Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 109

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Алмагастар саска аткан сакта Йылга остона томандар ятты Сыгып тека бейек яр башына Зайтунакай алыска бакты Сыкты ла ул дартле йырын хуззы Сал боркоттай егет хакында Пар кунелдан озолоп хойа уны Хис югалтмай хаклай хатында Ос хин айза гузал кыззын йыры Алыстагы кояш артына Ил сигендаге батыр егетка Хабар осхон хар бер хатында Онотмахын ябай хылыу кыззы Хатерлахен нисек йырлауын Хаклахын ул бойок тыуган илде Зайтунакай хаклар хойоуен
  • Ҡасан ғына беҙ ошонда икәү утырған инек. Күктән яуған йондоҙҙарҙы усҡа тултырған инек. Усҡа тултырған инек... Йылы ҡарай ғына һиңә Күңел хисенә көҙһөҙ. Күпме яуһа ла күмелмәй, Йондоҙҙай балҡый өс һүҙ: Мин һине яратам, Яратам, яратам! Хәҙер яңғыҙ ҡырпак ҡарға уйҙарымды таратам. Мин килгән инем, һин һаман юҡ,тик ҡарҙар уйнай ерҙә. Тик ҡарҙар уйнай ерҙә. Йылы ҡарай ғына һиңә, Күңел хисенә көҙһөҙ. Күпме яуһа ла күмелмәй, Йондоҙҙай балҡый өс һүҙ: Мин һине яратам, Яратам, яратам! (С.Низаметдинов муз., З. Ҡотлогилдина һүҙ.)
  • Күҙҙәремде йомһам Хәтерләйем һине Беләм юҡҡа түгел осрашыуҙар ине Диңгеҙ һәм йылы ҡом Зәңгәр тулҡын шауы Тулған айҙың күктә йылмайыуы Аҡ ҡомға икәүләп беҙ һүрәт төшөрҙөк Әйтерһеңдә булды был киносюжет Ҡояштың йылыһы,йондоҙҙарҙың нуры Беҙҙең өсөн ине Сәләм ҡаршы ал диңгеҙ үҙеңә Саҡырам һөйгәнем һине әкиәт иленә Бәрхәттәй ҡомда,ҡояшлы көндәр Был йәйҙе һин һаҡла хәтерҙә Яланаяҡ ҡомдаэҙҙәребеҙ ҡалды Йылмайыуың ҙинең күңелгә ут һалды Елкәнле ҡараптар елһеҙ йөҙә алмай Минең дә йорәгем һинһеҙ түҙә алмай
  • Көн юғалтты мәғәнәһен, төн һинһеҙ уның һөйгәнен, Мин һинһеҙ ҡанатһыҙ аҡ ҡош һымаҡ, Һин белмәйһең. Мин һине яратам, донъяла тик һине үлеп һөйәм, Тик янымда түгелһең һин, һине һағынам мин. Йәнем һөйгәнем, Бик күп ҡалалар, бик күп саҡрымдар хәҙер инде, Беҙҙең йәнем арала беләм нисек һиңә, ҡыйын һөйгәнем, тик әҙрәк үтер ваҡыт һәм, мин ҡайтырмын, мин ҡосаҡлармын һине, Үбермен һине һәм шыбырлармын һиңә: "Мин һағындым, ныҡ һине ҡояшым Үлеп һағындым һине мөхәббәтем"! Мин һине яратам, донъяла тик һине үлеп һөйәм, янымда түгелһең һин, һине һағынам мин. һәр бер төшөмдә күрәм һыныңды үбәм һәм ҡосаҡлайым һине, тотам һинең наҙлы, йылы ҡулдарыңды, аңлайым йәнем нисек хәҙер ҡыйын һиңә аңла һиндә, һин минең уйҙарымда һәм йөрәгемдә Уға тик һинең исемең мин һағындым, ныҡ һине ҡояшым Үлеп һағындым һине мөхөббәтем Көн юғалтты мәғәнәһен Төн һинһеҙ уның һөйгәнен Мин һинһеҙ ҡанатһыҙ аҡ ҡош һымаҡ һин белмәйһең Мин һине яратам, донъяла тик һине үлеп һөйәм Тик янымда түгелһең һин, һине һағынам мин.
