Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 30

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Ҡоштар оҙатырға һуңланым Өй артында беҙҙең шишмәле күл, Аҡсарлаҡтар төшкәс һананым. Күргәнем бар яңғыҙ аҡсарлаҡтың Беҙҙең күлдә тороп ҡалғанын. Был көҙҙәрҙә ҡайталманым, әсәй, Алыҫ-алыҫ урау юлдан мин. Юҡһынмасы әле, тыуған яғым, Ҡоштар оҙатырға һуңланым. Әсәйемдең наҙлы күңелкәйе Һығылып та өҙөлөп янғандыр. Яңғыҙ ғына йәшен йотоп әсәй Аҡсарлаҡтар оҙатып ҡалғандыр. Юҡ, күрәһем килмәй ҡошсоҡтарҙың Ояларын япраҡ күмгәнен. Аҡсарлаҡтар оҙатырға тейеп Хыялымда көн дә ҡайтам мин.
  • Һандуғастар эйәләшкән һыу эсәргә миләштән. Ҡайғыларым бөтәр ине Һине күреп һөйләшһәм. Эх, тала, тала, тала, Тала ике беләгем. Ниңә тала, ниңә яна Икән минең йөрәгем? Ағиҙелгә баҫма һалдым Ҡайынын һайлап ҡына. Яндарыңа барыр инем Ҡош булып һайрап ҡына. Эх, тала, тала, тала, Тала ике беләгем. Ниңә тала, ниңә яна Икән минем йөрәгем? Ағиҙелкәйҙе кискәндә Йырлайым ишкәк ишкәндә. Өзөлә үзәк, яна йөрәк Йәнем иҫкә төшкәндә. Эх, тала, тала, тала, Тала ике беләгем. Ниңә тала, ниңә яна Икән минем йөрәгем? Ағиҙел һыуы тирбәлә Уртаһында һал булһа. Һыуға һалһаң, ҡалҡып сығар, Беҙгә насип яр булһа. Эх, тала, тала, тала, Тала ике беләгем. Ниңә тала, ниңә яна Икән минем йөрәгем?
  • Ҡайтамын тип, хаттар яҙыуыма, Көндәр түгел айҙар уттеләр. Әммә юлдар, һиңә илтмәйсә, Йыраҡтарға алып киттеләр. Ҡушымта: Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын, Утыңды һүндермәйсә мине көт. Һине көттөрөп тә ҡайталмаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфү ит. Көтәһеңдер хат ташыусы килһә, Ҡош телендәй hәбәр барҙыр тип. Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер: Иртәгә, бәлки, булыр тип. Ҡушымта. Көтәһеңдер мине, ҡайтыр тиеп, Теҙелешеп ҡоштар ҡайтҡанда. Улым тип, һин ишек асаһыңдыр, Көҙгө елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда. Ҡушымта. Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға, Утыңды һүндермәйсә, мине көт, Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам, Кисер мине, әсәй, ғәфу ит.
  • Айрат Ҡобағошов көйө, Рәми Ғарипов һүҙҙәре.
  • Бөгөн әсәй минең төшөмә инде. Мин huңә haғышымды hөйләнем. Һuн мине үзеңә ҡосаҡланың, Йылы шәлең менән ябындырҙың. припев: Рәхмәт huңә, әсәй, булмышың өсөн. Рәхмәт,ҡәҙерләп үҫтергән өсөн Рәхмәт huңә, әсәй-әсәкәйем, Һeҙҙән башҡа ни кәрәк hyң беҙгә (2 раза) Һaғыш тулha минең күңелемә, Әсәкәйем, мин бит huңә киләм. Йылы ҡараштарыңды тоям, Йөрәк йырҙарымды бүләк итәм. припев: Рәхмәт huңә, әсәй, булмышың өсөн, Рәхмәт, ҡәҙерләп үҫтергән өсөн, Рәхмәт huңә, әсәй-әсәкәйем, Һeҙҙән башҡа ни кәрәк hyң беҙгә (2 раза)
  • Һайрай ҙа һайрай һандуғас Үҙәктҽ өҙә индҽ Һайрай ҙа һайрай һандуғас Үҙәктҽ өҙә индҽ Һағынғандар сабыр була Һағынғандар сабыр була сабырҙар түҙә индҽ Бҽләм йәнҽм мин һинҽң дә Һағынған икәнҽңдҽ Бҽләм йәнҽм мин һинҽң дә Һағынған икәнҽңдҽ Һарыларға һабышһам да Һарыларға һабышһам да сабырҙар итәм индҽ Һарғайылды һайралды ла сабырҙар итҽлдҽ лә Һарғайылды һайралды ла сабырҙар итҽлдҽ лә Бәлки бҽҙҙҽң йөрәктәрҙә Бәлки бҽҙҙҽң йөрәктәрҙә Һандуғас шикҽллҽлҽр Һайрай ҙа һайрай һандуғас Үҙәктҽ өҙә индҽ Һайрай ҙа һайрай һандуғас Үҙәктҽ өҙә индҽ Һағынғандар сабыр була Һағынғандар сабыр була сабырҙар түҙә индҽ
  • 1. Яратам иркәм йылмайһаң - гел йылмай миңә Һүрелмәҫ мөхәббәт сере бар күҙҙәреңдә Асам уны бик һаҡ ҡына, һәр көн бер яңы йыр тыуһын минең йөрәгемдә Яратам иркәм - бар донъяға, һөйөү тураһында йырлап ишеттергем килә. Яратһан әгәр һин дә, был йылмайыуынды һакла минен осон генә. Припев: һин һәм мин - яҙҙың шаян ике тамсыһы һин һәм мин -һыуҙа ике ҡояш ярсығы һин һәм мин, мин һәм һин - мөхәбәттең ике ярсығы һин һәм мин - бер йөрәктең ике яртыһы. 2. Яратам иркәм йылмайһаң - һин йылмайғанда ямғырҙан һуң торған йәйғорҙай йәшәрәм Китмә яҙым, китмә!
