Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 44

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Кешелекте дауам итеүсе, Улар бит беҙҙең әсәйҙәр. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарҙы, Иң бөйөк затҡа тиңләйҙәр. Припев: Балаһына бәхет кенә теләйҙәр, Мәрхәмәтле беҙҙең ғәзиз әсәйҙәр. Рәнйетмәйек беҙ һис уларҙы, Матур гүзәл заттарҙы. Хөрмәт итәйек, яратайыҡ, Инәйҙәрҙе-апайҙарҙы. Припев: Балаһына бәхет кенә теләйҙәр, Мәрхәмәтле беҙҙең ғәзиз әсәйҙәр. Улар бит тормоштоң биҙәге, Әйтерһең, сәскә гөлдәре. Оло шатлыҡҡа тулы булһын, Уларҙың күңелдәре. Припев: Балаһына бәхет кенә теләйҙәр, Мәрхәмәтле беҙҙең ғәзиз әсәйҙәр.
  • Яратҡанымды беләhең, hин тип, иркәм, мин йәшәнем. Мин китhәм дә яндарыңдан, киткем килеп китмәнем. Припев Яратмайса кемдәр китә, яратып китеп ҡара. Һағыш илай йөрәгемдә, ғүмер төҙөлмәҫ яра.(2x) Бер аҙым яңылыш аҙыл, бәхет килде селпәрәмә. Бергә ҡалыу мөмкин түгел, быуылhаң да йәштәреңә. Припев Яратмайса кемдәр китә, яратып китеп ҡара. Һағыш илай йөрәгемдә, ғүмер төҙөлмәҫ яра.(2x) Сит ҡуйын йылыта алмаҫ яҙмыш рәнйеткән күңелде. Йөҙөңде хәтерҙән юймам, яратырмын тик үҙеңде. Припев Яратмайса кемдәр китә, яратып китеп ҡара. Һағыш илай йөрәгемдә, ғүмер төҙөлмәҫ яра.(2x)
  • Аҡ болоттар ағылалар ҙа, ағылалар, Ҡайҙа икән улар шулай ашығалар? Һинең яҡтан, һинең яҡтан Сәләм килтермәй улар. Аҡ болоттар ағылалар ҙа, ағылалар, Күңелемә минең килеп ҡағылалар. Мәңге һүнмәҫ, мәңге һүнмәҫ Хис барын белмәй улар. Болоттар булһам осоп, Һинең янға барыр инем. Һаман әле һөйәм тиһәң, Яныңда ҡалыр инем. Аҡ болоттар ағылалар ҙа, ағылалар, Һағыштары ғына килеп һарылалар. Уйлап, һине уйлап Ҡалдым уларға ҡарап. Аҡ болоттар ағылалар ҙа, ағылалар, Яратҡандар ғына шулай һағыналар. Көтәм тиһәң, киләм һиңә Бөтә Ер шарын урап. Болоттар булһам осоп, Һинең янға барыр инем. Һаман әле һөйәм, тимәк - Яңыңда ҡалыр инем. Аҡ болоттар ағылалар ҙа ағылалар, Ҡайҙа икән улар шулай ашығалар? Һинең яҡтан, һинең яҡтан Сәләм килтермәй улар...
  • Йәнһеҙ вокзал... Һинең һонғол һының Баҫып ҡалды сит яҡ перронда. Йылдар-юлдар алыҫтарға илтә, Тик һин һаман ҡалдың уйымда. Таныш йөҙөң, йылмайыуың һинең Күңелдәрҙә ҡалды уйылып. Хушлашыуҙан йөрәк әрней һаман, Күңел һыҡтай, булмай йыйылып. Оҙон юлда тағы киттем һиңә, Яңғыҙлыҡтан арынып күңелем. Йылдар-юлдар үткәс, тағы яҙҙар Осраштырҙы беҙҙе был йыры Таныш йөҙөң, йылмайыуың һинең Күңелдәрҙә ҡалды уйылып. Хушлашыуҙан йөрәк әрней һаман, Күңел һыҡтай, булмай йыйылып.
