Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 101

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Ябай һалдат альбомында бер рәсем әсир итте Дуҫым серле йылмайып, минең һеңлем, яҡташ, тине. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. 2. Хат бәйләне арабыҙҙы, ғашиҡ йөрәк шатланды. Күңелемде һин биләнең, мөхәббәт ҡанатланды. Алыҫ ерҙә, сит тарафта, саф һөйөү килде миңә. Мин ҡайтырмын, яндарыңа, йәнкиҫәгем, көт кенә. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. (2 раза)
  • Олатайым матрос булып, Алыҫ диңгеҙҙә йөҙгән. Акула менән киттарҙы Яҡындан ғына күргән. Ҡушымта: Мин дә үҫкәс һалдат булам, Кирза итек кейермен. Ялға ҡайтҡас ҡыҙҙар менән, Тыпырлатып бейермен. Ә атайым пограничник, Ватан сиген һаҡлаған. Ҡара төндә, ел-ямғырҙа Тау-таш аша атлаған.
  • Йыраҡлаша гармун, китә-китә, Ындыр аша болон юлы бар. Ҡайһы арала йәштәр сығып китә, Иҫләмәй ҙә ҡала ололар. Припев: Ауыл урамынан гармун үтә, Ҡайҙарғалыр әйҙәй, саҡыра. Ҡайҙарғалыр ишек асылып китә, Ҡайҙарғалыр ҡапҡа асыла. (2раза) Ҡыҙҙар нисек түҙеп торһон Болондарға гармун әйҙәгәс? Яңғыҙ йәшлек — йәшлек буламы ни, Таңға ҡәҙәр йырлап йөрөмәгәс? Припев: Ауыл урамынан гармун үтә, Ҡайҙарғалыр әйҙәй, саҡыра. Ҡайҙарғалыр ишек асылып китә, Ҡайҙарғалыр ҡапҡа асыла. (2раза) Болон буйҙарында йәшлек үтә. Һәр бер яҡтың яңы йыры бар. Йәшлек ваҡыттарын уйлай-уйлай Йоҡлай алмай ята ололар. Припев: Ауыл урамынан гармун үтә, Ҡайҙарғалыр әйҙәй, саҡыра. Ҡайҙарғалыр ишек асылып китә, Ҡайҙарғалыр ҡапҡа асыла. (2раза)
  • Кайтам әле тыуған яҡтарыма Һыҙылып алһыу таңдар атҡанда. Ауылымды сырнап аҡ мамыҡа, Аҡ томандар йәелеп ятҡанда. Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә. Сәскәләрҙең көләс йөҙәрендә Ысык тамсылары һипкәндә. Кайтам әле тыуған яҡтарыма Төн ярып ҡояш батҡанда. Алйыр шәл булып тау иңенә Энәр күләгәһе ятҡанда. Припев: Кайтам әле тыуған яҡтарыма Күз ҡыҫышҡан саҡта йондоҙҙар. Еләк елдә рәһәтләнеп кенә Серем иткән саҡта киң кырҙар.
  • һин йәнем һулышым күңел ҡояшы, нескә моң һағышы ♥һин йәшәү мәғнәһе,шатлыҡ сәбәбе йөрәк онотмаҫ йәр, нурлы гәлсәр һинең күҙҙәр минеке ♥(яратып)ҡосаҡлаап шашып ярат мин бит йәнем йәнәшендә һинең янда башҡа нурҙан, донъя яна беҙ донъяға яратылған яратырға.... ♥тик һин йәйғор төҫөнән мансып донъяны көләһең шатланып ♥ һин йыһанымдың нуры куңелемдә йылы йыһан куңелемә, нурлы сәфәр һинең күҙҙәр беҙ бергә♥
  • 1.Әкрен генә һиҙҙермәйсә, Йәшлек ғүмерем үтә, Куңелем һис тә ҡартаймай hаман да ниҙер көтә. ҡушымта Картаямы ни һүң йөрәк, Маңлайҙар һырланһа ла, Yтте йәшлек йүләрлек тип Йырҙарҙа йырланһа ла. 2.Әллә ғашик булдым инде Йәшләй һөйгән йәр кеүек, Әйтерһендә берәү килеп Иркәләр, һөйәр кеуек. 3.Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр, Була ул hәркемдә лә. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай Олоғайған көндәрҙә лә.
  • ҡулды кеҫегә тыҡтым бар аҡсаны һынаным оҙаҡ уйлап торманым дискотекаға зыйҙым унда һине осраттым һәм һиңә ғашиҡ булдым дискотека буйына һиңә генә тексәйҙем һине яратам,мин яратам төндәрен һине уйлап сығам ләкин һин ҡала ҡыҙыҡайы мин простой ауыл малайы ләкин һин ҡала ҡыҙыҡайы мин простой ауыл малайы бына икенсе малай ҡапыл һине ҡосаҡлай мин эстән генә көйәм,ә ул егеттең икән ул да ҡала малайы һәм ул әлбиттә крутой нимә эшләргә миңә? мин ауылский, мин простой һине яратам,мин яратам төндәрен һине уйлап сығам ләкин һин ҡала ҡыҙыҡайы мин простой ауыл малайы ләкин һин ҡала ҡыҙыҡайы мин простой ауыл малайы сәскәләр һатып алдым һәм һиңә бүләк иттем бөтән тойғоларымды барыһында һиңә әйттем ләкин һинең егеттең алдыма килеп торҙо хочешь смерти крестьянин?! тип танауға тондорҙо һине яратам,мин яратам төндәрен һине уйлап сығам ләкин һин ҡала ҡыҙыҡайы мин простой ауыл малайы ләкин һин ҡала ҡыҙыҡайы мин простой ауыл малайы
  • Бала саҡта һандуғастай килә ине һайраһы, Мөхәббәттең иң сибәрен килә ине һайлаһы. Әле лә иҫтә, әле лә иҫтә баласак хыялдары, Салауат күпере кеүек күңелем хыялдары. Ҡушымта: Һандуғасым, өйрәт мине, Өйрәт мине һайрарға! Һайрармын да, йырлармын да Иң ҡәҙерле дуҫтарға. (х2) Сәскәле бала сағымды йырлатам әле ҡайрап, Һөйөүемде аңлатырға һандуғас булып һайрап. Һандуғасым һайра, һайра һайра һин арығансы, Һайра диләр, халҡың өсөн, йөрәгең ярылғансы. Ҡушымта: Һандуғасым, өйрәт мине, Өйрәт мине һайрарға! Һайрармын да, йырлармын да Иң ҡәҙерле дуҫтарға. (х2)
  • Ҡулда гармун, иңдә йәшлек, Тирә яҡҡа моң сәсәм. Хистәремде моңға төрөп Йырҙарымды өләшәм. Ҡушымта: Тамашасым ҡулын саба, Йырҙарымды ярата. Йөрәктәр менән йөрәктәр - Араһында йыр ята. Алҡыштарҙан баш әйләнә, Моңдар йырға бәйләнә. Йырлы-моңло тормош көтһәң Бөтә донъя йәмләнә. Ҡушымта Тамашасыма бүләккә Гармунымда моң үрәм. Бик күңелле икән йәшәү Юлдаш булһам йыр менән. Ҡушымта