Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 69

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Ҡара муйыл сәскәһендәй Ап-ак һинең йөҙҙәрең. Ҡара муйыл ҡап-ҡара Сын ҡарашың күҙҙәре. Ҡара муйыл ҡап-ҡара Сын ҡарашың күҙҙәре. Муйыл ҡап-ҡара булһа ла, Ап-ак сәскәләр ата. Йөрәгемдә муйыл түгел, Ап-ак сәскәләр ята. Йөрәгемдә муйыл түгел, Ап-ак сәскәләр ята. Быйыл да ҡап-ҡара муйыл Ап-ак сәскәләр атты. Һине күрһәм, хәтерләйем Муйыл сәскәле саҡты. Һине күрһәм, хәтерләйем Муйыл сәскәле саҡты. (Н. Даутов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • Аҡ ямғырҙар үттеме ни, Көҙҙәр ҙә еттеме ни? Тынғы белмәҫ һандуғастар Сит ерҙәргә киттеме ни? Аҡ ямғырҙар ҡалды инде Йәшлегем яҙҙарында, Үткән ваҡыт даръяһының Буй етмәҫ ярҙарында. Аҡ ямғырҙар бында тиеп Саҡырғандай аҡ ҡырҙар. Аҡ ямғырҙар хыялдарҙа, Бөгөн яуа аҡ ҡарҙар.
  • Мин бөгөн хелкенәм Йөрәктәр йелкенә Иртәгә Эш көнө Хелкенәбеҙ төнөн Без бөгөн шашабыҙ Кунелде асабыҙ Беҙҙе тик курмәһен Әсәй-атабыҙ Минен менән хелкен Курһән донъя куркен Мин белмәйем кем һин ләкин Минен менән хелкен Кәйефте кутәреп Янғырай минен рэп Билдәр бөгөп бөгөп Хелкенәбеҙ бөгөн x3 Хелкен хелкен Минен менән хелкен Онот кайгыларҙы Биттәрен кыҙҙарһын Каның шәп йугелер Хелкенәле инде Көтөп торһон эшен Ул аҡыллы кеше Хистәр китә ташып Хелкенәйек шашып Хелкенәйек өйҙэ Хелкенәйек тышта Хелкенә хелкенә Әйләнәләр баштар Хелкенәбеҙ бергәләшеп Йырым минен Көнө төнө икәүләшеп Йөрөмәйбеҙ әрләшеп Хелкенәйек әле тиҙерәк Тамырҙа каң йугерә Тын алыштары куберә Һелпенә йелпенә йөрәк Көтөгеҙ етәрегеҙ әле Кулдан гына тотоп Кутәрегеҙ әле Ятма әйҙә иреп Бейеп сыкһын тирен Ебәр куйып көйҙө Ошо көйҙө минен Буйын булһа химеҙ Был бит кәртә тугел Бөтөн ерен менәң Хелкенәле инде Хелкен хелкен Хелкен хелкен Хелкен хелкен Хелкен хелкен Хелкен хелкен Хелкен хелкен Хелкен хелкен Хелкен хелкен x4 Хелкен хелкен Минең менән хелкен
  • Йүгереп, ҡая башынан һикерһәм мин аҫҡа, Йәнем осоп китер ине болоттарҙа айҡап. Ерҙә минән ҡалыр ине минең ҡылған эшем, Шуның өсөн булыр кәрәк кешелекле кеше. Тормош китабын яҙып етеп барам уртаһынан, Ваҡытты туҡтатып булмай, үҙенекен бара һынап. Миңә егерме ете, ә мин һаман бала һымаҡ, Тормош ташлап торһа ла алдыма күпме һынау. Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам, Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам. Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам, Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам. Йүгереп, ҡая башынан һикерһәм мин аҫҡа, Йәнем осоп китер ине болоттарҙа айҡап. Нисек итеп иҫкә алыр ине икән кеше, Хәтер булып ҡалыр ине микән ҡылған эшем. Бөтәһенә лә өлгөрөп, ярҙам итеп булмай, Ярҙам итә алмаһам да йырҙан этеп тормам. Ҡылған хаталар бер саҡ күкрәгемде тишер, Ләкин тырышырмын булырға мин кешелекле кеше. Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам, Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам. Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам, Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам. Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам, Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам. Йылдар аша сабып, юлдар ярып барам, Ниҙәр генә булһа ла, кеше булып ҡалам.
  • Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр… Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым. Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға… Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға. Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да,йылдарҙың да Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым. Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа, Бөтә нәмә туңған төҫтә ҡар аҫтында. Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға, Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым.
  • 1. Көмөш нурҙарын һибеп, Һауала ай йылмая. Көләс йөҙлө йондоҙҙарҙа Төнгө күктә шаяра. Ҡыш бабай ағас-ерҙәргә Селтәрләп мамыҡ һипте. Аҡ бәхеттәй ҡарҙар менән Яңы йыл килеп етте. Кушымта: Яңы йыл килһен беҙгә Уңыштар менән бергә. Сәләмәт-һаулыҡ,байлыҡ килтерһен. Күңелдәр булһын тоғро, Өҫтәлдәр булһын тулы. Эргәлә тик дуҫтар ултырһын. 2. Илемдә булһын тыныс, Булмаһын һистә һуғыш, Килешһен үҙ-ара дошмандар. Ғашиҡтар булһын бергә, Өлкәндәр үтһен түргә, Шатлыҡҡа күмелһен балалар. Яңы йыл килһен беҙгә Уңыштар менән бергә, Сәләмәт-һаулыҡ ,байлыҡ килтерһен. Күңелдәр булһын тоғро, Өҫтәлдәр булһын тулы. Эргәлә тик дуҫтар ултырһын!
  • Һеҙҙе яңы йыл байрамы менән ҡотлайбыҙ Киләһе йыл һеҙгә уңыш килтерһен Һеҙҙең өсөн беҙ ошо йырҙы йырлайбыҙ Иң шәп байрамығыҙ күңелле үтһен Яңы йыл байрамы килеп етте өлгөрөп Бергә үткәрәйек шатланып,бейеп,көлөп Ҡыш бабай киләм тип былтырҙан һүҙен бирҙе Матур-матур ҡарһылыуҙар беҙгә алып килде (әпкилде) Һеҙҙе яңы йыл байрамы менән ҡотлайбыҙ Киләһе йыл һеҙгә уңыш килтерһен Һеҙҙең өсөн беҙ ошо йырҙы йырлайбыҙ Иң шәп байрамығыҙ күңелле үтһен
  • Янымда минең әгәр тик һин булһаң, миңә шул да етә Йөрәгеңдә һинең әгәр тик мин булһам, һине мәңге мин онотмам. Янымда минең әгәр тик һин булһаң, миңә шул да етә Йөрәгеңдә һинең әгәр тик мин булһам, һине мәңге мин онотмам. Минең бәләкәсем, минең берҙән-берем, Һин минең һөйгәнем, һин - мөхәббәтем Тик янымда бул тик һин генә Йырҙарымды ла тик һиңә бағышлайым Һине берҙән-берем бер ҡасан ташламайым Тик янымда бул тик һин генә Янымда минең әгәр тик һин булһаң, миңә шул да етә Йөрәгеңдә һинең әгәр тик мин булһам, һине мәңге мин онотмам. Янымда минең әгәр тик һин булһаң, миңә шул да етә Йөрәгеңдә һинең әгәр тик мин булһам, һине мәңге мин онотмам. Йөрәккәйем минең, һин минең яҙмышым Күктәге йондоҙом, һин минең ҡояшым Булып яҡтырып тор, янымда һин генә Яҙмышым бүләге булып килдең миңә, Яндырмам, көйҙөрмәм тип ант итәм һиңә Тик янымда бул тик һин генә Янымда минең әгәр тик һин булһаң, миңә шул да етә Йөрәгеңдә һинең әгәр тик мин булһам, һине мәңге мин онотмам. Янымда минең әгәр тик һин булһаң, миңә шул да етә Йөрәгеңдә һинең әгәр тик мин булһам, һине мәңге мин онотмам.
