Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Популярные башкирские песни.
Страница 57

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Pop

Pop (современная популярная музыка) — область массовой культуры, охватывающая различные формы, жанры и стили развлекательной и прикладной музыки
  • Айрат Ҡобағошов көйө, Рәми Ғарипов һүҙҙәре.
  • Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа, Хәтерләтеп йәмле май кисен. Муйыл сәскә атҡан туғайҙа Йөргән инек икәү нур кисен. Тормош юлдарыбыҙ шул кистә Айырылды төрлө яҡтарға. Ә шулай ҙа иркәм гел иҫтә, Алыштырмам уны яттарға. Араларҙа алыҫ юлдар бар, Барыр инем дә бик арымай. Осрашырға күмпе йылдар бар, Нисек түҙәмен һуң һағынмай.
  • Һөйкөмлө, яғмлы йөҙөңдән Нурҙар аҡҡанын Күрәһем килә, биҡ ныҡ Һағынған сағым. Сабырлығымды юуйып Һуңын, аҡтығын, Янндарыңа осам Йәнем-аппағым! Припев: О о о, и и и, йәнем-аппағым! О о о, и и и, һағынған сағым, йәнем- аппағым! 2 куплет Беләһең микән һин үҙең, Йәнем-аппагым, Һин бит минең иң ҙур, Сикһеҙ шатлығым, Мөхәббәтем, бәхетем, Тере байлығым, Айҙай балҡып йылмай, Йәнем-аппағым! Припев: О о о, и и и, йәнем-аппағым! О о о, и и и, һин бит - шатлығым, йәнем-аппағым!
  • Аҡ бүрегеӊ бар тиһеӊ Ниӊә уны кеймәйһеӊ ? Һөйгəн йəрем бар тиһеӊ Ниӊә уны һөймәйһеӊ? Припев: Ай Яй Яй Гөлбаныу Көндә яныӊда булам Көндә-көндә айлы төндə Яндарыӊда мин булам Ай Яй Яй Гөлбаныу Көндә яныӊда булам Көндә-көндә айлы төндэ Яндарыӊда мин булам 2.Әгəр килһәм иртəһен Тағы мине кер(е)тәһеӊ Бындай алһыу йөҙөӊдө Үпмәй нисек китәһеӊ Припев: Ай Яй Яй Гөлбаныу Көндә яныӊда булам Көндә-көндә айлы төндэ Яндарыӊда мин булам Ай Яй Яй Гөлбаныу Көндә яныӊда булам Көндә-көндә айлы төндэ Яндарыӊда мин булам 3.Ишек алды тал тирәк Талға һандуғас кәрәк Оҙон буйлы егеттәргә Ҡыҫҡа буйлы ҡыҙ кәрәк Припев: Ай Яй Яй Гөлбаныу Көндә яныӊда булам Көндә-көндә айлы төндэ Яндарыӊда мин булам Ай Яй Яй Гөлбаныу Көндә яныӊда булам Көндә-көндә айлы төндэ Яндарыӊда мин булам Һин минеке Гөлбаныу 4.Ишек алды түӊәрәк Осоп йөрөй күбәләк Бер(е)һе оҙон бер(е)һе ҡыҫҡа Үбешәләр сүгәләп Припев: Ай Яй Яй Гөлбаныу Көндә яныӊда булам Көндә-көндә айлы төндэ Яндарыӊда мин булам Ай Яй Яй Гөлбаныу Көндә яныӊда булам Көндә-көндә айлы төндэ Һин минеке Гөлбаныу
  • Рәми Ғарипов "Туған тел" шиғирынан
  • Булэк итеп сэсэкелер озманэм, Мин хезге ин матур йыр эзлэнем, Ул йырзы таптым тыуган илемдэ, Ин матур к0л0п тургай телендэ. ПРИПЕВ(2раза): Айзагез дустар йырлайык бергэ Ин матур йырзарзы хайлап кына, Ин матур йырзарзы хайлап кына Йэшэйек донъяла хайрап кына. Килзем хезгэ ибез дингез кисеп Хеззе хагынып канаттары осоп Кош канаттары тугел илемдэ Йыр канаттары минен кунелде
  • Ай һәм ҡояш йондоҙҙар Йыһан серен һаҡлап мең йыллап Бар булышың hинең дә Сиселмәгән бер йомаҡ hымак Припев: Ай ҡояш һәм йондоҙҙар Йыһан серен һаҡлап мең йыллап Бар булышың hинең дә Сиселмәгән бер йомаҡ hымак 2 Куплет: Осҡон алды кунелгә, Ҡабатланмаҫ матур һүззәрең Ялҡың ялмай йорәктә, Һөйөуемде әтмәй түҙмәйем 3 Куплет: Гузәлеген ңаз булып Һибелгәндер сәскә тамсына Нурға тула бар доньям Көтмәгәндә сыкhаң ҡаршыма Припев: Ай ҡояш һәм йондоҙҙар Йыһан серен һаҡлап мең йыллап Бар булышың hинең дә Сиселмәгән бер йомаҡ hымак (3 раза)
