Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Популярные башкирские песни.
Страница 73

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Pop

Pop (современная популярная музыка) — область массовой культуры, охватывающая различные формы, жанры и стили развлекательной и прикладной музыки
  • Ә мин һиңә шылтыратырға Уйым бар Хәлкәйҙәреңде һорашырға Уйым бар Тик икебеҙҙә беләбеҙ бит Беләбеҙ беҙ Кем яуап ҡайтармаясаҡ Йыраҡтағы тәҙрә яҡтыһы Үҙ янына мине саҡыра Иртәнгегә тиклем төбөндә Мин һине көтөп торам Припев: Ә һин бөгөн килмәнең Һин бөгөн килмәнең Әллә бармы минең ғәйебем Әллә онотҡанмын мин Бәлки яңлыш әйткәнмен Әллә һин мине аңлап етмәнең Ә мин күптән көтәмен инде Һинән хат Тик әйтмәйсә беләмен инде Һиңә Ят Һинең яҙмышта яңы кеше Ул янасаҡ Тик һине аңламаясаҡ Йыраҡтағы тәҙрә яҡтыһы Үҙ янына мине саҡыра Иртәнгегә тиклем төбөндә Мин һине көтөп торам Припев: Ә һин бөгөн килмәнең Һин бөгөн килмәнең Әллә бармы минең ғәйебем Әллә онотҡанмын мин Бәлки яңлыш әйткәнмен Әллә һин мине аңлап етмәнең
  • 1. Көн буйына телефон ҡулыңда, Иртән торғас та, һин лайктар тикшерәң. Уҡыуҙар кәрәкмәй, дуҫтар ҙа кәрәкмәй, "Нисек кенә миңә популяр булырға?" Инстаграм һәм ватцап, Фейсбук, ютуб, контакт, Социаль селтәрҙә йәшлегебеҙ үтә. Ә нимә һуң кәрәк? Йәшәү булһын рәхәт, Туғандар яныңда, Һин мине тыңла: Ҡушымта: Бер ниндәй ҙә ғәйбәт һүҙ һине һындыра алмай, "Был ишек һинең өсөн ябыҡ, килеп сыҡмай, Һиндә өмөт юҡ, хыялдарыңды һин ташла " - тиһәләр ҙә, Моңһоуланма, уңыштарың - алда! Көнсөллөк бөтмәҫлек ерҙә, тик бөтәһе лә һинең ҡулда! Хыялға ҡаршы атла, ихлас йәшә, мөғжизә һиндә! 2. Көн һайын миллион лайктар булһа ла, Һиңә бер ҡасан да бәхет килтермәҫ. Социаль селтәрҙә ваҡытыбыҙ үтә, Күңел бушлыҡтан ҡайҙа дауа табырға? Китаптар, тәбиғәт, дуҫтар һәм мөхәббәт Күңелде йәшәтә һәм илһам бирә. Хыял, мәҙәниәт, тышта йөрөү - рәхәт. Минең менән йырла һәм ихлас йәшә!
  • Һәр көн иртән торғанда, Башымда көйҙәр бар. Һәм минең бөтә донъяға, Йырлар моңдарым бар. Һин тик уйланып ҡына ҡара кеше, Тауышым көслө түгел, тик һин мине ишет. Был донъя һинең өйөң һәм һинең бишек, Дуҫ ҡатып торма һиңә асыҡ бөтә ишек Башыңды эймә әйҙә минең менән бергә Алға һәм тик алға бәхет тауына менергә. Алһыуланып яңы тыуған ҡояшты күрергә Яңы мөмкинселектәргә табан йүгерергә. Һәр бер таңым миңә өмөт бүләк итә, Ҡараңғы төн менән бар шиктәрем китә. Изге маҡсат, яҡшы кәйеф булһа - етә Бейек текә үрҙәр мине алда көтә Әйҙә йылмай ҡыуанысың бик йоғошло Сағыу буяуҙарға батыр был тормошто. Тыңла йөрәгеңде тура юл күрһәтер, Ҡулдарыңда ҡәләм, ә ғүмер - һүрәтең.
