Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 95

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • 1.Кара урмандарҙың да уртаhында Карт имәндәр киҫтем әллә-ли Пар өйрәктәр йөҙәлер әрәмәле-күлдәрҙә Дуҫҡайзарым йыйылышҡас сәскә ата гөлдәр ҙә. 2.Уҙған ғүмерҙәрҙең дә буйҙарына Татыу булhаҡ ине беҙ бергә. Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк, Еләктән ҡайтып киләм. Ер еләге нисек тәмле, Һеҙҙе лә шулай hөйәм. 3.hыу буйҙарында ла йөрөгән саҡта Алтын тәңкә таптым әллә-ли. Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк, Бөрлөгәндәре менән Беҙ йәшәйбеҙ дуҫ-иштәрҙең Бер тигәндәре менән. 4.Алтын тәңкә беҙгә лә ҙур мал түгел Бер күрешеуҙәре әллә ни. Француз яулыҡтар кәштәлә , Бөкләп дүрткә -бишкә лә Һеҙҙең менән күрешеүҙәр кермәҫ инде төшкә лә .
  • 1. Нурҙар сәскән йондоҙҙарым, Селтәр булып күкте ялмаған. Эҙләйем һине, яҙғы сәскәм, Аҡ томандар һине ҡаплаған. Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ, Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре. Йөрәгемдең шишмәһе һин, Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре. 2. Йондоҙҙарын һанай-һанай, Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә. Барлыҡ эштәремде ташлап, Киләм әле һиңә бөгөн дә. Кәрәк булһа, әгәр, сәскәм, Бирермен йөрәгемде. Йәлләмәйем һинең өсөн Иң ҡәҙерле булған йәнемде. 3. Күрһәң,әгәр, һинең өсөн Йөрәгемдә янған күмерҙе. Әл дә Хоҙай һине биргән, Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе. Яҙғы ташҡын таныштырҙы, Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр. Бер-беребеҙгә терәк булып, Мәңге бергә типһен йөрәктәр.
  • Ел- бауырлап осҡан ҡоштар Аксарлаҡ түгел микән? Һин киткәнгә мин түҙермен, Йөрәгем түҙәр микән?.. Аҡсарлактар уйнар күлдә Табып алдым пар ҡанат. Һөйөүҽмдең билгеһе тип Түшемә ҡуйҙым ҡаҙап. Каурый ғына тороп ҡалды Канатлы һөйөүемдән. Кайтауаздар ғына ҡалды “Яратам”, — тиеүҽңдән... Ел бауырлап осҡан коштар Аҡсарлаҡ түгел микән? Һин киткәнгә мин түҙәрмен, Йөрәгем түҙәр микән?..
  • 1.Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша Һау бул инде тыуған оябыҙ. Офоҡтарға ҡарап осар өсөн, Иңдәрҙә беҙ ҡанат тоябыҙ. Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр Ошо һуңғы моңло сыңлауы Ҡыңғыраулы,ҡыңғыраулы Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары! 2.Алда әле заман имтиханы, Күп һынауҙар әле үтәһе. Маҡсаттарға әле ирешәһе, Хыялдарҙы ысын итәһе. Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр Ошо һуңғы моңло сыңлауы. Ҡыңғыраулы,ҡыңғыраулы Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары! 3.Офоҡтарға беҙҙе саҡырҙың һин Күңелдәргә бирҙең ынтылыш Һуңғы звонок бул һин беренсеһе Һин ҡаршы ал беҙҙе ҙур тормош Әйтерһең дә пар аттарҙа үтте Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары Күңелдәрҙә ғүмерлеккә ҡалыр Ошо һуңғы моңло сыңлауы. Ҡыңғыраулы,ҡыңғыраулы Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары!ृ
  • 1 куплет Күзҙәр йәшерә алмаҫ - Мин һөйөүгә мохтаж, Мин һөйөүгә мохтаж... Серҙәр сиселмәйсә ҡалмас - Йоҙаҡтарҙы асҡас, Йоҙаҡтарҙы асҡас... Һинең ҡулыңа тапшырам, Йәнемде,йөрәгемде... Үтәрһең тип мин ышанам, Иң серле теләгемде... Припев: Риза булырға?.. Кире кағырға?.. Ниндәй аҙым миңә яһарға?.. Уттай янырға?.. Боҙҙай туңырға?.. Ҡайһы юлды миңә һайларға?.. 2 куплет Туҡтат сихри миҙгелде - Йөрәгем тын алһын, Йөрәгем тын алһын... Ҡабат әйтсе һүҙеңде - Хәтеремдә ҡалһын, Хәтеремдә ҡалһын... Һинең кулыңа тапшырам, Йәнемде,йөрәгемде... Үтәрһең тип мин ышанам, Иң серле теләгемде...