  • Шәмдәлдәрҙә генә уттар яна... Шәмдәлдәрҙә күптән уттар һүнде, Ә күңелем һине һағына. Ситлектәге ҡош балаһы кеүек Яңғыҙ йөрәк ниңә ҡағына? Шәмдәремдә уттар ҡабыҙырлыҡ Осҡондарҙы нисек табырға? Һинһеҙ донъя миңә кәрәк түгел - Ниңә яңғыҙ ҡанат ҡағырға? Шәмдәремдә уттар һинһеҙ һүнде, Тик мин янам утһыҙ -төнһөҙ. Минең бәхет һинең янда йөрөй, Һин дә, бәлки, минһеҙ бәхетһеҙ?
  • Мин килдем оҁрашырға Ə һин ник килдеӊ,тиһеӊ Төн йоҡондо йокламайса Ник килеп йөрөйhөн тиhеӊ Припев: Белhəӊ ине уйҙарымда Төӊ йокомдоӊ калғандарын Əллə ысынлапта,Əллə ысынлапта Һөйөү килдеме?(2 раза) 2 куплет: Киске төндə урамда Йондоҙҙар ҙа янғанда Мин бəхетле hинеӊ менəн Икəү бергə булғанда Припев: Ала алмайым күҙемде hинəн, Көнлəшəмен иртəнге елдəн Телəйем,иркəм,сəстəрендəн Наҙлап тарарға (2 раза) 3 куплет: Кисə төндə уйындан hуӊ Һин киттеӊ берəү менəн Ә мин калдым юл сатында Тулған күҙ йəшем менəн Припев: Белhəӊ ине уйҙарымда Төӊ йокомдоӊ калғандарын Əллə ысынлапта,əллə ысынлапта Һөйөү килдеме?(2 раза)
  • осраттым бер һылыуҙы оооу күҙҙәре шундай нурлы ооу күҙҙәре шундай нурлыыы шунда уҡ күҙем төштө Аппағым йомошағым оооо тейеп кенә йөрөтөрмен оооо Аппағым йомошағыыым тип кенә яратырмын. . . Үүүтербеҙ икәүләшеп оооо ,уррамдан етәкләшеп оооо Үүүтербеҙ етәкләшеееееп һин ғашиҡ мин дә ғашиҡ Аппағым йомошағым оооо тип кенә яратаным оооо Аппағым йомошағыыым тип кенә йөрөтөрмен . Аппағым йомошағым оооо тип кенә йөрөтөрмен оооо Аппағым йомошағыыым тип кенә яратырмын. . Аппағым йомошағым оооо тип кенә яратырмын.оооо Аппағым йомошағыыым тип кенә йөрөтөрмен
  • Артта ҡалды, тәүге һөйөү Һинһеҙ йылдар үтәләр Әйтер һүҙҙә, минең күҙҙәр Һине һаман көтәләр Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Яҙҙар һайын, сәскә өҙҙөм Мине ғәфу итегеҙ Яҙҙар һайын, ҡайтһам ҡоштай Минән сәләм әйтегеҙ Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Һиңә тейеп, тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем Мин ҡайтырмын тигәйнем
  • Ҡоштар ҡайта, ә беҙҙең егеттәр Таңға тиклем гармундарҙа уйнай. Һәр береһе ҡыҙын ҡосаҡлаған, Күңелдәре илай-илай йырлай. Тағын ҡоштар ҡайта, тағын ҡоштар китә, Кемдер был ваҡытта йыраҡта хеҙмәт итә. Тыуған яҡҡа хаттар яҙып көндәр үтә, Ҡош телендәй сәләм әсәй улынан көтә. Тағын ҡоштар ҡайта, тағын ҡоштар китә, Кемдер был ваҡытта йыраҡта хеҙмәт итә. Тыуған яҡҡа хаттар яҙып көндәр үтә, Ҡош телендәй сәләм әсәй улынан көтә. Припев: (2 раза) Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән, Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән? Ҡайта алмаһам, берүк ғәфү ит, Минең бында ғәйебем юҡ бит. 2. Көтә һине әсәйең, көтә яратҡан ҡыҙың, Ҡайтырмын әле тиеп гармундар тартып уҙҙың. Бигрәк ҡыйын булһа ла, дуҫҡай, түҙергә кәрәк, Ә бына шундай йырҙар беҙгә йырларға иртәрәк. Припев: (3 раза) Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән, Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән? Ҡайта алмаһам, берүк ғәфү ит, Минең бында ғәйебем юҡ бит
  • Ике өйөмә бер солан Шул соландан мин сығам, Сығамында ҡарап торам Үҙем дә хайран ҡалам. Ике өйөмә ун ике тәҙрә Бишеһе ишек алдында Шул тәҙрәнән ҡарап торам, Бар доньям күҙ алдымда Ишек алдым тар ғына Тар булһала бар ғына Доньям теүәл Бай булһамда, Тормошом Ябай ғына.