  • Ҡыр ҡаҙҙары китә, ҡыр ҡаҙҙары китә микән улар йыраҡҡа, тик һин генә китмә, китмә йәнем йәш йөрәкте яңғыҙ ҡалдырма Миләүшәләр өҙөп бирер инем әллә ниңә күң(е)лем моңлана, яратҡанын өҙлөп яратҡанын нисек әйтеп бирһен ҡыҙ бала Ҡыр ҡаҙҙары китә күҙ йәштәре әкрен генә тама яңаҡтан яратмаған яндарымда йөрөй юлдарыма сыҡмай яратҡан
  • Әсәй, зинһар өсөн, Нимә булды, ҡыҙым, тиеп һин һорама. Хәҙер минең өсөн инде төндәр тынһыҙ, Һәм күңелем яна... Көнөн-төнөн уйҙар тик уның турала. Әсәй, ҡыйын миңә, Уны күргән һайын әйтер һүҙ тапмайым, Һөйөү йөрәгемдә. Припев: Тик уны ғына, әсәй, минең йөрәгем һорай, Мөхәббәт ялҡынында мин янамын. Уны ғына уйлайым һәм һағынып илайым, Нимә эшләргә миңә әйт, әсәйем. Дуҫтар аптырайҙар, мине аңламайҙар, Һәм улар белмәйҙәр һөйөү ялҡындарын, мөхәббәт уттары Нисек яндыралар. Әсәй, ни эшләргә,юҡмы әллә дауа? Нисек һуң түҙергә? Уҡыуҙарым бармай, күңелкәйем хыҡтай Һөйөү йөрәгемдә. Припев: Тик уны ғына, әсәй, минең йөрәгем һорай, Мөхәббәт ялҡынында мин янамын. Уны ғына уйлайым һәм һағынып илайым, Нимә эшләргә миңә әйт, әсәйем.
  • 1.Эти эни кочагыннан бик тиз, Очабыз да канат кагынып. Туган якка ашкынып яшибез, Эти энилэрне сагынып. ПРИПЕВ: Юкка гына эйтелми, эйтелми Бала кунеле диеп далада. Далаларда булганда да кунел, Уйда булсын ата аналар. 2.Балачакнын матур мизгеллэрен, Кунеллэрдэ мэнге саклыйбыз. Эти эни кадерлэрен кайчак, Эти эни булгач анлыйбыз ПРИПЕВ: Юкка гына эйтелми,эйтелми. Бала кунеле диеп далада. Далаларда булганда да кунел, Уйда булсын ата аналар. 3.Бер уйласак, алар йоз уйлыйдыр, Балаларын уйлау юаныч. Бер сагынсак, алар йоз сагына, Булып яшик бары куаныч. ПРИПЕВ: Юкка гына эйтелми,эйтелми. Бала кунеле диеп далада. Далаларда булганда да кунел, Уйда булсын ата аналар.
  • 1. Иҫкән елдәр иҫер, иҫһен әйҙә, Дауыл - бурандары булмаһын. Осраштырғас, беҙҙе ҡауыштырһын, Яҙмыш аҙаштырып ҡуймаһын. 2. Ер йөҙөндә һәр бер һөйгәндәрҙең, Ҡабул булһын ине теләге. Ғүмер буйҙарына һаҡлау кәрәк, Һөйөү бит ул яҙмыш бүләге. Ҡушымта: Сәскәләрҙән матур гүзәлем һин, Ай нурҙары балҡый йөҙөңдә. Ғашиҡ иттең мине бер күреүҙә, Һиҙмәй ҡалдым, йәнем, үҙем дә.
  • 1.Ты дороже жизни мне, ведь опора ты моя, Чтоб сердца стучали в такт - лишь желаю я. Ты дороже сердца мне, ведь опора ты моя, Чтоб сердца стучали в такт - лишь желаю я. припев: Ты моя, ты моя - целая моя луна, Сделай, чтоб были мы вместе - ты и я.(2р.) 2.Эй, волшебная любовь, силу крыльям ты даёшь, Словно птицу в небеса ты меня ведёшь. Эй, волшебная любовь, силу крыльям ты даёшь, Словно птицу в небеса ты меня ведёшь. припев.(4р.) 3.Чувства страстные ко мне в свое сердце положи, Лишь тогда могу летать, когда рядом ты. Чувства страстные ко мне в свое сердце положи, Лишь тогда могу летать, когда рядом ты.