Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Сагидулла Байегет.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн.
Страница 2

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Сагидулла Байегет

  • Осраштыҡ беҙ таңдар атҡан саҡта Ҡоштар һайрашып таң һыҙылғас та Ай(ы)рылмабыҙ тип вәғәҙә алдың Шул уҡ көндө һине оҙатҡас та Яратам, һине мин яратамын Яратам һине ныҡ яратам Беҙ икәү, беҙ икәү, беҙ бергә икәү генә Һин һәм мин генә, беҙ бергә Ҡауыштыҡ беҙ таңдар атҡан саҡта Ҡоштар һайрашып таң һыҙылғас та Һин минеке, мин һинеке тейеп Вәғәҙәләр һүҙһеҙ ҡуйышҡас та Яратам, һине мин яратамын Яратам һине ныҡ яратам Беҙ икәү, беҙ икәү, беҙ бергә икәү генә Һин һәм мин генә, беҙ бергә
  • Иҫермәм мин һөйөү шарабына, Ул усаҡты ҡабат яндырма, Ҡабыҙма һин үткән үкенесте, Һүнгән хыялдарҙы яңыртма. Ҡушымта Йәшәй алмайым, юҡ, ташҡындарһыҙ, Дауыл-бурандарһыҙ, ахыры. Беҙ икебеҙ – ике донъя хәҙер, Һүнгән инде һөйөү ялҡыны. Мин бит хәҙер элеккесә түгел, Үткәндәргә һин дә теҙләнмә, Бер йылы юҡ унда, бөтәһе көл, Һүнгән уттан күмер эҙләмә. Ҡушымта Йәшәй алмайым, юҡ, ташҡындарһыҙ, Дауыл-бурандарһыҙ, ахыры. Беҙ икебеҙ – ике донъя хәҙер, Һүнгән инде һөйөү ялҡыны.
  • 1.Гөрләүектәр шаулайҙар Шау гөр килә балалар. Йылға булып аға тамсылар. Бер кем дә аңламай бит Ни өсөн моңһоу көндә Йырлайым һәм көләм тик мин. Ҡушымта: Гармунымды (гармунымды) Уйнатамын(уйнатамын) Бөтә донья яңғратып Үкенескә (үкенескә) Тыуған көн (тыуған көндәр) Йылына тик бер тапҡыр. 2. Тылсымсы осоп килер Зәңгәр төҫлө осҡоста Һәм кино күрһәтер бушлайға. Тыуған көндө тәбрикләп Ҡотлау һүҙен еткереп Бүләк итер миңә туңдырма.
  • Һине көтөп көҙҙө еткерҙем мин, Көтә көтә, бәлки, яҙ етер. Көтә көтә, бәлки, йылдар үтер, Үтенәм мин көтәм барыбер Хоҙай биргән миңә был һөйөүҙе Ғонаһтарым өсөн яза тип Яңғыҙлыҡтан да бит ауырыраҡ икән Яратылмай йәшәү яратып ... Яратып... Ямғыр яуып йыуа тәҙрәләрҙе, Унан ярҙам һорап нишләрмен? Барыһы ла бар, бер ни кәрәк түгел, Тик һин генә миңә етмәйһең. Алдарыңа әллә төҙләнәйемме? Юлдарыңа гөлдәр һибәйемме? Әгәр һинең өсөн кәрәк була икән, Был донъянан әллә китәйемме? Китәйемме? Алдарыңа әллә төҙләнәйемме? Юлдарыңа гөлдәр һибәйемме? Әгәр һинен өсөн кәрәк була икән, Был донъянан әллә китәйемме? Китәйемме?
  • Ҡарҙар яуа... Ҡарҙар яуа... Ябалаҡлап ҡарҙар яуа, Ошо мәлде мин бик яратам, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара, йәнем, Һине күрер өсөн йән атам. Припев: Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара. Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Мин яратам, мин яратам! Ҡайҙарҙа йөрөйһөң һин аҙашып? Куңелемдә, йәнем, һинең ҡарашың. Уйландыра, иркәм, һинең хаҡта, Ябалаҡлап ҡарҙар яуған саҡта. Припев: Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара. Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Мин яратам, мин яратам! Ябалаҡлап ҡарҙар яуа, Ошо мәлде мин бик яратам, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара, йәнем, Һине күрер өсөн йән атам. Припев: Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Йәш ғүмерҙәр уҙып бара. Ҡарҙар яуа, ҡарҙар яуа, Мин яратам, мин яратам!
  • Йүрүҙән Тауҙар-таштар яры боролоп-боролоп Йүрүҙәнкәй, бик шәп ағаһың Көслө ғәйрәт менән тулҡыныңды Бейек ярҙарыңа ҡағаһың Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙәнкәй беҙҙең данлы йылға Күпте күргән, күпте кисергән Унда батыр йырсы Салауат та Аҡбуҙатын төшөрөп эсергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Һоҡланған ул ҡарап Йүрүҙәнгә Ҡарап-ҡарап уға туймаған Туғайынан ҡурай өҙөп алып Өҙөлөп-өҙөлөп уны уйнаған Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән, Йүрүҙән, Күпте күргән, күпте кисергән.
