Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 102

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • 1. Оҙатҡанға ғына түгел Юлсыға ла яманһыу Айрылғанда һиндә ҡала Йөрәгемдең яртыһы Припев Көт кенә,көт кенә Көт иркәм Көтөүҙәр еңел түгел беләм айырылыуҙар һағышлы булһа ла Ҡабат күрешеүҙәр татлы икән(2 тапҡыр) 2. Юлдарҙа гел һаҡлап йөртә Һинең хәйерле доғаң илдәр йүгәнләп яныңа шул юлдар ашығам 3. Көтөп ҡалған саҡтарыңда Төштәреңә керермен Һин көт кенә,тик көтөп ал Тиҙҙән ҡайтып етермен.
  • 1.Яулыҡтарың әллә һинең,әллә һинең,әллә һинең, Яулыҡтарың әллә һинең -сигелгән.. Юлдарыңа әллә сирен,әллә сирен ,әллә сирен Юлдарыңа -һибелгән (2 раза) 2. Һине күреп бар тәбиғәт,бар тәбиғәт,бар тәбиғәт. Һине күреп бар тәбиғәт -һөйөнгән. Әллә инде өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең,өҙөлгәнһең. Өҙөлгәнһең -сирендәй... 3. Йәшәй миндә һинең тауыш,һинең тауыш һинең тауыш, Йәшәй миндә һинең тауыш-һинең һүҙ.. Мөмкинме һуң танышыуҙар,табышыуҙар,ҡауышыуҙар Мөмкинме һуң - сиренһеҙ?
  • Кемдэр әйтер ғүмерҙең Ҡайҙарҙа туҡталаһын Әйтсе йәнем зарҙарыңды Ниҙәрҙән уфтанаһың припев Һөйөү һал да йөрәгеңә. Һөйөп һөйөлөп йәшә Һандуғастар талда һайрап Беҙгә шулай өндәшә 2. Ҡойолоп төштөләр ергә Йыйылған алмаларым. Һалҡын һыуҙар баҫа алмай Йөрәгең яныуҙарын 3. Эх ,шул һөйөү, янда булһа Ҡартлыҡтар ҙа килмәйҙәр. Һөйөп һөйөлөп йәшәһәң Матур үтә ғүмерҙәр
  • 1. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Мәшәҡәттәре лә китмәгән Ғүмер арғымағын эйәрләйек Ваҡыт дилбегәһен ебәрмәйек ПРИПЕВ Ни хәлдә һеҙ туғандар. Яҡынайһын аралар Донъяларҙы бер гөрләтеп әйҙәгеҙ күрешәйек 2. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Һөйләшәһе һүҙҙәр бөтмәгән Йәшәләһе йылдар алда әле Йырланмаған йырҙар бар әле Припев 3. Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән Ҡартлыҡ килеп тәҙрә ситмәгән Иртәгәләр менән йәшәмәйек Бөгөнгөнөң ҡәҙерен беләйек. ҒҮМЕР ҮТКӘС ҮКЕНМӘЙЕК ЙЫШЫРАҠ КҮРЕШӘЙЕК
  • Ҡушымта: Барам уның яндарына Артҡа ҡарамай. Бирешергә был уйында Миңә ярамай. Борма юлдар, ташҡан һыуҙар Беҙҙең арала. Булыр өсөн яҡыныраҡ Ҡурҡыу юғала. 1-се куплет: Һәр бер көнөм әйтерһең дә Иң һуңғы бәйге. Туҡтамайса һаман сабам Янына мәңге. Бирешергә юҡ уйымда Барған юлымда Йылдар илтә хыялыма Тотоп ҡулымдан 2-се куплет: Араларҙа беҙҙең һаман Меңәр саҡрымдар. Бер ҡараһаң ул алыҫта Йәки яҡында. Килер бер көн мин булырмын Уның янында Бөтә булмышым ялманыр Сағыу ялҡынға.
  • Һинҽң хыялыңда мин түгелмен, Минең хыялымда һин булманың. Хоҙай,ниңә осраштырҙың беҙҙе? Ярҙамына үҙең ҡул һуҙманың. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һиңә пар була алмағанға. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һүҙемдә тора алмағанға. Булманы инде, булманы, Бәхетһеҙ үтә ғүмерҙәр, Ике бүлемле араға Булманы һалып күперҙәр. Аҡыл менән һайлап алғандарҙы Аҡыл ғына тота йөрәк тотмай Йөрәк менән һайлап алғандарҙы Йыраҡ йөр(ө)тә, ниңә яҡын йөр(ө)тмәй Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һиңә пар була алмағанға. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һүҙемдә тора алмағанға. Булманы инде, булманы, Бәхетһеҙ үтә ғүмерҙәр, Ике бүлемле араға Булманы һалып күперҙәр. Аҡыл менән йәшәп үтә көнөм, Аҡыл менән йәшәп арыным. Телгәләнгән йөрәгемдең зары, Моңо,һағышы ғына мин бары. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һиңә пар була алмағанға. Ғәфү ит мине,ғәфү ит, Һүҙемдә тора алмағанға. Булманы инде, булманы, Бәхетһеҙ үтә ғүмерҙәр, Ике бүлемле араға Булманы һалып күперҙәр.
