Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 94

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Баштарыма кейгән түбәтәйҙең Һикһән һигеҙ икән өлгөһө, Килгәндәрҙән бирле ҡарап торам, Һеҙ икәнһеҙ донъя көҙгөһө. Ҡушымта (2 тапҡыр): Беҙҙең ил – уйнар көлөр ерҙәр, Беҙҙең ил – һандуғас һайрар ил. Алма баҡсаларына һай керһәм, Матур ҡыҙҙар алма йыялыр, Йөҙҙәрегеҙ яҡты, һүҙегеҙ татлы, Күңелдәрем һеҙҙе һөйәлер. Ҡушымта (2 тапҡыр): Беҙҙең ил – уйнар көлөр ерҙәр, Беҙҙең ил – һандуғас һайрар ил.
  • Йылмаяһың яратам тип, Һөйләйһең, һөйләйһең дә, Шул саҡта бәхет саткыһы, Ҡабына бит йөҙөңдә. Ҡабына бит йөҙөңдә Мәғ(ә)нә бар һәр һүҙеңдә Күңлем менән шул һүҙеңә Кушылам бит үҙемдә, Кушылам бит үҙемдә. Ҡушымта: Ҡабатла шул һүҙеңде, Ҡабатла тағын, тағын, Мин дә шулай өҙөлөптәр. Яратам һине йәнем. 2.Ҡабатла ле шул һүҙеңде, Ҡабатлауҙан туҡтама. Бәхетемдән һөйөнөп, Шатлыҡ йәштәре тама. Яратыуыңды белһәм дә, hаман тыңлаһым килә. Шул һүҙҙәрҙе көйгә һалып, Минең йырлаһым килә. Ҡушымта.
  • Кәефем юк чакта Мин сиңа киләмен Давасы синдә бит Бик якшы беләмен Кушымта: Җил булам, нур булам Яныңа агылам Минем соң кемем бар? Югалтмый сагынган 2. Шатлыгым ташкында Мин очам яныңа Мизгелләр эчендә Мең кабат кабынам Кушымта: шул ук 3. Аз гына югалтсам Мин сине сагынам Саф сөю алдында Баш өям табынам
  • Сикһеҙ океандың бер тамсыһы Бер йондоҙҙоң ғына сатҡыһы Үркәс үркәс тауҙың бөртөк ҡомо Мэң милләтең сая башҡорто Ҡуш: Милион изгеләрҙәй изгелебеҙ Милион теллеләрҙәй теллебеҙ Намыҫлыбыҙ моңло йөрәклебеҙ Тыуған илдең ҡыйыу затыбыҙ Ер шарында нисә милләт йәшәй Һәр милләтең бар хазинаһы Башҡортоң да инде нисә быуат Бөйөк хазинаһы Салауат! Ҡуш: Салауаттай батыр булығыҙ Салауаттай ғорур булығыҙ Баш эймәгеҙ ил баҫарҙар килһә Салауаттай руғлы булығыҙ
  • Һине эҙләп күпме юлдар үттем. Һине эҙләп сыҡтым ҡырҙарға. Әрнеүҙәрем, йөрәк серҙәремде, Исемеңде һалдым йырҙарға. (х2) Ул йырҙарҙы тауҙар ҡабатланы, Улар ишетелде елдәргә. Шуға иҫә елдәр һине эҙләп, Ер сигенә, алыҫ илдәргә. (х2) Урман-тауҙар аша күк күкрәтеп, Диңгеҙ өҫләп-уҙа был елдәр. Табалмағас һине, асыуланып, Дауыл булып туҙа был елдә. (х2) Йәшнәр йәшен, шашып ағар йылға, Ярҙарынан ташып, урғылып. Тик һин минең ярһыу йөрәгемдә Һаҡланырһың китмәҫ йыр булып. (х2) (Юлай Үҙәнбаев муз., Фәүзия Рәхимова һүҙ.)
  • 1. Толпар Аҡбуҙат – пар ҡанатлы ат, Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма. Мине алып бар Ҡафтау артына, Алтын hарайҙағы Һылыу янына. Припев: Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫҡай, hин мине йәшлек саҡтарға. Һин бит, дуҫым, Аҡбуҙатым – көмөш тояҡ, алтын ялым, Мин дә hиңә ҡул hуҙармын ауыр саҡтарҙа. 2. Өндәште шул саҡ миңә Аҡбуҙат: Елем бүләк итте, иңемә ҡанат. Мин hәр саҡ әҙер, ҡояшҡа ҡәҙәр Алып барып етәм, hин ҡушhаң әгәр. Припев: Юҡ, кәрәкмәй, Аҡбуҙатым - көмөш тояҡ, алтын ялым, Алып барма йондоҙҙарға, Ай, болоттарға. Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫкай, hин мине йәшлек саҡтарға. 3. Толпар Аҡбуҙат – пар ҡанатлы ат, Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма. Мине алып бар Ҡафтау артына, Алтын hарайҙағы Һылыу янына. Припев: Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫҡай, hин мине йәшлек саҡтарға. Һин бит, дуҫым, Аҡбуҙатым – көмөш тояҡ, алтын ялым, Мин дә hиңә ҡул hуҙармын ауыр саҡтарҙа.