  • Һин ураған юлды мин урайым, Эҙҙәреңә түгәм күҙ нурын. Һин һулаған яҙҙы мин һулайым, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым? Һин һөйәлгән талға мин һөйәләм, Бөрөләргә ҡоям күҙ нурын. Һин һөйөлгән елгә мин һөйөләм, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым? Кемдәр генә аңлар хистәремде, Тоноҡланһа яҡты күҙ нурым? Елдәр генә һөйә сәстәремде, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
  • Бер йырҙарҙан бер йырҙарға Йөр(ө)тә тормош кешене. Була бутаған саҡтарың Өнөң менән төшөңдө Ҡушымта: Йөрәктә булған мөхәббәт Алға ҡарап йәшәтә Һуҡмаҡтарҙы бергә ҡушып Йәшәтә лә йәшнәтә Ниҙәр генә баштан үтһә лә, Уға тогро ҡалаһың. Бәхет тигән хыялдарға Яҡты юлдар һалаһың Ҡушымта: Йөрәктә булған мөхәббәт Алға ҡарап йәшәтә Һуҡмаҡтарҙы бергә ҡушып Йәшәтә лә йәшнәтә Икебеҙгә бер һулыш булған Тоғро ҡалайыҡ һөйөүгә Саф күңелдән ышанайыҡ Һөйөү - бәхет тейеүгә Ҡушымта: Йөрәктә булған мөхәббәт Алға ҡарап йәшәтә Һуҡмаҡтарҙы бергә ҡушып Йәшәтә лә йәшнәтә
  • "Бөгөн төнөн йоҡо йоҡо булманы. Сөнки мәҙәниәт министрлығынан шылтыратып, - һаумыһығыҙ, иртәгә сәғәт 10 колонный залға рахим итегеҙ, һеҙгә хөкөмәт наградаһы бар - тинеләр ҙә трубканы ла һалдылар. Уныһында уйланым быныһында, килгәс кенә Радий Фаритович янына Халыҡ әртисе исемен алырға саҡырғас шатлығымдың сиге булманы. ... Оло рәхмәт Радий Фаритович, Әминә Ивниевна минең ижадымды шулай ҙурлап баһалағанығыҙ өсөн! Рәхмәт театрыма! Директорым Иршат Ишбулат улы Файзуллинға айырыуса ҙур рәхмәт! "Башҡортостан" дәүләт концерт залында концерттарым булып тормаһа йыр моңдарым менән уртаҡлашыуы күпкә ауырыраҡ булыр ине. Концерт залының директоры Вильдан ағай Яруллинға шулай уҡ айырыуса оло рәхматемде белдерәм! Ә инде иң оло һәм сикһеҙ рәхмәтем ул һеҙгә ҡәҙерле минең - тамашасыларым!" Был маҡтаулы награда менән беҙ ҙә шаян, йор һүҙле, һәрсаҡ алсаҡ артисыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, яңы ҡазаныштар теләйбеҙ Дустар, hеҙ беҙгә ҡушылып, яратҡан артисығыҙҙы коментарийҙарҙа ҡотлай алаhығыҙ Шулай уҡ лайктар ҡуябыҙ hәм яҡындарығыҙ менән булешегеҙ
  • 1.Әкрен генә һиҙҙермәйсә, Йәшлек ғүмерем үтә, Куңелем һис тә ҡартаймай hаман да ниҙер көтә. ҡушымта Картаямы ни һүң йөрәк, Маңлайҙар һырланһа ла, Yтте йәшлек йүләрлек тип Йырҙарҙа йырланһа ла. 2.Әллә ғашик булдым инде Йәшләй һөйгән йәр кеүек, Әйтерһендә берәү килеп Иркәләр, һөйәр кеуек. 3.Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр, Була ул hәркемдә лә. Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай Олоғайған көндәрҙә лә.
  • Мәк сәскәһҽн өҙҙөм яңылыш ҡына сүп үләнҽ мҽнән бутаным Мәк сәскәһҽн бҽлмәй киләсәгҽн Үҙ ҡулдарым мҽнән утаным Мәк сәскәһҽн өҙҙөм яңылыш ҡына Күҙ йәштәрҽ түктҽң һин шуға сәскәләргә бағышлаған ғүмҽрҽң Туҡталған кҽүҽк булды юлыңда Мәк сәскәһҽн өҙҙөм яңылыш ҡына Шингән сәсәк йәшәрмәҫ индҽ Ваҡыт үтәр күҙ йәшҽңдә кибәр Бәлки ғәфү итҽрһҽң минҽ
  • Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа, Хәтерләтеп йәмле май кисен. Муйыл сәскә атҡан туғайҙа Йөргән инек икәү нур кисеп. Тормош юлдарыбыҙ шул кистә Айырылды төрлө яҡтарға. Ә шулай ҙа иркәм гел иҫтә, Алыштырмам уны яттарға. Араларҙа алыҫ юлдар бар, Барыр инем дә бик арымай. Осрашырға күмпе йылдар бар, Нисек түҙермен һуң һағынмай.
  • Бына тағы китәм йыраҡтарға, Тыуған яғым hинән айырылып. Тыуған яғым hинән айырылып, Һөйгәнемде hиндә ҡалдырып. Припев: Зәңгәр томандар артында Бик йыраҡтарҙа ҡалhам да, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп, Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. (2 раза) Бик hағындым һине, туған яғым, Тау-тирәкле эйек буйҙарын. Йәйҙәр еткәс шаулап уйнай торған. Йәмле, матур hабантуйҙарын. Припев: Зәңгәр томандар артында Бик йыраҡтарҙа ҡалhам да, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп, Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. (2 раза) Бер ҡайтаhы ине тыуған яҡҡа, Ялан аяҡ йөрөгән яҡтарға. Бер ҡайтаhы ине йәшлегемә, Тәүге мөхәббәтем янына. Припев: Зәңгәр томандар артында Бик йыраҡтарҙа ҡалhам да, Мин йырлармын өҙөлөп-өҙөлөп, Тыуған яғым hине hағынып, Йөрәккәйем әрнеп янғанда. (2 раза)