Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 76

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Күпме дәрес, тәнәфестәр, Көндәлек өйгә эштәр... Китапхана, дәреслектәр, Ҡуйылмай ҡалған биштәр... Припев: Барыһы ла артта ҡалды, Һуңғы ҡыңғырау бөгөн. Онотмағыҙ тиеп зынлай Белем тау бейеклеген. (2 раза) Уҡығанда, уйнағанда Булған төрлө осраҡтар. Тәүге тапҡыр ғашик булып, Ярһып йөрөгән саҡтар. Припев: Барыһы ла артта ҡалды, Һуңғы ҡыңғырау бөгөн. Онотмағыҙ тиеп зынлай Белем тау бейеклеген. (2 раза) Тағы бер йыл үтеп китте, Артылыш ала-ала. Ауырлыҡтар онотола, Белем мәңгегә ҡала. Припев: Барыһы ла артта ҡалды, Һуңғы ҡыңғырау бөгөн. Онотмағыҙ тиеп зынлай Белем тау бейеклеген. (2 раза) Уҡытыусы моңһоу ҡарай, Ялға оҙата мәктәп. Көҙөн ҡыңғырау сынлаһа, Килегеҙ ти йәһәтләп. Припев: Барыһы ла артта ҡалды, Һуңғы ҡыңғырау бөгөн. Онотмағыҙ тиеп зынлай Белем тау бейеклеген. (2 раза)
  • Иртәләрем, иртәләрем Кистәрҙән матурыраҡ. Тымыҡ шәфәҡ кеүек түгел Ялҡынлы һәм яҡтыраҡ. Иртәләрем, иртәләрем... Иртәләрем, иртәләрем Иң наҙлы иртәләрем. Кистән булған үпкәләрен Онотам иртәләрен. Иртәләрем, иртәләрем...
  • Гашик булдым hылыу hинэ, Юлдарымда осранын минэ. Был йырым багышлайым тик hинэ,- Мохэббэт булэк иттен минэ! Йорэккэйем hин тип тибэ, Бар Донъяга нурын hибэ! hылыу hинен янга ашкынам - Югалттым тагы мин баш кынам!! Ирендэрем hинен иренендэ, Иркэлэйем hине, ирейемдэ. hин минеке генэ,мин hинеке генэ, Булайык бергэ йэнем мэнгегэ! Тоштэремдэ курэм hине hине генэ, Тоштэренэ керэм hинэ hинэ генэ! hин минеке генэ, мин hинеке генэ,- Булайык бергэ йэнем мэнгегэ!!! 1. Сэскэлэр асыла,кубэлэк кагыла Башымда ботэ уйзарым, hин тип агыла. Бындай матурлык ниндэй экиэттэ сагыла, hине курhэм hылыу - гашик булам тагы ла! "Таhир hэм Зоhрэ", "Ромэо & Джульетта", "Кузыйкурпэс & Маянhылыу" без икенсе экиэттэн. Язылгандыр ул Оло шагир менэн, Тик ботэhе лэ тора - hинэн, минэн! Оялма hылыуым иркэлэле,-уянhак бергэлэп иртэлэрен, Ирендэренден яратам мин тэмдэрен, Башланhа ине шулай, бар бэхетле кондэрем! Тоштэремдэ курэм hине, hине генэ, Тоштэренэ керэм hинэ, hинэ генэ. hин минеке генэ, мин hинеке генэ, Булайык бергэ йэнем мэнгегэ!!! Ирендэрем hинен иренендэ, Иркэлэйем hине, ирейемдэ. hин минеке генэ,мин hинеке генэ, Булайык бергэ йэнем мэнгегэ! Тоштэремдэ курэм hине hине генэ, Тоштэренэ керэм hинэ hинэ генэ! hин минеке генэ, мин hинеке генэ,- Булайык бергэ йэнем мэнгегэ!!! 2. hулышы кукрэктен, тибеше йорэктен, Купкэ шэберэктер, купкэ дэртлерэктер, Бэлки шулай кэрэктер, - икебеззен телэктер?! Икебеззэ бер тулкында - бергэ тибэ йорэктэр! Оскон кабына - ялкын булдыра, Шишмэ атыла - кулдэр тултыра, Кояш апай калкып, яны кон тыузыра, Якты нурзар сэсеп Донъяны кыззыра! hине тэу куреуем урамда - ул оскон булгандыр, Шишмэ кеуек - тойголарым йорэгемэ тулгандыр. Минэ тэу караш ташлауын - яны кон тыугандыр, Осрашкан караштар ботэhен дэ анлагандыр! hин минен хыялым, былбылым, бэлэкэсем, Куззэрен йондоззарым, иренен тэмлекэсем, Косоу бэхете тейhэ кытыклай мине сэсен, hине алып китергэ бар бер елэкэсем! Ирейем hуззэрендэн йэнем, Курэм куззэрендэн hойгэнем, Кэрэкмэй берэузэ минэ! йорэккэйем hойэ, hине, hине генэ! Ирендэрем hинен иренендэ, Иркэлэйем hине, ирейемдэ. hин минеке генэ,мин hинеке генэ, Булайык бергэ йэнем мэнгегэ! Тоштэремдэ курэм hине hине генэ, Тоштэренэ керэм hинэ hинэ генэ! hин минеке генэ, мин hинеке генэ,- Булайык бергэ йэнем мэнгегэ!!!
  • Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. (2 раза) Беҙҙең менгән аттар – Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. (2 раза) Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. припев: Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле, Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. (2 раза) (Р. Хәсәнов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • 1. Киләсәккә атлай халҡым Ҡанлы юлдар аша үтеп. Үткәндәрҙе өйрәнәмен, Тарих йомғактарын һүтеп. Ҡушымта: Быуаттарҙан оран һала Олатайҙар рухы беҙгә: Тап төшөрмәй йәшәү кәрәк Халҡыбыҙға, телебеҙгә! 2. Илем, халҡым һәм телемдең Яҡлау, һаҡлау көткән мәле. Халҡым ышанысын аҡлар Ул һәм ҡыҙҙар тыуар әле. Ҡушымта: шул уҡ 3. Ҡурайымдың моңдарында Халҡым зары һәм үткәне. Ҡобайыры, йырҙарында – Уйлағаны һәм көткәне.
  • 1. Осоп уҙҙы баш осонан, Кейек ҡаҙҙар төркөмө. Ниңә һеҙгә шундай икән, Яҙмыштырҙың хөкөмө. Припев Бер ҡайталар ,бер китәләр тыуған ерҙәргә улар Ниндәй яҙмыш һынауҙарын Үтәләр кейек ҡаҙҙар 2. Ҡаңғылдашып,ҡаңғылдашып Ҡайталар кейек ҡаҙҙар, Шул ҡаҙҙарға эйәрептәр Киләләр ергә яҙҙар. Припев 3. Һағынғандар инде улар , Тыуып үҫкән күлдәрен. Белһәң ,аңлаһаң икән ул Уларҙың күңелдәрен.
  • 1)Ут, ялҡын арала, Мин бында, ә һин унда янаһың. Йоҡлай алмай төндәрен, Һин бит минең иҫкә алаһы. Ҡушымта Ҡәҙерлем саҡыр әле, саҡыр йәме, Килермен мин яныңа осар ҡоштай, Саҡыр әле, саҡыр йәме, Барырмын бер ниңә ҡарамай. 2)Шатлығым минең шул, Күҙҙәрем һине күреп туйманы. Онотор тип уйлама, Оноторлоҡ ҡына булманы. Ҡушымта Ҡәҙерлем саҡыр әле, саҡыр йәме, Килермен мин яныңа осар ҡоштай, Саҡыр әле, саҡыр йәме, Барырмын бер ниңә ҡарамай. 3)Тының менән тартын, Алырҙай булам һине үҙемә. Ебәрмәҫ инем һине, Әгәр ҙә күренһәң күҙемә. Ҡушымта Ҡәҙерлем саҡыр әле, саҡыр йәме, Килермен мин яныңа осар ҡоштай, Саҡыр әле, саҡыр йәме, Барырмын бер ниңә ҡарамай.