  • азаштыным бурандаза иркам азаштынмы дауылдарза иркам ла ла ла хин кайзахын дингззарза микан сакыр мине булам хина елкан ла ла а хине эзлап уттем купме юлдар хине эзлап осоп ута йылдар хине эзлап азаштып узем да омоттарем елдарза озола белам ерза хин яшахен иркам минхезза хин бахетлеме икан ла ла ла гелан гена эзлаем хаман юлдар ярып барам хина табан ла ла ла
  • 1)Кояш йондоззарга тинлэхэ Мине куктэр зэ эзлэхэ Булгым килэ ин якыны зур усак ялкыны Хистэрзе хин хакла Бер касан ситлэшмэ Ситтэрзэн хин якла Тик мине хин конлэшмэ конлэшмэ хин мине конлэшмэ Бары хин тиеп мин йэн атам Ондэшмэ артык хуз ондэшмэ Яратам таратам яратам 2)Голсэскэлэргэ хин тинлэхэн Улар есенэн ислэхэн Кубэлэк булып хин кагылып Кондэ кил хагынып Уз итэм тик хине Бер ни гэ шикләнмә Һин дә ярат мине Янгызым биклэмэ
  • Күңелкәйемдә һалҡын елдәр исә Йөрәккәйемде уткер бысаҡ кисә Һинең менән һушлаштыҡ мәнгегә Үкһеп илайым,онота алмайым Мин түҙәлмайым һинһеҙ Тик һис янмайым,ҡабыҙалмайым усаҡты янғыҙ һинһеҙ Хәтерләйем мин йылы ҡулдарыңды Ишеткем килә моңло тауышыңды Уйҙарымда,күз алдымда гел һин Үкһеп илайым,онота алмайым Мин түҙәлмайым һинһеҙ Тик һис янмайым,ҡабыҙалмайым усаҡты янғыҙ һинһеҙ Янған йөрәк,инде күмерләнә Үкһеп илайым,онота алмайым Мин түҙәлмайым һинһеҙ Тик һис янмайым,ҡабыҙалмайым усаҡты янғыҙ һинһеҙ
  • 1. Таң ата ҡош һайрай Ул ҡояшты һағынған Йыр йырлап шул ҡоштай Кил һин йәшлек яҙыма. Припев: Һин минең сафлығым Һин мәңгелек шатлығым. 2. Таң еле иркәләй Аҡ ҡайындың толомон Мин ҡасан ҡулыңдың Ҡайнарлығын тойормон 3. Алһыу таң иҙелгә Ҡоя көмөш таҫмаһын Күҙ нурың шул таңда Минең йөҙҙө ялмаһын.
  • Хина килам, кулымда саскалар тотам Был саскалар,хинен туйына Тугызынсы катка мине лифт мендера Хам алдымда хин туй кулдагенда ПРИПЕВ. Нисек матурхын хин богон ак кулдакта Был саскалар был булакта Хам котлаузар тик хина гена Хам янында торган егет урынына Хис мин тугел хам куз йаштар аша Телаем тик бахет хина Бына инде никах харайына килдек Хин бахетле хин уга хырылан А мин ситта кунак арахында торам Хам тик хезга карап мин хыгылам ПРИПЕВ.
  • Был доньялар ике килмәй беҙгә , Ҡәҙерен белеп ҡалайыҡ . Яғымлы ла атай-әсәйҙәрҙең, Бөйөклөгөн инде аңлайыҡ . Привев: Рәхмәтемде ҡабул итегеҙ , Һеҙгә йырлар йырым барында , Бәхет - шатлыҡ һеҙгә тәләйем , Рәхмәт һеҙгә атай әсәйем. 2) Теләктәрем фатихалар тулы, Саф йөрәклеһең һин әсәйем. Беләк инде атай ғүмерең буйы, Һеҙ балларым тиеп йәшәйһең
  • 1. Йондоҙҙарға беҙ менеп, Бейегәйнек бейеү,бейегәйнек бейеү. Ҡарҙар менән яуғайны, Күңелдәргә һөйөү,күңелдәргә һөйөү Һөйөү тынын өргәйнек Ап-аҡ ҡарлы донъяға, Сумғайныҡ бәхет эҙләп Мөхәббәтле даръя,мөхәббәтле даръяға Припев Һин бөгөн дә саҡыраһың, Мең йондоҙло, Йыһанға йыһанға бары һине һайлар инем, Мин яңынан,яңынан тыуһамда Болоттарарҙа аҙаштыҡ, Хыял илендә беҙ Хыял илендә икәү, Осоп китеп йыһанға Теләгәйнек бары иң изге теләктәр Һөйөү тынын өргәйнек Ап-аҡ ҡарлы донъяға, Сумғайныҡ бәхет эҙләп Мөхәббәтле даръя,мөхәббәтле даръяға Припев Һин бөгөн дә саҡыраһың, Мең йондоҙло, Йыһанға йыһанға бары һине һайлар инем, Мин яңынан,яңынан тыуһамда
  • Тыуған йортом алтын һарай түгел, Юнып һалған атай ҡулдары, Ошо йорттоң ошо тупһаһынан, Башландылар минең юлдарым. Припев Атай -әсәй йорто көнкүрештәр Шундай ябай ,шундай яғымлы, Ҡайтам әле ,ҡайтам яндарына, Ҡәҙерлеләремде һағынып Икмәк еҫе бөрккән тыуған йорттоң, Онотолмаҫ инде йәндәре Күңел түрҙәрендә әсәй наҙы, Ҡолағымда атай һүҙҙәре. Тыуған йортто зинһар онотмайыҡ, Тыуған тупһа нурлы ҡот һалыр, Атай әсәй доғалары беҙҙе , Бәлә ҡазаларҙан ҡотҡарыр.
