик аҙ ғына, мин вис белергә Сарсайым, ҡуймаһам да шундай маҡсатты, uh Саҡ сабыр итәм, күңелем һаман шуҡ, ә аң саҡыра
  • Әгәр сине очратмасам, яратуның Нинди икәнен белмәс идем Әгәр сине очратмасам, мин үлгәнче Беркемне дә сөймәс идем Әгәр сине очратмасам, мин бәхетне Беркайчан да тапмас идем Әгәр сине очратмасам, таңнарымда Матур булып атмас идем Әгәр сине очратмасам, мин бәхетне Беркайчан да тапмас идем Әгәр сине очратмасам, таңнарымда Матур булып атмас идем Әгәр сине очратмасам, кемнәр мине Шушы тикле сөяр иде Әгәр сине очратмасам, кемнәр шулай Минем өчен янар иде, көяр иде Әгәр сине очратмасам, мин бәхетне Беркайчан да тапмас идем Әгәр сине очратмасам, таңнарымда Матур булып атмас идем Әгәр сине очратмасам, мин бәхетне Беркайчан да тапмас идем Әгәр сине очратмасам, таңнарымда Матур булып атмас идем Әгәр сине очратмасам, мин бәхетне Беркайчан да тапмас идем Әгәр сине очратмасам, таңнарымда Матур булып атмас идем Әгәр сине очратмасам, мин бәхетне Беркайчан да тапмас идем Әгәр сине очратмасам, таңнарымда Матур булып атмас идем