  • Һиңә, тиеп, иркәм, Алма йыям, иртән. Көн дә һине көтәм, Күрешербеҙ микән? Татлы иренеңдә Алмаларҙың тәме. Наҙлы күҙҙәреңә Һыйған донъя йәме. Припев: Һөйөү алмалары, Ирендә- балдары, Татлы хуш еҫтәре, Ҡыҙыл, алдары… Һөйөү алмалары, Хистәрҙең ҡайнары- Яндыра, көйҙөрә Ғашиҡ йәндәрҙе. Һиңә, тиеп, иркәм, Алма йыям, иртән, Татлы йәрем булып Янда ҡалһаң икән. Һинең менән генә Минең донъям йәмле, Һөйөү илдәрендә Бергә ҡалайыҡ әле.
  • Ябалаклап карзар яуа, Ошо малде ин бик яратам, Йаш гумерзар узып бара йанем, Хине курер осон йан атам. Карзар яуа,карзар яуа, Йаш гумерзар узып бара. Карзар яуа,карзар яуа, Мин яратам,мин яратам! Кайзарза йоройхон хин азашып, Кунелемда йанем хинен карашын Уйландыра иркам хинен хакта, Ябалаклап карзар яуган скакта.
  • Күпме ҡарҙар яуған, Күпме һыуҙар аҡҡан. Ләкин һинең һүҙҙәр бәғрем, Хәтеремдә ҡалған. Юғалтма һин мине, юғалтма, Бик оҙон юлға сығам, оҙатма. Тормоштар нисек кенә ҡыйын булһала йәнем, Яңғыҙымды ҡалдырма, мине онотма. Ҡушымта: Алыҫтарҙа йәшлегемдә, Аҙашып ҡалды үҙ бәхетем. Онота алмам ғүмергә, Һөйгән йәрем, мөхәббәтем. (2 тапҡыр). Һине эҙләп таба алмай, Күпме юлдар үтәрмен икән. Йөрәк һаман тыңғы тампай, Ул бит аңлай алмай, Һинһеҙ йәшәп булмай, Йәш ғүмерҙәр үтеп киткән. Ҡушымта: Алыҫтарҙа йәшлегемдә, Аҙашып ҡалды үҙ бәхетем. Онота алмам ғүмергә, Һөйгән йәрем, мөхәббәтем. (2 тапҡыр). Ҡушымта: Алыҫтарҙа йәшлегемдә, Аҙашып ҡалды үҙ бәхетем. Онота алмам ғүмергә, Һөйгән йәрем, мохәббәтем. Онота алмам ғүмергә, Һөйгән йәрем, мөхәббәтем. Онота алмам ғүмергә, Һөйгән йәрем, мөхәббәтем.
  • Әйтелмәгән һүҙҙәр телә бит йөрәкте Әйтелмәгән улар Ҡайрылған ҡанаттар Әйтелмәгән һүҙҙәр телә бит йөрәкте Әйтелмәгән улар Кисер мине зинһар! Төнгө юлға бөгөн ямғыр илай-илай Ә күңел үҙенә урын таба алмай Йөрәгемдә күпме һиңә һүҙҙәр булды Үкенескә улар әйтелмәйсә ҡалды Әйтелмәгән һүҙҙәр телә бит йөрәкте Әйтелмәгән улар Ҡайрылған ҡанаттар Әйтелмәгән һүҙҙәр телә бит йөрәкте Әйтелмәгән улар Кисер мине зинһар! Яҙыр инем һиңә хаттар услап-услап Һөйләр инем барһын күҙҙәреңә ҡарап Ғүмер уҙа, хаталарҙы барлай-барлай Һиңә тигән һүҙҙәр бары онотолмай Әйтелмәгән һүҙҙәр телә бит йөрәкте Ҡайрылған ҡанаттар Әйтелмәгән һүҙҙәр телә бит йөрәкте Кисер мине зинһар! Әйтелмәгән һүҙҙәр телә бит йөрәкте Әйтелмәгән улар Ҡайрылған ҡанаттар Әйтелмәгән һүҙҙәр телә бит йөрәкте Әйтелмәгән улар Кисер мине зинһар!
