Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни.
Страница 16

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Ҡаһым түрә менгән һәр юрғаның, вай, кем, Маңлайыңда булыр урайы. Ҡаһым түрә яуап биргән саҡта, вай, кем, Уң ҡулыңда булыр ҡурайы. Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның, вай, кем, Бәкәлдәре уның аҡ ине. Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай, кем, Әйтер һүҙкәйҙәре хаҡ ине.
  • Йөрәктәр ҡушылды, ә юлдар айырылды Уртаға ярылды тормоштар Яртышар-яртышар ҡалдыҡ беҙ Нишләргә Яҙмыштан булмағас Уҙмыштар Һөйгәнем яттарҙа Моңһыу таң атҡанда Өҙөлә үҙәгем Өҙөлә Хәсрәтем юғала Шатлығым юл ала Бер генә ҡараһаң йөҙөмә Дөм ҡара төндәрҙә Йондоҙҙар һүнгәндә Йөрәкте саҡ малай сағырмын Менәрмен үрҙәргә Төшөрмен гүрҙәргә Яҙмыштан уҙмыштар Табырмын
  • Ҡаршылайһың бер һин ҡыҙыл таңды, Икенсенең ҡосағында инде, ҡосағында. Һыйпап тулҡын, гүйә сәстәреңде, Үбеп һөйә ул һинең тәнеңде, үбеп һөйә. Ҡушымта: Күрһәм һине төштәремдә, тирләп мин уянам төндә, Һығыла күңел, йөрәк һыҡтанды. Бәхетлеләрҙән, бәхетле, булдыҡ һинең менән йәнем, Онотмайым, ҡояшым мин һине, Онотмайым, ҡояшым мин һине, Онотмайым, ҡояшым мин һине. Талғын йөҙгән наҙлы керпектәрең, Ҡояш нурындай йылы ҡулдарың. Ирендәрең, ҡара төн, күҙҙәрен, Иҫемдә уйылдылар, һөйгәнем.
  • Дуҫтар кеүек кенә осраша инек. Бергә булырбыҙ тип уйламай инек. Ләкин үтә йылдар, һыу кеүек аға. Уйланырға ваҡыт - ғүмерҙәр уҙа. Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм. Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем. Ҡалалар, ауылдар беҙҙең арала, Һинән гүзәллерәк ҡыҙ юҡ донъяла. Тиҙерәк яуап бир! Әйт миңә, йәнем, Булаһыңмы, юҡмы минең һөйгәнем? Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм. Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем.
  • 1.Тормош юлыңда тигеҙ атларға Ҡатмарлы булған сағыңда Еңергә була ауырлыҡтарҙы Дуҫтарың булhа әгәр яныңда Ҡара төндәрҙә, аяҙ көндәрҙә Яҡын дуҫ hәр саҡ беҙ бергә Бергә булғанда hис бирешмәйбеҙ Дуҫлыҡ балҡыhын ғүмергә 2.Юлдарҙа үтә беҙҙен ғумерҙәр Ашҡынып тибә йөрәктәр Бирешмәйенсә, аҙашмайынса Тоғро дуҫкайым, атлайыҡ бергә 3.күпме hынауҙар артта ҡалдылар үрләйhе әле үрҙәр бар Аянысымда, ышансымда Бары дуҫкайым hинең ҡулыңда
  • Яҙ һайын ҡоштар ҡайта, Муйыл да аҡ сәскәһен ата. Тәбиғәт пышылдай: "Ул да һине эҙләй, ул ярата". Яҙ етһә, хистәрен тыя алмай, Йылғалар ярҙарынан таша. Ашҡын һыу ҙа ярһый, Ярһый әйткән һымак "ул ярата". припев: Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Төндә төштәремә керәһең. Үҙемде белмәйем, Күҙҙәремдә килә күрәһе. Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Минең һөйөүемде беләһең. Йәшермә хистәрен Уйҙарыңды килә беләһем. Яҙғы тәүге йылы елдәре Сәстәремдән иркәләп үтә. Ләйсән ямғыр шыбыр-шыбыр әйтә миңә "Ул ярата". Яҙҙар алып килгән мөхәббәт Ысын булырына ышанамын. Йөрәк ярһып тибә: "мин дә һине һөйәм, Мин яратам". припев: Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Төндә төштәремә керәһең. Үҙемде белмәйем, Күҙҙәремдә килә күрәһе. Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Минең һөйөүемде беләһең. Йәшермә хистәрен Уйҙарыңды килә беләһем. (Ф.Килдеғолов муз., В.Камалов һүҙ.)
  • Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм, Ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым Үҙ юлымдан һаман мин киләм. Әлмисаҡтан алып хәҙергәсә Фәрештәләр беҙҙе етәкләй, Имен-аман торһа был донъялар, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. Был донъяның тәмен күп татыным, Күп түләнем хаҡын йәлләмәй, Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй.
  • Аҡ ямғырҙар үттеме ни, Көҙҙәр ҙә еттеме ни? Тынғы белмәҫ һандуғастар Сит ерҙәргә киттеме ни? Аҡ ямғырҙар ҡалды инде Йәшлегем яҙҙарында, Үткән ваҡыт даръяһының Буй етмәҫ ярҙарында. Аҡ ямғырҙар бында тиеп Саҡырғандай аҡ ҡырҙар. Аҡ ямғырҙар хыялдарҙа, Бөгөн яуа аҡ ҡарҙар.
  • Am Ҡайҙа инде йәнем F Һин айға әйләнеп C Мин үҙем күрмәһәмдә G(III) Йондоҙҙар һөйләне Am Һылыу тейҙер һине F Бер күрергә ине C Алып уйҙарыңды G(III) Болоттарға менеп Ҡушымта: Am Ҡайҙа ҡасан нисек G(III) Уттар һыуҙар кисеп F Таңдарын һәм кисен C G(III) Тик һине эҙләнем Am Нисек инде һылыу F Йөҙөңдә йылмайыу C Ҡарашыңда ялҡын G(III) Һаман һүнеп булмай ул Am Һылыу тейҙер һине F Бер күрергә ине C Алып уйҙарыңды G(III) Болоттарға менеп Ҡушымта: Am Ҡайҙа ҡасан нисек G(III) Уттар һыуҙар кисеп F Таңдарын һәм кисен C G Тик һине эҙләнем Am Ҡасан инде айым F һин миңә йылмайып C балҡып ҡояштай G(III) күҙҙәремә ҡарайһың Am Һылыу тейҙәр һине F бер күрергә ине C алып уйҙарыңды G(III) йондоҙҙарға менеп. Ҡушымта: Am Ҡайҙа ҡасан нисек G(III) Уттар һыуҙар кисеп F Таңдарын һәм кисен C G Тик һине эҙләнем
  • Иркәләнеп йылы ҡосағымда, Сафлык бөркән йөрәгемә. Яҙҙын наҙлы Сәскәһе кеүек. Припев: И-е и-е Бар доньяға И-е и-е Нурҙар сәсеп, И-е и-е Гел йылмай һин, И-е и-е Бәләкәсем! Айға тиңдәш (айға айға) Һинең гүзәллеген. Һаҡлап ҡына Йөрөтөрмөн мин Аҙашмаҫка юлдар сатында Припев: И-е и-е Бар доньяға И-е и-е Нурҙар сәсеп, И-е и-е Гел йылмай һин, И-е и-е Бәләкәсем!
  • Инде бөттө бүтән һинең алда, Яна-яна шәмдәй эремәм. Кистәремдә инде һине эҙләп, Таныш һуҡмаҡтарҙан йөрөмәм. Ҡушымта: Һин үҙгәрҙең, ярай үҙгәр әйҙә, Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем. Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем, Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе.(2х). Тик ҡулдарым бына тик ҡулдарым, Эҙләп йөҙә һинең ҡулдарҙы. Ирендәрем эҙләй иренеңде, Нишләтәйем бына шуларҙы. Ҡушымта: Һин үҙгәрҙең яра үҙгәр әйҙә, Һин үҙгәрһәң мин дә үҙгәрҙем. Тик күҙҙәрем бына тик күҙҙәрем, Эҙләй һаман һинең күҙҙәрҙе. (2х).
