Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 71

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • 1)Беренсе аҙымың, Беренсе азымың һинең күккә. Һәм уның йәштәре, Йылы сикәләрҙән ағып төшә. Беренсе илауың, Уға моң булып ишетелә. Беренсе һүҙен Беренсе һүҙен һинең нимә Беренсе мөхәббәт, Ғүмерлек мөхәббәтең һинең ул. Насарлыҡ тейҙермәҫ , Эҫе лә бешермҫ кешең тик ул. Көнөң ҡара булһа, Юлыңды яҡтырта һинең тик ул. Иң яҡты йондоҙ ул, Ғүмерлек ҡояшың һинең.. . Припев: ... Әсәй! Һәр бер түгелгән йәшең, Һәр бер түгелгән көсөң... Бушҡа тугел, әсәй... МИН БАРЫҺЫН БУЛДЫРАМ! 2)һәр бер түгелгән йәшен, Һәр бер түгелгән көсөн, Бушҡа түгел әсәйем, Мин барыһын булдырам. Йондоҙҙарға ынтылам, Хыялдарым ашырам, Һинең өсөн әсәйем Бәхетле кеше булам. Бүләк иткән наҙыңды Кире һиңә ҡайтарам Ғүмерлеккә, мәңгегә , Мин бит һине яратам. Вступление: Миңә ҡарай һинең күҙҙәр, Яғымлы, изге күҙҙәр. Күрәм мин уларҙа һөйөү, Ә Һин минекендэ бала бәхетен күр,
  • (Ҡайтам әле Әлдермешкә) Сая йылғалары аға Сая йылғалары аға Текә ярҙарға тулып Ағыр инем шул яҡтарға Ағыр инем шул яҡтарға Шишмә моңдары булып Ҡайтам әле Әлдермешкә Әлдермешкә ҡайтам әле Шишмәгә төшәм әле Шишмәгә төшәм әле "Һаман һине һөйәм" - тиеп "Һөйәм һаман һине" - тиеп Серемде сисәм әле Серемде сисәм әле Һыу сәсрәтеп уйнап үҫтек Һыу сәсрәтеп уйнап үҫтек Һөйҙөркә буйҙарында Эре һыу тамсыларындай Эре һыу тамсыларындай Ҡалдың һин уйҙарымда Ҡайтам әле Әлдермешкә Әлдермешкә ҡайтам әле Шишмәгә төшәм әле Шишмәгә төшәм әле "Һаман һине һөйәм" - тиеп "Һөйәм һаман һине" - тиеп Серемде сисәм әле Серемде сисәм әле Кайтам әле Әлдермешкә Әлдермешкә кайтам әле Чишмәгә төшәм әле Чишмәгә төшәм әле "Һаман сине сөям" - диеп "Сөям һаман сине" - диеп Серемне чичәм әле Серемне чичәм әле Ҡайтам әле Әлдермешкә Әлдермешкә ҡайтам әле Шишмәгә төшәм әле Шишмәгә төшәм әле "Һаман һине һөйәм" - тиеп "Һөйәм һаман һине" - тиеп Серемде сисәм әле Серемде сисәм әле
  • Юлларыңнан узармын, кулларымны сузырмын Бергә үтәрбез озын юлларны Күзләремә кара син, хисләремне аңла син Икәү җырларбыз иң матур җырларны Күзләреңнән үбәрмен, чәчкәләргә күмәрмен Гөлләрдә сула сөеү булмаса Кояш йөрәгемдә аяз күңел күгемдә Җаныкаем сине хакта уйласам Я встретил тебя — Субханаллах Увидел тебя — Алхамдулиллах Ты такая красивая — Машаллах Ты будешь моей — Ин ша Аллах Ты встретил меня — Субханаллах Увидел меня — Алхамдулиллах Какой хороший — Машаллах Мы будем с тобой — Ин ша Аллах Өметеңне аклармын, ят күзләрдән саклармын Яшәрбез икәү сөю илендә Син мине яратканга, мин сине яратканга Бәхетле елмаям көнендә-төнендә Күзләреңнән үбәрмен, кочагыма күмәрмен Гөлләрдә сула сөеү булмаса Кояш йөрәгемдә аяз күңел күгемдә Җаныкаем сине хакта уйласам
  • Тағы бер йыл шаулап үтеп китте, Аҡ ҡар ғына ҡалды түшәлеп, Мин ниҙелер һинән өмөт иттем, Иҫеңә лә, ахыры, төшмәнем?.. Иҫке йылдың һуңғы ҡары яуа, Һуңғы ҡары, һуңғы сафлығы. Өмөттәрем, гүйә, шулай ауа, Килгән генә мәлдә саҡ нығып. Нишләргә һуң? Ярай. Хуш. Ғәфү ит. Бөгөн тиеп булмай кисәне. Ә шулай ҙа был кәсәне мин бит Һинең өсөн генә эсәмен. Иҫке йылдың һуңғы ҡары яуа, Һуңғы ҡары, һуңғы сафлығы. Өмөттәрем, гүйә, шулай ауа, Килгән генә мәлдә саҡ нығып. Тағы бер йыл шаулап үтеп китте, Аҡ ҡар ғына ҡалды түшәлеп, Мин ниҙелер һинән өмөт иттем, Иҫеңә лә, ахыры, төшмәнем?..