  • Китәм тағын алыҫтарға һине ҡалдырып, Ҡалаһың бошоноп, әсәй, мине ҡайғыртып Көтөрһөң һин таңға ҡәҙәр булһам юлымда Хәлең килһә булыр инең һәр саҡ янымда. Бөтә ҡайғы-хәсрәттәрҙән һәр саҡ аралап Туҡтамайһың йөрәгеңде үҙеңдең яралап. Ҡыйын миңә иҫкә төшһә иҫәр үҫмер сағым, күпме сәстәрең ағарҙы мин ҡайтмаған һайын Күгәргән битемде күреп күҙең йәшләнде Минең уңышһыҙлыҡтарға йәнең өҙгөләнде Улың- дәрүиш, тора алмай һис бер урында, Мин яратам һине әсәй, шуны онотма Нимәләр генә ҡылһам да һин һәр саҡ аңлайһың, Күңелде бушатҡан саҡта бүлдермәй тыңлайһың. Тик ниҙәр һинең күңелеңдә - юҡ һорағаным, Мин бит һәр саҡ юлда, бына- китәмен тағын.
  • Am Ҡайҙа инде йәнем F Һин айға әйләнеп C Мин үҙем күрмәһәмдә G(III) Йондоҙҙар һөйләне Am Һылыу тейҙер һине F Бер күрергә ине C Алып уйҙарыңды G(III) Болоттарға менеп Ҡушымта: Am Ҡайҙа ҡасан нисек G(III) Уттар һыуҙар кисеп F Таңдарын һәм кисен C G(III) Тик һине эҙләнем Am Нисек инде һылыу F Йөҙөңдә йылмайыу C Ҡарашыңда ялҡын G(III) Һаман һүнеп булмай ул Am Һылыу тейҙер һине F Бер күрергә ине C Алып уйҙарыңды G(III) Болоттарға менеп Ҡушымта: Am Ҡайҙа ҡасан нисек G(III) Уттар һыуҙар кисеп F Таңдарын һәм кисен C G Тик һине эҙләнем Am Ҡасан инде айым F һин миңә йылмайып C балҡып ҡояштай G(III) күҙҙәремә ҡарайһың Am Һылыу тейҙәр һине F бер күрергә ине C алып уйҙарыңды G(III) йондоҙҙарға менеп. Ҡушымта: Am Ҡайҙа ҡасан нисек G(III) Уттар һыуҙар кисеп F Таңдарын һәм кисен C G Тик һине эҙләнем
  • [Куплет 1]: Уфтанма, гомерләр яз кебек үтә, дип, Чал чәчең күрсәң дә уфтанма. Яз килә дә китә, гомер шулай үтә, Уфтанма, уфтанма, уфтанма. [Куплет 2]: Уфтанма – бит синең ул узган гомерең Уйнап-көлеп кенә узмаган. Яз килә дә китә, гомер шулай үтә, Уфтанма, уфтанма, уфтанма. [Куплет 3]: Сиңа насыйп булган ак бәхет, зур шатлык, Якты көн әле бит узмаган. Яз килә дә китә, гомер шулай үтә, Уфтанма, уфтанма, уфтанма. —------------------ПЕРЕВОД--------------------Не унывай 1.Не унывай , что жизнь проходит как весна, Увидев волосок седой, не унывай. Как весна приходит и уходит, и наша жизнь также проходит. Не унывай , не унывай, не унывай. 2.Не жалей, о том , что прожитая жизнь, Не только в развлечениях прошла. Как весна приходит и уходит, и наша жизнь также проходит. Не унывай , не унывай, не унывай. 3.Тебе предначертанные светлые дни, Счастье и удачи еще ведь не прошли. Как весна приходит и уходит, и наша жизнь также проходит, Не унывай , не унывай, не унывай.