  • Бер кемдәргә бирмәм, ташламамын тиеп, Ҡулдарыма алдым мин һине. Мин һинеке инем, һин минеке инең, Был көн ине беҙҙең туй көнө. Припев Әсе-әсе тейҙәр, беләм ни теләйҙәр, Осрашалар татлы ирендәр. Берәү, икәү, осәү - барыһы һуң нисәү? Эх минуттар, мәңге түгелдәр. Туй күлмәген кейҙем, һин бит аҡҡош тинең, Индәремә ҡанат ҡуйҙың һин. Һинең менән генә үҙ-үҙемде ерҙә Иң бәхетле итеп тойҙом мин. Припев Әсе-әсе тейҙәр, беләм ни теләйҙәр, Осрашалар татлы ирендәр. Берәү, икәү, осәү - барыһы һуң нисәү? Эх минуттар, мәңге түгелдәр. Зәңгәр күлдә йөҙгән пар аҡҡоштар кеүек, Бәхет күлдәрендә йөҙәйек беҙ. Пар ҡоштарҙай һайрап, туй көнөндәй шаулап, Уҙһын ине беҙҙең ғүмеребеҙ. Припев Әсе-әсе тейҙәр, беләм ни теләйҙәр, Осрашалар татлы ирендәр. Берәү, икәү, осәү - барыһы һуң нисәү? Эх минуттар, мәңге түгелдәр.
  • Ерҙә гүзәл ҡалалар күп, Һинең кеүек юҡ бүтән. Шуға һине йөрәгемдә Ҡояш итеп йөрөтәм. Припев: Эй, Өфөм матур ҡалам, Һиңә ҡарап һоҡланам. Бер ваҡытта ла мин һине Яратыуҙан туҡтамам. (2 раза) Ай үҫәһең, көн үҫәһең, Тарих эҙҙәрен һаҡлап. Мөмкинме һине ҙурламау, Һине йырламау, маҡтап? Припев: Эй, Өфөм матур ҡалам, Һиңә ҡарап һоҡланам. Бер ваҡытта ла мин һине Яратыуҙан туҡтамам. (2 раза) Һәр тараф гөлгә күмелгән, Бал тама йүкәләрҙән. Һиндә сафлыҡ, һиндә шатлыҡ, Һиндә бәхет, һиндә йәм. Припев: Эй, Өфөм матур ҡалам, Һиңә ҡарап һоҡланам. Бер ваҡытта ла мин һине Яратыуҙан туҡтамам. (2 раза)
  • Юлдарыма аҡ томандар Аҡ пәрдәләр ҡорғандар. Һөйгәнемде эҙләп киләм, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар! Бөгөн кистә аҡ томандар, Юлды ҡаплап ҡуйғандар. Ул да мине эҙләгәндер, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар! Беҙ бит ерҙә мәңге бергә, Булыу өсөн тыуғандар. Мөхәббәткә юл бирегеҙ, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар!
  • Йөрәктәр ҡушылды, Ә юлдар айырылды, Уртаға ярылды тормоштар. Яртышар-яртышар Ҡалдыҡ беҙ. Нишләрбеҙ, Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар? Һөйгәнем яттарҙа. Моңһоу таң атҡанда, Өҙөлә йәндәрем, өҙөлә. Хәсрәтем юғала, Шатлығым юл ала. Бер генә ҡараһам йөҙөнә. Дөм-ҡара төндәрҙә Йондоҙҙар һүнгәндә, Йөрәкте саҡмалай сағырмын. Менермен үрҙәргә, Төшөрмөн гүрҙәргә, Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.
  • Әйҙәгеҙ бөгөнгө көндө асыҡлайыҡ, кеше ниңә төлкө була ҡарайыҡ. Ни өсөн айыу ҡыш буйына йоҡлай, ә ярлы кеше буш кеҫәһен ямай. Төлкө булмаһа кеше байымаҫ, айыу кеүек һимермәйһә йокламаҫ, Ә ярлы кеше буш кеҫәһен ямай, уның уйлауынса ул да йыялмай. Припев: Юҡ булмай, былай эш бармай. Байығайыҡ бергәләп, ултырайыҡ бергәләп. Юҡ, кибер беҙҙең ер, Әгәр тик йәшәмәһәк дуҫ булмаһаҡ. Бына көндәрҙең бер көнөн асыҡланыҡ, байҙар нисек байығанын аңланыҡ. Ә ярлы кеше ярлы булып ҡалыр, байығам тип ынтылһа ул алданып ҡалыр. Ҡараны һин аҡ менән бутама, ярлы менән байҙы тигеҙләмә. Тигеҙләнә улар зинданда, уныһынан тағы берҙе тәңре алдында. Припев: Юҡ булмай, былай эш бармай. Байығайыҡ бергәләп, ултырайыҡ бергәләп. Юҡ, кибер беҙҙең ер, Әгәр тик йәшәмәһәк, дуҫ булмаһаҡ.