  • 1.Ҡоштар оса һауала, Ҡояш битте йылыта, Ритм беҙҙе бейетә Һинең боҙҙо иретә. Көнсығыштан ел иҫә, Хистәр беҙҙе иҫертә, Күбәләктәр эстәрҙә Күтәрәләр күктәргә. Припев: Иртәнсәк һинең менән мин уянам, Йылынам яҙғы яҡты ҡояштың нурында. Һалҡын шишмәнең һыуында йыуынам, Теләк теләйем күктә атылған йондоҙға! 2. Сиңерткәләр уяна Башҡалар йоҡлағанда Сыңлайҙар таң атҡансы, Ҡояш апай торғансы. Бөтә ерҙән моң аға, Бөтәһе күңел аса. Һауалағы болоттар Ҡайҙалыр ашығалар. Припев: Иртәнсәк һинең менән мин уянам, Йылынам яҙғы яҡты ҡояштың нурында. Һалҡын шишмәнең һыуында йыуынам, Теләк теләйем күктә атылған йондоҙға!
  • Һәр көн иртән торғанда, Башымда көйҙәр бар. Һәм минең бөтә донъяға, Йырлар моңдарым бар. Һин тик уйланып ҡына ҡара кеше, Тауышым көслө түгел, тик һин мине ишет. Был донъя һинең өйөң һәм һинең бишек, Дуҫ ҡатып торма һиңә асыҡ бөтә ишек Башыңды эймә әйҙә минең менән бергә Алға һәм тик алға бәхет тауына менергә. Алһыуланып яңы тыуған ҡояшты күрергә Яңы мөмкинселектәргә табан йүгерергә. Һәр бер таңым миңә өмөт бүләк итә, Ҡараңғы төн менән бар шиктәрем китә. Изге маҡсат, яҡшы кәйеф булһа - етә Бейек текә үрҙәр мине алда көтә Әйҙә йылмай ҡыуанысың бик йоғошло Сағыу буяуҙарға батыр был тормошто. Тыңла йөрәгеңде тура юл күрһәтер, Ҡулдарыңда ҡәләм, ә ғүмер - һүрәтең.
  • Өҫтәлдә яңғыҙ сынаяҡ Сәйе һыуынып бөткән Яңғыҙ сәйҙең дә тәме юҡ Эсмәнем һинһеҙ иркәм Ҡушымта: Ғүмерем шулай уҙармы Гел һине генә көтөп Яңғыҙым өҫтәл янында Һыуынган сәйләр эсеп 2 Ҡайнар сәй ҡойоп ҡуям да Ултырам һине көтөп Сәйең һыуына бит инде Ҡайҙа юғалдың китеп 3 Өҫтәлемдә барhыла бар Нигә сәйҙең тәме юҡ Яңғыҙ булғанғалыр инде Өйөмдеңдә йәме юҡ Ҡушымта 2 тапҡыр
  • hә,-тигәнсе утеп китте ещё один год! ғумер шулай тиҙ утә не заметишь,вот. ҡунаҡҡа,байрамға приглашаем вас. приходите,приносите много кустәнәс. ҡыш бабай менән бергә дед мороз идет. яңы йыл беҙгә килә, значит Новый год! куп итеп большой открытка будем написать. байрам килгәс бөтәhен дә надо поздравлять. Бөтәгеҙгә беҙ желаем ҡоростай Бәхет. алла бирhә будем живы много-много лет. Йәшел ёлка баштарында звёздочка яна. туда-сюда бейеп йөрөй ыснегурочка. беҙ шампанскийҙы эсәбеҙ, звеня хрусталём. гармунсыбыҙ,уйна әле бергәләп споём. йыйылышып веселимся, значит до утра. яңы йылды отмечает вся родной страна. беҙ бигерәк яратабыҙ ошо байрамды. йыл буйы көтөп алабыҙ новый год-hине!