Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 75

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Йөрәгемдә әсә мөхәббәте Балаларым тэеп йәшәйһең Эй ҡәҙерлем ынйы бөртөгөм һин Бәхет йондоҙом һин әсәейем Тиңләр инем һине тулған айға Саф йөрәгең айҙан нурлыраҡ Тиңләрен инем һине мин ҡояшҡа Йорак йылың әсәй йылыраҡ Ҡуш: Бала сағым матур бала сағым Әсә һөйөүенә күмелгән Һис кәрәкмәй алтын һүҙҙәр әсәй Шуның менән барыһы әйтелгән
  • Мин атлаһам, ул атлай. Мин уйлағанды урлай. Арттан килеп йәбешкән. Шул кешеләр кем икән? Ҡуяндыҡы бәләкәй, Терпенеке сәпсим юҡ, Аттыҡы кеше ҡулы ҙурлыҡ Нимә ул? Ҡойроҡ! Тегеләй-былай, былай ҙа улай... Трусиксән сыҡһаң тышҡа Ҡараңғы һалҡын ҡышта, Бармаҡ, ҡолаҡ тарҡата Ҡалтырата! Айыу күрһәң урманда, Байрамдан һуң диванда, Тракторҙа ултырғанда Ҡалтырата! Ҡалтырата-та мине Тегеләй-былай, былай ҙа улай... Серәкәй – бәләкәй, Ул бер көн генә йәшәй. Ул почти һинең бисә, Ул да һинән ҡан эсә. Ҡойроҡ! Тегеләй-былай, былай ҙа улай... Ҡалтырата-та! Ҡалтырата-та мине Ике йөҙ ҙә егерме...
  • Бер йән инек, бергә көлгән инек, Хәҙер инде бына беҙ - ике... Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш, Тик үткәндәр, бел һин, минеке! Минеке - был уйҙар, ай-йондоҙҙар, Минеке был моңһоу тоноҡ һыу, Минеке - был таныш яҡты һағыш, Минеке - был ярһыу, болоҡһоу... Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә Үкенмәйем һине осратҡанға, Булмағандан яҡшы - булғаны, Һин минеке булып тыумаһаң да, Һин минеке иттең донъяны! Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә! Бер йән инек, бергә көлгән инек, Хәҙер инде бына беҙ - ике... Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш, Тик үткәндәр, бел һин, минеке! Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә
  • Дуҫым,тормошто аңларға һин бөтәнләй тырышма. Дуҫтарыңдың хаталарын ҡабатларға ашыҡма. Кистәр болотло булһа ла, иртәнсәк ҡояш тыуа. Көндөҙөң аяҙ булһа ла, төндәрен ямғыр яуа. Ҡустым, тормошто аңларға һин бөтәнләй тырышма. Нисек бар, шулай ҡабул ит, рәхмәтле бул, онотма. Һин минең ҡәҙерле кешем, гел йөрәгеңде тыңла. Аҡыллы бул һәм айыҡ бул, бәхетеңде юғалтма. Зәңгәр күк менән ҡара ер һәм кеше бер тамырҙан. Һулышың таҙа һәм иркен булырға тейеш, аңла. Ғүмерҙәр бер генә килә, һәр бер көнөңә һин шатлан. Нисек бар, шулай ҡабул ит, туҡтама, алға атла! Туҡтама, алға атла!
  • 1.Талды ярып аҡҡан шишмәләрҙең Араларҙа булһын сафлығы. Бер-берегеҙ өсөн күңелдәрҙең Тәүге яуған ҡарҙай аҡлығы. Припев: Тормош бит ул ел-дауылһыҙ булмай, Көс-дәрт кәрәк юлдар үткәндә, Бәхет йомғаҡтары өҙөлмәй ул Тик парлашып ҡына үткәндә. 2.Аҡҡоштарҙай тоғролоҡто теләйем, Ебәк ептәр һеҙҙе бәйләһен. Бергә кеүек ғаиләң торған йорттоң Һәр ваҡытта үҙеңә әйҙәһен. Припев: Тормош бит ул ел-дауылһыҙ булмай, Көс-дәрт кәрәк юлдар үткәндә, Бәхет йомғаҡтары өҙөлмәй ул Тик парлашып ҡына үткәндә. 3.Бер-берегеҙ өсөн һүҙҙәрҙең дә Табығыҙ һеҙ балдай татлыһын. Бөгөнгөләй һәр саҡ йөҙҙәрегеҙ Йәй ҡояшы кеүек балҡыһын. Припев: Тормош бит ул ел-дауылһыҙ булмай, Көс-дәрт кәрәк юлдар үткәндә, Бәхет йомғаҡтары өҙөлмәй ул Тик парлашып ҡына үткәндә.
  • Ғүмер үтә... Ә һин иҫләйһеңме беҙҙең йәш саҡтарҙы? Осрашҡанды һинең менән йә икебеҙҙе? У-у-у, Ғәлиә... Иҫләйһеңме, ҡосаҡлашып ултырғанды тау башында? "Мин яратам һине" тинең һин шул мәлдә. У-у-у, Ғәлиә... Ғәлиә, Ғәлиә! Йәш саҡтарҙа һымаҡ һине ҡосоп үбәм. Ғәлиәм! Һәм тағында һиңә әйтәм "һине яратам". Ғәлиә... Ғүмер оса ҡоштар һымаҡ алыҫ яҡҡа. Беҙҙең бәхет йәшлек менән мәңге ҡала. У-у-у, Ғәлиә... Ғәлиә, Ғәлиә! Йәш саҡтарҙа һымаҡ һине ҡосоп үбәм. Ғәлиәм! Һәм тағында һиңә әйтәм "һине яратам".