  • Алға, йөрәгем өндәгән ергә, Ашҡынам мин, көтмәйем. Артта ҡалғандарға ҡулды болғап, Үҙ юлымды башлайым. Яңы ҡалалар, яңы илдәр, Мөғжизәгә тулы донъя. Ғүмер ҡыҫҡа, юлдар оҙон, Ваҡыт көтмәй, Мин йүгерҙем! Припев: Әйҙә, янһын йөрәк Уттан да көслөрәк. Беҙ ирек, беҙ сикһеҙ Юлдар - беҙҙең дуҫтар. Һорауға яуаптар Тәмен белһәң, Бер кем дә туҡтата алмаясаҡ. Һәр саҡ тере булыр өсөн маҡсаттарымды ҡуямын. Көндәлек йәшәйештән баш тартам, ялҡытты. Ер шары киңлегенән Хыял яҡыныраҡ тойола. Шул саҡ аңлайым бәхет йыраҡтарҙа түгел, Үҙ үҙемдә! Ул эргәлә! Припев: Әйҙә, янһын йөрәк Уттан да көслөрәк! Беҙ ирек, беҙ сикһеҙ Юлдар - беҙҙең дуҫтар. Һорауға яуаптар Тәмен белһәң, Бер кем дә туҡтата алмаясаҡ. (Р. Ямилова муз. һәм һүҙ.)
  • Һәр кемдең дә,ғәзиз балаһы бар, Олоһо бар уның, кесеһе, Һәр кемдең дә гәзиз әсаһе бар, Атаһы бар-таяныр кешеһе, Килер язҙар,етер йәмле йәйҙәр, Ҡыштар ҙа бит түгел мәңгегә Балаларым менән бергә йәшәп, Айрылмаһаҡ ине мәңгегә Был донъяла бергә йәшәү бүләк! Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек. Ауыр саҡта ярҙам итешәйек, Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек. Күңелдә нур,йөрәктәрҙә сафлыҡ, Хистәр ашҡына әллә ҡайҙарға. Бәхет ташып, йәшлек булып балҡып Йәшәйексе ғүмер ғүмергә. Был донъяла бергә йәшәү бүләк Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек. Ауыр саҡта ярҙам итешәйек Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек! Әсәйҙәрҙәрҙең ғүмерен теләйек! Атайҙарҙың ҡәҙерен беләйек!
  • Йөрәктәр кушылды, ә юлдар айырылды. Уртага ярылды тормоштар. Яртышар-яртышар калдык беҙ, нишләрбеҙ, Яҙмыштан булмаhа уҙмыштар? Һөйгәнем яттарда, моңhоу таң атканда Өҙөлә йәндәрем, өҙөлә. Хәсрәтем югала, шатлыгым юл ала Бер генә караhаң йөҙөмә. Дөм-кара төндәрдә, Йондоҙҙар hүнгәндә, Йөрәкте сакмалай сагырмын. Менәрмен үрдәргә, Төшөрмен гүрдәргә, Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.
  • Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары. Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр... Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға. Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға. Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. припев: Һин - ғүмер ағыштарым, Һин - минең һағыштарым, Һин - минең шатлыҡ илем, Юғалтыу-табыштарым, Һин - минең һағыштарым. Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа, Бөтә нәмә туңған төҫлө ҡар аҫтында. Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға. Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында. припев: Һин - ғүмер ағыштарым, Һин - минең һағыштарым, Һин - минең шатлыҡ илем, Юғалтыу-табыштарым, Һин - минең һағыштарым. (Р.Хәсәнов муз., Н.Нәжми һүҙ.)