  • Һыу өҫтәрен һырыған ап-аҡ томан, Һыу өҫтөн нисек тотош ҡаплап алған. Яр буйында, яр буйында йөрөйөм яңғыҙым, Ҡайҙа ғына минем бәхет йондоҙом. Йылға өҫтө томан-томан, Аҡһыл-аҡһыл томан. Йылға өҫтө томан, Таралмай ҙа һаман. Йылға өҫтө томан-томан, Һағыштарым һымаҡ. Йылға өҫтө томан, томан, Ай, томан Яр буйында бер кәмә сайҡала, Һине көтөп, минем йәнем моңлана. Ҡайҙа ҡалды беҙҙең ул матур саҡтар, Яр буйында яңған ялҡын усаҡтар. Йылға өҫтө томан-томан, Аҡһыл-аҡһыл томан. Йылға өҫтө томан, Таралмай ҙа һаман. Йылға өҫтө томан-томан, Һағыштарым һымаҡ. Йылға өҫтө томан, томан, Ай, томан Йылға өҫтө томан-томан, Аҡһыл-аҡһыл томан. Йылға өҫтө томан, Таралмай ҙа һаман. Йылға өҫтө томан-томан, Һағыштарым һымаҡ. Йылға өҫтө томан, томан, Ай, томан Йылға өҫтө томан, томан, Ай, томан
  • Иртән дә кил, кис тә кил Тәҙрәңде сирттә кил Иртән дә кил, кис тә кил Тәҙрәңде сирттә кил Сиртеүеңде танырмын да Ҡаршы сығып алырмын Сиртеүеңде танырмын да Ҡаршы сығып алырмын Барам, киләм һиңә Ҡас лучше һин минән Ниндәй нация икәнемде? Һин бит беләң Бөгөн төнөн кискә Ҡара сәғәт өскә Ҡара сәғәт өскә Башҡорттар килә кискә Бөгөн төнөн кискә Ҡара сәғәт өскә Ҡара сәғәт өскә Башҡорттар килә кискә Бөгөнгө party - ул киске party Булған йәштәр йыйылышҡан Ә һин в кровати, тор! Бөгөнгө party - ул киске party Булған йәштәр йыйылышҡан Ә һин в кровати! Ваҡытта бата Рәхмәт тарарта Мөғжизә хатта Ярыҡта ята Башҡорттар ата ZaGa аптырата Ратататататата, чё?!И пятерых һуҡҡанда ҡолатыр Эй чё һин чё до хрена батыр? Бөгөнгө төндә һине оҙатыр Ошо батыр йәштәрҙе уятыр Иртән дә кил, кис тә кил Тәҙрәңде сирттә кил Иртән дә кил, кис тә кил Тәҙрәңде сирттә кил Сиртеүеңде танырмын да Ҡаршы сығып алырмын Сиртеүеңде танырмын да Ҡаршы сығып алырмын Ауылские движения Эти головокружения Егеттәр стиль катят Ә ҡыҙҙар не хотят Ауылские движения Эти головокружения Егеттәр стиль катят Ә ҡыҙҙар не хотятБарам, киләм һиңә Ҡас лучше һин минән Ниндәй нация икәнемде? Һин бит беләң Бөгөн төнөн кискә Ҡара сәғәт өскә Ҡара сәғәт өскә Башҡорттар килә кискә Бишбармаҡ мы ели Килде ҡарале елде план Һелкенергә мы захотели Туҡта һуҡты башҡа план, да! Ваҡытта бата Рәхмәт тарарта Мөғжизә хатта Ярыҡта ята Башҡорттар ата ZaGa аптырата Ратататататата, чё?!И пятерых һуҡҡанда ҡолатыр Эй чё һин чё до хрена батыр? Бөгөнгө төндә һине оҙатыр Ошо батыр йәштәрҙе уятыр Иртән дә кил, кис тә кил Тәҙрәңде сирттә кил Иртән дә кил, кис тә кил Тәҙрәңде сирттә кил Сиртеүеңде танырмын да Ҡаршы сығып алырмын Сиртеүеңде танырмын да Ҡаршы сығып алырмын