  • Китәм тағын алыҫтарға һине ҡалдырып, Ҡалаһың бошоноп, әсәй, мине ҡайғыртып Көтөрһөң һин таңға ҡәҙәр булһам юлымда Хәлең килһә булыр инең һәр саҡ янымда. Бөтә ҡайғы-хәсрәттәрҙән һәр саҡ аралап Туҡтамайһың йөрәгеңде үҙеңдең яралап. Ҡыйын миңә иҫкә төшһә иҫәр үҫмер сағым, күпме сәстәрең ағарҙы мин ҡайтмаған һайын Күгәргән битемде күреп күҙең йәшләнде Минең уңышһыҙлыҡтарға йәнең өҙгөләнде Улың- дәрүиш, тора алмай һис бер урында, Мин яратам һине әсәй, шуны онотма Нимәләр генә ҡылһам да һин һәр саҡ аңлайһың, Күңелде бушатҡан саҡта бүлдермәй тыңлайһың. Тик ниҙәр һинең күңелеңдә - юҡ һорағаным, Мин бит һәр саҡ юлда, бына- китәмен тағын.
  • Һөйөү туҙҙы, беҙҙең йөрәкте Һағыш уты күптән ялмаған. Шыбыр-шыбыр өндәшкән һүҙҙәрҙе Төндә ямғыр йыуып ағыҙған. Кемебеҙ хаҡ, ә кем ғәйепле? Мөхәббәтең бар таңы, бар кисе. Осрашыуҙар төш булып ҡалдылар, Йөрәгемдә һаҡлана шиғырҙар. Мин китһәм, яныңда ямғырҙар иларҙар, Ә күңел түремдә йырҙарым ҡалырҙар. Һалҡын бер ай күренә тәҙрәнән, Илаҡ бер ямғырҙы етәкләгән. Ә үҙе шат йылмая, йылмая... Ай белә: һәр йөрәк, һәр күңел - Ҡабатланмаҫ бер миҙгел, бер ғүмер. Тик яҙмышты алдап булмай! Мин китһәм, яныңда ямғырҙар иларҙар, Ә күңел түремдә йырҙарым ҡалырҙар.
  • Айырыушыуҙар әсәй миңә ауыр, Йөрәгемде сәнсеп калалар Янып торған минең яҡты күгем Ҡара болоттар каплап алалар Тик һин генә мине әсәй ташлама Сабый күгем минең ҡайғы ҡаплама Ҡара болот бер саҡ таралыр Ҡайгыларым шунда юғалыр Өҙлөгәнмә йөрәк урһәләнмә Бергә булған саҡты хәтерлә Ҡара болоттарға үҫ итеп Улың ҡайтыр һаумы әсәй тип Тик һин генә мине әсәй ташлама Сабый күгем минең ҡайғы ҡаплама Ҡара болот бер саҡ таралыр Ҡайгыларым шунда юғалыр Тик һин генә мине әсәй ташлама Сабый күгем минең ҡайғы ҡаплама Ҡара болот бер саҡ таралыр Ҡайгыларым шунда юғалыр
  • Кем һин? Шундай һорау тыуа Ҡолаҡ һал орандарға Кем тыйнаҡ, ә кем тәкәббер икәнен хәл ит Кемдер тәьҫир итәлер, ә һин яһап ҡара йоғонто үҙең Ялғандарға йомолһон күҙең, ысындарҙы ғына күрһен Мысырға китеүҙе ҡуйырға маҡсат итеп ҡабаланма Тыуған төйәгеңде, тамырҙарыңды иҫеңдән сығарма Сыланғанмы керпектәрең? (Һөрт!) Егет булһаң, егет бул Рәхәтләнеп көл дә йылмай (һиңә бит килешә) Һинең булһын еңел ҡул Элеп ҡуй берәй ергә пландарыңды, тормошҡа ашыр Белеп ҡуй: оҡшама башҡаларға, ябай юлдарҙан шыл Хәҙерге егет кеше өсөн етмеш төрлө һөнәр күп Һорау: ник елбәҙәклек өмөттәрҙе өҙә һуң? Өфөлә Энтузиастар урамы булһа ла, улар әҙәйә Ялҡауҙарға күсмә, йәнең көймәһен, булма хәлһеҙ Ғәйбәттәр һиңә ҡағылмай Әлбиттә, осрай аҙым һайын Хәйләкәр түгел, аҡыллы бул Бер ни ҙә һине ҡырын һуҡмаҫ, тип ышан Аҫыл таштай ялтырай ҡояш күк йөҙөндә Һәр бер эшеңдән килеп сыҡһын яҡшы һөҙөмтә Кем булғаныңды онот, үткәнең өсөн ҡайғырма Юлыңда тайып йығылма, был һинең бөгөнгөң Төшмә бөгөлөп, киләсәгең ҡулыңда Күңелең һис тә тарыҡмаһын Был донъянан китергә һин ашыҡма Сөнки һин бар, барыһын да үҙеңә генә ит иҫбат Был һинең ысынбарлыҡ, үҙең яҙаһың китап
