Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Популярные башкирские песни.
Страница 75

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Pop

Pop (современная популярная музыка) — область массовой культуры, охватывающая различные формы, жанры и стили развлекательной и прикладной музыки
  • Көтә көн дә әсәй балаларын, Ноҡот һалып, өҙөлөп-һағынып. Көткәнеңде белеп, ваҡыт табып, Беҙ ҡайтабыҙ һиңә ашҡынып. Припев: Әсәкәйем иҫләп йәш саҡтарын, Йырлай беҙгә моңло бишек йырын. Йәшә, әсәй, шатлыҡтарға күмелеп, Балаларын изгелеген күреп. Изге доғаларын уҡып әсәй, Аҡ теләктәр теләп оҙата. “Иҫән генә бер үк йөрөгөҙ һеҙ” тиеп, Беҙҙең өсөн һәр саҡ ут йота. Припев: Әсәкәйем иҫләп йәш саҡтарын, Йырлай беҙгә моңло бишек йырын. Йәшә, әсәй, шатлыҡтарға күмелеп, Балаларын изгелеген күреп. (Р. Өмөтбаев муз. һәм һүҙ.)
  • Бына тағы китәм алыҫтарға, Тыуған яғым hинән айырылып. Тыуған яғым hинән айырылып, Һөйгәнемде hиндә ҡалдырып. Припев: Зәңгәр томандар артында Бик алыҫтарҙа ҡалhам да, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп, Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. Бик hағындым иген яландарын, Күк тирәкле Эйек буйҙарын. Йәмле яҙҙа йөрәк елкендереп, Шаулап үткән һабантуйҙарын. Припев: Зәңгәр томандар артында Бик алыҫтарҙа ҡалhам да, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп, Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. Бер ҡайтаhы ине бала сағы Ялан аяҡ йөрөгән сағыма. Бер ҡайтаhы ине йәшлегемә, Тәүге мөхәббәтем янына. Припев: Зәңгәр томандар артында Бик алыҫтарҙа ҡалhам да, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп, Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда.
  • Беҙ йөрөгән һуҡмаҡтарға күптән инде ҡарҙар яуған. Янып бөткән усаҡтар ҙа, тик йәшлегем иҫтә ҡалған. Хәтеремдә йәшлектәге танышыуҙар, осрашыуҙар. Таң алдынан йырлашыуҙар, өйгә тиклем оҙатыуҙар. Припев Йәшлегемә ҡайтам әле, Бер йырлап уҙам әле. Йөрәгемдең әрнеүҙәре, Бәлки, баҫылыр хәҙер. (2 раза) Һөйәм тиеп, көтәм тиеп, Әйткән һүҙҙәр ҡабатланмай. Үтте бит ул тиһәләр ҙә, Юк, йәшлегем онотолмай. Припев Йәшлегемә ҡайтам әле, Бер йырлап уҙам әле. Йөрәгемдең әрнеүҙәре, Бәлки, баҫылыр хәҙер. (2 раза)
  • Осраттым мин hине, Тормошом юлымда. Ә hинең язмышың, Башҡалар ҡулында. Ҡушымта: Ишетhен бар донъя, Донъяны яңратам. Яратам мин hине, Яратам, яратам. (2 тапҡыр) Булыр тип ҡурҡаhың, Ғәйбәтме, бәләме. Һөйөүҙе кешенэн, Йәшереп буламы. Ҡушымта: Ишетhен бар донъя, Донъяны яңратам. Яратам мин hине, Яратам, яратам. (2 тапҡыр) Тойолған hөйөүгэ Ни генэ янамай Яратам тейhең hин Ярамай, ярамай. Ҡушымта: Ишетhен бар донъяу Донъяны яңратам, Яратам мин hине, Яратам, яратам. (2 тапҡыр) Яратам, яратам...
  • Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана, Ләкин ҡабатланмай үткәне. Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән, Килеп торһон алда көткәне. Тыуған көндәр йыл да ҡабатлана, Ләкин ҡабатланмай үткәне. Бәхет, шатлыҡ һәм таҙалыҡ менән, Килеп торһон алда көткәне. Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын, Шатлыҡ тойоп типҺен йөрәгең. Ауырлыҡтар һине урап үтһен, Ҡабул булһын һәр бер теләгең. Ҡушымта: Тыуған көнөң менән, һине мин ҡотлайым, Бәхет шатлыҡтар килтерһен ул тыуған көн Ҡотлайым һине, тыуған көнөң менән, Тыуған көнөң менән ҡотлайым. (2 тапҡыр). Сәләмәтлек ташламаһын һине, Шатлыҡтарҙан торһон ғүмерең. Бәхет ҡыуаныстар юлдаш булһын, Тыныс булһын һәр саҡ күңелең. Ҡушымта: Тыуған көнөң менән, һине мин ҡотлайым, Бәхет шатлыҡтар килтерһен ул тыуған көн Ҡотлайым һине, тыуған көнөң менән, Тыуған көнөң менән ҡотлайым. (2 тапҡыр). Ҡушымта: (3 тапҡыр). Тыуған көнөң менән ҡотлайым. Тыуған көнөң менән ҡотлайым.