  • Төшөмдә, өнөмдә булһаң йәнем, ҡайҙа булһаң да Ҡанатлы ҡош булып, осар инем һинең яныңа Кил һин йыуатырға күңелемде Бел һин минең өсөн кәрәгеңде Бул һин аңлай торған йөрәгемде Һин, һин асам һиңә тик серҙәремде Иртәһен, кисен дә булыйыҡ бергә бергә ғүмергә Мөхәббәт ут-ялҡын, ризамын шул утта янып көйөргә Кил һин йыуатырға күңелемде Бел һин минең өсөн кәрәгеңде Бул һин аңлай торған йөрәгемде Һин, һин асам һиңә тик серҙәремде Моңом да, йырым да бар(ы)һы һиңә, кәрәк һин миңә Аңлайым тиһәң мине ,тып-тын ҡалып йәнемде тыңла Кил һин йыуатырға күңелемде Бел һин минең өсөн кәрәгеңде Бул һин аңлай торған йөрәгемде Һин, һин асам һиңә тик серҙәремде
  • Йәшәргә өйрәтмәнеләр,үҙ юлымды эҙләп таптым, Алға атлап,тормоштоң һынауҙарына ҙурҙан һалдым! Кемдер минең менән һаман,кемдер ирекһеҙлектә, 228 һандары өсөн улар ситлектә… Кемдер эҙен дә ҡалдырмайса китеп юғалды, Ул да булһа яңы ерҙә тормош башлап ,шунда ҡалды. Кемдер һаман да миңә дуҫ,кемдер инде дошман… Һәр бер нәмәгә ҡайғырып, быға хәҙер эсэм бошмай. Бер кемгә лә хәҙер ул нәмәләр сер түгел, Кемдер кемделер һата,ә кемдер һатыла… Бәлки шулай кәрәктер,бәлки шулай дөрөҫөрәктер, Был донъяла шулай бәлки йәшәүе рәхәтерәктер. Был минең уйын,тормошом театр... Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Был минең уйын,тормошом театр... Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Был минең уйын,тормошом театр... Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Берәүһен юғалттым,икенсеһен эҙләп таптым. Кешегә ышанмай, яңы тормошҡа аяҡ баҫтым. Кемделер оноттом,кемделер ҙә иҫкә алмайым. Намыҫ тигән нәмәм таҙа шуға ла мин ҡайғырмайым, Артабанда мин тырышып ҡына алға атлайым, Артҡа ҡарамайым,үткәнде йыш иҫкә алмайым. Кемдәр минең менән бергә атлай бер тулҡында, Бер ниндәй байлыҡҡа һатмайым да,алыштырмайым. Шулай үҙемде өйрәттем,һүҙ бирҙем үҙемә! Сөнки был тик минең уйын,һәр саҡ торам үҙ һүҙемдә. Спектакль да бөтөр һалҡын ҡыштың бер көнөндә, Ҡылған эштәрем хәтерҙә ҡалыр ,яҙылып исемемдә. Был минең уйын,тормошом театр... Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Был минең уйын,тормошом театр... Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Был минең уйын,тормошом театр... Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Мин уның төп роленда спектакльды уйнайым! Бына,был әҫәр ҙә тамам… алҡыштар…тамаша ҡысҡыра - на БИС!- тип. ләкин һалҡын ҡыш,күҙем йолған. Тамам… Шуның менән минең ғүмеремдә,төп ролем уйналған…
  • 1)Төн йөҙө ай барҙа, ер йөҙө гөл барҙа йәм. Нурлана, йырлана, яҡтыра бар ғәләм. Ел иҫә наҙлыраҡ, ҡояшта яҡтыраҡ нур. Хистәргә күмелеп, яныңа мин киләм. Ҡушымта: Минең дә, минең дә, минең дә һөйөүөм шундай. Һинең дә, һинең дә, һинең дә һөйөүөң шундай. Елдәр ҙә наҙлыраҡ, ҡояш та яҡтыраҡ бит. Күҙемә ҡара ла шатланып донъяға йылмай. 2) Һин барҙа, мин бармын. Мин барҙа, һин барһың, кил. Яратам, һағынам, һыуҙарһыҙ кипкән гөл. Йондоҙҙар балҡышы, йылғалар ағышы-һин. Йөрәгем яныуҙан, ҡалғаны бары көл. Ҡушымта: Минең дә, минең дә, минең дә һөйөүөм шундай, Һинең дә, һинең дә, һинең дә һөйөүең шундай, Елдәр ҙә наҙлыра, ҡояшта яҡтыра бит, Күҙемә ҡара ла шатланып донъяға йылмай.
  • 1)Кемдәргә һөйләйем хәсрәтем, Йылғағамы әллә һөйләйем. Үҙеңә алғас ул һағышты, Туҡтатыр матур йыр көйләүем. Ҡушымта: Юҡ, ҡалһын барыһыла үҙемдә , Күҙ йәше аралаш, көйләйем. Ныҡ итеп усыма ҡыҫайым, Барыһын йөрәккә күмәйем, түҙәйем. 2)Сисәйемме әллә серемде, Башымды һыйпаған елдәргә. Елбәгә ел бахыр йүгереп, Һөйләмәҫ һуң уны кемдәргә. Ҡушымта: шул уҡ 3)Һөйләйемме әллә һағышты, Күргән кисергән еремә. Һағыштан сәскәләр һарғайыр, Ер өҫтө күмелер әремгә.