  • Яңы яуған ҡарға баҫып Тағы яңы йыл килә Сыҡһаң уның ҡаршыларға Йә моңаям, йә көләм Ябалаҡлап яуа ҡарҙар Битемә ҡунып ирей Иҫке йылдан яңы йылға Улар ҙа күсеп йөрөй Ҡушымта: Хәлең нисек, сәйер миңә Үткәндәрҙе онотоп Мөмкинме һуң был ғүмерҙе Тик бер аҙ ғына оҙатыу Ябалаҡлап яуа ҡарҙар, Үтте тағы бер йылым. Эшләнмәгән күпме эш бар, Йырланмаған йырҙарым. Ҡар һырыған аҡ ботаҡтар, Әйтерһең, сабый ҡулы. Юҡ, моңайма, шатлан тиеп Ҡул һуҙа ... һеңлем
  • Һағынғанда аҡҡан һыуға ҡара, Һыуҙар булып шаулап мин ағам. Ярҙарыңа тулҡын ҡаға тимәм, Йөрәгеңә килеп мин ҡағам. (х2) Һағынғанда болоттарға ҡара, Ҡара болот булып мин ағам. Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимәм, Күҙ йәштәре булып мин тамам. (х2) Һағынғанда яуған ҡарға ҡара, Аҡ бурандар булып мин яуам. Аҡ бурандар аҙаштыра тимәм, Һине аҙаштырған мин һаман. (х2) Ярҙарыңа тулҡын ҡаға тимәм, Йөрәгеңә килеп мин ҡағам. Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимәм, Күҙ йәштәре булып мин тамам.
  • Йәшлек үтте ярһыу дауыл һымаҡ. Ҡалды унда беҙҙең яҙмыштар ҙа. Тик уларға ҡарап, һүнә күрмә, Һағышланма, күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. Көҙҙәр еткәс йәшеллеген йыуа, Һары төҫкә керә ҡамыштар ҙа. Тик уларға ҡарап, моңайма һин, Һағышланма, күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. Ерҙә шундай дәртле гөрләүектәр, Һаҡланып ҡал яҙғы тауыштарға. Ғүмер үтә тиеп өҙгөләнмә, Һағышланма күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. (А. Ҡобағошов муз., Г.Рәхим һүҙ.)
  • Уҡынып, уҡынып, уҡынып сығам өйҙән мине һаҡлаған бер йыл буйы мин ныҡ туйҙым Һерелдәтә, һерелдәтә, һерелдәтә был һыуыҡ мин теләнем өйрәнергә бөтмәҫ китабын уҡып йәшәргә Ышаныс этемә ҡул һуҙам, ҡанатҡансы тешләтәм. Икеләтә, икеләтә, икеләтә ҡыйын, сөнки күп асыҡ-асыҡ ишектәр мин буталдым - ҡайһыһы минеке? Һин айҙан һикерҙең ергә сәсрәйем, тип бөткәнбеҙ болғап башты эстән иҙеп Ер ул тетрәһен! Шул кәрәк ине! Диңгеҙҙе гиҙер өсөн төбөнә тейгән кәмәһе кәрәкмәне. Шул минең теләктәрем әрәм итте. Әллә инде, һинән буламы кеше? Һул яҡтағы шайтаның ыржайта тешен! Яңы ҡом алып кил ҡом сәғәтеңә Бәлки шуға ла ваҡыт (һине) ҡол тип сәсрәтә? hook by Kem? x Yalagay яҡты, яҡты тыштан эстән яндым, яҡын, яҡын булып һин ҡал яҡын! Ғәйепле, тип уйлап үҙемде батырам Ҡотҡар һин зинһар, ҡотҡар һин бынан! Аҙналар аҙналар аҙналар йүгерә спринт Был бик ҡыҙыҡ түгел Был бик үкенес хәл Серле ғаләмгә һүгенеү әҙ Сабауыл, сабауыл, сабауыл* яһау