  • Беҙ башҡортар дәртле халыҡ бит яффаймать Беҙ башҡортар дәртле халыҡ бит яффаймать Если даже плохо все барыбер будем танцевать Если даже плохо все барыбер будем танцевать Нимә? (һ?) Кәмә (ааа) мин с баймаҡа белә Тёлки мои они в келәт (келәт) Бөрйән Баймаҡ это кайф бля Ҡара миңә это молодой башҡорт Молодые пацы народный артист Башкир big нация — это же стиль Мой отец большой артист (Ха-ха-ха) Беҙ башҡортар дәртле халыҡ бит яффаймать Беҙ башҡортар дәртле халыҡ бит яффаймать Если даже плохо все барыбер будем танцевать Если даже плохо все барыбер будем танцевать Тыуған ерем, тыуған башҡортостан Берҙән берем, мин һине яратам Тыуған ерем, тыуған башҡортостан Берҙән берем, мин һине яратам Беҙ башҡортар дәртле халыҡ бит яффаймать Беҙ башҡортар дәртле халыҡ бит яффаймать Если даже плохо все барыбер будем танцевать Если даже плохо все барыбер будем танцевать Беҙ башҡортар дәртле халыҡ бит яффаймать Беҙ башҡортар дәртле халыҡ бит яффаймать Если даже плохо все барыбер будем танцевать Если даже плохо все барыбер будем танцевать
  • Уйлыймын, уйлыймын Һаман да уйлап Туймыймын, туймыймын Сулар сулышка Сыймыймын, сыймыймын Көннәрем-төнем Уйлыймын, уйлыймын Башка ярны уйлама да Бәхетем минем, ятны тыңлама да Җанымны минем, син, сызлатма да Син минем йөрәгемне Ярала, яралама… Бирмәмен, бирмәмен Ятларга җаным Көтәмен, көтәмен Килер дип, тагын Түзәмен, түзәмен Бәхетем димен Көтәмен, көтәмен Башка ярны уйлама да Бәхетем минем, ятны тыңлама да Җанымны минем, син, сызлатма да Син минем йөрәгемне Ярала, яралама…
  • Йөрәктә янған дәртле Мөхәббәтте туҡтаттым Тылсымлы саф һөйөүҙе Мин бит үҙем юғалттым Ғәфү ит мине йәнем Припев: Хистәремде тойһаң Күҙҙәремде йомһам Күрәм бары һинең ҡарашын Яраланды йәнем Яңғыҙым бит ҡалдым Һынды хәҙер һөйөү ҡанатым 2) Ауыр һүҙ әйтеп һинең Йөрәгеңә тоҙ һалдым Һүнде күктә ҡояшым Яңғыҙым хәҙер ҡалдым Ғәфү ит мине йәнем Припев. Хистәремде тойһаң Күҙҙәремде йомһам Күрәм бары һинең ҡарашын Яраланды йәнем Яңғыҙым бит ҡалдым Һынды хәҙер һөйөү ҡанатым
  • Йылмаяһың яратам тип, Һөйләйһең, һөйләйһең дә, Шул саҡта бәхет саткыһы, Ҡабына бит йөҙөңдә. Ҡабына бит йөҙөңдә Мәғ(ә)нә бар һәр һүҙеңдә Күңлем менән шул һүҙеңә Кушылам бит үҙемдә, Кушылам бит үҙемдә. Ҡушымта: Ҡабатла шул һүҙеңде, Ҡабатла тағын, тағын, Мин дә шулай өҙөлөптәр. Яратам һине йәнем. 2.Ҡабатла ле шул һүҙеңде, Ҡабатлауҙан туҡтама. Бәхетемдән һөйөнөп, Шатлыҡ йәштәре тама. Яратыуыңды белһәм дә, hаман тыңлаһым килә. Шул һүҙҙәрҙе көйгә һалып, Минең йырлаһым килә. Ҡушымта.