  • Иртә менән күңелде Иретәң, Ирендәреңдең тәме Татлы сейә, Бер генә йылмайыу, Яғымлы йөҙөң- Минең шатлығым. 2.О-оу, Гөлләмәләр ҡулыңда, Үҙең дә Матур,наҙлы,татлы бул Гел генә, Мин һине яратам, Иң нурлы гөлөм, Ҡояш нуры һин. Припев: Беҙ бергә,бергә, Татлы мөхәббәт беҙҙә, Күҙҙәрең Йондоҙҙар кеүек кенә Һөйөүем,һөйөүемә, Бәхетем,бәхетемә Мәңгелек йәрем бул
  • Юлдар күп тә, тик ниңәлер төшмәй тыуған яҡтарға. Ожмахҡа тиң булһалар ҙа күңел ятмай яттарға. Тәпәй баҫҡан тупрағымды күңел һағынып йырлай. өҙгәләнеп ашҡынһам да әлегә ҡайтып булмай. Ир-егеттең яҙмыштары тыуған ергә бәйләнә. Сит яҡтарҙа йәшәһә лә үҙ иле күңелендә. припев Тыуған ер, тыуған тупрағым саҡыра, һағындыра. Насип ит яҙмыш, иҫән һау тыуған яҡҡа ҡайтырға.
  • Тәҙрәгә ҡарап йәштәренде һөртөп илайхын Бер етем бала көн һайын көтә узенен әсәһен. Ғаилә йылыһын хин һәр вакып тойоп йэшэйхен Етем баланың был ауыр гумерзэ килә йәшәйһе. иртә менән яңы өмөттәр яны хыял куян максаттар Тик йөрәгендэ хинен яраларын э кунелендэ ябыҡ ишектәр, Лэкин хаман етем бала хыялдарзы һаҡлап ойзэ ултыра Кон хайын эсэхен тошондэ курэ иртэ хайын йэштэрен хортэ Бында юғалған йәшәүҙең йәме сыйылган Тик эсе тэмен безгэ тормош кустэнэс килтергэн Әсәйем тиеп өндәшергә унын бер хыял Үтенеп теләй баланың йәне Алла бабайзан Урамда йөрөй балалар куз алдында башҡа ғаиләләр, Әсәй тип ондэшэ улар һөйөп кулдарзы бергэ тоталар Шул һүҙҙәр кескәй етемдең йөрәген яндыралар Йорэкте Киҫәккә бүлеп янгыз баланын кунелен утҡа һалалар.
  • Это что Каймак? Нет, это не Каймак, нет Это что Катык? Нет, это не Катык, нет Может это Тан? Нет это не Тан, нет Ну, а тогда что? Это же Корот Это же Корот Это же Корот Это что Айран? Нет, это не Айран, нет Это что Кумыс? Нет, это не Кумыс нет Может молоко? Нет, нет не молоко, нет Ну, а тогда что? Это же Корот Это же Корот Это же Корот
  • Йәнем ,иркәм минең ,һағынам мин һине. Көт инде, көт зинһар тик, тик һин мине. Кире әйләнеп тә мин һиңә ҡайтырмын, Ҡосағыма һине тағын мин ҡыҫып алырмын. Ҡушымта: Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Иҫеңдәлер һаман шул беҙҙең яҡшы көндәр, Икәү уткәргән төнгө усаҡ янында төндәр, Урам буйлап йырлап,шау-гөр килеп беҙҙең, Үтеп киткән шул саҡ,иң яҡшы беҙҙең миҙгелдәр. Булыр яңынан бер юл, бер ғүмер икебеҙгә. Ышан миңә тағы зинһар, әйтәм мин һиңә. Үтер әле беҙҙең ,һағышлы моңһоу көндәр. Яңы тарих башларбыҙ ,үкенһен беҙҙең көнсөлдәр. Ҡушымта: Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай.
  • Ҡупшыланып гөрләп сәскә атҡас, Һин ултыртҡан һомғол алмағас, Алмағасты ҡосаҡларҙай булып, Йөрәгемдә һайрай һандуғас. Хозурланып таңғы офоҡтарҙа Һин яратҡан йондоҙ ҡабынғас, Йондоҙ нурҙарына талпынғандай, Йөрәгемдә һайрай һандуғас. Айырылыу һағыштарын йотоп, Һине һуштан яҙып һағынғас, Уфтанма! – тип наҙлап йыуатҡандай, Йөрәгемдә һайрай һандуғас.