  • Үҙеңдең яҙмышыңдан ҡасып ҡотола алмаҫһың, Ана күпме тырыштылар, ҡара, hынмаhын ҡанатың. Шуның өсөн ғүмереңдең гел ҡәҙерен белеп йәшә, Күктәге дуҫтарың hинең өсөн урын белешә. Нисә йылдар аҡыл hатып алға ынтылма тинеләр, Тыңла оло кеше hүҙен, булма hин hәр ваҡыт йүләр. Хәтәр эштәр әйләндереп кемде бөгөн шаҡ ҡатырҙың, Кисә төнөн ташлап китте hине буласаҡ ҡатының. Ә бөгөнгө көндә hиңә бөтә донъя ҡара-ҡаршы, Үлер алдынан бар ғонаhтарыңды йыуырға ашыҡ. Аңламаған бәндәләргә аңлатырға ла тырышма, Әйҙә шулай йәшәhендәр, тар уйҙарыңа hыйышмай. Әгәр дөрөҫ итеп йәшәп, көн күрергә ҡулыңдан килеп, Теләгән әйбереңде теләгән кешеңә биреп, Ғүмер буйы рәхмәт hүҙен ишетеп йәшәгең килhә, Ашыҡма, ашыҡма! Припев: Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма! Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма! Кемгә икәнен дә белмәй уҡынаhың-суҡынаhың, Төпhөҙ күктең көмбәҙенән нимә көтөп ултыраhың. Кәрәк булhа, ҡара ҡоштар төшөп хәбәр еткерерҙәр, Ә беҙ шуға ышанабыҙ, ха-ха, иҫәрҙәр. Мөхәббәтhеҙ ҡалдырҙылар, ә мин кире эҙләп таптым, Һорамайса алға баҫһам, уйымдан хурлыҡҡа баттым. Сабыр итhәм берәй заман шундай көндәр килеп етер, Минең йәнем урамында өс-дүрт кеше байрам итер. Припев: Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма! Ашыҡма, ашыҡма, Был донъяларҙан китергә hин ашыҡма!
  • Салмак кына барган тормышымнын Сез бизэге якын туганнар Салкын жилдэ ялгыз калдырмыйча Ярдэм кулны суза торганнар Араларны озмик туганнар Курешмичэ йоргэн коннэр бар Хэл белешеп яшик ярдэмлэшеп Ялгыз бэхет тапкан кемнэр бар Араларны озмик туганнар Курешмичэ йоргэн коннэр бар Хэл белешеп яшик ярдэмлэшеп Ялгыз бэхет тапкан кемнэр бар Йорэклэрне ачып сойлэшик Шатлыкларны бергэ булешик Кзйгыда да шатлык та да янда Ярый син бар туган диешик Араларны озмик туганнар Курешмичэ йоргэн коннэр бар Хэл белешеп яшик ярдэмлэшеп Ялгыз бэхет тапкан кемнэр бар Араларны озмик туганнар Курешмичэ йоргэн коннэр бар Хэл белешеп яшик ярдэмлэшеп Ялгыз бэхет тапкан кемнэр бар Ак билэугэ энкэй билэгэн Матур булсыннар дип телэгэн Ожмах ишеклэрен ачыр микэн Туган кадерлэрен белмэгэн Араларны озмик туганнар Курешмичэ йоргэн коннэр бар Хэл белешеп яшик ярдэмлэшеп Ялгыз бэхет тапкан кемнэр бар Араларны озмик туганнар Курешмичэ йоргэн коннэр бар Хэл белешеп яшик ярдэмлэшеп Ялгыз бэхет тапкан кемнэр бар Хэл белешеп яшик ярдэмлэшеп Ялгыз бэхет тапкан кемнэр бар Ялгыз бэхет тапкан кемнэр бар