  • Төнө буйы ямғыр яуа, тәҙрәм илай. Өй ҡараңғы, исмаһам, һин иркәм йылмай. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ. Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ. Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ. Тышта ямғыр - шылтыр-шылтыр, бер үк тауыш. Ә күңелдә әллә ниндәй ауыр һағыш. Ошо һағыш ҡасан ғына үтеп китер. Йылмай, иркәм, ҡояш нурын миңә килтер. Ошо һағыш ҡасан ғына үтеп китер. Йылмай иркәм, ҡояш нурын миңә килтер. Төнө буйы ямғыр яуа, тәҙрәм илай. Өй ҡараңғы, исмаһам һин иркәм йылмай. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ. Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ. Көҙгөләрҙә күҙ йәштәре кибер һымаҡ. Һин йылмайһаң өй яҡтырып китер һымаҡ.
  • Нәркәс Сиражетдинова «Әсәйем,әсәкәйем» Маңлайымдан үбеп әсәй мине Оҙаттың да тормош юлына, Ҡайтып йөрө балам зинһар тиеп Ҡулдарымды ҡыҫтың ҡулыңа. Ҡушымта: Әсәйем, әсәкайем, Һөйөклем, бәғеркәйем, Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә Донъямдың терәккәйе. Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә Донъямдың терәккәйе. Томандарҙа юлдар оҙон була, Борма борма була, ураулы Йә дауылы ҡуба, йә бураны, Йә ямғыры яуа ҡыраулы. Ҡушымта: Әсәйем, әсәкайем, Һөйөклем, бәғеркәйем, Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә Донъямдың терәккәйе. Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә Донъямдың терәккәйе. Йөрәккәйең һиҙеп тораһыңдыр, Ҡаршы сығаһыңдыр урамға Доғаларың уҡып, юрайһыңдыр Бирешмәйен тиеп балам буранға. Ҡушымта: Әсәйем, әсәкайем, Һөйөклем, бәғеркәйем, Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә Донъямдың терәккәйе. Бәхетле бул, оҙаҡ йәшә Донъямдың терәккәйе.
  • Алыҫтарҙан, йондоҙ эҙләй, ярһыу йәшлек, Ерҙә һүнмәҫ, уттар барын, һиҙмәйенсә. Беребеҙ күктә, беребеҙ ерҙә, тороп ҡалған, Йәшлек саҡтың үтерҙәрен белмәйенсә. Ҡушымта: Ул саҡтарҙың осҡондары гөрләр кеүек, Елдәр йотҡан, йәмдәр әле, һуң түгелдер, Шул көндәрҙе, беҙгә ҡабат, ҡайтырырға, Һуң түгелдер, бәлки, һуң түгелдер. Йәшлектәрҙең ташҡындары шаулап аҡҡан, Тик икебеҙ, ҡалғанбыҙ шул, ике ярҙа. Бер мөгжизә, тоташтырһа, ярҙы — ярға, Үткәндәре, ҡабатланыр, тағы ерҙә.
  • Тышҡа йылы яҙ килгән, күңелдәремә төшкән. Һине генә мин уйлайым. Һинең саф йылмайыуың гел күҙемдең алдында, Нимә булған аңламайым. Припев: Тауҙың башына менеп,тәбиғәттәң моң алып, Йырҙарымды йырлайым күңелемә тултырып. Бер ҡасан да онотма, йәрем, йәрем, бәхетем, Һиңә әйтер һүҙем бар - һин минең мөхәббәтем. Тышҡа йылы яҙ килгән, күңелдәремә төшкән. Онотабыҙ, юғалабыҙ... Һин дә мин мөхәббәткә һәм әйткән һүҙебеҙгә Гел тоғро булып ҡалабыҙ. Припев: Тауҙың башына менеп, тәбиғәттәң моң алып, Йырҙарымды йырлайым күңелемә тултырып. Бер ҡасан да онотма, йәрем, йәрем, бәхетем, Һиңә әйтер һүҙем бар - һин минең мөхәббәтем.