  • Бик йыш төштә күрәм иҫке өйҙө, Иҫке өйөм - бала саҡтың йөҙө. Үткәндәрҙе күрһәм иҫке өйҙә, Яҡты уйҙар үҙәгемде өҙә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Таралыштыҡ, ҡанатыбыҙ нығып, Ҡайтҡылайбыҙ һирәк, бик һағынып. Гел ҡайтабыҙ тура, яңы өйгә, Теүәлләнә донъя ҡайтҡан көйгә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйөм - ул бит ҡош ояһы, Олатайым, атайымдың яғы. Иҫке өйөм баҙар ығы-зығы Әсәйҙең дә әле йәп-йәш сағы. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. (С.Низаметдинов муз., А. Усманов һүҙ.)
  • Бала тыуғас күҙе уның күрмәй-күрмәй, Ул балаға бик аңлатып булмай-булмай. Күрерһең һин, үҫкәс күрерһең һин Был донъяның аламаһын-яҡшыһын. Припев Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем. Оялмаһаң – оялма, Туры юлдан юҡҡа, сыҡма, китмә. Бына, балам, үҫтең, күрҙең, тәмен белдең. Үҙ юлыңда һайлап алдың-алдың. Онотма һин, кешем, онотма һин, Аллаға һәм халҡыңа хеҙмәт ит һин. Припев Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем. Оялмаһаң – оялма, Туры юлдан юҡҡа, Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем Оялмаһаң - оялма Туры юлдан юҡҡа, сыҡма, китмә.
  • Бер көнө ҡара болот Эленер ер өҫтөндә, Шул саҡта, халҡым минең, Үлер беҙҙең ошо донъя. Таң менән урмандарҙа Ысыҡ төшөр үләндәргә, Көн сығыштан сыҡҡан ҡояш Нур һибер был ысыҡҡа. Ҡоштар һайрай моң һибеп, Беҙгә яҡты йөҙ биреп, Ҡара болот килеп сыҡһа, Үлер беҙҙең ошо донъя. Туҡрағыҙ, халҡым, Ял тәбиғәткә бирәйек. Туҡрағыҙ, уйланығыҙ, Тәбиғәт илағанда. Халҡым, һеҙҙе саҡырам: Оятығыҙ һеҙҙә ҡалһа, Бергәләшеп йыйылығыҙ, Тәбиғәтте һаҡлағыҙ һеҙ.
  • Һинең ҡара ҡаштарың, Һинең ҡара күҙҙәрең, Һинең яғымлы һүҙҙәрең, Яна һинең йөҙҙәрең. Припев: Мин һине яратам, Яратам, яратам! Мин һине барыбер үҙемә ҡаратам. Һандуғасты күрһәң ине Юлға теҙелгәндәрен. Йөрәгемде белһәң ине Кемгә өҙөлгәндәрен. Припев: Мин һине яратам, Яратам, яратам! Мин һине барыбер үҙемә ҡаратам.
  • Аптырама ни булған тип Бер илаһам бер көлһәм Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуат Күңелһеҙ мин йөрөһәм Асыуланма киреләнеп Ағымға ҡаршы йөҙһәм Ҡулдарымды ал ҡулыңа Борсолғанымды һиҙһәң Көйһөҙләнһәм иркәләнеп Эй йәнем шуны белһәң Яраттым бит ғүмерлеккә Ебәрмә китәм тиһәң Яңғыҙымды ҡалдырма һин Күҙ ҡарашымдай күрһәң Үтеп китәр көйһөҙлөгөм Ҡосаҡҡа алып һөйһәм
  • Атай гармун уйнағанда Йырлап торҙом янында Шул ваҡыттан сәхнә ине Тик минең хыялымда ҠУШЫМТА: Йырҙарымды йырлайым Хыялымды оноттом Хәҙер инде хыял түгел Сәхнә бит минең йортом Илһам килһә шиғыр тыуа Аҙағынан көй һалам Йырҙарым тик халҡым өсөн Һеҙгә мин тоғро ҡалам Сәхнә бит ул үҙе бәхет Төшәһе килмәй бер ҙә Әйҙә йырла ла күңел ас Шат йылмай һин ғүмергә
  • Әсә көтә улын. Инде күпме йылдар көтә, керпек ҡаҡмайса. Күпме тапҡыр яҙа хаттар, яуап алмайса. Өмөттәр, доғалар тынысландырмайҙар, Әсәнең йөрәге һағыштан илайҙыр. Әсә көтә ғәзиз улын, Күпме йылдар буйы. Көтә...һаман өмөт итә. Әсә көтә ғәзиз улын, Көтә... көтә...көтә... Нисә быуат, нисә йылдар Тынмай һуғыштар. Ҡабат - ҡабат ишетелә Ҡанлы алыштар. Афғандан, Чечнянан ғәйепһеҙ ҡорбандар. Офицер, һалдаттар Әйләнеп ҡайттылар табутта. Әсә көтә ғәзиз улын, Күпме йылдар буйы. Көтә...һаман өмөт итә. Әсә көтә ғәзиз улын, Күпме йылдар буйы. Көтә... көтә... көтә... Күҙ йәштәре, өҙөлгән яҙмыштар, Етем(йәтим) ҡалған балалар, тол ҡатындар. Әсә көтә ғәзиз улын, Көтә... көтә... көтә... көтә... көтә... Инде күпме йылдар көтә... Ҡайтыр, тиеп өмөт итә. Һаман әсә хаттар яҙа, Уңалмаҫтай тәрән яра. Булмаһын ғазаптар! Булмаһын ҡорбандар! Булмаһын, булмаһын Бер ҡасан һуғыштар!!!