эске донъяма ғәҙәткә ингән. Мине бит өйрәтмәнеләр тик әҙергә генә. Ләкин беҙ әҙер кемгәлер Күҙәтәле нисек һинең үҙгәрә телмәрең ҡалай ғына күмһәләр, беҙ үҫәбеҙ барыбер. Йоҡо бөтмәгән күҙеңдә ашҡаҙанда ҡыуаныс кисәгенән Үҙеңде һин алдайһың нисәнсегә? Һинең кәмәң шул уҡ ярға барып сәнселә. Һин әйт миңә ҡасан һин яңы юл табырһың? Юйып быныһын Минең нәҙек муйынымды уйым һығыр Ваҡыт менән икәү Ҡомон алып кил эшләп китер сәғәтең Һин татымаған емештәрҙе ваҡыт тәмләтер. [Outro] Һелтәнеп ҡасаһың яҡшылыҡтан, сөнки яҡшылыҡ алданы Был фортепиано ҡаралы-аҡ клавишаһын ҡара әле, баҫ әле сығарып ҡара моңон, ҡыҙығып ал әле Был фортепиано ҡаралы-аҡ, ышанып ҡара әле, баҫ әле, баҫ әле сығарып ҡара моңон, ҡыҙығып ал әле Был фортепиано ҡаралы-аҡ клавишаһын ҡара әле, баҫ әле. Был фортепиано ҡаралы-аҡ, ышанып ҡара әле, баҫ әле, баҫ әле баҫ әле, баҫ әле (4х)
  • 1.Ашығығыҙ йәшәп ҡалырға Йәшҽндәрҙәй йәшнәп алырға Күккә ашып йондоҙҙарҙай балҡып Йырлай -йырлай йылға барырға ҡушымта Ашығығыҙ йөрәк ялҡын саҡта Тормоштарҙы гөлгә күмҽгҽҙ Тымырылып ялан сәскә атып Тирә -яҡҡа бәхҽт һибҽгҽҙ Ашығығыҙ һөйөп ҡалырға Ләззәт минуттарын татырға Һөйөү ҽмҽштәрҽ-сабыйҙары Йылмайғанын күрҽп ҡалырға 2.Ашығығыҙ яҡын кҽшҽләргә Йылы һүҙҙәр әйтҽп ҡалырға Балҡып киткән нурлы йөҙҙәрҽнә Күҙҙәрҽнән үбҽп алырға
  • 1. Бергә булһаҡ, берҙәм булһаҡ Тормоштар бара гөрләп. Йырламаһаң был хаҡта бит, Бөтөрөп булмаҫ һөйләп. ҠУШЫМТА: Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, Күңелдәр йырлап торһон. Яңы көнгә атлаганда, Уңыштар юлдаш булһын. 2. Ниндәй эшкә тотонһаң да, Янда яҡын дуҫтар бар. Беҙҙең күңел донъяһына, Хыял күктәре лә тар. 3. Алға ҡарап йәшәйексе Ҡыуаныста, шатлыҡта. Тик бәхетле булып ҡына, Таҙалыҡта, һаулыҡта.
  • Әгәр hин мине генә hөйhәң, Яттарға hалмаhаң күҙең. Йөрәгемдә ут ҡабыныр ҙа, Булырмын тик hинеке үҙем. Әгәр hин мине генә hөйhәң, Яттарға hалмаhаң күҙең. Йөрәгемдә ут ҡабыныр ҙа, Булырмын тик hинеке үҙем. Күҙҙәреңә ҡараныдым да, Ҡатып ҡалдым урынымда. Осраштырған беҙҙе Хоҙай, Бул юлдашым тормошомда. Төндәрем йоҡоhоҙ үтә, Уйҙарымда бары тик hин. Өҙөлөп hөйәм - был турала, Һайрар ҡоштар ишеттерhен. Әгәр hин мине генә hөйhәң, Яттарға hалмаhаң күҙең. Йөрәгемдә ут ҡабыныр ҙа, Булырмын тик hинеке үҙем. Күнелеңде яттар биләмәhен, Күҙ ҡараштарыңдан ирейем. Барыбер минеке булырhың, Мин өмөтөмдө өҙмәйем. Төндәрем йоҡоhоҙ үтә, Уйҙарымда бары тик hин. Өҙөлөп hөйәм - был турала, Һайрар ҡоштар ишеттерhен.