  • Тыныс йоҡлай микән үлгәндәр? Уларға бит елдәр ҡағылмай. Баш осонда болот ағылмай, Ҡалҡан саҡта яҙғы үләндәр, үләндәр. Тыныс ята микән үлгәндәр, Ҡолаҡ һалмай һайрар ҡошона? Ҡояш ҡунмай улар усына, Шарлап аҡҡан саҡта үҙәндәр, үҙәндәр. Ҡалҡан саҡта яҙғы үләндәр, Урғыламы болот үрҙәргә? Тыныс ята микән ғүрҙәрҙә Илем тиеп яуҙа үлгәндәр, үлгәндәр? (Ю.Моратов муз., Т. Йосопов һүҙ.)
  • Алмалары өлгoрмәhә, Сейэләрен өзәрбез. Бергә сакта тормоштоң бар Әсеhенә түзәрбез. Йондоззар күп, ай-кояшы Берәр генә күренә. hин дә миңэ берәү генә, Мин дә hиңэ бер генә. Йэнәшә барhак елен түгел, Дауылын да еңәрбез. Сөбхэналла, күззән hакла, Аккоштарга тиңдәрбез. Йондоззар күп, ай-кояшы Берәр генә күренә. hин дә миңэ берәү генә, Мин дә hиңа бер генә. Алмаhын да өзәрбез зә, Сейэhен дә өзәрбез, Бергә булhак, сикhез бәхет Күлдәрендә йөзәрбез. Йондоззар күп, ай-кояшы Берәр генә күренә. hин дә миңэ берәү генә, Мин дә hиңэ бер генә.
  • Тәүге тапҡыр һинән сәскә алдым, Тап шул килеш ҡалдың хәтерҙә. Ялан сәскәләрен күргән һайын Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә. (2 раза) Һиңә тиклем башҡа берәү таңдан Миңә гөлдәр бүләк итмәне. Һәр йыл һайын тыуған көнөм етһә, Миңә шул гөл, шул гөл етмәне.(2 раза) Гөлләмәләр була ҡосаҡ-ҡосаҡ, Дуҫтар ҙа күп төрлө йәштәге, Барыһы бар, тик һин генә юҡһың, Юҡтағылай ялан сәскәһе. (2 раза) Тәүге күкрәү булып килдең дә һин, Алып киттең бәхет күгенә. Яҙғы бер йыр булып, бер моң булып, Ләйсән булып ҡалдың күңелемдә... (2 раза)
  • Тотоп ҡулдарыма роза сәскәләрен Ашығамын һинең яныңа. Сыҡмай уйҙарымдан толом сәскәйҙәрең, Йылмайыуыңды мин һағынам. припев: Аҡ-аҡ сәскәнең таждары, Саф-саф минең хыялдарым Сәскәнең таждары шикелле. Йөрәккәйем тибә һикереп, Тик яуабың һаман икеле. Әллә ялғандырыу һүҙ тип әйткәндәрең, Һуҙаһың ҡауышыу минутын. Үтербеҙ беҙ икәү тормош кәртәләрен, Һуҙған ҡулдарыма һин тотон! припев: Аҡ-аҡ сәскәнең таждары, Саф-саф минең хыялдарым Сәскәнең таждары шикелле. Йөрәккәйем тибә һикереп, Тип яуабың һаман икеле. Беләм күҙҙәреңдән - һин дә бит һөйәһең, Етмәгәндер ваҡыты әйтер. Бел һин шуны, йәнем, "эйе" тигән һүҙен Йылдар көтөргә лә мин әҙер! припев: Аҡ-аҡ сәскәнең таждары. Саф-саф минең хыялдарым, Сәскәнең таждары шикелле. Йөрәккәйем тибә һикереп, "Яратам" тип әйттең шикелле.
  • Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һарылғанмын һағышыңа, Сорналғанмын сәстәреңә, Тамсы булып һарҡылғанмын Һинең ғәзиз йәштәреңә. (2раза) Уралғанмын моңдарыңа, Уйылғанмын уйҙарыңа. Сыҡмаҫ өсөн юлыҡҡанмын Һинең барыр юлдарыңа. Китеүҙәр юҡ, китеүҙәр юҡ, Китә алмаған мин диуанаң. Һин булғастын китеүҙәр юҡ, Китеүҙәр юҡ был донъяна! Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һөйөү менән әйләндем мин Мәңгелеккә, мәңгелеккә Әйҙә Ерем еләйек гелән Изгелеккә, игелеккә.