  • Урманда ғына юлдар үтә түтә, Яуға китә башҡорт ирҙәре. Кем? Һай! Нуғайбәк, һай, лим зиләр, Нуғайбәк. Нуғайбәк, һай, лим зиләр, әйһәйлүк. Яуыз дошмандарға ҡаршы бара, Һаҡлар өсөн тыуған илдәрен. Кем? Һай! Нуғайбәк, һай, лим зиләр, әйһәйлүк, Кем? Һай! Нуғайбәк, һай, лим зиләр, әйһәйлүк. Урманда ғына юлдар үтә түтә, Сабата ҡайҙарғаһы үтә. Кем? Һай! Нуғайбәк, һай, лим зиләр, әйһәйлүк, Кем? Һай! Нуғайбәк, һай, лим зиләр, әйһәйлүк. Ашағанда бөтә кейгән туҙа, Тыныс тормоштарға ни етә? Кем? Һай! Нуғайбәк, һай, лим зиләр, әйһәйлүк, Кем? Һай! Нуғайбәк, һай, лим зиләр, әйһәйлүк. Һааааааааааааай! Һаааааай! Һаааааааай! Урманда ғына юлдар үтә түтә, Яуға китә башҡорт ирҙәре. Кем? Һааааааааай!...
  • Встретил он однажды на своем пути Девицу-красавицу невинной красоты И было все как в сказке, первое любовь Жить, существовать друг без друга не могли Ножизнь не подарок бывает в ней подвох Она любила деньги и море красоты А парень что был с нею быстро надоел Зачем же тебе нищий, какая тут любовь Припев: Мечты, ты же моя любовь С тобою лишь быть хочу Вернись моя любовь Вернись тебя я жду Годы пролетали, парень обнужал Ночами на работе проподал Жизнь он повидал с темной стороны Судьба преподносила первые плоды Свой бизнес, дом и первое авто Не за горой решались, первые дела О нем заговорили люди с высока Не бывает жизни худо без добра Тут пришла та девица, что бросила его конечно как не вспомнить .. Слезу оборонив прощенье попросила, Парень промолчав в ответ ей так сказал Припев: Мечты, ты уже не моя Прошли уже те года И я уже не твой И ты не моя любовь
  • Яндырма йөрәкне Арыдым, кирәкми Ҡарашын жылытми Күңелем сөйәлмый Припев Яндырма йөрәкне Син үзен гәйепле Яралар төзәлми Мәхәббәт күренми Яндырма син мине Ҡабызган сөюемне Ялгызым сагыштан Янырмын ялгыштан
  • 1. Аралар беззен йыраk курмэнем хине озаk hагындырзын шул тиклем hагыштан эрней йорэк осрашабыз шул hирак тошома кер хойоклем Припев: hагындым hинен. Наззар тулы тауышынды hагындым hинен. ин ягымлы карашынды hагындым hинен. hызылган кара кашынды hагындым hатта. тын алышынды (ла-ла-ла) 2. Йыраk булhала аралар кунелем hизеп тора hин дэ мине уйлайhын. башkаларзан йэшереп бары тик минэ тейеп хистаренде хаклайхын Припев: hагындым hинен. Наззар тулы тауышынды hагындым hинен. ин ягымлы карашынды hагындым hинен. hызылган кара кашынды hагындым hатта. тын алышынды hагындым хинен. Наз тулы тауышынды hагындым хатта. тын алышынды hагындым хинен. Наз тулы тауышынды hагындым хатта. тын алышынды
  • 1Һин ҡалдырған һөйөү , Әрней күкрәгемдә, Тынғы бирмәй көнөм төнөмә . Иртә торһам уйҙа Ҡайҙа ҡалдың ҡайҙа , Әллә ниҙәр килә башыма ҡушымта Хистәр тәрән - тәрән Тәрән йәшеренгән, Йөрөй уйҙар ҡайса аҙашып Ғазаптарга һалып, Әрнеү, ғонаһ алып, Йәшәмәгеҙ ерҙә алдашып 2.Хистәр ниңә йәшрен, Йәшәп йәшәп тә шул, Аңлай алмай кеше бер-береһен, Ваҡыт уҙғас ҡына , Һине үкендереп Иҫкә төшөр барһы ул бер көн. 3.Килмәм тиеп килден, Китмәм тиеп киттен, Ниҙәр генә икән өмөт иттең , Уттан һыуға һалдың, Ғазап булып ҡалдың , Һөйөү тигән һинең был хисең