  • Муйыл күпереп сәскә атһынмы? Ерҙе ҡаплап тәүге ҡар ятһынмы? Хыял илтә бала саҡтарыма Йәшлегемә тыуған яҡтарыма Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Ҡырпаҡ ҡарҙа яңы эҙ ҡалдырып, Көндәр буйы аяҡты талдырып Барлыҡ хәсрәтләҙе онотһамдай Ҡанатланам яңы йыр отҡанда Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Тәүге ҡар шау сәскә ап аҡ миҙгел, Яралы күңелде дауалай гөл Аҡтан аҡ паҡ тан паҡ хыял төҫе Аҡ миҙгелһеҙ йәшәй алмам төҫле Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр
  • Эй, моңло ҡурай, уйнай ҙа уйнай, Моңдарың мәңге тынмаһын шулай! Эй, шанлы ҡурай, уйнай ҙа уйнай, Үлемһеҙ йырҙар сал тарих буйлай! Ҡушымта: Эй, моңло ҡурай, уйнай ҙа уйнай, Моңдарың мәңге тынмаһын шулай! Эй, моңло ҡурай, уйнай ҙа уйнай, Моңдарың мәңге тынмаһын шулай! Эй, зарлы ҡурай, уйнай ҙа уйнай, Зөлхиҙәйкәйҙәр зарығып илай. Эй, ҡанлы ҡурай, уйнай ҙа уйнай, Тәфтиләү яуы халыҡты тунай. Ҡушымта: Эй, моңло ҡурай, уйнай ҙа уйнай, Моңдарың мәңге тынмаһын шулай! Эй, моңло ҡурай, уйнай ҙа уйнай, Моңдарың мәңге тынмаһын шулай! Эй, данлы ҡурай, уйнай ҙа уйнай, Башҡорт моңонан Парижда шаулай, Эй, көслө ҡурай, уйнай ҙа уйнай, Иректәр даулай, еңеүҙәр яулай! Ҡушымта: Эй, моңло ҡурай, уйнай ҙа уйнай, Моңдарың мәңге тынмаһын шулай! Эй, моңло ҡурай, уйнай ҙа уйнай, Моңдарың мәңге тынмаһын шулай!
  • Шылтыратаһың Шылтыратаһың Төндәрен миңә шылтыратаһың А миңә Һин көндә кәрәк Һине уйлай тибә йөрәк Ул һиңә сәскәләр бирһә лә Һин уны яратам тиһәң дә Уйлайһың мине уйлайһың мине Источник: txtsong.ru Бер нисек онота алмайһың мине Дуҫтарың аша ишетәмен Мине һорашаһың беләмен Һағынан мине һағынаң мине Бер нисек онота алмайһың инде Кире кайтһаң ҡабул итәмен Ныҡ итеп яратам белаһең Ғафү итермен ғафү итермен Йәшерма йәшермә Һистәреңде йәшермә Һине уйлай һине уйлай Йөрәгем көндә һине һорай Түҙә алмай түҙә алмай Зарығып төндәрен илай Һин генә минә кәрәк Һине һорай бит йөрәк Ярата һине бигерәк Һиңә барам һиңә барам Йүгерәм тағын һиңә табан Сәскә алам төнгө урам Көт мине йәнем һиңә осам Бәлки берга булырбыз Мин һине яратырмын Һине мине яратырһың Йәшермә йәшермә Һистареңде йәшермә
  • Аҡ ҡайындар араһына, аҡ ҡайындар янына, Кереп киттен һин йүгереп, эй ҡағына,ҡағына Һылыу ғына аҡ күлмәген, һин аҡлыҡҡа күмелдең Күҙҙәремә һин үзең дә ҡайын булып күрендең припев: Ҡайһы ҡайында, ҡайһы һин, айыралмай тик торам, Яңғыҙ ҡайынды тотҡанмын, мин аны һин тип торам (2 раза) Ҡайындар менән шаян оҙаҡлап уйнанығыҙ Ахырыһы мине бөтөнләй күрмәй тип уйланығыз. Һылыу һының, аҡ күлмәгең, тик аҡлыҡҡа күмелдең, Күҙҙәремә һин үҙең дә ҡайын булып күрендең припев: Ҡайһы ҡайында, ҡайһы һин, айыралмай тик торам, Яңғыҙ ҡайынды тотҡанмын, мин аны һин тип торам (2 раза)