  • Ҡайғыңды уртаҡлашырға Килдем әле, ҡәҙерлем. Донъя булғас, төрлө хәл бар, Яңғыҙың ҡалдың бөгөн. Мәңгелеккә ташлап китте, Һөйгәнең берҙән-берең, Ҡысҡырып уянма төнөн. Припев: Ул бит үҙе теләп китмәне, Һинән башҡаны ла hөймәне. Тәҙрәңә яуған ҡарлы ямғыр Аңламай шул hинең көткәнде. (2 раза). Хәҙер бөтә ауырлыҡты Үзеңә күтәрергә. Артабан йәшәргә кәрәк, Ярамай hүрелергә. Ышанаhың, саҡыраhың Ул ҡайтып керер hымаҡ, Көтмә инде - ара йыраҡ. Припев: Ул бит үҙе теләп китмәне, Һинән башҡаны ла hөймәне. Тәҙерәңә яуған ҡарлы ямғыр, Аңламай шул hинең көткәнде. (2 раза)
  • Ситлеккә бикләп ҡуйып, hиңә йырларға ҡуштылар, Онот инде дуҫтарыңды, ике ҡанатлы. Һәр бер hинең уйҙарыңа хәҙер ҙур хужалар бар. Ҡаршы hүҙ өндәшеп ҡуйма, улар гел хаҡлы хоҡуҡ. Байрам итә таныштарың, ирекле булыу рәхәт. Ҡанаттарың ҡайырылhа, hине иҫкә алып, Йырҙарыңды йырлашалар, исмаhам, шуға рәхмәт, Тапамағас эштәреңде ҡара ергә hалып. Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр). Нисә йылдар hине әрләп, артҡы рәткә теҙҙеләр, Уйлаған уйҙарыңды ҡурҡып әйтә алманың. «Ерҙе туңәрәк» тигәс эстәрен тотоп көлдөләр, Шулай итеп бөгөнгө көндә бер үҙең ҡалдың. Елдәр иҫә төнъяҡтарҙан, күңелемде әрнетеп, Ләкин минең йөрәгемә үтеп инә алмай. Ирешеп булмай дөрөҫлөккә кешеләрҙе кәмhетеп, Уткәндәрҙе бер ҡасан кире ҡайтарып булмай. Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән.(2 тапҡыр). Әннә-гиҙер-генәйем! Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр). Әннә-гиҙер-генәйем! Ҡушымта: Ситлектә йәшәп булмай, Ситлектә йырлап булмай. Ситлектә бейеп булмай, Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр).
  • Инде бөттө бүтән һинең алда, Яна-яна шәмдәй эремәм. Кистәремдә инде һине эҙләп, Таныш һуҡмаҡтарҙан йөрөмәм. Ҡушымта: Һин үҙгәрҙең, ярай үҙгәр әйҙә, Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем. Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем, Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе.(2х). Тик ҡулдарым бына тик ҡулдарым, Эҙләп йөҙә һинең ҡулдарҙы. Ирендәрем эҙләй иренеңде, Нишләтәйем бына шуларҙы. Ҡушымта: Һин үҙгәрҙең яра үҙгәр әйҙә, Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем. Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем, Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе. (2х).
  • Хуш тип китте ул, hинең hөйөүеңде аңламай. Кире ҡайтырмын тине, үтте инде нисә ай. Иң бәхетле көндәрҙе иҫкә алаhың илап. Күпме көндәр үткәрҙең берҙән-береңде уйлап. Припев: Илама йәшлегем үтә тип, Яңғыҙын, былай ҙа ауыр бит. Килер әле ул, үбер әле ул, Ысын мөхәббәтең, сабыр ит. (2 раза) Һиңә ҡыйын, ә ул юҡ, сәстәреңдән hыйпамай. Һауа торошо шул уҡ: елдәр иҫә туҡтамай. Һуңғы хатынды алып, бәлки, ул үкhеп илар, Бәлки иртәгә килеп hиңә ошо йырҙы йырҙар. Припев: Илама йәшлегем үтә тип, Яңғыҙын, былай ҙа ауыр бит. Килер әле ул, үбер әле ул, Ысын мөхәббәтең, сабыр ит. (2 раза)
  • Беҙ йөрөгән һуҡмаҡтарға, Күптән инде ҡарҙар яуған. Янып бөткэн усактарҙа, Тик йәшлегем иҫтә ҡалған. Хәтеремдә йәшлектәге, Танышыуҙар, осрашыуҙар. Таң алдынан йырлашыуҙар, Өйгә тиклем оҙатыуҙар. Ҡушымта: Йәшлегемә ҡайтам әле, Бер йырлап узам әле. Йөрәгемдең әрнеүҙәре, Бәлки баҫылыр хәҙер. (2 тапҡыр). Һөйәм тейеп, көтәм тейеп, Әйткэн hүҙҙәр ҡабатланмай. Үтте бит ул тиһәләрзә, Юҡ йәшлегем онотолмай. Ҡушымта: Йәшлегемә ҡайтам әле, Бер йырлап узам әле. Йөрәгемдең әрнеүҙәре, Бәлки баҫылыр хәҙер. (2 тапҡыр). Ҡушымта: (2 тапҡыр). Йөрәгемдең әрнеүҙәре, Бәлки баҫылыр хәҙер. Йәшлегемэ ҡайтам әле.