  • La Mano Arriba Cintura Sola Da Media Vuelta Danza Kuduro No Te Canses Ahora Que Esto Solo Empieza Mueve La Cabeza Danza Kuduro Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! Йәй килде, йәй! Ҡояш ҡыҙҙыра. Ҡомда аунап, диңгеҙ шауын тыңлап, Таңдарҙы беҙ бергә аттырырбыҙ Хыялдарға сумып, айға ҡарап. Ожмах бүләк итәм! Йөрәгемде бирәм! Һин минеке, ә мин һинеке! Һин ышан, һин бел, Һин ярат, һин ишет! Мин әҙер ҡайтырға … Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! Balancar que e uma loucura Morena vem o meu lado Ninguem vai ficar parado Quero ver mexe cu duro Balancar que e uma loucura Morena vem o meu lado Ninguem vai ficar parado Oi, oi, oi, oi, oi, oi, oi… vem para quebrar kuduro, vamos dancar kuduro Oi, oi, oi, oi, oi, oi, oi… seja morena ou loira, vem balancar kuduro Oi, oi, oi… Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! Balancar que e uma loucura Morena vem o meu lado Ninguem vai ficar parado Quero ver mexe cu duro Balancar que e uma loucura Morena vem o meu lado Ninguem vai ficar parado Oi, oi, oi, oi, oi, oi, oi… vem para quebrar kuduro, vamos dancar kuduro Oi, oi, oi, oi, oi, oi, oi… seja morena ou loira, vem balancar kuduro Oi, oi, oi… Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! La Mano Arriba Cintura Sola Da Media Vuelta Danza Kuduro No Te Canses Ahora Que Esto Solo Empieza Mueve La Cabeza Danza Kuduro
  • Рәсем булһаң, һайлар инем Рәсемдәрҙең үтә гүзәлен Балам ҡайғы күрмәһен тип, Күҙ йәштәрен түкмәһен тип, Өҙмәһен тип, юҡҡа үҙәген. Эй, һин яҙмыш, Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш. Беҙ күрәһен кемдәр күрһен, Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн, Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош. Ҡоштар булһам, теләр инем Тик оҡшарға бәйһеҙ аҡҡошҡа. Йәшәү көсө булһа көслө, Яҙғы ҡояш нуры төҫлө, Алыр инем үҙемә яҙмышҡа. Эй, һин яҙмыш, Шөкөр ит һин ошо тормошҡа. Аҡҡош көнөн кемдәр күрер, Уға оя кемдәр үрер, Ғашиҡ булмаһаң һин яҙмышҡа. Йәшәү өсөн, табып көсөн Ғашиҡ булһын кеше тормошҡа. Үҙе тапһын, аҫыл ташын, Үҙе тапһын, йөҙөк ҡашын, Аҡ бәхеттәр тыумай ул бушҡа. Эй, һин яҙмыш, Юҡ, моғайын, һинән уҙмыш. Беҙ күрәһен кемдәр күрһен, Беҙ төҙөмәй кем төҙөһөн, Аҡ бәхетле, яҡты мул тормош.
  • Йөрәгемә ҡағылды утлы һүҙҙәрең Миңә хәҙер инде матур күҙҙәрең Кәрәкмәй тим, кәрәкмәй, ағыҙма күҙ йәштәрең Ярашырбыҙ бәлки тиеп һин йүгерҙең Өмөттәрҙе уйға йыйып һин өлгөрҙөң Тик һуңланың, кәрәкмәй, тамам һөйөү тарихы Һуңлама әйтергә, яратам яратам Хәҙер йоҡламайса ут йотам, ут йотам Ҡушымта: Юғал күҙҙәремдән Алдаҡ хыял, буш һүҙҙәрең Ҡалма йөрәгемдә, һуңғы төндәрен алып китермен Ҡалдыр теткеләнеп бөткән йәнемде Беләһең бит, һөйөүебеҙ күптән һүнде Кәрәкмәй тим, кәрәкмәй, Ағыҙма күҙ йәштәрең Беҙ икәүҙе йәлләп илай болоттар Тик белә ул, булмай һис ҡайтарып та Был хәсрәттән беләһең бит Булмай һис ҡотолоп та Һуңлама әйтергә, яратам, яратам Хәҙер йоҡламайса ут йотам, ут йотам Ҡушымта: Юғал күҙҙәремдән Алдаҡ хыял, буш һүҙҙәрең Ҡалма йөрәгемдә, һуңғы төндәрен алып китермен
  • 1)Кемдәргә һөйләйем хәсрәтем, Йылғағамы әллә һөйләйем. Үҙеңә алғас ул һағышты, Туҡтатыр матур йыр көйләүем. Ҡушымта: Юҡ, ҡалһын барыһыла үҙемдә , Күҙ йәше аралаш, көйләйем. Ныҡ итеп усыма ҡыҫайым, Барыһын йөрәккә күмәйем, түҙәйем. 2)Сисәйемме әллә серемде, Башымды һыйпаған елдәргә. Елбәгә ел бахыр йүгереп, Һөйләмәҫ һуң уны кемдәргә. Ҡушымта: шул уҡ 3)Һөйләйемме әллә һағышты, Күргән кисергән еремә. Һағыштан сәскәләр һарғайыр, Ер өҫтө күмелер әремгә. Ҡушымта: шул уҡ