  • Һөйөү туҙҙы, беҙҙең йөрәкте Һағыш уты күптән ялмаған. Шыбыр-шыбыр өндәшкән һүҙҙәрҙе Төндә ямғыр йыуып ағыҙған. Кемебеҙ хаҡ, ә кем ғәйепле? Мөхәббәтең бар таңы, бар кисе. Осрашыуҙар төш булып ҡалдылар, Йөрәгемдә һаҡлана шиғырҙар. Мин китһәм, яныңда ямғырҙар иларҙар, Ә күңел түремдә йырҙарым ҡалырҙар. Һалҡын бер ай күренә тәҙрәнән, Илаҡ бер ямғырҙы етәкләгән. Ә үҙе шат йылмая, йылмая... Ай белә: һәр йөрәк, һәр күңел - Ҡабатланмаҫ бер миҙгел, бер ғүмер. Тик яҙмышты алдап булмай! Мин китһәм, яныңда ямғырҙар иларҙар, Ә күңел түремдә йырҙарым ҡалырҙар.
  • Йөрәгем ниҙер көтә... Күрәһең, хистәр өтә... Ҡалтырай, талпына батҡандай ялҡынға. Бер күргәнем етә ҡалды баштан яҙырға. припев: Ҡояш менән бутаным йөҙөңдө, йөҙөңдө... Нисек кенә мин һинән һөҙөрмөн күҙемде? Тырышып та ҡараным, төшөрөп күңелде, Хистәремдән тыйырға үҙемде. Бармы һин, юҡмы һин, ҡайҙа һин, кемдән һорарға? Үрҙәргә менермен йәки әҙермен түбән ҡоларға. Әҙермен йырларға, көлөргә, иларға, Тик һинең турала көн дә уйларға. припев: Ҡояш менән бутаным йөҙөңдө, йөҙөңдө... Нисек кенә мин һинән һөҙөрмөн күҙемде? Тырышмайым, ни өсөн, төшөрөп күңелде, Хистәремдән тыйырға үҙемде? (2 раза)
  • 1)Бала саҡта тиҙ үҫәһе килә, Ә унан һуң йәш ҡалаһы килә. Ваҡыт шулай үҙ ҡәҙерен белә, Уоу уоу уоу уоу уоу. Ашыҡмай юл ашыҡтырған саҡта, Етмәй ҡала бик күп осраҡта. Минут һанап, ваҡыт һораһаҡ та. Ҡушымта Бала саҡта ниңәлер ваҡыттар үтмәй, Үҫеп еткәс бер кемгә хушлашып етмәй. Йәш ғүмерҙәр ҙә бик тиҙ үтә лә китә, Ә ул туҡта һәр кемде һалҡын көҙ көтә. Ваҡыт тиҙ үтә(4) 2)Көндәр үтә кинәт иҫкән елдәй, Күңел генә ниҙер көтә эҙләй. Ғүмерҙең дә үткәндәрен һиҙмәй, Уоу уоу уоу уоу уоу. Барына ла өлгөрөргә кәрәк Шуға күрә йүгерәбеҙ тимәк Ашығыуҙан ярһып тибә йөрәк. Ҡушымта Бала саҡта ниңәлер ваҡыттар үтмәй, Үҫеп еткәс бер кемгә хушлашып етмәй. Йәш ғүмерҙәр ҙә бик тиҙ үтә лә китә, Ә ул туҡта һәр кемде һалҡын көҙ көтә. Ваҡыт тиҙ үтә(4) 3)Ваҡыт хужа бөтә ғәләмгә лә Киләсәккә бөгөн үткәнгә лә Ул буйһынмай ҡаты әмергә лә. Был донъяла ваҡытлыса барҙар Үтеп китә шатлыҡтар ҙа зарҙар Тарих булып тороп ҡала йырҙар. Ҡушымта Бала саҡта ниңәлер ваҡыттар үтмәй, Үҫеп еткәс бер кемгә хушлашып етмәй. Йәш ғүмерҙәр ҙә бик тиҙ үтә лә китә, Ә ул туҡта һәр кемде һалҡын көҙ көтә. Ваҡыт тиҙ үтә(4)
  • 1)Әллә кайҙан ишетелә Машиналар тауышы, Шаулап гөрләп туйҙар килә Был бит бәхет балҡышы. Припев; Яҡты булһын юлдарығыҙ, Бергә типһен йөрәктәр, Ҡотло булһын туйҙарыгыҙ, Ҡабул булһын теләктәр! 2)Яҙмыштарын бәйләй бөгөн Берһен-берһе һөйгән йәр, Икеһе лә ҡарап туймаҫ Мөхәббәтле,матур пар. 3)Пар балдаҡтар йылтырайҙар Хәҙер һеҙҙең ҡулдарҙа, Алтын-көмөш туйҙар көтһөн Алда барыр юлдарҙа!