  • Кисә генә ҡурсаҡ уйнап йөрөй инең, Бөгөн дуҫың оҙата килгән. Ай менән йондоҙҙар ғына hаҡлай hине, Сөнки уттар күптән hүнгән. Йәш йөрәктәр өсөн төндәр бигерәк ҡыҫҡа, Ике сәғәт үткән дә киткән. Тәҡдим итә һиңә кейәүгә сығырға ҡышта. Иртәрәк түгелме икән? Припев: Йәш, йәш hин әле йәш, Башта атай-әсәйҙәрең менән hөйләш. Улар рөхсәт иткән генә хәлдә, Булырhың hин берәйhенә бик шәп кәләш.(2 раза) Ҡабаланып күп кешеләр хата яhай, Яңғыҙлыҡты hайлап алмайҙар. Ғүмер юлын ике тапҡыр үтеп булмай, Күптәр быны аңлайҙар. Припев: Йәш, йәш hин әле йәш, Башта атай-әсәйҙәрең менән hөйләш. Улар рөхсәт иткән генә хәлдә, Булырhың hин берәйhенә бик шәп кәләш.(2 раза)
  • припев Һиңә генә бүләк итәм Күңелемде, hөйөүемде. Әгәр бик оҙаҡҡа китhәм, Алып китермен hинең үҙеңде. Юлдарымда мин осраттым hине, hине генә. Бәхетем тим, пар ҡанатым hиңә, hиңә генә. Ҡулдарыңды мин яраттым hинең, hинең генә. Мөхәббәтем, күҙ ҡарашым бары hиңә генә. припев Һиңә генә бүләк итәм Күңелемде, hөйөүемде. Әгәр бик оҙаҡҡа китhәм, Алып китермен hинең үҙеңде. Төндәремде мин үткәрҙем hинең менән генә. Ауырлыҡты күтәрермен hинең өсөн генә. Йырҙарымды бүләк итәм hиңә, hиңә генә . Бер ҡасан да ташлап китмәм, Вәғәҙә итәм hиңә. припев Һиңә генә бүләк итәм Күңелемде, hөйөүемде. Әгәр бик оҙаҡҡа китhәм, Алып китермен hинең үҙеңде.
  • Ҡоштар ҡайта, ә беҙҙең егеттәр Таңға тиклем гармундарҙа уйнай. Һәр береhе ҡыҙын ҡосаклаған, Күңелдәре илай-илай йырлай. ( 2 раза) Тағын ҡоштар ҡайта, тағын ҡоштар китә, Кемдер был ваҡытта йыраҡта хеҙмәт итә. Тыуған яҡҡа хаттар яҙып, эҫе көндәр үтә-үтә, Ҡош телендәй сәләмде улынан әсәhе көтә. Бында иртәгә ни булырын хатта шайтан белмәй, Ә hеҙҙең хәбәрҙәрегеҙ күптән унда барып етмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙән үлем рөхсәт hорап тормай, Егеттәрҙең күңелдәре кисен hағынып-hағынып йырлай. Припев: Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән. Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән? Ҡайта алмаhам берук ғәфу ит, Минең бында ғәйебем юк бит. (2 раза) Уйламағыҙ был йәштәрҙе бер нимә аңламай тиеп, Намыҫтарын hаҡлай улар бысраҡ йәшел кейем кейеп. Төндәр еткәс, курғаш ямғыры яуа арымай-туҡтамай, Тыныс таңдар атыуына хәҙер инде бер кем ышанмай. Көтә hине әсәйең, көтә hине яратҡан ҡыҙың, Урамдарҙан ҡайтырмын тиеп гармундар тартып уҙҙың. Нисек кенә, дуҫҡай, ҡыйын булhа ла, түҙергә кәрәк, Ә бына шундай йырҙарҙы беҙгә йырларға иртәрәк. Припев: Һау бул, әсәйем, миңә юлға иртән. Сит яҡтарҙа нисек йәшәрмен икән?