  • Тыңла йөрәк тибешен, минен күкрәктә Наҙлы тауыш ҡайнар ҡанымды йугертэ Әйҙә бергәлшеп бейек был төндә Һылыу тик көттөрмә күңелем талпына Асып бирсе эске доньяңды оялма Куңлем һине хайлай йыһанға осарға Ҡагылыузан йоклаған тәнем уяна Ҡурҡма ярһыу йөрәктән, кил яныма припев Кил яныма һин минең уйҙарымда Кил яныма минең йөрәгем яна Ҡулдарым тәнеңә тағын үрелә Бәлки булырбыҙ бергә ошо төндә Серле төндә йәндәребеҙ бергә саҡта Яҙғы ҡарҙай ирерһең минең ҡосаҡта. Булыр уртаҡ бар уйҙарыбыҙ был төндә, Ҡалыр бәхет төнө хәтерҙә мәңгегә. Асып бирсе эске доньяңды оялма Куңлем һине хайлай йыһанға осарға Ҡагылыузан йоклаған тәнем уяна Ҡурҡма ярһыу йөрәктән, кил яныма припев Кил яныма һин минең уйҙарымда Кил яныма минең йөрәгем яна Ҡулдарым тәнеңә тағын үрелә Бәлки булырбыҙ бергә ошо төндә
  • 1. Һин минең янда, Йөрәгем яна, Яратып- яратылып Һәр көн уятырмын. Беҙҙең мөхәббәт- Йылы ҡояш, Иркә һүҙҙәремә Ире иренемдә... Йөрәк белеп һайлай йәрен өҙөлөп тә һөйөргә, Йәнем,тәнем, күңелем үрелә бары һиңә. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке. 2. Һинең хыялың Минең хыял, Йыһан беҙҙең өсөн Бирер һөйөү хисен. Бергә бараһы Юлдар алда, Ҡара ҡүҙҙәремә, Ышан һүҙҙәремә. Йөрәк белеп һайлай йәрен өҙөлөп тә һөйөргә, Йәнем,тәнем, күңелем үрелә бары һиңә. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Бел һин, йәнем, Йөрәгем һинеке. 3. Янып- көйөрмөн, Бер генәм, бер генәм, Өҙ(ө)лөп һөйөрмен Һине... Беҙ бәхетле, йәнем, Бергә булырбыҙ, Бергә булырбыҙ. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Бел һин, йәнем, Йөрәгем һинеке. Һөйгән йәрем...
  • 1к Кэлэш алырга вакыт килеп етте тине эсэйем (Тебе жениться время пришло, сказала как то мама) Куп уйлап тормай, урам буйлап сыгып киттем мин (Недолго думая, на улицу вышел я) Озон аяклы сибэр хылыукайзарзы осраттым (Длинноногих красоток встретил я там) Улар арахында марий кызын окшаттым (И среди них я марийскую девчонку заприметил) припев: Кил, кил, кил, хин бында, таныш булайык (Давай подходи, будем знакомы) Мин Офо егете, Юлъкшин Радик (Я парнишка с уфы, Юлъякшин Радик) Мин хине окшаттым, анла хин шуны (Ты мне понравилась, знай это) Выходи за меня, прошу хине мин (Выходи за меня, прошу тебя я) 2к Якын таныштырыр коно килде эсэй менан (Теперь время подошло знакомить ее с мамой) Лэкин эсэйемден кунеленэ тап килмэнен шул (Только не пришлась она ей по душе) Сыгып киттем ауылга башкорт кызын эзлэргэ (Поехал в деревню искать башкирскую девчонку) Осраштык, таныштык, анлаштык, хэм короче было так (Увиделись, познакомились, пообщались и короче было так)