  • Припев: Һин белмәйһең, һин белмәйһең генә Күңел көндә илай, көндә шиңә. Һин белмәйһең, һин белмәйһең генә. Һин күрмәйһең дә. Һин белмәйһең, һин белмәйһең генә. Күңел көндә илай, көндә шиңә. Һин белмәйһең, һин белмәйһең генә. Ишет мине. 1. Көндәр болоттар төҫлө Ағыла һаман. Сәғәт телдәре туҡтап Бөтөнләй ҙә тынған. Ҡанатландырған бары Тәмен юғалтҡан, Төҫтәрен юйған. Беләһеңме, мин Бик тә яңғылыштым. Аҡты, ҡараны бутап Аҙаштым. Аңлайһыңмы һине Үҙем юғалттым. Ишет мине! Припев: тот же 2. Эҙләп ҡараным Дауаһын ситтә. Улар бит һинең Тик шәүләң генә. Улар бит мине Һис тә аңламай, Юҡ , улар аңламай. Был һағыш бөтмәҫ Борма юл һымаҡ, Күпме ҡасһам да Башына ҡайтам. Беләһеңме, мин Шундай арыным. Мин шундай арыным. Һин ишет!
  • Өҫтәлдә яңғыҙ сынаяҡ Сәйе һыуынып бөткән Яңғыҙ сәйҙең дә тәме юҡ Эсмәнем һинһеҙ иркәм Ҡушымта: Ғүмерем шулай уҙармы Гел һине генә көтөп Яңғыҙым өҫтәл янында Һыуынган сәйләр эсеп 2 Ҡайнар сәй ҡойоп ҡуям да Ултырам һине көтөп Сәйең һыуына бит инде Ҡайҙа юғалдың китеп 3 Өҫтәлемдә барhыла бар Нигә сәйҙең тәме юҡ Яңғыҙ булғанғалыр инде Өйөмдеңдә йәме юҡ Ҡушымта 2 тапҡыр
  • Ялбарып ҡарама күҙҙәремә, Яуап һорама минән хистәреңә. Үҙем дә белмәйем, күҙ алдым күк томан. Бөтәһен аңлатыр һиңә ваҡыт һуңынан. Ҡушымта: Ап-аҡ мендәреңә йәштәрең түкмә, "Кисер мине", тиеп иренемдән һин үпмә, Яратҡаның өсөн ғәфү үтенмә, Ни булһа- булған инде, бары тик үкенмә. Ҡайнар ирендәрең, әсе күҙ йәштәрең, Яралы һүҙҙәрең телә шул бәғеремде. Йондоҙ атылды тулған айлы күктән. Ниңә сереңде асманың электән? Хис тулы йәй, йөрәк ни (э)шләргә лә белмәй, Мөхәббәтһеҙ башҡа ул йәшәргә лә теләмәй. Көндәр-төндәр үтә, тормош дауам итә, Көткәндәргә бәхет үҙе килеп етә.
  • Беҙҙен урамда байрам, күңелдәрҙә лә байрам, Тәүге сәскәләрҙе тотоп мин hиңә барам. Ҡуйсы әле әрләшмәйек, йәшәйек татыу, Беҙ беләбеҙ hәр кемгә лә кәрәк hөйөу яратыу. Кемгә әҙерәк кәрәк, кемгә күберәк, Ләкин матурым, бәғрем hин бит йәшерәк. Ишетәм йөрәгең шәберәк тибә, Сөнки безгә яҙ килә. Припев: Яҙ, яҙ, яҙ килә, Беҙгә мөхәббәт бирә. Йәш ҡыҙҙарҙың йөрәктәре, Шәберәк тибә-тибә. 2. Уйлама был мине яратмай тиеп, Һинең өсөн генә килдем аҡ күлдәк кейеп. Ярамай бер кемде кәмhетергә, Кеше hөйөргә тейеш hәм hөйөлөргә. Әйҙәгеҙ дуҫтар бергә булайыҡ, Күңел асайыҡ, йырҙар йырлайыҡ. Ишетәм hеҙҙең дә йөрәк шәберәк тибә, Сөнки беҙгә яҙ килә.